Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулында
Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулындаБыйыл Ауырғазы районының Үтәймулла мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау яңғырамаған, сөнки IХ класта уҡыусылар булмаған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тыуымдың кәмеү һөҙөмтәһе был. "Тора-бара боронғо башҡорт ауылы мәктәбенә йөрөрлөк уҡыусылар бөтөнләй ҡалмаҫмы икән?!" тигән борсоулы уй беҙҙе шул тарафтарға илтте.
— Мәктәптә балалар һанының кәмеүе — ваҡытлыса күренеш. Уҡыусылар бөтөр тип ҡурҡырға ярамай, — тип беҙҙе тынысландырырға ашыҡты Нуғаҙаҡ ауыл Советы рәйесе Рәфис Баязитов. — Бында 350-нән ашыу кеше йәшәй, туғыҙ йыллыҡ белем усағы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, балалар баҡсаһы уңышлы эшләй. Йылдан-йыл яңы эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүе Үтәймулланың киләсәген тағы ла өмөтлөрәк итә.

Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулындаКомбайнда йоҡлап үҫкән

Утынын ҡайҙан алырмын, нисек таҡта ярҙырырмын, тип уйланмай үтәймуллалар. Бындай йомош менән туп-тура Хәбир Ильясовҡа баралар. Хужалыҡ тарҡалғандан һуң элекке колхозсы эшлектән сыҡҡан таҡта бысҡысты һатып алып ремонтлай ҙа цех аса. Иҫке генә ҡоролма үҙенекенән тыш тағы ике ғаиләне туйындыра башлай.
Ауылдаштары мәктәптә уҡыған сағында уҡ уның егәрле, йүнсел ир-егет булып үҫерен сырамытҡан. Атаһы — алдынғы комбайнсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғәлимйән Ильясовҡа эйәреп, үҫмер сағында уҡ штурвалға ултыра. Комбайнда йоҡлап үҫте, тиҙәр Хәбир Ғәлимйән улы тураһында. Көндәр буйы баҫыуҙан ҡайтмай эшләү уны бер ҙә ауылдан, ерҙән биҙҙермәй, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ тыуған тупрағына бәйләй.
Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Үтәймулланан ситтә йәшәй алмаҫын аңлай.
— Бер ай элек яңы таҡта бысҡыс һатып алып, Заһир ағайым менән уны күсереп йөрөтмәле итеп эшләнек, — тип һөйөнөсөн уртаҡлашты эшҡыуар. — Хәҙер сит ауылдарға сығып эшләргә мөмкин.

Күсмә бысҡысҡа хужа 300 мең һум самаһы аҡса сарыф иткән. Әгәр әҙерен һатып алһа, бер нисә тапҡырға ҡыйбатыраҡ булыр ине. Быныһын инде башҡа эшҡыуарҙарға уйланыр өсөн мәғлүмәт булһын тип тәфсирләйбеҙ.
Хәбир Ғәлимйән улы һәм уның ярҙамсылары Илдус Моратов менән Сабирйән Саттаров эште бер юлы ике ҡоролмала алып бара, тирә-яҡтан килгән заказдарҙы мәлендә үтәргә тырышалар. Таң һыҙыла башлағандан алып күҙ бәйләнгәнгә тиклем был тирәлә бер минутҡа ла мотор тауышы тынмай. Эшҡыуарҙың ихатаһында ла тормош ҡайнай: ҡырҡлаған умартаһында нәҙекәйбилдәр гөж килеп кәрәҙ ҡоя. Йәй бал ҡорттарын ҡарар өсөн бер умартасыны эшкә алған.
"Хәбир нисек барыһына өлгөрәлер? Төнөн йоҡламайҙыр ул!" — тип һоҡлана үтәймуллалар.
— Барлыҡ тырышлыҡ — балаларым хаҡына. Уларҙы уҡытырға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, — тип аңлата хужа ал-ял белмәй эшләүенең сәбәбен.
Башҡорт дәүләт университетында радиофизика һәм электроника серҙәренә төшөнөүсе Ильяс менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан мәҙәниәт техникумында уҡыусы Диана ла атай йорто, ауыл тип өҙөлөп тора.

Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулындаБайлыҡ — аяҡ аҫтында

Үтәймуллаға килеү менән урамда машиналарҙың күп осрауына иғтибар иттек. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәммәһе фәҡәт бер яҡҡа ғына юл тотҡайны. Баҡтиһәң, Зәһинә менән Рафаэль Ибраһимовтарҙың еләкле баҡсаһы тирә-яҡтағы халыҡты үҙенә тарта икән.
— Ҡыйыуыраҡ атлағыҙ. Еләк бит ул тапала тора, артынса бешә тора, — тип ҡунаҡтарҙы дәртләндерә хужабикә, балаҫтай йәйелгән еләклеккә әйҙәп.
Сит илдәге ҡәһеүә плантацияларын хәтерләткән ҡыуаҡлыҡтар араһынан берәүҙәр ҡарағат, ҡурай еләге менән тулы биҙрәләр тотоп килеп сыға, икенселәр буш күнәктәр менән инеп юғала.
Гөрләп торған ҡараулы баҡса өс йыл элек ташландыҡ хәлдә булған, ҡый үләненә күмелеп ултырған тип уйламаҫһың да.
— Элек колхоз эшләгән саҡта хужалыҡ рәйесе, хәҙер районыбыҙ хакимиәте башлығы Марат Ишемғолов емеш-еләк үҫтерергә тәҡдим иткәс, беҙҙең һигеҙ-туғыҙ кешелек бригада 1994 йылда киң яланда баҡса барлыҡҡа килтерҙе, — ти агроном Рафаэль Имаметдин улы менән баҡсасылыҡ эшен энәһенән-ебенә ҡәҙәр белеүсе Зәһинә Мостафа ҡыҙы. — Йылдар үтеү менән хужалыҡ етәкселәре үҙгәрә торҙо, баҡсаға иғтибар кәмене. 2007 йылда беҙҙе эштән ебәрҙеләр.
Ҡараусыһыҙ ҡалған баҡса ике-өс йылда йәмен юғалта. Дәртле, көслө саҡта барлыҡ тырышлыҡ һалынған эштең ошолай күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреп, кем сыҙаһын! 2010 йылда Ибраһимовтар ғаиләһе шәхси эшҡыуар булып теркәлә, һәм баҡса ҡабаттан хәстәрлекле, егәрле ҡулдарға күсә.
Эште трактор һатып алыуҙан башлағандар. Дәүләт ярҙамынан файҙаланып, 670 мең һумлыҡ техниканы ярты хаҡына алғандар. Уны өлкән улдары Илшатҡа тапшырғандар. Трактор булғас, тағы ла 60 гектар ерҙә бесән үҫтерергә тотонғандар.
Ике-өс ай ғына уңышы менән ҡыуандырған баҡса апрель башынан алып октябрь аҙағынаса иғтибар талап итә. Илшат трактор менән ҡыуаҡлыҡтарҙы аралаһа, ошонда эшле булған Руза Тажиева менән Рәмилә Ишморатова Зәһинә Мостафа ҡыҙына баҡса еләген тәрбиәләшә. Рафаэль Имаметдин улының әйтеүенсә, еләктәрҙең килограмын 80 һумдан һатҡанда, баҡса бер йәйҙә 500 мең һумлыҡ табыш килтерә.
Беҙ барғанда Ауырғазы районы үҙәге — Талбазы ауылынан Лилиә Яҡупова улы менән ике ҙур биҙрә баҡса еләге йыйып, ҡайтырға йыйына ине.
— Бер сәғәттә 20 килограмм йыйҙыҡ. Үҙ ҡулдарың менән өҙгән еләк тәмлерәк була. Әҙерен алам тиһәң, баҙарҙа килограмын 250-300 һумға һаталар, — тип һөйөндө ул.
Үтәймуллалар әйтеүенсә, Ибраһимовтар баҡсаға яңы һулыш өргәс, ауыл да йәмләнеп киткән.

Еҙ ҡыңғырау — йүнселдәр ҡулындаҮҙ яғына ҡайтҡан

17 йыл Себерҙә эшләп йөрөгән Фәнүр Ибраһимов былтыр ялға ҡайтҡанында ҡабат ауылынан китмәҫкә ҡарар итә. Күңелендә оҙаҡ йылдар йөрөткән ниәтенең мөҙҙәте еткән булған, күрәһең. Кисәге электромонтер бер көн килеп крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә.
Күптән бушап ҡалған колхоз фермаһының бер өлөшөнә былтыр Фәнүр Ибраһимовтың 86 баш һыйыр малы инеп тула. Бер йылда 36 бөйрәкәй быҙаулаған, тағы 40 баш һауын һыйыр менән 60-лаған тана, 30-ға яҡын һарыҡ, һигеҙ ат һатып алынған. Ғөмүмән, хәҙер хужалыҡ гөрләп тора.
— Техника менән малды үҙ аҡсама алдым, субсидия юлларға ваҡыт етмәй, — ти хужа. — Бигерәк тә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләй торған ҡыҫҡа мәлдең һәр көнө ҡәҙерле.
Фермер 20 гектар ергә судан үләне сәскән, шуны сабып, аҙбарға ташый. Был ғына мал аҙығының етмәҫен аңлап, ҡалғанын кемдәндер алыш-биреш итеп алырға самалай. Саҡ ҡына һәлкәүләнһәң, сыҙап торғоһоҙ эҫелә һауылған һөттөң дә әсеп ҡуйыуы бар. Уныһы ла аҙ түгел — көнөнә 350-360 литр тапшыралар.
Хужалыҡ эшен алып барыу нисек кенә ауыр булмаһын, Фәнүр Хәмиҙулла улының зарланырға иҫәбе юҡ. 11 кеше, ышаныс белдереп, өмөт бағлап, уға эшкә килгән икән, тимәк, алға барырға кәрәк.
— Ҡатыным ярҙамлашмаһа, яңғыҙыма ауыр булыр ине. Йылы һүҙе менән ҡеүәтләп тора, кәрәк саҡта килеп һыйыр һауырға, мал ҡарашырға ла ҡыйынһынмай. Барыһын да уртаҡ көс менән башланыҡ, — ти фермер.
Гүзәл менән Фәнүр Ибраһимовтар өс балаға ғүмер биргән. Оло улдары Нур быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, уртансылары Риф нефть колледжында уҡый, кинйәләре Илнара йәш ярымлыҡ ҡына.
Бер нисә йылға тынып ҡалған фермаға йән индергән Фәнүр Ибраһимовтан тыш, Үтәймулланан йәнә бер уҙаман — Фәрүәт Мөхәмәтов та малсылыҡты үҫтерергә ынтыла. Ул тоҡомло башҡорт аттарын үрсетә. Ниәте — ҡымыҙ етештереү, яңы эш урындары булдырыу.

Үтәймуллалар дөрөҫ юлда

Һуңғы 20 йылда ауыл хужалығының бөлгөнлөккә төшөүе, тармаҡтың иҡтисади хәле насарайыуы ауылдың социаль мөмкинлектәрендә кире сағылыш тапты: ауыл халҡының күпселеге өсөн урта белем, медицина ярҙамы алыу ҡатмарлашты, мәҙәни мөхит һүрелде, көнкүреш әйберҙәрен һатып алыу ҙа оло мәсьәләгә әүерелде. Ауыл халҡының йәшәү кимәле һәм шарттары ҡаланыҡынан күҙгә күренеп ҡалыша.
Тормош сифатын бер ни тиклем яҡшыртыу маҡсатында ауылдағы йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт программаһы бойомға ашырыла, йәш белгестәргә ныҡлап аяҡҡа баҫып китер өсөн өҫтәмә аҡса түләнә. Әммә тормош ҡайнап тормағас, күптәр барыбер ҡалаға ынтыла. Тимәк, ауылдағы шарттарҙы ҡаланыҡына яҡынайтыу, йәғни йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырыу, эш урындарын күбәйтеү генә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Үтәймулла уңғандары дөрөҫ йү -нәлеш алған. Улар, үҙҙәренән тыш, егермегә яҡын кешене эшле итеп, ауылдың колхоз тарҡалғандан һуң бер аҙ ҡаҡшаған нигеҙен нығыта. Киләсәктә ауыл мәктәптәрен яңғыратыр еҙ ҡыңғырауҙар ҙа Хәбир Ильясов, Зәһинә менән Рафаэль Ибраһимовтар, Фәнүр Ибраһимов, Фәрүәт Мөхәмәтов кеүек йүнселдәр, тәүәккәлдәр ҡулында.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Ауырғазы районы,
Үтәймулла ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704