Халыҡтар берҙәмлеге – республикабыҙҙың төп үҫеш нигеҙе.“Өммәтебеҙ берҙәмлеге, башҡа халыҡтарға ҡарата ихтирамлы булыуы менән көслө”, – тигән мәғәнәлә һүҙ әйтер булған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Уның хәҙистәрендә бындай аҡылдар бихисап.
“Эй, әҙәм балалары! Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым”, – тиелә Ҡөрьәндә. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәлә үҙенең хикмәте менән кешеләрҙе төрлө ҡәүемгә бүлгән. Телдәребеҙҙең төрлөлөгө – кешеләрҙең бер-береһе менән танышыуы, аралашыуы, шулай уҡ мәғрифәтте, фәнде үҫтереү, уңыш-ҡаҙаныштарҙы уртаҡлашыу, яҡшылыҡ таратыу өсөн.
Бөгөн донъяла булған һәр милләт үҙен күтәрергә, ҡеүәтен арттырырға тырыша. Был йәһәттән Ҡөрьәндә ошолай аңлатыла: “Һеҙҙең иң хөрмәтлегеҙ – Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын күберәк үтәгән милләт”. Беҙҙең республикала, әл-хәмдү лил-ләһ, һәр халыҡ вәкиленә динен, башҡа рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүгә, уларға таянып йәшәүгә ҙур мөмкинлек бирелә. Башҡортостандағы йөҙҙән ашыу милләт бер-береһе менән дуҫ-татыу ғүмер итә, Ватанын бергәләп үҫтереүгә күп көс һала.
Яуланған уңыштар менән ҡәнәғәт булып йәшәмәй республика халҡы, ә гелән камиллыҡҡа, юғарылыҡҡа ынтыла. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бит бер мөбәрәк хәҙисендә үҫештән туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Тимәк, алға барған һайын һәр яҡлап үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.
Төрлө халыҡ вәкилдәренең үҙ илен, ерен яратыу – уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн өлөшөн индереүе ул. Әҙәм балаһы, Исламда айырыуса ир-ат, Ватанының һәр яҡлап алға барыуына булышлыҡ итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта тарихты хөрмәт итеү зарур. Үткәндәрен белгән халыҡтың ғына киләсәге бар. Ошо хәҡиҡәткә таянып, республикабыҙ халҡы тарихына ла иғтибарлы. Изге төйәгебеҙҙе һаҡлауға, уны үҫтереүгә өлөш индергән ҡаһармандарыбыҙҙың, бөйөк шәхестәребеҙҙең яҡты рухына хыянат итмәй, бөгөнгө тормошобоҙҙоң, уңыштарыбыҙҙың, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, иманға ынтылып йәшәй улар.
Тимәк, иншаллаһ, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге яҡты булыр. Йәштәребеҙ әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алыуын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡороуын, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтереүен дауам итер, илебеҙ тыныс булыр. Ватаныбыҙҙың именлеге, үҫеше – төрлө милләт вәкилдәренең ҡулға-ҡул тотоношоп бергә йәшәүендә, хеҙмәт итеүендә.