Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ураҙала урылған – киләсәккә ҡеүәт
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан шәриф айы тыныс, матур үтеп бара. Иртәнән һуң, Аллаһ бирһә, Ураҙа ғәйетен ҡаршылайбыҙ. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла үҙемдең һәм Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты исеменән ихлас күңелдән ҡотлайым. Раббыбыҙ Рамаҙанда ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғалары­быҙҙы ҡабул ҡылып, рәхмәтен насип әйләһен, иншаллаһ!
Ураҙа айы – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мөьмин мосолмандар уның ҡанун-ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырышты, дөрөҫ йәшәүгә табан йәнә бер нисә аҙым яһаны, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнде. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән. Ошо аҡылдың асылына нығыраҡ төшөнөп, ураҙа тотҡан хөрмәтле ҡәрҙәштәребеҙ уйлап һөйләү зарурлығын тормош ҡануны итеп алғандыр. Ғөмүмән, мосолмандың иң күркәм сифаттары, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтмешләй, мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләү, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белеү. Телдең тормошта үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ.
Рамаҙан айы шулай уҡ ризыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Көн оҙоно ашамай-эсмәй йөрөгән ҡәрҙәш­тәребеҙ аслыҡ, һуғыш йылдарында көн күргәндәрҙең яҙмышын күҙ алдынан үткәреп, уларҙың кисерештәрен тойоп, йәлләгәндер, шулай уҡ әле мохтажлыҡта йәшәгәндәрҙең, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең эске зарын ишеткәндәй булып, йөрәге мәрхәмәт, шәфҡәт нурына ҡойонғандыр. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә. Ғөмүмән, изге ай бәрәкәтендә тормошобоҙ тағы ла яҡтырыр, арабыҙҙа күркәм сифатҡа эйә, бүтәндәргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы кешеләр күбәйер, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп йәшәрбеҙ, иншаллаһ!
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Бынан 11 быуат элек беҙҙең ата-бабалар үҙ ихтыяры менән Исламды ҡабул иткән. Ошо ваҡыт эсендә динебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә үтеп инеп, уларҙың үҫешенә ҙур өлөш керетте. Бөгөн мәҙәниәт, мәғрифәт, әҙәбиәт, сәнғәт тармаҡтарында ғына түгел, эшҡы­уарлыҡта, иҡтисадта ла Ислам ҡанундарына йылдан-йыл нығыраҡ иғтибар бүленә бара. Әйтәйек, йүнселлеккә тотонған ир-уҙамандарыбыҙ араһында дин юлына баҫҡандарҙың күбәйеүе – быға аныҡ дәлил. Ғөмүмән, Ислам – бөтөн яҡтан хаҡ юл күрһәтеүсе. Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаһы йәшәйештең барлыҡ һорауҙарына яуап таба ала.
Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ әкренләп асылына ҡайта, күңелдәрҙә дини, рухи-әхлаҡи тамырҙарға ихтирам арта. Ураҙа тотҡандарҙың йылдан-йыл күбәйеүе – быға аныҡ дәлил. Рамаҙанда алған күркәм тәрбиәне туҡтатмай дауам итергә яҙһын, иншаллаһ! Күгебеҙ тыныс, илебеҙ бай, халҡыбыҙ дуҫ-татыу, йәйҙәребеҙ бесәнле, көҙҙәребеҙ ашлыҡлы булһын, республикабыҙ һаман да алға барһын! Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын. Изгелек игеп, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Ураҙа байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә