Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөфтөй_яуап_бирә: Һорай алмағас...
– Ауылыбыҙҙа мәсеткә күберәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Имам-хатип – урта йәштәрҙәге ир. Әлбиттә ки, уға ҡарата һис ниндәй ҡаршылығым юҡ, әммә бер һыҙаты хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Мәсеткә барғас, имамға һорау бирге, фекер алышҡы килә бит инде. Ә ул, бер-ике һүҙ әйтеп тә өлгөрмәйһең, әрләп ала ла китә. Ҡаршы әйтһәң иһә ҡыҙып-ҡыҙып талаша башлай. “Шуны ла белмәйһегеҙ!” – тип оялта. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙ, ҡатындар, йома намаҙынан һуң шып-шым ғына таралышыу яғын ҡарайбыҙ. Артабан нисек булыр?
Р.Ә.
Әлшәй районы.


Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Дини ғилем биреү – үҙе бер мәктәп. Ә әле халҡыбыҙҙың күп­се­леге беренсе класс уҡыусы­ларылай. Тимәк, уларға тәү тап­ҡыр уҡырға килгән балаларға ҡараған кеүек иғтибар бүлеү, хәстәрләү, ҡыҙыҡһындырыу, кү­ңелдәрен төшөрмәү, терәк-таяныс булыу, “етәкләп йөрөтөү” зарур. Хаҡ юлға баҫырға ынтылған ҡәрҙәштәребеҙҙең бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмау, “Ҡөрьән Кәрим”гә, Пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәренә таянып аңлатыу – дини остаздарҙың, имамдарҙың төп бурысы. Әгәр ҙә ки ошондай эш алып барылмай икән, “өйрән­сек”­тә­ре­беҙҙең бөтөнләй ситкә тайпылыуы ихтимал бит. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышып, Интернет селтәрен гиҙеүҙең ни ҡәҙәр хәүефле икәнен онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ундағы “иләктән үткәрелмәгән” бихисап мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен ҡайҙан белһен дини ғилемде яңы өйрәнә баш­лаған ҡәрҙәшебеҙ? Ә традицион булмаған ағымдар, мәғлүм ки, бындай “ҡорбан”дарҙы эләктереп алырға әҙер тора.
Шуға ла, йәмәғәт, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, хәстәрлекле булһаҡ ине. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Хаҡ юлға яҡынайған ҡәрҙәштәребеҙҙе һәр яҡлап ҡурсалайыҡ, яҡлайыҡ, ярҙам итәйек. Беренсе класс уҡыусыһына тота килеп алгебра фәнен өйрәтә башламайҙар бит, шуның шикелле дин ғилемен дә күңелгә “тамсылап” һалыу, ашыҡмау зарур. “Шуны ла белмәйһең!” тип ҡысҡырыуҙың иһә ҡанаттарҙы бөтөнләй һындырыуы бар: мәғлүм ки, белем биреүҙә бындай алым уңышҡа килтермәй, ундай “уҡытыусы”ның үҙенә һабаҡ бирәләр, һаман да төҙәлмәһә, эштә тотмайҙар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дин юлына күркәм вәғәз менән саҡырырға, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға ҡушҡан. Был йәһәттән айырыуса имам-хатиптарға ҙур бурыс йөкмәтелгән. Улар, өммәттең терәге булараҡ, һәр кем өсөн яуаплы. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ әйтмешләй, кеше мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән бергә ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарына яуап алырға, кәңәшләшергә бара бит. Тимәк, имам-хатипҡа күҙ төбәп, унан хаҡ һүҙ ишетеренә өмөтләнеп юллана. Халыҡтың ошо ышанысы, һис шикһеҙ, аҡланырға, диндар Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысын теүәл үтәргә тейеш.
Әлеге һорауҙа йәнә бер күренешкә иғтибарҙы йәлеп итмәү мөмкин түгел. Ҡәрҙәшебеҙ әйтеүенсә, мәсеткә тик ҡатын-ҡыҙ ғына йөрөй. Мәғлүм ки, йомалағы йәмәғәт намаҙы ирҙәр өсөн мотлаҡ һанала. Гүзәл зат вәкилдәренә иһә өйҙә уҡыу ҙа рөхсәт ителә. Был мәсеткә ир-аттың килмәүе имам-хатиптың эшен тейешенсә алып бармау һөҙөмтәһе тип уйларға урын бар. Ҡатын-ҡыҙға екереп, ир башы менән талашып ултырған кеше нисек башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә, уларға өлгө күрһәтә алһын һуң? Барыһы ла шәхси үрнәккә, ихласлыҡҡа, тырышлыҡҡа, намыҫҡа, ниәткә бәйле бит. Шул уҡ ваҡытта һәр эш киләсәкте күҙаллап башҡарылырға тейеш. Мәсеттән кешеләрҙе өркөтөп ултырһаҡ, йәш быуынды нисек тәрбиәләрбеҙ?
Аллаһ йортонда берәүҙең дә әрләшеп, ҡысҡырынып ултырырға хаҡы юҡ. Изге урындың ҡотон һаҡлап, фекер алышып, кәңәш бирешеп, дини ғилемде бергәләп өйрәнәйек, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, хәстәрләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр кемдең күңел бөтөнлөгө, аңлашып йәшәү – йәмғиәттең, өммәттең, илдең, донъяның именлеге нигеҙе. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 1

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә