Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Долларҙың үҫеүе ни менән янай?
Долларҙың үҫеүе ни менән янай?Доллар ҡиммәтләнә, шуға ярашлы һумдың баһаһы кәмей, ә евроның яҙмышы – бөтөнләй ҡыл өҫтөндә… Халыҡты был хафаландырмай ҡалмай, әлбиттә. «Валюта һуғышы»ның хәйерлегә түгеллеге көн кеүек асыҡ. Рәсәйҙә туҡһанынсы йылдарҙағы социаль-иҡтисади һынауҙың әйләнеп ҡайтыуы ихтимал тип утҡа кәрәсин өҫтәүселәр ҙә осрап ҡуя.

Һайлауға өмөт бағланһа ла…

Греция банкротҡа төшкән ил булараҡ евро зонаһында ҡалырмы? Был турала һорауға бер кем дә, хатта Европа Үҙәк банкы етәкселеге лә яуап бирә алмай, сөнки бер дәүләттең сығыуы ниндәй һөҙөмтә биререн күҙалларлыҡ хәлдә түгелдәр. Грециянан ҡотолоу менән генә евро «терелеп», бүтән валюталарҙы уҙып китер, тип кем ышаныслы әйтә ала?
Был илдең парламенты 17 июндә ҡайтанан һайланырға тейеш. Һорау алыусылар асыҡлауынса, гректарҙың 70 проценты «ҡаты бюджет» өсөн тауыш бирергә теләмәй, шулай ҙа евроға тоғролоҡ һаҡламаҡсы. Сараһыҙлыҡ бәләһе инде: евро яҡлы Хөкүмәт барыбер илдә Икенсе донъя һуғышы осорондағы кеүек үк ҡаты экономия булдырасаҡ, шулай уҡ Евросоюз тарафынан үткәрелгән диктатты хуплаясаҡ. Грек сәйәсмәндәре власҡа «евро – халыҡҡа», «хакимлыҡ – Евросоюз түрәләренә» тигән вәғәҙәләр менән килә. Тик дәүләттәр берләшмәһендә фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығы ла бар: берәүҙәр Грециянан нисек тә арыныу яғын ҡараһа, икенселәре уға ярҙам ҡулын һуҙыуҙы дөрөҫ тип һанай.
Ғөмүмән, тотош донъя иҡтисады быйыл серек өс тағанға оҡшай башланы, ти был мәсьәләләрҙе ныҡлап өйрәнеүселәр. Көньяҡ Европа – иң ышанысһыҙы. Унда социаль көсөргәнеште финанс ярҙамында ғына бөтөрөү мөмкин түгел. Грецияға ярҙам иткән хәлдә лә был илдәрҙә евроны нығытыуға, эшһеҙлектең артыуын туҡтатыуға өлгәшеү, халыҡтың имен тормошон тәьмин итеү еңел бирелмәйәсәк.
Ҡытай әлегә эске тулайым продукттың – туғыҙ, экспорттың дүрттән ашыу процентлыҡ үҫеше шарттарында барыһынан да көслөрәк булып күренә, әммә унда ла тәүге күрһәткестең һигеҙ процентҡаса түбәнәйеүе, бүтән илдәрҙең тауарҙарына ихтыяждың кәмеүе күҙаллана. Бынан үҙ сиратында башлыса сеймал һатыусы Рәсәй, Бразилия, Австралия, Канада, шулай уҡ ҡорамалдар менән сауҙа итеүсе Германия, Франция һәм Италия (тимәк, тотош евро зонаһы) етди иҡтисади зыян күрәсәк.
АҠШ иһә төп дәғүәселәренең көсһөҙләнеүенән файҙа күрә һымаҡ. Был тарафта президент һайлауға тиклем нефттең хаҡы төшәсәк, тимәк, уны ҡулланыусылар артасаҡ, торлаҡ баҙары яйға һалынасаҡ, евроның проблемалары күплеге арҡаһында долларға өҫтөнлөк биреүселәр һәм Американың юғары технологиялы компанияларына инвестиция һалыусылар күбәйәсәк. Ләкин 2013 йылдың ғинуарынан АҠШ-та бюджет сығымдарын ныҡлап ҡыҫҡартыу (ун йылда – 1,2 триллион долларға) башланырға, етеш йәшәүселәр өсөн кесе Буш булдырған һалым ташламалары бөтөрөлөргә тейеш. Һөҙөмтә билдәле: эшһеҙлек «сәскә атасаҡ», ҡулланыу күләме төшәсәк… Ниндәй президент һайланһа ла, был бәләләр ҡотолғоһоҙ.

