Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ун ике сәбәптең беренсеһе
Ун ике сәбәптең беренсеһеАлданған өлөшсөләр мәсьәләһе илебеҙҙә бер һүлпәнәйә, бер ҡырҡыулана төшә. Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең 69 төбәгендә былтырғы йыл аҙағына 785 проблемалы объект иҫәпләнгән һәм алданған өлөшсөләр һаны 46 мең кешенән ашҡан. РБК агентлығы хәбәр итеүенсә, бындай граждандарҙың һаны ошо осорға сирек тапҡырға артҡан. Ни өсөн күрелгән саралар тейешле һөҙөмтә бирмәй?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комите­тының күптән түгел уҙғарылған киңәй­телгән ултырышы ошо һорауға яуап эҙләне. Ултырыш “Төҙөүселәрҙең (заказ­сыларҙың) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса йөкләмәләрен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙы яҡлауға йүнәлтелгән саралар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлеше тураһында” тип аталды. Был ҡанун 2011 йылдың 3 мартында уҡ ҡабул ителгәйне. Комитет рәйесе Елена Родина алып барған сарала, республика парламенты етәкселегенән тыш, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика Башлығы Хаки­миәте һәм Хөкүмәт вәкилдәре, министр­лыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, дәүләт власының федераль органдары рәйес­тәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, граждандарҙың инициатив төркөмдәренән айырым кешеләр, төҙөлөш компаниялары һәм йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
– Әлегә саҡлы ҡабул ителгән ҡануни акттар беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәне, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ултырыш башланыр алдынан хәбәрселәр менән һөйләшкәндә. – Бөгөнгө сара ошо мәсьәлә буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу йүнәлешендә яңы һәм эшлекле тәҡдимдәр бирер тип иҫәпләйбеҙ. Уларҙың асылы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтна­мәһендә аныҡ әйтелгән билдәләмәгә тап килергә бурыслы: торлаҡ йорт һалыуҙа өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың тәүәккәллеге төҙөлөш ойошмаһына һәм банктарға йөкмәтелергә тейеш. Был – ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡуйылған төп шарт. Беҙҙең республикала ла ошо проблема һәр саҡ етәкселектең иғтибар үҙәгендә булды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә алданған өлөшсөләр проблемаһының 2019 йылға тиклем хәл ителергә тейешлеге тураһында әйтелде. Мәсьәләгә республика Башлығы, парламентыбыҙ һәм Хөкүмә­тебеҙ тарафынан иғтибарҙың кәмемәүе шуның менән аңлатыла.
Ултырышта байтаҡ етәкселәр мәсьә­ләне хәл итеү буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе, ҡайһы бер сығыштар тойғоға ла бай булды, шикелле. Уларҙы тыңлағанда Көнсығыштың киң билдәле геройы Хужа Насретдиндең һүҙҙәре иҫкә төштө: “Әгәр ҙә ун ике сәбәптең беренсеһе аҡса юҡлыҡҡа ҡайтып ҡала икән, ҡалған ун берен әйтеп тормаһағыҙ ҙа була”, — тигән ул. Аҡса булһа, кем дә төҙөй ала тигәндәй, ике-өс ҡаты ғына һалынғас та туҡтап ҡалған күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы төҙөп бөтөү өсөн финанс сығанағын ҡайҙан табырға?
Хәйер, аҡса бар – йорт төҙөйбөҙ, тип халыҡты алдап йыйған йөҙҙәрсә миллион, ә, бәлки, миллиардлаған аҡса кемдеңдер кеҫәһенә инеп ятҡан. Тик уларҙы нисек түләттерергә? Әллә көнүҙәк иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн туплана барған ҡаҙна аҡсаһын тотонорғамы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай һорауҙарға яуап бирер өсөн ултырышҡа ниңәлер хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килмәгәйне. Бер юлы ошо органдарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың декабрҙәге ҙур матбуғат конференция­һында биргән баһаһы иҫкә төшә:
– Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшендә яҡшы яҡҡа ҙур үҙгәрештәрҙе әлегә күрмәйбеҙ, – тигәйне ул, бер хәбәрсенең һорауына яуап биреп. – Был, әлбиттә, төрлө кимәлдәрҙәге коррупция менән дә, эштең насар ойошторолоуы менән дә, ошо даирәне контролдә тотмау менән дә бәйле.
Беҙҙең гәзиттә Башҡортостан прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова менән баҫылған әңгәмә лә шул даирәләге етешһеҙлектәргә күрһәтә: “Енәйәт эштәрен тикшергән саҡта тәфтишселәрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы эште тотҡарланы, алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға алып килде. Был төрҙәге барлыҡ енәйәт эштәре буйынса оператив-эҙләнеү төркөмдәре ойошторолған, шуға күрә оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эштәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлүмәттәрен йыйырға, анализларға, теркәп барырға бурыслы ине, ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәтмәләре тулы күләмдә үтәлмәне һәм улар насар башҡарылды. Урланған аҡсаны кемгәлер һәм ҡайҙалыр тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡлан­маны”, — тигәйне прокурор урынбаҫары.
Киңәйтелгән ултырышта башҡарылған эштәр тураһындағы төп отчет менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов сығыш яһаны. Ул мәсьәләне комплекслы хәл итеү, алданған өлөшсөләрҙең мәғлүмәт алыу мөмкинлеген киңәйтеү, төҙөлөш объектта­рындағы хәлде даими контролдә тотоу зарурлығы хаҡында аңлатты. Һорауҙарҙың күпселеге лә, әлбиттә, ошо төп докладсыға бирелде.
– Бына һеҙ төҙөлөштө туҡтатҡан һәм артабан алып бара алмаған ойошмаларға ҡарата банкротлыҡ эше ҡуҙғатыу мөмкинлеге тураһында әйтеп үттегеҙ, – тине депутат Рөстәм Мусабиров. – Әммә шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: “Меркурий” тигән шәхси төҙөлөш фирмаһына ҡарата ошондай банкротлыҡ процедураһы 2012 йылда уҡ башланған һәм әле һаман дауам итә! Бындай юл менән барырға кәрәкме икән?
– Һеҙ алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү менән шөғөлләнгән бик күп ойошмаларҙы атанығыҙ, ни өсөн улар шулай күп һәм был һөҙөмтәлелекте кәметеүгә алып килмәйме? – тип ғәжәпләнде депутат Римма Үтәшева.
– Дәүләт комитетында был проблема менән шөғөлләнергә тейешле эш төркөмө ойошторолған. Ул ниндәй һөҙөмтә күрһәтә, мәсьәләне хәл итеүҙе алға ебәрә алдымы? Һеҙ әлегә уның проблемалы йорттарҙы асыҡлауы тураһында ғына һөйләнегеҙ, – ти ултырышҡа махсус килгән Дәүләт Думаһының Төҙөлөш сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев.
– “Төбәк операторы” дәүләт унитар предприятиеһы булдырылған, ул ниндәй эш башҡара? Һәм, ғөмүмән, беҙ был проб­леманы хәл итеү буйынса ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән эшлекле тәҡдимдәр көтә инек... – тине парламент рәйесе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бирелгән һорау­ҙарға аныҡ һәм ышаныслы яуап ишетергә тура килмәне.
Ошо уҡ дәүләт комитеты мәғлүмәттә­ренә ҡарағанда, төҙөлөш ойошмаларының хоҡуҡи ҡанундарҙы боҙоуы арҡаһында зыян күргән граждандарҙы яҡлау буйынса саралар 2011 йылдан алып 28 торлаҡ йортто һалып бөтөргә һәм 3 200 алданған өлөшсөнөң проблемаһын хәл итергә мөмкинлек биргән. Әммә һуңғы осорҙа зыян күреүселәр исемлегенә өҫтәмә рәүештә 33 күп ҡатлы йорт буйынса 1400 гражданды индерергә мәжбүр булғандар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай был мәсьәләгә иғтибарын кәметмәй. Үрҙә күрһәтелгән Закондан тыш, ике тапҡыр – 2016 йылдың декабрендә һәм 2017 йылдың ноябрендә – республика парламенты Башҡортостан ҡануниәтенең айырым закон акттарына ошо даирәне көйләү буйынса үҙгәрештәр индерҙе. Алданған өлөшсөләр проблемаһы Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитетында һәм ул ойошторған Эксперт советында ла бер нисә тапҡыр тикшерелде, был сараларға граждандарҙың инициатив төркөмдәре вәкилдәре лә саҡырылды.
Константин Толкачев ултырыш аҙа­ғында билдәләүенсә, Хөкүмәт һәм вәкәләтле органдар мәсьәләне хәл итеү юлдарын асыҡ күрә, проблемалы 33 объект буйынса ла “юл картаһы” булдырылған. Парламент етәксеһе Дәүләт Йыйылышы депутаттарына ошо документтарҙың тормошҡа ашырылыуын даими күҙәтеүҙә тоторға, проблемалы йорттарҙың төҙөлөш майҙансығына әленән-әле барып торорға, өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө менән осрашыуҙар ойошторорға, ҡатмарлыҡтар тыуа ҡалғанда, тейешле саралар күрергә ҡушты.
Рәсәй буйынса ла был мәсьәләне хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған саралар күрелә. Былтырғы йыл аҙағында ил Президенты Владимир Путин төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡандар өсөн компенсация фонды булдырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, алданған өлөшсөләргә ярҙам итергә тейешле махсус фонд ойошторола, Рәсәйҙә эшләгән һәр төҙөлөш предприятиеһы торлаҡты килешеү буйынса һатҡан аҡсаның 1,2 процентын ошо тупланмаға ебәрергә бурыслы.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә