Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хуш, хәйерле Рамаҙан!
Хуш, хәйерле Рамаҙан!“Аллаһтың әжер-сауаптарына өмөт бағлап, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кешенең бөтә гонаһтары ғәфү ителер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ураҙа кешене тәрбиә ҡыҫаһында тота, әҙәпкә өйрәтә”. Баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында Рамаҙан айының һуңғы көнөн оҙатыу кисәһе ошондай һүҙҙәр менән башланды.

– Ғүмеребеҙҙең матур миҙгелен үткәрҙек. Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең, ваҡыттың, ризыҡтың ҡә­ҙерен белергә өйрәндек, үлгән­дәрҙе иҫкә алдыҡ, сабырлыҡ һы­науын үттек, иманыбыҙҙы нығыт­тыҡ, күркәм әхлаҡ вә тәрбиә дә­рес­тәре алдыҡ. Атай-әсәйҙә­ре­беҙгә, олатай-өләсәйҙәребеҙгә, ба­ла-сағаларыбыҙға, күрше-кү­ләндәребеҙгә, яҡын ҡәрҙәш­тә­ре­беҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Тот­ҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, бир­гән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһә ине, иншаллаһ. Изге байрамыбыҙ һәр ғаиләгә шат­лыҡ һәм ҡыуаныстар алып килһен, – тине, байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Ураҙа тыныслыҡҡа, татыу­лыҡ­ҡа, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттә булырға әйҙәй. Исламдың биш те­рәгенең береһе ул. Ураҙа тотҡан­дар дөрөҫ йәшәү ҡанундарын өйрәнә.
Әйткәндәй, Рамаҙан айында дини саралар ойошторорға ярҙам итеү өсөн республикаға йыл һайын төрөк хафиздары килә. Быйыл да Башҡортостан мосолман­да­рының Диниә назараты Төркиәнән 20 ҡу­наҡты ҡаршы алды. Бер ай дауамында улар республика мәсет­тәрендә халыҡҡа иман таратты.
Әлеге сарала “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләрен уҡыу, концерт номер­ҙары, әхлаҡ, тәрбиә тураһындағы ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа халыҡтың күңеленә хуш килде. Кисә ифтар һәм аҡшам намаҙы менән тамамланды.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә