Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡтылыҡҡа сорнар төн
Яҡтылыҡҡа сорнар төнИзге Рамаҙан шәриф айы үтеп тә бара. Был осорҙа һәр мосолман зарури ғәмәл-ғибәҙәттәре менән Аллаһ Тәғәләнең әжер-сауабына өлгәшеп ҡалырға ынтылыр.
Мәғлүм ки, Рамаҙандың һуңғы ун көнө айырыуса әһәмиәтле. Шул аралағы таҡ һанлы кистәрҙең бе­реһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө була. Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел. Ни өсөн тигәндә, Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы ун төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған.
Раббыбыҙҙың Ҡәҙер кисенең тәғәйен ваҡытын сер итеп ҡал­дырыуында ҙур хикмәт ята. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был төндөң ҡасан икәнен белһә, башҡаларын иғти­барһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Ул бик яҡты була. Ай менән йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел ләззәт бирә. Әҙәм балаһы күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә. Йөрәгендә иман нуры арта, уҡыған намаҙҙарынан илаһи рәхәтлек ала.
Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уның индерелеү тарихы былай: бер саҡ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһ Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Йә, Рәсүлуллаһ, беҙҙең ғүмер улай уҡ оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алыр­быҙмы?” – тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөрьән”дә Ҡә­ҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһ Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.
“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәл­дә ниндәй доға ҡыла­йым?” – тип һораған Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләмдән ҡа­тыны Ғәйшә. Пәйғәм­бә­ре­беҙ уға “Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға әйткән.
Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала. Ошондай мөһим төндөң ҡәҙерен белергә, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға кәрәк. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыласаҡ. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшкән төндөң бөйөклөгөнә ихлас ышанған, гонаһтарының кисерелеүенә өмөт иткән кеше был ваҡытты йоҡлап уҙғармаҫ.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә