Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көрсөктө еңергә тарҡаулыҡ ҡамасаулай
Уҙған аҙнала Канадала булған халыҡ-ара иҡтисади форумда элек АҠШ-тың Федераль резерв системаһына етәкселек иткән Ален Гринспен: «Европаның берҙәм валютаһы» тип аталған проект насар түгел ине, әммә уңышһыҙ тамамланды. Бөгөнгө ҡоролош зыяндан башҡа бер ни ҙә бирмәй, Греция, Португалия һәм Испанияға ярҙам итеүҙән файҙа юҡ. Европаны финанс бәләләренән ошо зонаға ингән Урта диңгеҙ буйы илдәренең сәйәси берҙәмлеге генә ҡотҡара ала», – тип белдерҙе.

Гректарға – татыулыҡ, банктарға – үҙаллылыҡ

Йәкшәмбе Греция парламентына һайлауҙа илдең евро зонаһында ҡалыуы яҡлы партия еңде. Был – гректар ғына түгел, тотош донъя өсөн ҡыуаныслы күренеш, сөнки тауыш биреүселәрҙең күпселеге, артабан ҡаты иҡтисад шарттарында йәшәргә тура киләсәген аңлаһа ла, Европаның бүтән илдәренән айырылырға теләмәне, дәүләттәр араһындағы хеҙмәттәшлектең ҡаҡшауына юл ҡуйманы. Евросоюз менән АҠШ та, Халыҡ-ара валюта фонды ла әлеге ваҡиғаны ыңғай баһаланы, инвесторҙарҙың яҡшы кәйефенә бәйле Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәренең фонд биржаларында индекстар үҫте, нефткә хаҡ бер аҙ күтәрелде. Ғөмүмән, барыһында ла берҙәмлек менән иҡтисади көрсөктө йырып сығыуға ышаныс артты.
Шул уҡ ваҡытта бүрәнәнең ауыр башын беҙгә, йәғни ябай халыҡҡа күтәрергә тура килеүе ихтимал. Быға тиклемге мәҡәләләрҙең береһендә донъяға рәсми властан бигерәк инвесторҙар, банкирҙар идара итеүе тураһында әйтеп үткәйнек. Ана шул хакимдар хәҙер дәүләттәрҙән бөтөнләй айырылырға, бойондороҡһоҙлоҡ алырға йыйына, сөнки ниндәйҙер илдең кредит рейтингы төшөү менән уның облигацияларына эйә булған банктарға ла ышаныс кәмей. Бер яҡтан шуныһы һөйөндөрә: айырылғандан һуң тағы көрсөк-фәлән була ҡалһа, хөкүмәттәр 2008 йылдағы кеүек тәү сиратта кредит ойошмаларын ҡотҡарырға тырышмаҫ. Юғиһә «банк клиенттарын зыяндан ҡурсалайбыҙ» тигән һылтау менән ҡаҙна аҡсаһын финанс системаларына һис йәлләмәй тығалар, ә фәтүә тойолмай. Киреһенсә, кредит ҡиммәтләнә, уны алыу шарттары ла ҡатмарлаша. Был, әйткәндәй, Рәсәйгә генә түгел, башҡа илдәргә лә хас.
Икенсенән, хәүефләнергә лә нигеҙ бар: бойондороҡһоҙлоҡ алғас, банктар капиталының именлеген үҙ иҫәбенә тәьмин итергә тейеш буласаҡ, шуға ла уларҙың кредит буйынса процентты арттырасағы, ә аҡсаһын һаҡлауға һалғандарҙың килемен бер аҙ ҡыҫасағы тәбиғи. Европаның Үҙәк банкы ҡитға кимәлендә кредит ойошмалары союзы булдырырға, уның ҡарамағында тармаҡ өсөн финанс ярҙамы фонды асырға тәҡдим итә. Тотороҡландырыу ҡаҙнаһы ышаныслы булһын өсөн, һис шикһеҙ, банк клиенттарының кеҫәһенә ҡулды тәрәнерәк тығасаҡтар. Донъя баҙары берәү, шуға Европаның банк союзына АҠШ-та ҡушылмай ҡалмаясаҡ.
«Һеҙҙең менән беҙгә сит илдәге үҙгәрештәрҙән ниндәй зыян?» – тип һорарһығыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был рәсәйҙәргә туранан-тура ҡағыла. Беҙҙең банктар, Көнбайыш ойошмаларының бүлендек йәмғиәте булыу-булмауына ҡарамаҫтан, донъя күләмендәге финанс баҙары, шул иҫәптән Европа менән көн дә хеҙмәттәшлек итә. Рәсәйҙәге кредит ойошмаларының күпселеге сит ил банктарынан уңайлы шарттарҙа бурысҡа алынған аҡсаны үҙебеҙҙең халыҡҡа ҙур ғына процент менән үтескә биреп байыға тиһәк, аптырамағыҙ.

Һәр туғыҙынсы компания һалым түләмәй…

«Урта диңгеҙ буйы илдәре, коррупция булмаһа, сәйәси һәм иҡтисади көрсөктө күптән йырып сығыр ине», – ти аналитиктар. Баҡһаң, Евросоюз илдәре дәүләт аҡсаһының маҡсатҡа ярашһыҙ тотонолоуы арҡаһында йылына 120 миллиард евроға тиклем зыян күрә.
Рәсәйҙә был йәһәттән хәлдең нисек икәне тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәҫ. Илдең Иҫәп палатаһы үткән аҙнала һалым түләүҙән ҡотолоу һәм аҡсаны сит илгә сығарыу өсөн файҙаланылған «бер көнлөк фирма»ларҙың кинәт артыуы хаҡында белдерҙе. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар араһында ундайҙар былтыр 46 процент тәшкил иткән булһа, быйыл күрһәткес 66-ға еткән. Федераль һалым хеҙмәте етәксеһенең сығышында яңғыраған мәғлүмәткә ярашлы, беҙҙең илдә һуңғы йылдарҙа юридик шәхестәрҙең яртыһынан күбеһе килемдәрҙе йәшереү маҡсатында ғына булдырыла. Рәсәйҙең Үҙәк банкынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр туғыҙынсы «тере» компания былтыр һалым түләмәгән.
Ил Президентының башланғысы буйынса Дәүләт Думаһы «бер көнлөк фирма» асҡан өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында закон ҡабул итһә лә, әлегәсә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелмәй. Студенттарҙы, пенсионерҙарҙы, наркоман йә эскеселәрҙе, берәҙәктәрҙе фирманың ойоштороусыһы йәки етәксеһе итеп ҡуйып, енәйәткә этәргән әҙәмдәргә 300 мең һумға тиклем штраф йәки өс йылға саҡлы иркенән мәхрүм итеү янай, ләкин йыш ҡына «ваҡытлы бизнесмен»дарҙың кемдең мәнфәғәтендә эш иткәнен асыҡлауы шаҡтай ауырға тура килә икән. Федераль һалым хеҙмәте менән Финанс министрлығы тәҡдим иткәнсә, яңы фирмаларҙы теркәү ваҡытын оҙайтыу һәм эшҡыуарҙарҙың иҫәбен алыу иһә шәхси кәсеп менән шөғөлләнеү өсөн шарттарға нигеҙләнгән халыҡ-ара рейтингтарҙа Рәсәйҙең баһаһын тағы ла түбәнәйтте.

Сит илгә ниндәй миллиардтар күсә?

Нисек кенә булмаһын, бизнесты яманларға ашыҡмайыҡ. Статистика күрһәтеүенсә, эшҡыуарҙарға ялланып эшләү яҡшыраҡ. Миҫал өсөн әйткәндә, былтыр беҙҙең дәүләт ойошмаларында уртаса хеҙмәт хаҡы 18,5 мең һум булһа, шәхси фирмаларҙа эшләүселәргә айына 28 мең тирәһе түләнгән. Шуныһын да иғтибарға алығыҙ: был иҫәпкә бәләкәй эшҡыуарҙарҙың килеме һәм ҙур компанияларға хас йыллыҡ бонус, премиялар индерелмәгән.
«Бер көнлөк фирма»ларҙан ҡурҡыпмы икән, бүтән сәбәптәнме, яҡташтарыбыҙ барыбер дәүләткә ялланып эшләүҙе хуп күрә, шунлыҡтан күп урында хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Сағыштырып ҡарағыҙ: Өфөнөң вакансиялар базаһында бөгөнгә 7 700 кеше теркәлгән, уларға 22 700 эш урыны тәҡдим ителә. Ихтыяждан мәхрүм ҡалған 15 000 вакансияны кем дә булһа биләргә тейеш бит инде. Шундай саҡта йыш ҡына сит ил граждандарына көнөбөҙ төшә.
Рәсәй Үҙәк банкының быйылғы тәүге кварталға ҡарата мәғлүмәттәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Баҡһаң, беҙҙә мигранттар эш хаҡын ысын мәғәнәһендә көрәп ала: өс айҙа БДБ илдәренә генә банк аша физик шәхестәрҙән өс миллиард долларға яҡын аҡса күскән! Атап әйткәндә, ватандаштарыбыҙҙың күбеһе эшкә әрһеҙ булмауынан файҙаланып, ошо осорҙа Үзбәкстан – 824, Тажикстан – 551, Украина – 517, Ҡырғыҙстан – 335, Әрмәнстан – 223, Азербайжан – 212, Молдова 210 миллион долларға байыҡҡан.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә