“Аллаһтың әжер-сауаптарына өмөт бағлап, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кешенең бөтә гонаһтары ғәфү ителер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ураҙа кешене тәрбиә ҡыҫаһында тота, әҙәпкә өйрәтә”. Баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында Рамаҙан айының һуңғы көнөн оҙатыу кисәһе ошондай һүҙҙәр менән башланды.– Ғүмеребеҙҙең матур миҙгелен үткәрҙек. Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең, ваҡыттың, ризыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәндек, үлгәндәрҙе иҫкә алдыҡ, сабырлыҡ һынауын үттек, иманыбыҙҙы нығыттыҡ, күркәм әхлаҡ вә тәрбиә дәрестәре алдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙгә, олатай-өләсәйҙәребеҙгә, бала-сағаларыбыҙға, күрше-күләндәребеҙгә, яҡын ҡәрҙәштәребеҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһә ине, иншаллаһ. Изге байрамыбыҙ һәр ғаиләгә шатлыҡ һәм ҡыуаныстар алып килһен, – тине, байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Ураҙа тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара күркәм мөнәсәбәттә булырға әйҙәй. Исламдың биш терәгенең береһе ул. Ураҙа тотҡандар дөрөҫ йәшәү ҡанундарын өйрәнә.
Әйткәндәй, Рамаҙан айында дини саралар ойошторорға ярҙам итеү өсөн республикаға йыл һайын төрөк хафиздары килә. Быйыл да Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты Төркиәнән 20 ҡунаҡты ҡаршы алды. Бер ай дауамында улар республика мәсеттәрендә халыҡҡа иман таратты.
Әлеге сарала “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләрен уҡыу, концерт номерҙары, әхлаҡ, тәрбиә тураһындағы ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа халыҡтың күңеленә хуш килде. Кисә ифтар һәм аҡшам намаҙы менән тамамланды.