Сәбәләнмәү хәйерлерәк

Доллар бер нисә аҙнала ныҡ ҡына күтәрелде, һуңғы көндәрҙә 34 һумдан да ашты. АҠШ валютаһының 2009 йылдың июленән алып тәүге тапҡыр 33 һумды үтеүенә ябай халыҡ әллә ни иғтибар итмәһә лә, байыраҡ ҡатлам быны «финанс көрсөгөнөң икенсе тулҡыны» тип баһалап өлгөрҙө. Шулай ҙа, Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановтың белдереүенсә, долларҙың ҡиммәтләнеүенә бәйле хафаланырға бер ниндәй нигеҙ юҡ.
– Һумдың курсы Үҙәк банк билдәләгән «коридор»ҙан әллә ни ситкә сыҡмай, йәғни әлеге хәл быйылға күҙалланған һәм Рәсәй Хөкүмәте тарафынан хупланған аҡса-кредит сәйәсәтенә ярашлы, – ти ул. – Тулҡынланмаҫҡа, сәбәләнмәҫкә кәңәш итәм. Һум үҙ кимәлен һаҡлаһын өсөн валюта алмаштырыу пункттарына юлды онотоп торорға кәрәк.
Һаҡлыҡ банкы рәйесе Герман Греф та борсолорлоҡ сәбәп күрмәй. Уның фекеренсә, һумдың баһаһы артыуы йәки кәмеүе хаҡында күрәҙәлек итеүҙән мәғәнә юҡ. «Мин беҙҙең аҡса курсы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайым, сөнки ул нығынған, – ти банкир. – Туҡһанынсы йылдарҙағы девальвация халыҡты шул тиклем ныҡ ҡурҡытты: доллар йәки евро саҡ ҡына күтәрелдеме, күптәр һумдарын сит ил валютаһына алмаштырып ҡалыу өсөн банкка йүгерә. Ә бына евро бер нисә ай эсендә 20-шәр процентҡа төшөп йәки менеп китһә лә, Европала берәү ҙә долларға «һатылырға» ашыҡмай».
Аналитиктарҙың күпселеге, ғөмүмән, финанс көрсөгөнөң икенсе тулҡыны хаҡында имеш-мимештәрҙе инҡар итә. Уларҙың һүҙенә ҡарағанда, был – Европа илдәре араһында барған бәхәстәр, АҠШ-та көтөлгән һайлау шауҡымы ғына. Долларҙың хаҡы бүтәнсә үҫмәҫ һәм ошо кимәлдә һаҡланыр, тип ышана беҙҙең иҡтисадсылар.
Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, әле валюта баҙарындағы хәлдең тотороҡланырына бер нисек тә өмөт итеп булмай. Аҡсаны банкка оҙайлы ваҡытҡа һалған осраҡта евроға ышанырға мөмкин – ул барыбер үҙ кимәленә ҡайтыр, ти улар. Ләкин күңелдә бер ниндәй хәүеф ҡалмаһын өсөн ныҡлы аҡсаны, мәҫәлән, Британия фунтын, Швейцария франкын, Сингапур долларын һайлау яҡшыраҡ, тип тә кәңәш итәләр.
Әлбиттә, доллар ҡиммәтләнгән һайын беҙҙә хаҡтарҙың артасағы көн кеүек асыҡ, сөнки Рәсәйҙең ҡулланыусылар баҙары импортҡа ныҡ бәйле. Кейем-һалым, дарыу, техника ғына түгел, бүтән тауарҙарҙың да күп өлөшө сит илдәрҙән индерелә. Илдең Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, беҙҙә һатылған аҙыҡ-түлектең 45 проценты тиерлек импортҡа тура килә. Хаҡтар доллар курсы кеүек үк үҫһә, кәм тигәндә биш процентлыҡ күтәрелеште күҙалларға мөмкин.
Әммә бойоғорға ла ярамай, сөнки түбән хаҡ беҙҙең етештереүселәргә халыҡ-ара баҙарҙа яңы позициялар яуларға мөмкинлек бирәсәк. Был Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү алдынан ифрат мөһим.

«Форбс» юғары баһа бирҙе

Билдәле булыуынса, илебеҙҙең иҡтисади проблемалары йыш ҡына нефттең арзанайыуы менән бәйле. Әле бына баррелдең хаҡы шаҡтай кәмеп, 100 долларға яҡынлашып килә. Элекке федераль министр Эльвира Нәбиуллинаның әйтеүенсә, әлеге күрһәткес 80-гә етһә, Рәсәйҙең социаль-иҡтисади хәле бик мөшкөл буласаҡ. Тимәк, сеймал һатыуҙы кәметеп, бүтән тармаҡтарҙы, айырыуса эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү, инновацияларға йөҙ бороу зарурлығы хаҡында һүҙ һөйләүҙән туҡтап, эшкә тотонорға ваҡыт.
Яңыраҡ «Форбс» журналы баҫып сығарған рейтинг Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырыу маҡсатында башҡарылған эштәрҙең ыңғай һөҙөмтә биреүен тағы бер ҡат раҫланы. Унда Рәсәйҙең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң уңайлы 30 ҡалаһы билдәләнгән булһа, Өфө – икенсе баҫҡыста! Миллион кеше йәшәгән ҡалаларҙы ғына иҫәпкә алһаҡ, баш ҡалабыҙға беренсе урын бирелер ине.
Дөйөмләштереп әйткәндә, донъя күләмендәге иҡтисади тетрәнеүҙәр беҙҙе артыҡ борсомаҫҡа тейеш. Заманса эшләргә өйрәнгән, халыҡ-ара кимәлдә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытҡан, «инновация» һәм «инвестиция» төшөнсәләренә етди әһәмиәт биргән хәлдә бирешмәйәсәкбеҙ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 34

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 40

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 43

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 40

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 57

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 49

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 62

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 69

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була 31.07.2025 // Иҡтисад

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була...

Тотош уҡырға 69