Ураҙала урылған – киләсәккә ҡеүәт23.06.2017
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан шәриф айы тыныс, матур үтеп бара. Иртәнән һуң, Аллаһ бирһә, Ураҙа ғәйетен ҡаршылайбыҙ. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла үҙемдең һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты исеменән ихлас күңелдән ҡотлайым. Раббыбыҙ Рамаҙанда ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылып, рәхмәтен насип әйләһен, иншаллаһ!
Ураҙа айы – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мөьмин мосолмандар уның ҡанун-ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырышты, дөрөҫ йәшәүгә табан йәнә бер нисә аҙым яһаны, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнде. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән. Ошо аҡылдың асылына нығыраҡ төшөнөп, ураҙа тотҡан хөрмәтле ҡәрҙәштәребеҙ уйлап һөйләү зарурлығын тормош ҡануны итеп алғандыр. Ғөмүмән, мосолмандың иң күркәм сифаттары, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтмешләй, мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләү, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белеү. Телдең тормошта үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ.
Рамаҙан айы шулай уҡ ризыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Көн оҙоно ашамай-эсмәй йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ аслыҡ, һуғыш йылдарында көн күргәндәрҙең яҙмышын күҙ алдынан үткәреп, уларҙың кисерештәрен тойоп, йәлләгәндер, шулай уҡ әле мохтажлыҡта йәшәгәндәрҙең, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең эске зарын ишеткәндәй булып, йөрәге мәрхәмәт, шәфҡәт нурына ҡойонғандыр. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә. Ғөмүмән, изге ай бәрәкәтендә тормошобоҙ тағы ла яҡтырыр, арабыҙҙа күркәм сифатҡа эйә, бүтәндәргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы кешеләр күбәйер, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп йәшәрбеҙ, иншаллаһ!
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Бынан 11 быуат элек беҙҙең ата-бабалар үҙ ихтыяры менән Исламды ҡабул иткән. Ошо ваҡыт эсендә динебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәләренә лә үтеп инеп, уларҙың үҫешенә ҙур өлөш керетте. Бөгөн мәҙәниәт, мәғрифәт, әҙәбиәт, сәнғәт тармаҡтарында ғына түгел, эшҡыуарлыҡта, иҡтисадта ла Ислам ҡанундарына йылдан-йыл нығыраҡ иғтибар бүленә бара. Әйтәйек, йүнселлеккә тотонған ир-уҙамандарыбыҙ араһында дин юлына баҫҡандарҙың күбәйеүе – быға аныҡ дәлил. Ғөмүмән, Ислам – бөтөн яҡтан хаҡ юл күрһәтеүсе. Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаһы йәшәйештең барлыҡ һорауҙарына яуап таба ала.
Әл-хәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ әкренләп асылына ҡайта, күңелдәрҙә дини, рухи-әхлаҡи тамырҙарға ихтирам арта. Ураҙа тотҡандарҙың йылдан-йыл күбәйеүе – быға аныҡ дәлил. Рамаҙанда алған күркәм тәрбиәне туҡтатмай дауам итергә яҙһын, иншаллаһ! Күгебеҙ тыныс, илебеҙ бай, халҡыбыҙ дуҫ-татыу, йәйҙәребеҙ бесәнле, көҙҙәребеҙ ашлыҡлы булһын, республикабыҙ һаман да алға барһын! Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙабыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын. Изгелек игеп, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Ураҙа байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.