Яңы йылда Рәсәй эшҡыуарҙарын байтаҡ яңылыҡтар көтә. Йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә улар ыңғай йоғонто яһармы, әллә киреһенсә булырмы – уныһын ваҡыт ҡына күрһәтер.
Тәмәке менән һыраны киосктан эҙләмә...Киосктарҙа һыра һәм тәмәке менән сауҙа итеүҙе тыйыу, Пенсия фондына иғәнәләрҙең артыуы, эш хаҡын карталарға күсереү – яңылыҡтарҙың бер нисәүһе генә. Ғөмүмән, был өлкәлә ҡабул ителгән закондар депутаттарҙың был йүнәлештә эшмәкәрлегенең көндән-көн әүҙемләшеүен генә раҫлай. Әҙерләнгән закон проекттары иһә тағы ла әһәмиәтлерәк булмаҡсы. Улар ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа туранан-тура ҡағыла, ләкин һөҙөмтәһе нисек булыр – һуңынан беләсәкбеҙ.
Мәҫәлән, киләһе йылдан алкоголле эсемлектәргә булған сикләү һыраға ла ҡағыласаҡ. Хәҙер улар менән һатыу итеү киоск менән ларектарҙа, сауҙа павильондарында бөтөнләй тыйыласаҡ. Әлбиттә, закондан бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡына түгел, һыра етештереүсе компаниялар ҙа зыян күрәсәк. Ә ҙур сауҙа нөктәләренә бындай тауар менән һатыу итеү иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-гә тиклем генә рөхсәт ителә.
Шулай уҡ тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса закон проекты ла киоск менән ларектарҙа уны һатыуҙы ҡәтғи тыя. Әйткәндәй, ошондай бәләкәй сауҙа нөктәләренә табыштың 80 процентын тап һыра менән тәмәке килтерә, тип иҫәпләй белгестәр. Улар фекеренсә, бындай аҙымдың бөтөн ил буйынса 60 меңдән ашыу сауҙа нөктәһенең ябылыуына килтереүе, ә 200 меңдән ашыу кешене эшһеҙ ҡалдырыуы ихтимал. Ғәмәлдә "Форбс" журналы тап ошоно фаразлай. Әммә яңылыҡтың яҡшы яҡтары ла юҡ түгел: һыра һәм тәмәкенән ағыуланыусылар һаны, һис шикһеҙ, кәмер тигән өмөттәбеҙ.
Һалым урынына – патентКиләһе йылдан эшҡыуарҙар һалымды патент нигеҙендә лә түләй аласаҡ. Был, һис шикһеҙ, йүнселдәргә арыу ғына еңеллек килтерәсәк. Яңы система ябай һәм еңел: эшҡыуар һалымды патент өсөн бер тапҡыр ғына түләйәсәк (уның күләме төбәккә һәм эшмәкәрлеккә бәйле), шул сәбәпле башҡа һалымдарҙан (физик шәхестәрҙең килеменә, мөлкәткә һәм өҫтәмә хаҡҡа һалынғанынан) азат ителәсәк.
Хәҙер патент системаһы буйынса байтаҡ өлкәлә эш алып барырға була. Мәҫәлән, яңылыҡ химик таҙартыу һәм кер йыуыу предприятиеларына, ҡуртымға биреү, экскурсия буйынса хеҙмәттәргә, сауҙаның ҡайһы бер тармаҡтарына ҡағыла.
Шулай уҡ ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса эшләгән йүнселдәргә лә ташламалар ҡаралған: бюджетҡа ҡарамаған дәүләт фондтарына түләүҙәр, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар, хеҙмәткәрҙәрҙе ирекле страховкалау буйынса килешеүҙәр һәм башҡа иғәнәләргә ярашлы һалым күләмен кәметеү рөхсәт ителә.
Бөҙрәханаға – шәхси бинаҠануниәт бәләкәй бизнесҡа ике йылдан ашыу ҡуртымға алынып ҡулланылған биналарҙы һатып алыу буйынса өҫтөнлөклө хоҡуҡ биргәйне. Закон ғәмәлгә ингәндән һуң (өс йыл эсендә), бөтөн Рәсәйҙә 26 меңдән ашыу эшҡыуар үҙе эш алып барған бинаның хужаһына әйләнде.
Хәҙер Иҡтисади үҫеш министрлығы был законға төҙәтмәләр әҙерләгән: улар, һис шикһеҙ, эшҡыуарға бинаны һатып алыуҙы еңеләйтергә тейеш. Мәҫәлән, майҙан буйынса сикләүҙәр бөтөрөлөр, түләүҙе өс йылға кисектереү мөмкинлеге бирелер, уның беренсе өлөшөн (авансты) ҙур суммала талап итеү тыйылыр тип күҙаллана. Был закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан быйыл көҙ ҡаралырға тейеш ине, әммә ниңәлер туҡталып ҡалды. Төҙәтмәләр, моғайын, 2013 йылда булһа ла ҡабул ителер.
Эшҡыуарҙың йөгө артасаҡ Йүнселдәрҙең кәйефен төшөрөрлөк яңылыҡтар ҙа юҡ түгел. Киләһе йылдан шәхси эшҡыуарҙарҙың Пенсия фондына иғәнәһе арта. Яңы законға ярашлы, страховкалау взносы күләме икеләтә үҫеп китәсәк: "Форбс" журналы хәбәр итеүенсә, йүнселдәр хәҙерге 17 208,25 һум урынына 35 664,66 һум индерергә тейешле. Был Пенсия фондына түләүҙәрҙең артыуына һәм минималь эш хаҡының яңы күләменә (5 205 һум) бәйле, тип аңлата чиновниктар. Рәсәйҙә дүрт миллиондан ашыу шәхси эшҡыуар барлығын иҫәпкә алғанда, был башланғыс уларға 70 миллиард һумға төшәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтөн шәхси эшҡыуарҙар страховкалау иғәнәләрен 31 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса ҡапларға тейеш. Әле йүнселдәрҙең яҡынса 90 проценты үҙ бурысын үтәгән: улар Пенсия фондына миллиард һумдан ашыу аҡса күсергән. Баҡтиһәң, был үткән йылдың күрһәткесенән 17,5 процентҡа күберәк.
P.S. Надежный
производитель перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!