Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнгән әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисовтың билдәләүенсә, Аҡмулла – мәғрифәтсе йә шағир ғына түгел, ә иңенә шағир-импровизатор, аҡыл эйәһе, остаз һәм тәрбиәсе яуаплылығын алған халыҡ сәсәне лә. Бөгөн Урта Азия һәм күп төрки халыҡтарында олуғ остаз булып танылған, ХIХ быуат башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индергән башҡорт сәсәненең ижадын өйрәнергә, Аҡмулла мираҫының рухи ҡеүәтен аңларға һәм һанларға хаҡлыбыҙҙыр.Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге Миәкә район хөкүмәте администрацияһы менән берлектә Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамын уҙғара. Сара мәғрифәтсе һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡ араһында таратыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, боронғо йола бәйгеләрен – сәсәндәр әйтешен тергеҙеү маҡсатында ойошторола.
Бәйгелә профессиональ һәм үҙешмәкәр ҡобайыр әйтеүселәр, шағирҙар, ауыҙ-тел ижады оҫталары, фольклор коллективтар, Дим-Өршәк буйы башҡорттарының халыҡ кәсептәре буйынса оҫталары һәм рәссамдар ҡатнаша ала. Байрам программаһы сиктәрендә “Аҡмулла вариҫы” республика сәсән-импровизаторҙар конкурсы, сәсәнлек сәнғәте һәм халыҡ һөнәр-кәсептәре буйынса оҫталыҡ кластары, “Күҙ теймәһен ҡулыңа!”, “Беләгеңә көс-ҡеүәт!” район күргәҙмәләре, ижади коллективтар, ҡобайыр әйтеүселәр (сәсәндәр), М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары һәм яҙыусыларҙың сығыштары, Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияһын тапшырыу тантанаһы – гала-концерт ҡаралған. Республика фольклор байрамы 9-10 декабрҙә Миәкә районында үтәсәк.