Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң...
Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң...Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң – әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң – әрәм булырһың, ти халыҡ. Йылдар-быуаттар менән һыналған аҡылда тәрән мәғәнә бар. Ошоға бәйле хатта ХIХ быуат урталарында яҙыу һәм мәғрифәт эше менән шөғөлләнгән башҡорт улы Ризаитдин Фәхретдинов яҙып ҡалдырған аманат-нәсихәттәрҙә лә тәрән хаҡлыҡ бар. Бөгөн дә авторҙың “Нәсихәттәр” хеҙмәтендә урын алған “Йәмғиәт ҡағиҙәһе” әҙәп ынйыларыбыҙҙы тулыландырған рухи йәдкәребеҙ булып ҡала.


lТәндең ағзалары бер-береһенә мохтаж булған кеүек, был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы ла тормош көтөү өсөн бер-береһенә мохтаждыр. Кешеләр бергә йәшәгәндә ихтыяждары эшләнер, хаҡтары үтәлер, нәҫелдәре сәләмәт ҡалыр. Бергә йәшәүҙең әҙәбе һәм шарттары, ҡағиҙә һәм ҡанундары бар, уларға иғтибарлы булырға кәрәк. Шуның өсөн бер-берегеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итегеҙ. Аралашҡанда инсафлы булығыҙ. Тәртип ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙ файҙағыҙға башҡалар­ҙы йәберләмәгеҙ. Эштә тота­наҡлы булығыҙ.
lБергә йыйылыуҙың маҡсаты – бер кеше эшләй алмағанды башҡарыу, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, Ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның өсөн бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, ошондай эштәргә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ. Әҙәм балаһы бер үҙе аҙ булһа, ҡарындаштары һәм дуҫтары менән күп була. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡара­ғанда юҡлығығыҙ артыҡтыр.
lШәриғәт бойорған өлөштәрҙе дин һәм милләт файҙаһы өсөн сарыф иткән кешеләр, гүйә, ахирәттә алыу шарты менән Йәнәби Аллаһҡа бурыс биргән кеүек булырҙар. Әгәр һеҙ ошоно иҫәпкә алып, малығыҙҙан өлөш сыҡҡан булһа, дин һәм милләт файҙаһына ҡулланығыҙ. Донъяла шөкөр һәм рәхмәт ишетерһегеҙ һәм ахирәттә тулыһынса, бәлки, артығы менән ҡайтарып алырһығыҙ.
lМосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолман­дарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡ­маҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйлә­мәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандар­ҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВТЫҢ “Нәсихәттәр” китабынан.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә