Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Киләһе йылда йүнселдәрҙе нимә көтә?
Яңы йылда Рәсәй эшҡыуарҙарын байтаҡ яңылыҡтар көтә. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә улар ыңғай йоғонто яһармы, әллә киреһенсә булырмы – уныһын ваҡыт ҡына күрһәтер.

Тәмәке менән һыраны киосктан эҙләмә...

Киосктарҙа һыра һәм тәмәке менән сауҙа итеүҙе тыйыу, Пенсия фондына иғәнәләрҙең артыуы, эш хаҡын карталарға күсереү – яңылыҡтарҙың бер нисәүһе генә. Ғөмүмән, был өлкәлә ҡабул ителгән закондар депутаттарҙың был йүнәлештә эшмәкәрлегенең көндән-көн әүҙемләшеүен генә раҫлай. Әҙерләнгән закон проекттары иһә тағы ла әһәмиәтлерәк булмаҡсы. Улар ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа туранан-тура ҡағыла, ләкин һөҙөмтәһе нисек булыр – һуңынан беләсәкбеҙ.
Мәҫәлән, киләһе йылдан алкоголле эсемлектәргә булған сикләү һыраға ла ҡағыласаҡ. Хәҙер улар менән һатыу итеү киоск менән ларектарҙа, сауҙа павильондарында бөтөнләй тыйыласаҡ. Әлбиттә, закондан бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡына түгел, һыра етештереүсе компаниялар ҙа зыян күрәсәк. Ә ҙур сауҙа нөктәләренә бындай тауар менән һатыу итеү иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-гә тиклем генә рөхсәт ителә.
Шулай уҡ тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса закон проекты ла киоск менән ларектарҙа уны һатыуҙы ҡәтғи тыя. Әйткәндәй, ошондай бәләкәй сауҙа нөктәләренә табыштың 80 процентын тап һыра менән тәмәке килтерә, тип иҫәпләй белгестәр. Улар фекеренсә, бындай аҙымдың бөтөн ил буйынса 60 меңдән ашыу сауҙа нөктәһенең ябылыуына килтереүе, ә 200 меңдән ашыу кешене эшһеҙ ҡалдырыуы ихтимал. Ғәмәлдә "Форбс" журналы тап ошоно фаразлай. Әммә яңылыҡтың яҡшы яҡтары ла юҡ түгел: һыра һәм тәмәкенән ағыуланыусылар һаны, һис шикһеҙ, кәмер тигән өмөттәбеҙ.

Һалым урынына – патент

Киләһе йылдан эшҡыуарҙар һалымды патент нигеҙендә лә түләй аласаҡ. Был, һис шикһеҙ, йүнселдәргә арыу ғына еңеллек килтерәсәк. Яңы система ябай һәм еңел: эшҡыуар һалымды патент өсөн бер тапҡыр ғына түләйәсәк (уның күләме төбәккә һәм эшмәкәрлеккә бәйле), шул сәбәпле башҡа һалымдарҙан (физик шәхестәрҙең килеменә, мөлкәткә һәм өҫтәмә хаҡҡа һалынғанынан) азат ителәсәк.
Хәҙер патент системаһы буйынса байтаҡ өлкәлә эш алып барырға була. Мәҫәлән, яңылыҡ химик таҙартыу һәм кер йыуыу предприятиеларына, ҡуртымға биреү, экскурсия буйынса хеҙмәттәргә, сауҙаның ҡайһы бер тармаҡтарына ҡағыла.
Шулай уҡ ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса эшләгән йүнселдәргә лә ташламалар ҡаралған: бюджетҡа ҡарамаған дәүләт фондтарына түләүҙәр, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар, хеҙмәткәрҙәрҙе ирекле страховкалау буйынса килешеүҙәр һәм башҡа иғәнәләргә ярашлы һалым күләмен кәметеү рөхсәт ителә.

Бөҙрәханаға – шәхси бина

Ҡануниәт бәләкәй бизнесҡа ике йылдан ашыу ҡуртымға алынып ҡулланылған биналарҙы һатып алыу буйынса өҫтөнлөклө хоҡуҡ биргәйне. Закон ғәмәлгә ингәндән һуң (өс йыл эсендә), бөтөн Рәсәйҙә 26 меңдән ашыу эшҡыуар үҙе эш алып барған бинаның хужаһына әйләнде.
Хәҙер Иҡтисади үҫеш министрлығы был законға төҙәтмәләр әҙерләгән: улар, һис шикһеҙ, эшҡыуарға бинаны һатып алыуҙы еңеләйтергә тейеш. Мәҫәлән, майҙан буйынса сикләүҙәр бөтөрөлөр, түләүҙе өс йылға кисектереү мөмкинлеге бирелер, уның беренсе өлөшөн (авансты) ҙур суммала талап итеү тыйылыр тип күҙаллана. Был закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан быйыл көҙ ҡаралырға тейеш ине, әммә ниңәлер туҡталып ҡалды. Төҙәтмәләр, моғайын, 2013 йылда булһа ла ҡабул ителер.

Эшҡыуарҙың йөгө артасаҡ

Йүнселдәрҙең кәйефен төшөрөрлөк яңылыҡтар ҙа юҡ түгел. Киләһе йылдан шәхси эшҡыуарҙарҙың Пенсия фондына иғәнәһе арта. Яңы законға ярашлы, страховкалау взносы күләме икеләтә үҫеп китәсәк: "Форбс" журналы хәбәр итеүенсә, йүнселдәр хәҙерге 17 208,25 һум урынына 35 664,66 һум индерергә тейешле. Был Пенсия фондына түләүҙәрҙең артыуына һәм минималь эш хаҡының яңы күләменә (5 205 һум) бәйле, тип аңлата чиновниктар. Рәсәйҙә дүрт миллиондан ашыу шәхси эшҡыуар барлығын иҫәпкә алғанда, был башланғыс уларға 70 миллиард һумға төшәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтөн шәхси эшҡыуарҙар страховкалау иғәнәләрен 31 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса ҡапларға тейеш. Әле йүнселдәрҙең яҡынса 90 проценты үҙ бурысын үтәгән: улар Пенсия фондына миллиард һумдан ашыу аҡса күсергән. Баҡтиһәң, был үткән йылдың күрһәткесенән 17,5 процентҡа күберәк.

P.S. Надежный производитель перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә