Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡса күктән яумай
Аҡса күктән яумайРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләһенә айырым туҡталып: “2011 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ түләгән һалым, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 17 процентҡа күберәк тәшкил иткән. Йылына 17 процент үҫеш биргән сығанаҡтар айырым ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж. Ошондай һөҙөмтә биргән эште дауам итергә кәрәк”, — тигәйне.
Эйе, тотош ил буйынса ла, республикала ла эшҡыуарлыҡҡа иғтибар артыуына, ғөмүмән, “йәшел ут” ҡабыҙылыуына шаһитбыҙ. Ҡасандыр баҙнатһыҙ ғына, икеләнеп, аҙым һайын тигәндәй бюрократик кәртәләргә абынып үҙ кәсебен башлаусыларға хәҙер ең һыҙғанып эшләү өсөн шарттар тыуҙырыла. Мәҫәлән, субсидия алыуҙа ла ҡытыршылыҡтар аҙайҙы, ер мәсьәләһен хәл итеүҙә лә аңлау табыла.

Бүздәк эшҡыуары Фәүил Хәбибрахманов тәүләп үҙаллы эшен асырға тәүәккәлләгәндә, билдәле, әлегеләй мөмкинлектәр булмай. Бары үҙ көсөнә ышанып, яҡындарына таянып ҡына баҙарға юл яра. Бөгөн инде ул, шәхси крәҫтиән хужалығы булдырыуҙан тыш, Бүздәктә теплица комплексы төҙөү буйынса инвестиция проектын да тормошҡа ашыра. 2011 йылда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына теплица комплексы төҙөлөшө буйынса программаға инеүгә заявка бирәләр. Әлбиттә, бында район хакимиәте башлығы Радик Хәзиевтең дә ярҙамын билдәләп китеү урынлы булыр. Әле Ф. Хәбибрахмановтың проектын “Агроинвестпроект” йәмғиәте ғәмәлгә индермәксе.
Билдәле, ҙур күләмле эштең маҡсаты ла бәләкәйҙән түгел. Ябыҡ грунтта эшләүсе иң яҡшы компанияларҙы һәм белгестәрҙе йәлеп итеп, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереү буйынса алдынғы предприятие булдырмаҡсылар. Өс-дүрт йыл эсендә уның майҙанын киңәйтеү ҙә күҙ уңында тотола. Ғөмүмән, әлеге өс гектарҙан 2015 йылғаса 12 гектарға еткермәкселәр. Һөҙөмтәлә Бүздәктә ҙур агросәнәғәт предприятиеһы булдырыуға өлгәшмәкселәр.
Әйткәндәй, инвестиция проектының маҡсаты 2013 — 2020 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы тармағын үҫтереү һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы менән билдәләнгән бурыстарға тап килә.
Теплица комплексының тәүге сираты йыл аҙағында сафҡа индерелә башлаясаҡ. Шуныһын да әйтеп китеү зарур: Хәбибрахмановтың инвестиция проекты “Рәсәй теплицалары” ассоциацияһы тарафынан хуплау ҙа, яҡлау ҙа тапҡан.
Бөгөн Фәүил Рәйес улы аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе тип танылһа ла, үҙен ышаныслы, булдыҡлы итеп күрһәткәнгә һәм ҙур күләмле эшкә тотонорлоҡ капитал туплағанға ҡәҙәр уға байтаҡ тир түгергә, һәр аҙымын ҡат-ҡат үлсәп баҫырға, күп ҡаршылыҡты еңергә өйрәнергә тура килә.
Фәүил Хәбибрахманов эшҡыуарлыҡҡа үткән быуаттың 90-сы йылдарында тәүәккәлләгән. Артабан тапҡан-йыйнаған аҡсаһын крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыуға тотона, бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсеү, бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Шулай итеп, яйлап үҙен дә һынай, эш күләмен дә арттыра бара.
Теплица комплексы булдырып, унда ҡыяр һәм помидор үҫтерә башлауы ла баҙар ҡанундарын һәм заман талабын ныҡлы өйрәнеүҙән. Атҡарған эшен һанап сығыуы ғына анһат, ә ғәмәлдә иһә барыһына ла ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек, сәмселлек кеүек сифаттары ярҙамында өлгәшкән. Хәҙер инде уның ғына йәшелсәһен үҙ иткән ҡулланыусылар байтаҡ, мәҫәлән, Екатеринбург, Пермь, Силәбе тарафтарынан, хатта Себер яҡтарынан да килеп алалар.
Фәүил Рәйес улы әле төҙөлөш менән ҡыҙыҡһына — профнастил етештереүҙе яйға һалған. Ҡайһы бер йорт ҡыйыҡтары ул етештергән ошо зауыҡлы материал менән ябылған да инде. Эшҡыуар киләсәктә был йүнәлеште лә киңәйтмәксе.
Алдараҡ уның баҙарҙа сауҙа итеүе хаҡында телгә алынғайны. Ҡасандыр “челнок”тар торған урында хәҙер ике ҡатлы сауҙа рәттәре күтәрелгән. Быны ла ул һатып алыусыға ла, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсегә лә уңайлы булһын өсөн эшләгән.
Фәүил Рәйес улының ышанырлыҡ ныҡлы таяныстары хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Баш агроном Әнис Ғәлекәев, баш энергетик Роберт Байков, йәшелсә үҫтереүсе Фиүзә Шәрипова, механизатор Фәнил Әхмәҙиев, шоферҙар Салауат Кашапов һәм Сергей Сергеевтарға ҡарата йылы һүҙҙәр генә ишеттек. Шулай итеп, ҡасандыр тәүәккәлләп үҙаллы эшкә тотонған Ф. Хәбибрахманов бөгөн байтаҡ кешене эш урынлы ла итә, эшҡыуар булараҡ район ҡаҙнаһына лайыҡлы өлөш тә индерә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Бүздәк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә