Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күршеңдең тупһаһын йыуып өлгөр!
Күршеңдең тупһаһын йыуып өлгөр! “Кемделер дөрөҫ юлға әйҙәр өсөн донъя яңғыратҡан лозунгтар күтәреп митингтар ойоштороу түгел, ә һепертке, сепрәк алып уның өйөн йыйыштырыу, йә, мәҫәлән, үҙеңдең тупһаңды йыуғандан һуң уныҡын да таҙалап ҡуйыу – изге ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн күркәм аҙымдарҙың береһе булыр” тигән яҙма тәрән мәғәнәгә эйә.
Таҙалыҡ – имандың яр­тыһы. Йәшә­йештәрен дин ҡанундарына ярашлы ҡорған һәр әҙәм балаһына күңелен дә, уйҙарын да, йортон да, кейем-әҙәбен дә саф тотоу зарур. Был гүзәл сифаттар Ер йөҙөндәге барса халыҡ­тарҙың татыу, тыныс ғүмер итеүенә, төплө камиллашыуына ыңғай сәбәп кенә булыр.
Башҡортостан мо­солман­дарының Ди­ниә назара­тын­дағы Йәштәр бүлеге Урыҫ Православие сиркәүенең Өфө епархияһы менән бер­лектә ойошторған өмә алда әйтелгәндәрҙе көнкүрештә ҡулланыуҙы асыҡ сағыл­дыра.
Күршеңдең тупһаһын йыуып өлгөр!Оҙайлы ҡыш осоронда ҡарҙа йыйыл­ған сүп-сарҙы, кипкән япраҡтарҙы йыйыу баш ҡаланың “Ихлас” мәсете билә­мәһендә башҡарылды. Унда төрлө конфессия вә­килдәре, башлыса йәш бы­уын вәкилдәре ҡатнашты. Ял көнө тип тормай, изге маҡсат менән мәсеттең тирә-яғын таҙаларға килгән һәр кем оло сауапҡа ғына түгел, иң мө­һиме, йән тыныс­лығына, кү­ңел йылыһына өлгәш­те. Өмә­нең һуңында, йола буйынса, барлыҡ уң­ғандар ҙа сәй табынына йыйылды, үҙен­сәлекле, ҡы­ҙыҡ­лы әң­гә­мә ҡорҙо, танышты, аралашты.
Сараны ойоштороу­сылар­ҙың береһе Тимур Вәлитов әйтеүенсә, бындай кү­ренеш ҙур социаль әһәмиәткә эйә, һәм улар кешеләр араһында үҙ-ара йылы мөнә­сә­бәт, хеҙ­мәттәшлек булдырыуға йо­ғонто яһай. Был йәһәттән план­лаш­тырылған башҡа бай­таҡ саралар республика Баш­лығы ҡарамағындағы Дәү­ләт-дин мөнә­сәбәттәре буйынса со­веттың “Диндәр аралашыуы һәм мил­ләттәр берҙәмлеге – йәмғиәттәге ил­һөйәрлек нигеҙе” проек­тының бер өлөшө булараҡ үткәрелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә