Мөфтөй_яуап_бирә: Һорай алмағас...13.04.2018
– Ауылыбыҙҙа мәсеткә күберәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Имам-хатип – урта йәштәрҙәге ир. Әлбиттә ки, уға ҡарата һис ниндәй ҡаршылығым юҡ, әммә бер һыҙаты хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Мәсеткә барғас, имамға һорау бирге, фекер алышҡы килә бит инде. Ә ул, бер-ике һүҙ әйтеп тә өлгөрмәйһең, әрләп ала ла китә. Ҡаршы әйтһәң иһә ҡыҙып-ҡыҙып талаша башлай. “Шуны ла белмәйһегеҙ!” – тип оялта. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙ, ҡатындар, йома намаҙынан һуң шып-шым ғына таралышыу яғын ҡарайбыҙ. Артабан нисек булыр?
Р.Ә.
Әлшәй районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Дини ғилем биреү – үҙе бер мәктәп. Ә әле халҡыбыҙҙың күпселеге беренсе класс уҡыусыларылай. Тимәк, уларға тәү тапҡыр уҡырға килгән балаларға ҡараған кеүек иғтибар бүлеү, хәстәрләү, ҡыҙыҡһындырыу, күңелдәрен төшөрмәү, терәк-таяныс булыу, “етәкләп йөрөтөү” зарур. Хаҡ юлға баҫырға ынтылған ҡәрҙәштәребеҙҙең бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмау, “Ҡөрьән Кәрим”гә, Пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәренә таянып аңлатыу – дини остаздарҙың, имамдарҙың төп бурысы. Әгәр ҙә ки ошондай эш алып барылмай икән, “өйрәнсек”тәребеҙҙең бөтөнләй ситкә тайпылыуы ихтимал бит. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышып, Интернет селтәрен гиҙеүҙең ни ҡәҙәр хәүефле икәнен онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ундағы “иләктән үткәрелмәгән” бихисап мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен ҡайҙан белһен дини ғилемде яңы өйрәнә башлаған ҡәрҙәшебеҙ? Ә традицион булмаған ағымдар, мәғлүм ки, бындай “ҡорбан”дарҙы эләктереп алырға әҙер тора.
Шуға ла, йәмәғәт, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, хәстәрлекле булһаҡ ине. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Хаҡ юлға яҡынайған ҡәрҙәштәребеҙҙе һәр яҡлап ҡурсалайыҡ, яҡлайыҡ, ярҙам итәйек. Беренсе класс уҡыусыһына тота килеп алгебра фәнен өйрәтә башламайҙар бит, шуның шикелле дин ғилемен дә күңелгә “тамсылап” һалыу, ашыҡмау зарур. “Шуны ла белмәйһең!” тип ҡысҡырыуҙың иһә ҡанаттарҙы бөтөнләй һындырыуы бар: мәғлүм ки, белем биреүҙә бындай алым уңышҡа килтермәй, ундай “уҡытыусы”ның үҙенә һабаҡ бирәләр, һаман да төҙәлмәһә, эштә тотмайҙар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дин юлына күркәм вәғәз менән саҡырырға, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға ҡушҡан. Был йәһәттән айырыуса имам-хатиптарға ҙур бурыс йөкмәтелгән. Улар, өммәттең терәге булараҡ, һәр кем өсөн яуаплы. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙ әйтмешләй, кеше мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән бергә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алырға, кәңәшләшергә бара бит. Тимәк, имам-хатипҡа күҙ төбәп, унан хаҡ һүҙ ишетеренә өмөтләнеп юллана. Халыҡтың ошо ышанысы, һис шикһеҙ, аҡланырға, диндар Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурысын теүәл үтәргә тейеш.
Әлеге һорауҙа йәнә бер күренешкә иғтибарҙы йәлеп итмәү мөмкин түгел. Ҡәрҙәшебеҙ әйтеүенсә, мәсеткә тик ҡатын-ҡыҙ ғына йөрөй. Мәғлүм ки, йомалағы йәмәғәт намаҙы ирҙәр өсөн мотлаҡ һанала. Гүзәл зат вәкилдәренә иһә өйҙә уҡыу ҙа рөхсәт ителә. Был мәсеткә ир-аттың килмәүе имам-хатиптың эшен тейешенсә алып бармау һөҙөмтәһе тип уйларға урын бар. Ҡатын-ҡыҙға екереп, ир башы менән талашып ултырған кеше нисек башҡаларҙы үҙ артынан эйәртә, уларға өлгө күрһәтә алһын һуң? Барыһы ла шәхси үрнәккә, ихласлыҡҡа, тырышлыҡҡа, намыҫҡа, ниәткә бәйле бит. Шул уҡ ваҡытта һәр эш киләсәкте күҙаллап башҡарылырға тейеш. Мәсеттән кешеләрҙе өркөтөп ултырһаҡ, йәш быуынды нисек тәрбиәләрбеҙ?
Аллаһ йортонда берәүҙең дә әрләшеп, ҡысҡырынып ултырырға хаҡы юҡ. Изге урындың ҡотон һаҡлап, фекер алышып, кәңәш бирешеп, дини ғилемде бергәләп өйрәнәйек, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, хәстәрләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр кемдең күңел бөтөнлөгө, аңлашып йәшәү – йәмғиәттең, өммәттең, илдең, донъяның именлеге нигеҙе. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.