Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һынауҙар файҙаға ғына булһа икән…
Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудриндың фекеренсә, әгәр Испанияла көрсөктө бөтөрөү буйынса һаман да ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелмәһә, алдағы ярты йылда донъя баҙарында «ҡара алтын» тағы ла арзанаясаҡ. Санкт-Петербургтағы Халыҡ-ара иҡтисади форумдан һуң биргән аңлатмаһында ул нефттең барреле өсөн хаҡтың хатта 60 долларға тиклем төшөүе ихтималлығы хаҡында иҫкәрткән.

Көнбайышҡа ла сынығырға ваҡыт

Әлеге мәлдә евро зонаһында, шул иҫәптән Германия менән Францияла ла эшҡыуарҙарҙың дәрте һүрелеүе күҙәтелә. Был тәү сиратта валютаға ышаныстың кәмеүенә һәм Европа илдәре башлыҡтарының иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙыра алмауына бәйле.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Германиялағы инвестиция әүҙемлеге индексы июндә плюс 10,8-ҙән минус 16,9-ға тиклем түбәнәйгән. Халыҡ банк секторының, автомобилдәр эшләү һәм ҡорос ҡойоу сәнәғәтенең, төҙөлөш тармағының артабанғы яҙмышы өсөн айырыуса борсола. Яҡшыға өмөт итеүселәр бер айҙа ун процентҡа аҙайған.
Францияла иһә, рәсми статистикаға ярашлы, эштә әүҙемлек индексы 2009 йылғы күрһәткескә тиклем төшкән. Бындағы эшҡыуарҙар һалымдарҙың арттырылыуынан һәм бизнес өсөн өҫтәмә сикләүҙәр барлыҡҡа килеүенән ҡурҡа. Ысынлап та, социалист Франсуа Олландтың иҡтисадты ҡотҡарыу программаһында дивидендтарға һалымды өс процентҡа арттырыу, банктарға һәм яғыулыҡ-энергетика компанияларына айырым бурыстар йөкмәтеү, шулай уҡ фирмаларҙы үҙгәртеүҙе ҡатмарлаштырыу хаҡында һүҙ бара. Йәнәһе, бындай шарттарҙа эшҡыуарҙар килеменең күп өлөшөн предприятиеның үҫеше өсөн тотонорға мәжбүр буласаҡ, хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыу мәсьәләһенә һағыраҡ ҡараясаҡ.
Ә бына Рәсәй халҡы киләсәкте сағыу төҫтә күрә, ти йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүселәр. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан бүтән илдәргә хас булмағанса, 2011 йылдың аҙағынан алып беҙҙәге иҡтисади хәлгә ыңғай баһа бирелә. Әлбиттә, йәшәйешебеҙҙе АҠШ йәки Европа менән сағыштырыу урынһыҙ: уларҙың тормош сифаты, ғөмүмән, юғарыраҡ икәнлеген, әммә әлеге мәлдә проблемаларының шаҡтай ҙурлығын аңлайбыҙ. Тик беҙҙең халыҡ бер ҡатлы шул – яҡшыға өмөт итеү өсөн һуңғы биш айҙа эш хаҡының 10 – 11 процентҡа үҫеүе лә етә ҡалғандыр. Күптәр сираттағы көрсөктөң туҡһанынсы йылдарҙағы кеүек бөлдөрмәҫенә ышана, шуға ла барына шөкөр итергә күнеккән. Ҡайһы бер аналитиктар рәсәйҙәрҙең етәкселеккә ышанысын мәғлүмәтлелек кимәленең түбән булыуына ғына бәйләй.

Татыулыҡ һәм тәүәккәллек етмәй

Санкт-Петербургтағы Халыҡ-ара иҡтисади форумда «РУСАЛ» компанияһы етәксеһе Олег Дерипаска былай тип белдерҙе: «Европа илдәре финанс көрсөгө өсөн яуаплылыҡты тәү сиратта үҙендә тойорға тейеш, сөнки әлеге ҡатмарлы шарттарҙа бер ниндәй аныҡ ҡарар ҡабул итергә теләмәйҙәр. Донъя иҡтисади бәләне еңеү юлдарын эҙләй, әммә һәр кем үҙенсә ҡылана». «РОСНАНО» идараһы рәйесе Анатолий Чубайс та шундай уҡ ҡарашта. «Европала киң ҡоласлы көрсөк булыуы бик ихтимал. Ул күп илдәрҙең төп сауҙа партнеры һаналған Рәсәйҙең экспортын, тимәк, ҡаҙнаһын, иҡтисадын тиҙ арала оло һынауға дусар итәсәк. Бәләгә алдан әҙерләнеү зарур», – тине ул. «Мәскәү банкы» президенты Михаил Кузовлев ҡына әлеге хәлгә тыныс ҡарай. Уның әйтеүенсә, Рәсәй 2008 йылғы көрсөктән етерлек һабаҡ алды, финанс-аҡса сәйәсәтен камиллаштырҙы һәм сираттағыһына әҙер. Дәүләт етәкселегенең был юлы ла беренсе булып банктарҙы ҡотҡарырға ташланасағына ныҡлы ышанырға мөмкиндер, моғайын.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ил башлығы Владимир Путин үҙенең сығышында үрҙәге фекерҙәрҙең хаҡлығын раҫланы. «Донъя берләшмәһенә финанс көрсөгөнә ҡаршы көрәштә тәүәккәллек етмәй, – тине Владимир Владимирович. – Хәл иткес ҡарарҙар йыш ҡына иртәгәгә ҡалдырыла, был халыҡ-ара иҡтисадтағы мөхитте һаман да ҡатмарлаштыра. Төп сәбәп – сәйәси, партия-ара һәм төркөм-ара бәхәстәр… Беҙ һынауға әҙер, Хөкүмәт көрсөктө еңеү өсөн 2008 йылдағы ысулдарҙы ҡулланасаҡ». Президенттың әйтеүенсә, Рәсәй, ниндәй генә хәүеф янамаһын, евронан баш тартырға уйламай һәм финанс резервтарының байтаҡ өлөшөн артабан да ошо валютала һаҡларға теләй.
Владимир Путин, һис шикһеҙ, үҙ иңенә ифрат яуаплы бурыс ала, ләкин әлеге мәлдә Көнбайыштан йөҙ бороу батып барған караптан ҡасырға маташыу һымаҡ килеп сығыр ине. Донъяның 17 иле ингән евро зонаһының, 27 дәүләттән төҙөлгән Евросоюздың тарҡалыуы хаҡында һүҙ бара бит. Был илдәрҙең халҡы бөгөн рухи һәм матди ярҙамға ныҡ мохтаж. Рәсәй капиталының Европа активтарына үтеп инеүе, бер үк ваҡытта беҙгә сит ил инвестициялары ағымының артыуы көрсөктө ниндәйҙер кимәлдә тотҡарлаясаҡ, бер-береңдең ярҙамына ышаныс эштә әүҙемлекте арттырасаҡ. Ил башлыҡтарының, тынысланып, бәләнән ҡотолоу юлдарын табыуы өсөн ваҡыт күп тә кәрәкмәйҙер.

Депутат крәҫтиәнде ҡотҡарырмы?

Бөгөн Башҡортостандың эш менән тәьмин итеү хеҙмәтендә 25 меңдән ашыу кеше теркәлгән булһа, шуларҙың 39 проценты – ауыл халҡы. Хәйер, һандарға күҙ һалмайынса ла ауыл хужалығының бөгөнгөһө ҡатмарлы, киләсәге ҡараңғы икәнлеген аңлап торабыҙ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, Рәсәй иҡтисадының был тармағы ниндәй хәлгә төшөр? Былай ҙа ил баҙарындағы аҙыҡ-түлектең яртыһын тиерлек сит илдәрҙән индерелгән ризыҡ тәшкил итә (һүрәтте ҡарағыҙ).
Әле Дәүләт Думаһында Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе эҙемтәләрен йомшартыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проекттары ҡарала. Депутаттар иҫәпләүенсә, аграр тармаҡҡа тәүге йылдарҙа һалым буйынса ташлама булдырыу һәм ҡаҙнанан ярҙам бүлеү мөһим. Атап әйткәндә, килемгә һалым ставкаһын 2016 йылға тиклем нуль кимәлендә һаҡлау тәҡдим ителә – был ауыл хужалығына йылына 15 миллиард һумды янда ҡалдырыу мөмкинлеген бирәсәк. «Агросәнәғәт ойошмалары килемде башлыса дәүләт кеҫәһенән ала, тимәк, уларҙан һалым түләтеп, аҙаҡ сығымдарын субсидиялауҙың мәғәнәһе юҡ», – ти ҡануниәт проекты авторҙары. Шулай уҡ тоҡомло мал һатып алыусылар өсөн өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын нуль кимәлендә 2018 йылғаса ҡалдырырға теләйҙәр.
Депутаттар дәүләт гранты йәки техника һатып алыуға субсидия юллаған фермер хужалыҡтарын физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат итеү мөмкинлеген дә ҡарай. Ауыл хужалығы тармағы өсөн заманса ҡорамалдар йүнләгән эшҡыуарҙарҙың ошо маҡсатҡа сығымын 35 процентҡа тиклем компенсациялауҙы күҙ уңында тотҡан тағы бер проект бар. Банкрот иғлан итеү эшмәкәрлегенә ҡарашты ла үҙгәртмәкселәр. «Юғиһә иң яҡшы активтар – мал, техника, ҡорамалдар – ғына һатыла. Һөҙөмтәлә предприятие тамам бөлә, ерҙәр хужаһыҙ ҡала, эшһеҙлек арта», – ти парламентарийҙар.
Ғөмүмән, ауыл хужалығының киләсәгенә ниндәйҙер ышаныс бағларға, крәҫтиәндең хәленең һәйбәтләнеренә өмөтләнергә мөмкин кеүек. Нисек кенә булмаһын, әле иң мөһиме – фекерҙәр берҙәмлеге һәм тәүәккәллек. Бәлки, берәй мәл тормоштоң именлегенә ҡыуанып, ошо һынауҙарҙы һабаҡ итеп ебәргән Хоҙайға рәхмәт уҡып ултырырбыҙ әле…
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә