Изге Рамаҙан шәриф айы үтеп тә бара. Был осорҙа һәр мосолман зарури ғәмәл-ғибәҙәттәре менән Аллаһ Тәғәләнең әжер-сауабына өлгәшеп ҡалырға ынтылыр.Мәғлүм ки, Рамаҙандың һуңғы ун көнө айырыуса әһәмиәтле. Шул аралағы таҡ һанлы кистәрҙең береһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө була. Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел. Ни өсөн тигәндә, Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы ун төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған.
Раббыбыҙҙың Ҡәҙер кисенең тәғәйен ваҡытын сер итеп ҡалдырыуында ҙур хикмәт ята. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был төндөң ҡасан икәнен белһә, башҡаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Ул бик яҡты була. Ай менән йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел ләззәт бирә. Әҙәм балаһы күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә. Йөрәгендә иман нуры арта, уҡыған намаҙҙарынан илаһи рәхәтлек ала.
Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уның индерелеү тарихы былай: бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһ Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Йә, Рәсүлуллаһ, беҙҙең ғүмер улай уҡ оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алырбыҙмы?” – тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөрьән”дә Ҡәҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһ Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.
“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға “Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға әйткән.
Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала. Ошондай мөһим төндөң ҡәҙерен белергә, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға кәрәк. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыласаҡ. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшкән төндөң бөйөклөгөнә ихлас ышанған, гонаһтарының кисерелеүенә өмөт иткән кеше был ваҡытты йоҡлап уҙғармаҫ.