Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Телде һаҡлауҙың заманса алымы
Телде һаҡлауҙың заманса алымы
Көнөнә әллә нисәмә тел юҡҡа сыға, тип фаразлай ғалимдар. Шул уҡ ваҡытта уны ҡурсалау буйынса донъяның төрлө төбәгендә ҙур эш алып барыла.

Ниндәй генә ысул ҡулланмайҙар, ниндәй генә юл һайламайҙар ҡәҙерле төшөнсәне һаҡлап алып ҡалыу өсөн. Нисек кенә булмаһын, был юл-алымдарҙың заман шарттарынан ситтә йөрөүе отошһоҙҙор — тормош статистикаһы шуны һөйләй. Мәҫәлән, компьютер технологияларын, интернетты ҡулланмай тороп, башҡорт теленең данын арттырыуҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Виртуаль донъя аша аралашыу ҙа үҙе ни тора! Бындай алым тәү сиратта уҡыу йорттарында киң ҡулланылырға тейештер, минеңсә. Мәҫәлән, ул БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына күптән береккән, башҡорт филологияһы факультетының мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарған интернет-олимпиадаһы – ошоға асыҡ дәлил.
Телде һаҡлауҙың заманса алымыБашҡорт теле буйынса был интернет-олимпиаданың сираттағыһында ҡатнашыусылар географияһы бигерәк тә киңәйҙе һымаҡ. Быйыл унда Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларынан кеше күп булды: 42 мәктәптән йәмғеһе 483 уҡыусы. Атап әйткәндә, был балалар өй шарттарында компьютерҙа ултырып ҡына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә юғары балл йыйғандары (70 уҡыусы) күптән түгел II турға йыйылды. Унда инде балалар яҙма рәүештә һынау тотто. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар ебәрелһә, еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме – телебеҙҙе ҡурсалау йәһәтенән йәнә бер аҙым яһалды.
...Һүҙ ҙә юҡ, телгә алынған эштәр диңгеҙҙәге тамсылай ғына. Телебеҙ бөтмәһен өсөн күпме тырышырға кәрәк беҙгә: Интернеты ла, китап-әсбабы ла, балаларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу ҙа, шул уҡ ваҡытта рәхәтләнеп башҡортса гәзит-журнал уҡыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.


Автор: М. РӘМИЛЕВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә