Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы: уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?
Ниһайәт, ике тиҫтә йылға яҡын көткәндән һуң, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә өлгәште. Ил етәкселәре был яңылыҡтың иҡтисадыбыҙ үҫеше өсөн этәргес булыуына ышандырырға теләһә, икенселәр ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн күңелһеҙ эҙемтәләрҙе фаразлай. Ысынлап та, нисек булыр: Рәсәй уңырмы, әллә туңырмы? Был ойошмаға инеүҙән ил иҡтисады ниндәй үҙгәреш кисерер, ул халыҡтың йәшәү кимәленә ниндәй йоғонто яһар? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә Башҡорт дәүләт университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ менән Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, Украина иҡтисад фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Вил Ҡасим улы НОСРАТУЛЛИН яуап эҙләне.

Кемдәр иҡтисадыбыҙға көрсөк көҫәй?

Илдар ҒӘБИТОВ: Вил Ҡасим улы, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе төп мәсьәләнән башлайыҡ. Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеү шул тиклем кәрәк инеме беҙгә? Илебеҙҙе хәҙер нимә көтә?
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы: уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Вил НОСРАТУЛЛИН: Һис икеләнмәйенсә әйтә алам: Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү илебеҙҙең иҡтисадына туранан-тура хәүеф менән янай. Бынан бары сеймал етештереүсе айырым тармаҡтар ғына ота, мәҫәлән, металлургия. Иҡтисадыбыҙҙың нигеҙе булған нефть һәм газ сәнәғәтенә уның бер ниндәй ҙә йоғонтоһо булмаясаҡ. Ә бына ауыл хужалығы өсөн ҡатмарлы ваҡыт етте. Был тармаҡта хәлдәр былай ҙа ҡыуаныслы түгел. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, 60 процентҡа тиклем аҙыҡ-түлек сит илдән индерелә. Ә дәүләт хәүефһеҙлеге шарттарына ярашлы, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек дөйөм һандың 85 процентына тиклем тәшкил итергә тейеш. Ни өсөн? Сөнки аҙыҡ-түлек етештереүселәр халыҡты эш урыны менән дә тәьмин итә. Эше булған кеше аҡсаһыҙ ултырмай. Тимәк, был социаль өлкәгә лә туранан-тура йоғонто яһай.
Минең фекеремсә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы дәүләт тарафынан үҙ ағышына ебәрелгән. Эйе, ҡайһы бер төбәктәр уны үҫтереү буйынса эш алып бара. Әммә юғарынан уны үҫтереүгә этәргән бер ниндәй ҙә аныҡ ҡына система тәҡдим ителмәй. Тап шуға ла күп хужалыҡтар бөлгөнлөккә төштө, башҡалары эшен яйға һала алмай йонсой. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, бөгөн был тармаҡ көрсөк кисерә һәм әллә ни һиҙелерлек ыңғай күренештәр юҡ тиерлек.
Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, был тармаҡҡа дотациялар кәмейәсәк, дәүләт пошлиналары менән дә шул уҡ хәл. Йәғни ошо факторҙар ауыл хужалығының былай ҙа мөшкөл хәлен тағы ла насарайтасаҡ...
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы: уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Илдар ҒӘБИТОВ: Был ойошмаға инеү өсөн Рәсәй 18 йыл ныҡышты. Әммә етәкселегебеҙ унда инеүҙән нимә ота һәм нимәлә отола – ябай халыҡҡа ошоно һис тә аңлатмай бит! Улай ғына ла түгел, Дәүләт Думаһында ултырған депутаттар араһында ла быны төшөнөп етмәгәндәр етерлек! Һеҙҙең әйткәндәр ҙә ошоно раҫлай. Шулай булғас, ниңә шундай ныҡышмаллыҡ менән ынтылабыҙ һуң унда?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Ил етәкселегендә лә, парламентта ла һәр тармаҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан лоббиҙар бар. Әлегә металлургия лоббиһы көслөрәк булып сыҡты.
Шулай уҡ "аръяҡта" ла тап бөгөнгө шарттарҙа беҙҙең ошо сауҙа ойошмаһына инеүебеҙҙе теләйҙәр, быға шик юҡ. Сәбәбе – улар иҡтисадыбыҙҙың артабан да көрсөккә тәгәрәүен көҫәй. Ниңә? Һуңынан беҙҙең ил, предприятиелар етәкселеге, башҡалар кеүек, уларға теләнселәп барһын өсөн. Бурысҡа аҡса һорап, шул уҡ Халыҡ-ара валюта фондына йә башҡа ойошмаларға мөрәжәғәт итһен өсөн. Ә һуңынан бындай көсһөҙ иҡтисад менән ул тиклем бурысты ҡайтарыу мөмкин булмаясаҡ. Билдәле бер ваҡыт етеү менән, ошо кредит элмәге бөгөн Грецияға һалынған кеүек, беҙгә лә ырғытыласаҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Греция бөгөн биләмәләренә тиклем һата бит. Шулай итеп, ул нигеҙҙә бөгөн суверенитетын юғалта. Шуға ла, минең шәхсән фекеремсә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең менән дә тап шулай эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеп, бурыстар һаҙлығына батыу менән, беҙгә лә дәғүәләр белдерелә башлаясаҡ. Уны ябай халыҡ ишетмәйәсәк тә, күрмәйәсәк тә. Әммә ҙур предприятиеларҙың акцияларының контроль пакеты, ҙур ер биләмәләре килмешәктәр ҡулына күсәсәк һәм, шулай итеп, беҙҙең суверенитеттың да әкренләп юҡҡа сығыу ҡурҡынысы тыуасаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ: Көсһөҙ иҡтисад тинегеҙ... Ә был көсһөҙ иҡтисадтың тамырҙары ҡайҙан үрелә һуң?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Халыҡты ишетмәйҙәр бөгөн — бөтә бәлә шунан килә. Быға байтаҡ миҫал килтерергә була. Халыҡтың йәшәү кимәле үтә мөшкөлләнә башлағас ҡына, беҙҙә прогрессив һалым системаһы тураһында һүҙ йөрөтә башланылар. Хатта быны талап итеүселәр ҙә табылды. Ә был хаҡта Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Дмитрий Львов 1995 йылда уҡ киҫәткәйне. Ниһайәт, уның сығыштары ил етәкселегенә лә барып етте, әммә алға китеш һаман һиҙелмәй, бер урында тапанабыҙ. Шуға ла бөгөн төп мәсьәләләрҙең береһе – килемдәрҙе бүлеү системаһын көйләү.
Шулай уҡ офшор зоналар мәсьәләһе. Бөгөн иҡтисадта күңелһеҙ хәл: иҡтисадсыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ, һәр тармаҡтың, предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн ҙур көс һала. Ә бөтә "ҡаймаҡ" офшор зоналар аша сит илдәргә юллана һәм бөтөнләй беҙҙең иҡтисад файҙаһына эшләмәй. Ошонан һуң нисек күңелең әрнемәҫ?
Был ҡаршылыҡтарҙы нисек хәл итергә була һуң? Әлбиттә, иң тәүҙә теорияла, ә аҙаҡ ғәмәлдә ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, Маркстың сәйәси иҡтисад теорияһы үткән быуатта беҙҙә генә түгел, башҡа социалистик илдәрҙә лә уңышлы тормошҡа ашырылды. Һуңынан быға капиталистик илдәр ҙә ҡараш ташлап, беҙҙең тәжрибәне ентекле өйрәнә башланы. Ни тиһәң дә, аяуһыҙ капитализмға конкуренция барлыҡҡа килгәйне. Шуға ла капиталистик илдәрҙә лә социаль мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә башланылар. Һөҙөмтәлә бөгөн улар үҙҙәрендә СССР халҡы төҙөп бөтә алмаған коммунизмды булдырып та ҡуйҙы. Миҫалға Швеция, Норвегия кеүек Скандинавия илдәрен килтерергә мөмкин.
Шуға күрә бөгөн беҙгә социаль өлкәлә килемде дөрөҫ бүлеү өсөн ошо илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү һәм анализлау етер ине. Һуңынан, әйҙә, рәхәтләнеп үҙеңдә ҡуллан!
Шулай уҡ илдәге кадрҙар мәсьәләһе лә уйландыра. Үҙ тармағын бөтөнләй белмәгәндәр министр креслоһына ултыра. Ә ундай сәйәсәт үҙгәртелмәгәндә иҡтисадты, илде үҫтереү тураһында һөйләү бөтөнләй урынһыҙ.

Ҡытай менән Скандинавия илдәрендә халыҡ ҡәнәғәт

Илдар ҒӘБИТОВ: Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенән автомобиль етештереү менән еңел сәнәғәт ҙур зыян күрәсәк, тип фаразлай белгестәр. Ә уларҙың эске тулайым продукттағы күләме — ни бары дүрт процент. Шуға күрә был ике тармаҡҡа ҡул һелтәп кенә ҡуйыу дөрөҫөрәк булмаҫмы?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Улар бит халыҡты эш менән тәьмин итә. Ҡайҙалыр бөтә ҡала халҡы ошо тармаҡ предприятиеларына күҙ төбәп тора. Уларҙы япһаң, ҡала йәшәүҙән туҡтаясаҡ. Ә халыҡ нимә эшләргә, ҡайҙа барырға тейеш? Әлбиттә, был предприятиелар ҙа, үҙ урынын табып, кешеләр шатланып һатып алырлыҡ тауар етештерә ала. Әммә улар барыбер үҙҡиммәте буйынса сит илдеке менән ярышырлыҡ хәлдә булмаясаҡ.
Мәҫәлән, бөгөн беҙҙә уңдырышлы ерҙәр, АҠШ һәм Европа илдәре менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тиклем кәм. Һөҙөмтәлә бөтә етештерелгәндең үҙҡиммәте лә артығыраҡ килеп сыға. Шулай булғас, компенсациялау, бер тигеҙ шарттар булдырыу шарт. Әммә беҙҙә был турала бер кем дә уйлап ҡарамай.
Илдар ҒӘБИТОВ: Ыңғай миҫал да бар бит әле. Мәҫәлән, Ҡытай күптән Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында һәм Ер шарының фабрикаһына әүерелде...
Вил НОСРАТУЛЛИН: Был илдә бөтәһе лә идеология нигеҙендә башҡарыла. Халыҡтың энтузиазмын арттырыу ҙа төп факторҙарҙың береһе. Ҡытайҙың үҫешенең нигеҙе лә шунда. Мәҫәлән, Көнбайыш иҡтисадсылары энтузиазмдың ни икәнен дә белмәй. Беҙҙә иһә хәҙер стахановсыларҙан көлөүселәр бар. Улар эшләргә үҙҙәре атлығып торған, бер кем дә ҡурҡытып ҡыумаған!
Идеологияның һөҙөмтәһе шул: ҡасандыр ас-яланғас Ҡытай ни бары 20 йыл эсендә халҡын туйҙыра алды. Бөгөн донъяла иҡтисады иң көслө дәүләттәрҙең береһе. Ни өсөн? Сөнки улар аҡыл менән, тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, аҡыл менән, идара итеү ысулдары теорияһын ентекле өйрәнеп, уны яйлап тормошта ҡулланыуға күсте. Шуға күрә уларҙың системаһы бөгөн бөтөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Ә беҙҙә бының киреһе, сөнки теоретиктарға ҡарата: "Уларҙан ниндәй файҙа булһын?" — тигән ҡараш йәшәй. Ә һәр нәмәне бөтә яҡлап ентекле өйрәнмәйенсә, уның һөҙөмтәһе яҡшы булыр тип өмөтләнеү — төптө аҡылһыҙлыҡ.
Ҡытайҙың тағы бер сере: унда идара итеү майлап ҡуйғандай эшләй. Иң аҫта ла, иң өҫтә лә. Дәртләндерә лә беләләр, шул уҡ ваҡытта ҡамсы ла бар. Репрессия аппараты ҡеүәтле. Ләкин ул тотош халыҡҡа ҡарата түгел, ә ҡараҡтарға һәм коррупционерҙарға ҡаршы ҡулланыла. Ҡытайҙа ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, йылына ун меңгә яҡын ғәйепле үлем язаһына хөкөм ителә. Шуға ла унда нимәлер урлар алдынан уйланырға һәм борсолорға нигеҙ бар.
Һәммә фәнни-техник ҡаҙаныштар, административ, хоҡуҡи, иҡтисади механизмдарҙың яйлы эшләүе һөҙөмтәһендә, туранан-тура етештереүгә йүнәлтелә. Ә етештереүгә был илдә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Улар араһында хатта миллиардерҙар ҙа бар, тик улар дәүләт милкен урлап түгел, ә үҙенең тырыш хеҙмәте һәм тырышлығы менән байыған.

Әллә Рәсәйҙе бөлдөрөү сараһымы...

Илдар ҒӘБИТОВ: Ҡытайҙа эшсе ҡулдар арзан тигән фекер ҙә бар бит әле...
Вил НОСРАТУЛЛИН: Эйе, уныһы ла мөмкин. Әммә был иң мөһиме түгел. Эшсе ҡулдар арзан булған башҡа илдәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, Монголия. Ни эшләп уның иҡтисады үҫешмәй һуң? АҠШ менән сағыштырғанда, беҙҙә лә эшсе ҡулдар бик арзан! Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса ике-өс тапҡырға арттараҡ булһаҡ та, беҙҙә эске тулайым продукттың бер һумы өсөн биш-алты тапҡырға аҙыраҡ түләнә. Ошонан һуң беҙҙә эшсе ҡулдар ҡиммәт тип әйтеп буламы?! Тағы ла уларҙа иң ҙур эш хаҡтары иҫәпкә инмәй бит әле. Ә беҙҙә Чубайс күпме ала ла ябай ауыл эшсәне күпмегә көн итә? Шуға күрә иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе көйләгән аҡыллы система булдырыу һәм, ошоға өҫтәп, етештереүҙең бөтә факторҙарын һөҙөмтәле ҡулланыу Ҡытайҙың бөгөнгө уңышының сере тиергә була.
Илдар ҒӘБИТОВ: Скандинавия илдәре тураһында ла әйтеп үткәйнегеҙ. Ә улар беҙгә ни йәһәттән миҫал була ала?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Швеция, Финляндия, Норвегия, шулай уҡ Дания социаль нигеҙле баҙар иҡтисадына ынтылған ордолибералдар теорияһы нигеҙендә үҫеште. Шуға күрә был илдәрҙә социаль-демократтар власҡа килде лә инде. Улар шул уҡ коммунистар, ни бары мәсьәләне революция аша түгел, ә эволюция юлы менән хәл итергә ынтылалар. Шулай уҡ административ баҫым аша баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренә лә ҡыҫылыу юҡ. Әммә һалым системаһы бик ҡаты, ҡайһы бер тармаҡтарҙа ул 70 — 80 процентҡа тиклем барып етә. Шуға күрә уларҙа ҡаҙна һәр саҡ тулы. Социаль өлкә лә ентекле өйрәнелгәндән һуң ғына көйләнә һәм һәр ваҡыт тикшерелә. Шуға ла һуңғы йылдарҙа был илдәргә мигранттар ағымы көсәйә, хатта Рәсәйҙән дә юлланыусылар байтаҡ.
Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙ 70 йылға яҡын өлгәшә алмаған социализмды Скандинавия илдәре үҙҙәрендә күптән төҙөп ҡуйҙы. Сәбәбе – илебеҙҙә бөтәһе лә административ баҫым һәм мәжбүр итеү аша башҡарылды.
Илдар ҒӘБИТОВ: Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү тураһындағы ҡарарын хәҙер Дәүләт Думаһы ҡабул итергә тейеш. Депутаттарыбыҙ ниндәй фекерҙә булыр, нисек уйлайһығыҙ?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Бөгөн Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү тураһындағы ҡарарҙы Дәүләт Думаһы үткәрмәһен өсөн көрәшкән йәмәғәтселек хәрәкәте бар. Уларҙың көсө етерме, икеле. Әгәр ҡарар үтһә, илдең иҡтисади хәле ҡатмарлашасаҡ. Тәүге бер-ике йылда аҙыҡ-түлеккә, ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ төшәсәк. "Аръяҡтағылар" бындай сәйәсәтте беҙҙең етештереүселәрҙе бөлгөнлөккә төшөргәнсе алып барасаҡ. Бынан һуң яйлап ҡына хаҡтар күтәрелә башлаясаҡ, бындай шарттарҙа эшһеҙлек артасаҡ, халыҡтың килеме, киреһенсә, кәмейәсәк. Социаль пособиеларҙы түләргә ҡаҙнаның көсө етмәйәсәк. Беҙҙең ил етәкселеге бындай хәлдә, әлбиттә, Халыҡ-ара валюта фондына һәм башҡаларға кредит һорап мөрәжәғәт итәсәк, шулай итеп бурыс һаҙлығына батасаҡ. Бюджетҡа килгән аҡсаның күп өлөшө ошо кредиттарҙың проценттарын түләүгә тотоноласаҡ. Һөҙөмтәлә халыҡтың хәле мөшкөлләнәсәк, ил бурысҡа батасаҡ, беҙҙең иҡтисадтың "дилбегәһе" "аръяҡтағыларҙың" ҡулына эләгәсәк. Ә ҡарарҙы үткәрмәһәләр, яҡшымы-түгелме, бөгөнгө хәлебеҙ дауам итәсәк.
Илдар ҒӘБИТОВ: Һеҙҙең әйткәндәрегеҙҙән сығып, СССР заманындағы "тимер ҡоршау" ошондай хәлдәрҙән һаҡланыу сараһы булған тиергә буламы?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Юҡ, ул ваҡытта "тимер ҡоршау" Көнбайыш илдәре башланғысы менән булдырылды, уларға коммунизмдан һаҡланырға кәрәк ине. СССР тарҡалыу менән ул юҡҡа сыҡты һәм беҙҙең бөтә аҡса Көнбайышҡа ағылды. Әгәр улар үҙебеҙҙә ҡалған булһа, бөгөн Рәсәй иҡтисадының ҡеүәте Ҡытайҙыҡынан һис тә ҡалышмаҫ ине.
Илдар ҒӘБИТОВ: Тимәк, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы заманыбыҙҙың "Троя аты" булып сығамы инде?
Вил НОСРАТУЛЛИН: Тап шулай! Быны түбәндәгеләр ҙә раҫлай: мәҫәлән, сауҙа ойошмаһының талаптарын үтәү ҡайһы бер илдәр өсөн мотлаҡ (Рәсәй һәм башҡа үҫешкән илдәр), ә башҡалар (АҠШ, Ҡытай, Япония һәм Көнбайыш дәүләттәр) теләгәнен башҡара. Ысынлап та, әгәр барыһы өсөн дә бер тигеҙ талаптар ҡуйылһа, ул донъя иҡтисадының һөҙөмтәлелеген арттырыусы көскә әйләнер ине. Әммә сауҙа ойошмаһын бөгөн... конкурентлыҡ көрәшендә ҡулланалар. Шулай булғас, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 340

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 389

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 272

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 344

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 296

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 367

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 369

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 339

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 328

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 273

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 519