Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пирамидалар мәңгелек булмай сыҡты
Пирамидалар мәңгелек булмай сыҡты“Бөгөнгө йәмғиәттә кеше түгел, ә финанс капиталы мәнфәғәте өҫтөнөрәк ҡуйыла, — тигән фекерҙә Юғары банк мәктәбе профессоры Ивар Бриверс. — Дәүләттәр, дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер юҡ инде, сөнки сит ил инвесторҙары — рәсми властан йоғонтолораҡ кешеләр. Фәлән ил банкротҡа төштө, тигән һүҙҙәр хәҡиҡәткә тура килмәй, ни тиһәң дә, ойошманың ғына бөлөүе мөмкин. Барлыҡ донъя иҡтисады финанс пирамидаларына таянған: бер бурысты ҡаплау өсөн икенсеһен алалар. Күреүебеҙсә, әле ошо ҡоролош емерелә...”

Испандар бығау кейергә теләмәй

Ошо көндәрҙә халыҡ-ара кимәлдә иң абруйлыларҙан һаналған “Standard & Poor’s” агентлығы 2014 йылға тиклем АҠШ-тың кредит рейтингын кәметеүе ихтималлығын белдерҙе. “Moody’s” агентлығы иһә Европа илдәрен дә ошондай яҙмыш көтөүе хаҡында иҫкәртте. Көрсөктөң сираттағы тулҡыны ысынлап яҡынлашамы әллә?
Рейтинг төҙөүселәрҙең һүҙенә ҡарағанда, Грецияның евро зонаһынан сығыуы бүтән илдәрҙең, шул иҫәптән Кипр, Португалия, Ирландия, Италия һәм Испанияның иҡтисадына бик насар йоғонто яһаясаҡ. “Был дәүләттең китеүе Европаның берҙәм валютаһын (евроны) юҡҡа сығарыу менән янай. Тотош валюта союзының кредит рейтингын яңынан билдәләргә тура килеүе бар. Бындай осраҡта Германия менән Франция ла үҙҙәренең “ААА” кимәлендәге юғары баһаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ”, — ти аналитиктар. АҠШ-ҡа килгәндә, уға ышаныстың кәмей барыуы сәйәси һәм иҡтисади хәлдәргә бәйле. “Standard & Poor’s” билдәләүенсә, американдарҙың һалым-ҡаҙна өлкәһендәге дәүләт көйләүе институттары һөҙөмтәлелеген, тотороҡлолоғон юғалта.
Испания тиҙҙән банк системаһын нығытыу өсөн Евросоюздан 100 миллиард евро аласаҡ. Был аҡса бушлай түгел, ә кредит шарттарында бирелә, һәм Мадридтың уны нисек ҡулланыуын ентекле күҙәтәсәктәр. Испандар теләһә лә, теләмәһә лә, ярҙамды ҡабул итмәйенсә булдыра алмаҫ, ахырыһы. Уҙған кесе йомала ил хөкүмәте башлығы Мариано Рахой кредит-фәләнде белмәмешкә һалышһа ла, тиҙ арала фекерен үҙгәртте, һәм шәмбе көндө Европа союзына ингән 17 дәүләттең финанс министрҙары аҡса бүлеү тураһында берҙәм ҡарар ҡабул итте. Халыҡ-ара валюта фондының етәксеһе лә, АҠШ президенты ла был аҙымды хупланы.
Испания етәкселеге халыҡҡа: “Ярҙамдан файҙаланып, финанс системаһын нығытасаҡбыҙ, иҡтисади үҫеште тәьмин итеп, эш урындарын арттырасаҡбыҙ”, — тип вәғәҙәләй, әлбиттә, әммә валюта союзының миллиардтары социаль өлкәгә барып етер тип ышанып булмай. Моғайын, барлыҡ аҡса урындағы банктарҙың капиталын арттырыуға тотонолор, сөнки евроның хаҡы кредит ойошмаларының үҙ бурысын ҡайтарыуға һәләтенә туранан-тура бәйле. Аҙна-ун көн элек кенә “Fitch Ratings” агентлығы тарафынан Испанияның кредит рейтингы өс пунктҡа кәметелеүе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Евросоюз, ғөмүмән, халыҡтың именлегенән алда валютаһының ныҡлығын ҡайғырта.
Испандар аҡсаны алырға ашҡынып бармай, тигәйнек. Эйе, сөнки илдең эске тулайым продуктының туғыҙ процентына торошло был “ярҙам”, ҡаҙналағы ҡытлыҡты тулыһынса ҡапларлыҡ булһа ла, күҙалланыуынса, фәҡәт банк секторына йүнәлтелә һәм шунда олағасаҡ. Өҫтәүенә, уны 15 йыл эсендә кире ҡайтарыу шарты ҡуйылған. Тимәк, Мадридҡа ҡаҙна сығымдарын экономиялауҙы тағы ла оҙағыраҡ дауам итергә тура киләсәк.
Әйткәндәй, Украина ла дефолт булырынан ҡурҡа. “Business Insider” агентлығы төҙөгән рейтингта ул бурыстарын ҡайтара алмаҫлыҡ 59 илдең тәүге бишәүһе иҫәбенә индерелгән. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Киевтың бирәсәге 135 миллиард доллар самаһы, йәғни эске тулайым продукттан күберәк, йыйылған. “Майҙа ғына илдең Милли банкы 920 миллион долларлыҡ алтын-валюта запасын юғалтты, хәҙер бурыс ҡайтарырлыҡ бер нәмәбеҙ ҡалманы, — ти Украина иҡтисадсылары. — Янукович сит илдәрҙән финанс ағылыуы тураһында әкиәт һөйләй: дүрт айҙа 1 миллиард 568 миллион доллар килгән булһа, шуның 926 миллионы — инвесторҙарҙың кредитҡа алынған аҡсаһы, йәғни ышаныслы капитал түгел”.

