Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң – әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң – әрәм булырһың, ти халыҡ. Йылдар-быуаттар менән һыналған аҡылда тәрән мәғәнә бар. Ошоға бәйле хатта ХIХ быуат урталарында яҙыу һәм мәғрифәт эше менән шөғөлләнгән башҡорт улы Ризаитдин Фәхретдинов яҙып ҡалдырған аманат-нәсихәттәрҙә лә тәрән хаҡлыҡ бар. Бөгөн дә авторҙың “Нәсихәттәр” хеҙмәтендә урын алған “Йәмғиәт ҡағиҙәһе” әҙәп ынйыларыбыҙҙы тулыландырған рухи йәдкәребеҙ булып ҡала.lТәндең ағзалары бер-береһенә мохтаж булған кеүек, был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы ла тормош көтөү өсөн бер-береһенә мохтаждыр. Кешеләр бергә йәшәгәндә ихтыяждары эшләнер, хаҡтары үтәлер, нәҫелдәре сәләмәт ҡалыр. Бергә йәшәүҙең әҙәбе һәм шарттары, ҡағиҙә һәм ҡанундары бар, уларға иғтибарлы булырға кәрәк. Шуның өсөн бер-берегеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итегеҙ. Аралашҡанда инсафлы булығыҙ. Тәртип ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙ файҙағыҙға башҡаларҙы йәберләмәгеҙ. Эштә тотанаҡлы булығыҙ.
lБергә йыйылыуҙың маҡсаты – бер кеше эшләй алмағанды башҡарыу, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, Ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның өсөн бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, ошондай эштәргә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ. Әҙәм балаһы бер үҙе аҙ булһа, ҡарындаштары һәм дуҫтары менән күп була. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡарағанда юҡлығығыҙ артыҡтыр.
lШәриғәт бойорған өлөштәрҙе дин һәм милләт файҙаһы өсөн сарыф иткән кешеләр, гүйә, ахирәттә алыу шарты менән Йәнәби Аллаһҡа бурыс биргән кеүек булырҙар. Әгәр һеҙ ошоно иҫәпкә алып, малығыҙҙан өлөш сыҡҡан булһа, дин һәм милләт файҙаһына ҡулланығыҙ. Донъяла шөкөр һәм рәхмәт ишетерһегеҙ һәм ахирәттә тулыһынса, бәлки, артығы менән ҡайтарып алырһығыҙ.
lМосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВТЫҢ “Нәсихәттәр” китабынан.