Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйек!

Халыҡтар берҙәмлеге – республикабыҙҙың төп үҫеш нигеҙе.

“Өммәтебеҙ берҙәмлеге, башҡа халыҡтарға ҡарата ихтирамлы булыуы менән көслө”, – тигән мәғәнәлә һүҙ әйтер булған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Уның хәҙистәрендә бындай аҡылдар бихисап.

“Эй, әҙәм балалары! Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым”, – тиелә Ҡөрьәндә. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәлә үҙенең хикмәте ме­нән кешеләрҙе төрлө ҡәүемгә бүлгән. Телдәребеҙҙең төрлөлөгө – кеше­ләрҙең бер-береһе менән танышыуы, аралашыуы, шулай уҡ мәғри­фәт­те, фәнде үҫтереү, уңыш-ҡаҙа­ныштарҙы уртаҡлашыу, яҡшылыҡ таратыу өсөн.

Бөгөн донъяла булған һәр мил­ләт үҙен күтәрергә, ҡеүәтен артты­рырға тырыша. Был йәһәттән Ҡөрьән­дә ошолай аңлатыла: “Һеҙ­ҙең иң хөрмәтлегеҙ – Аллаһ Тәғә­ләнең ҡанундарын күберәк үтәгән милләт”. Беҙҙең республикала, әл-хәмдү лил-ләһ, һәр халыҡ вәкиленә динен, башҡа рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүгә, уларға таянып йәшәүгә ҙур мөмкинлек бирелә. Башҡорт­остандағы йөҙҙән ашыу милләт бер-береһе менән дуҫ-татыу ғүмер итә, Ватанын бергәләп үҫтереүгә күп көс һала.

Яуланған уңыштар менән ҡәнә­ғәт булып йәшәмәй республика хал­ҡы, ә гелән камиллыҡҡа, юғары­лыҡҡа ынтыла. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бит бер мөбәрәк хәҙисендә үҫештән туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Тимәк, алға барған һайын һәр яҡлап үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.

Төрлө халыҡ вәкилдәренең үҙ илен, ерен яратыу – уның бөгөн­гөһө һәм киләсәге өсөн өлөшөн индереүе ул. Әҙәм балаһы, Исламда айырыуса ир-ат, Ватанының һәр яҡлап ал­ға барыуына булыш­лыҡ итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта тарихты хөрмәт итеү зарур. Үткәндәрен бел­гән халыҡтың ғына киләсәге бар. Ошо хәҡиҡәткә таянып, респуб­ликабыҙ халҡы тарихына ла иғти­барлы. Изге төйә­гебеҙҙе һаҡлауға, уны үҫтереүгә өлөш индергән ҡаһармандары­быҙҙың, бөйөк шәхес­тәребеҙҙең яҡты рухына хыянат итмәй, бөгөнгө тормошобоҙҙоң, уңыштарыбыҙҙың, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, иманға ынтылып йәшәй улар.

Тимәк, иншаллаһ, тыуған Баш­ҡортостаныбыҙҙың киләсәге яҡты булыр. Йәштәребеҙ әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алыуын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡороуын, һау-сәлә­мәт, тәрбиәле балалар үҫтереүен дауам итер, илебеҙ тыныс булыр. Ватаныбыҙҙың именлеге, үҫеше – төрлө милләт вәкилдәренең ҡулға-ҡул тотоношоп бергә йәшәүендә, хеҙмәт итеүендә.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә