Көнөнә әллә нисәмә тел юҡҡа сыға, тип фаразлай ғалимдар. Шул уҡ ваҡытта уны ҡурсалау буйынса донъяның төрлө төбәгендә ҙур эш алып барыла.
Ниндәй генә ысул ҡулланмайҙар, ниндәй генә юл һайламайҙар ҡәҙерле төшөнсәне һаҡлап алып ҡалыу өсөн. Нисек кенә булмаһын, был юл-алымдарҙың заман шарттарынан ситтә йөрөүе отошһоҙҙор — тормош статистикаһы шуны һөйләй. Мәҫәлән, компьютер технологияларын, интернетты ҡулланмай тороп, башҡорт теленең данын арттырыуҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Виртуаль донъя аша аралашыу ҙа үҙе ни тора! Бындай алым тәү сиратта уҡыу йорттарында киң ҡулланылырға тейештер, минеңсә. Мәҫәлән, ул БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына күптән береккән, башҡорт филологияһы факультетының мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарған интернет-олимпиадаһы – ошоға асыҡ дәлил.
Башҡорт теле буйынса был интернет-олимпиаданың сираттағыһында ҡатнашыусылар географияһы бигерәк тә киңәйҙе һымаҡ. Быйыл унда Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларынан кеше күп булды: 42 мәктәптән йәмғеһе 483 уҡыусы. Атап әйткәндә, был балалар өй шарттарында компьютерҙа ултырып ҡына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә юғары балл йыйғандары (70 уҡыусы) күптән түгел II турға йыйылды. Унда инде балалар яҙма рәүештә һынау тотто. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар ебәрелһә, еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме – телебеҙҙе ҡурсалау йәһәтенән йәнә бер аҙым яһалды.
...Һүҙ ҙә юҡ, телгә алынған эштәр диңгеҙҙәге тамсылай ғына. Телебеҙ бөтмәһен өсөн күпме тырышырға кәрәк беҙгә: Интернеты ла, китап-әсбабы ла, балаларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу ҙа, шул уҡ ваҡытта рәхәтләнеп башҡортса гәзит-журнал уҡыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.