Һумға ярҙам кәрәкмәйме?

Яңыраҡ үткәрелгән һорау алыуға ярашлы, Рәсәй компанияларында эшләүсе финанс белгестәренең 63 проценты Көнбайыштағы ваҡиғаларҙың беҙҙең ойошмаларҙың иҡтисади хәленә кире йоғонто яһауын таный, тағы ла 19 проценты иһә: “Евроның проблемалары ифрат ҙур зыян килтерҙе”, — тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр әлеге көрсөктөң ыңғай яғын да күрә. Баҡһаң, инвесторҙарҙың бер өлөшө, бүтән илдәрҙәге тотороҡһоҙлоҡтан ҡасып, аҡсаһын Рәсәйҙең үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған компанияларына йүнәлтеүҙе хуп күрә икән.
Уҙған аҙнала Президент Владимир Путин беҙҙең илдең евро зонаһына ярҙамға әҙерлеген белдерҙе. Быны буш вәғәҙә, башҡаларҙың һүҙенә ҡушылыу ғына тип баһалап булмай, ни тиһәң дә, Рәсәйҙең валюта резервтарының 40 проценты евронан тора — һумдың баһаһын һаҡлау менән бер рәттән Көнбайыштың именлеген дә ҡайғыртырға мәжбүрбеҙ. “Әммә Европа илдәре етәкселәре үҙҙәре лә тәүәккәлерәк эш итергә тейеш, сөнки донъяға яңы иҡтисади көрсөк янай”, — тип өҫтәне дәүләт башлығы.
Иҡтисадсылар беҙҙең илдең аҡсаһына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамауына ышана. Рәсәйҙең алтын-валюта запасы июнгә ҡарата 524 миллиард доллар тәшкил итә — быйылғы иң юғары күрһәткес. Һум менән бәйле хәүефләнерлек күренеш юҡ, ул хатта башҡа валюталарҙан именерәк. Мәҫәлән, һуңғы арала Һиндостан менән Мексиканың аҡсаһы 15-әр процентлыҡ юғалтыу кисерҙе, Бразилияның реалы 20 процент самаһы зыян күрҙе, евро менән Ҡытайҙың юане көсһөҙәйә, иң тотороҡлоларҙан һаналған Канада доллары ла АҠШ-тыҡына ҡарата төшә...

Ваҡытында сара күрелмәһә...

Башҡортостанда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе мәсьәләләре буйынса эш төркөмө барлыҡҡа киләсәк. Сибайҙа булған “Көньяҡ-көнсығыш райондар-2012” инвестиция форумында республика Президенты Рөстәм Хәмитов Премьер-министр Азамат Илембәтовҡа ошондай бурыс йөкмәтте. “Беҙ әлегә был йүнәлештәге ваҡиғалар ағышына тыныс ҡарайбыҙ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы тарафынан көслө йоғонтоно тоя башлағанға тиклем барлыҡ хәүефтәргә әҙер булырға кәрәк”, — тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Президенты халыҡ-ара кимәлдәге килешеүҙә беҙҙең иҡтисадҡа зыян килтерерлек “тишек-тошоҡ”тар барлығын йәшермәй. “Ил етәкселеге хәүефте иҫкәртеү буйынса төрлө сара күрә, ләкин төбәктәр ҙә тырышлыҡ һалырға тейеш, — тип белдерҙе ул. — Мәҫәлән, ауыл хужалығын үҫтереүгә бәйле мәсьәләләрҙең тулыһынса хәл ителеп бөтмәүен беләбеҙ”.
Проблемалар бик етди. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хәҙергә республикала хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың ете проценты ғына халыҡ-ара кимәлдәге сауҙа ойошмаһына ҡушылырға әҙер. Рәсәй етәкселеге дәғүәләшеүгә һәләтһеҙ предприятиеларҙы бөтөрөп, табышлы эшләрлектәрен нисек тә булһа нығыраҡ үҫтереү юлын һайлай, һөҙөмтәлә йыш ҡына бәләкәй ҡалалар, ауылдар таянысһыҙ ҡала. Станоктар, төҙөлөш техникаһы, автомобилдәр эшләү сәнәғәтенең бәләкәй тармаҡтары айырыуса ҙур ҡаршылыҡҡа осрай. Мәҫәлән, 2008 йылғы финанс көрсөгөнән саҡ ҡына алдараҡ Башҡортостан баҙарына Ҡытайҙан арзанлы бетон бутағыс автомобилдәр килеүе арҡаһында Туймазылағы беҙҙең завод “ҡомға терәлде”. Йүнәлешен үҙгәртмәгән хәлдә ул бөтөнләй туҡтап ҡалыр ине, бәлки. Шулай уҡ ваҡытында сара күреп өлгөрмәгәндә аҙыҡ-түлек, дарыу етештереү һәм еңел сәнәғәт тә ауыр осор кисерәсәк. Ошоларҙың барыһы ла Башҡортостан Президентының төбәктә Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе мәсьәләләре буйынса эш төркөмө булдырыу тураһында ҡарарының хаҡлығын дәлилләй.

Туҡһанынсы йылдар уртаһында миллиондарса кешене бөлдөрөп, юҡҡа сыҡҡан “МММ” пирамидаһы былтыр яңынан барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер ул тағы ла “емерелә”, тик был юлы зыян күләме байтаҡҡа ҙурыраҡ. Төҙөүсеһе Сергей Мавродиҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, финанс пирамидаһына 35 миллион самаһы кеше аҡса һалған булған.
Яңыраҡ “МММ”-дың Украиналағы офистары бер-бер артлы ябыла башлаған. Бында хоҡуҡ һаҡлау органдарының ғәйебе юҡ: улар, ил ҡануниәтендә Мавроди кеүек мутлыҡ ҡылыусыларға ҡаршы хөкөм саралары булмауына һылтанып, халыҡты араларға ашыҡмай. Украиндар үҙҙәре лә пирамиданың ныҡлығына ышана һәм милицияға әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән, тиҙәр. Ә бына Белоруссияла быйылғы мартта финанс пирамидалары законға ярашһыҙ тип иғлан ителде, Мавродиҙың Минск ҡалаһындағы офистарын хоҡуҡ һаҡсылары хатта һөжүм менән астырып алды.
Иҫәпләп сығарыуҙарынса, Рәсәй менән Украинала ошоғаса 400 меңдән ашыу кеше “МММ-2011” ойошмаһынан алданып өлгөргән, ҡорбандар артасаҡ әле. Сергей Мавроди был юлы ла хөкөмдән еңел ҡотолорона өмөт итә һәм киләсәктә “емерелгән” пирамида урынына яңыһын төҙөмәксе.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704