Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөнгө уңыштар тынысланырға нигеҙ түгел
Бөгөнгө уңыштар  тынысланырға нигеҙ түгелТотороҡлолоҡ – ул артабанғы үҫеш өсөн гарантия түгел, ә алға ынтылышҡа нигеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә шулай тип белдергәйне. “Беҙ алдыбыҙға амбициялы маҡсаттар ҡуйырға тейешбеҙ”, – тине ил етәксеһе. Был маҡсаттар нимәнән ғибәрәт, алға ынтылыш нисек төҫмөрләнәсәк һәм ниндәй күрһәткестәрҙе маяҡ итеп ҡуйырға бурыслыбыҙ?

Тырышлыҡ бар,
ә һөҙөмтә?

– Президент билдәләгәнсә, алдағы йылдар беҙҙең дәүләт өсөн күпселек осраҡта хәл иткес буласаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, күптән түгел республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһында сығыш яһап. – Был донъялағы тәрән үҙгәрештәр һәм технологик яҡтан яңырыу менән бәйле. Улар илдәр иҡтисадының структураһын, социаль хәрәкәттәрҙе, гражданлыҡ йәмғиә­тен, идара итеү системаларын үҙгәртәсәк. Рәсәй ҙә яҡын йылдарҙа иҡтисадты һанлаштырыуҙа ҡырҡа алға китергә, технологик ынтылыш яһарға бурыслы.
Маҡсатлы йүнәлештә ил төбәктәренә лә мөһим урын бирелә. Ә был йәһәттән иң хәл иткес шарт – инвестиция үҫеше. Ошо хаҡта бик күп яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ, һөҙөмтәләр бармы?
Инвестиция климаты буйынса милли баҫҡыста Башҡортостан йыл һайын өҫкә күтәрелә бара, беҙҙең республикала инвесторҙар өсөн уңайлы мөхит булдырылыуы бөтә Рәсәйҙең эшҡыуарҙар донъяһында билдәле. “Инвесторҙар менән беҙ бик төпсөнөп һәм етди эшләйбеҙ, уларға дәүләт яғынан да матди ярҙам күрһәтелә, өҫтөнлөклө проекттар исемлеге бар, яңы преференциялар булдырабыҙ”, – ти Рөстәм Зәки улы. Уның раҫлауынса, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫым кәмей, район һәм ҡалаларҙа инвестиция менән шөғөлләнгән вәкилдәр эш башлаған. Ләкин был барыһы ла ал да гөл тигәнде аңлатмай.
Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса республикала инвестиция күләме кәмегән. Ни өсөн шулай, нилектән тырышлыҡ үҙен аҡламаған? Әлеге коллегия ултырышы шул һорауҙарға яуап биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы ла инде. Белгестәр дәүләт ярҙамының ҡайһы төрө йоғонтоло булғанын, ҡайһыһының файҙаһы әллә ни һиҙелмәүен асыҡларға тырышты. Республикалағы һәм унан ситтә булған инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн яңы юлдар эҙләү талап ителә.
Республика Хөкүмәте инвестиция буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу, инфраструктура биналарын төҙөү өсөн махсус фонд булдырыу, инвесторҙарҙың ҡорамал һатып алыуға сығымдарына субсидия биреү буйынса һәм башҡа тәҡдимдәр әҙерләгән дә инде. Рөстәм Хәмитов был документтарҙы тиҙ арала эшләп бөтөргә һәм уға ҡул ҡуйыу өсөн тапшырырға ҡушты.
Сығыштарҙан күренеүенсә, республика проекттарға “инергә”, инвесторҙарға ярҙам итергә әҙер. Ләкин ҡаршы яҡтан, йәғни инвесторҙарҙың үҙҙәренән, бындай әҙерлек һәр саҡта ла бар тип булмай әлегә.
– Инвесторҙың ҡаҙна аҡсаһы менән эш итергә теләге бик булмауы тураһында элек тә әйткәнем бар, – тине республика Башлығы. – Ни өсөн икәне аңлашыла: унда барыһы ла “лупа” аша күренә, бюджет аҡсаһының ҡайҙа ағылғанын белеү еңел, тикшереүҙәр ҙә икенсе төрлө. Шуға күрә “Юҡ, бюджет аҡсаһы кәрәкмәй!” тигәнде йыш ишетәбеҙ. Бындай варианттарҙан китергә, ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән юлдар табырға кәрәк.

Инвестиция, инвестиция...

Рәсәй Президенты билдәләүенсә, илдең тулайым эске продуктында төп капиталға инвестиция 25 проценттан ашыу булырға тейеш. Үлсәм төбәктәрҙең тулайым продуктына ла ҡағыла. Был иһә яҡын йылдарҙа инвестиция күләмен 550-600 миллиард һумға еткереүҙе талап итә. Тимәк, алдағы биш-алты йыл эсендә был күрһәткестең бер ярым тапҡырға артыуы мотлаҡ. Шул маҡсатҡа өлгәшә алмаһаҡ, үҫеш булмаясаҡ, ти иҡтисадсылар.
Эксперттар раҫлауынса, Башҡорт­остандың бөгөн сәнәғәт мәшғүллеген киңәйтеүҙә өҫтөнлөгө бар. Беҙҙең төбәктә электән үк төрлө тармаҡтар буйынса предприятиелар тығыҙ тупланған, эшсе көс тә етерлек. Ә бына инновациялы үҫеш буйынса әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Бының сәбәптәре байтаҡ, шул иҫәптән – етештереү ҡеүәттәренең һуңғы бер нисә тиҫтә йылда барлыҡҡа килгән структураһы.
– Шулай ҙа эште тиҙләтеү, технологик яҡтан һынылыш булдырыу талап ителә, – ти республика етәксеһе. – Төп технологик яңылыҡтар – яһалма интеллект, виртуаль һәм өҫтәлмә ысынбарлыҡ, яңы материалдар, “интернет әйберҙәре”, үтә ҙур күләмдәге мәғлүмәтте эшкәртеү технологиялары, робот техникаһы, пилотһыҙ транспорт саралары, аҡыллы инженерлыҡ селтәрҙәре һәм башҡалар. Улар тураһында барығыҙ ҙа ишеткән һәм уҡығандыр, моғайын. Ғәмәлдә иһә бындай үҫеш беҙҙә башланмаған да әле.
Шулай уҡ биоинженерия, биомедицина, генлы терапия, молекуляр диагностиканың да киләсәге ҙур. Фәнни эшләнешкә нигеҙләнгән йүнәлештәр буйынса Башҡортостанда ыңғай миҫалдар ҙа күренә. Мәҫәлән, Геном медицинаһы үҙәге ойошторолдо һәм эшләй ҙә башланы. Радиоэлектроника сәнәғәте инновациялы тауар етештерергә әҙер, машиналар эшләү тармағында ла һуңғы осорҙа йәнләнеү күҙәтелә.
Ләкин химия, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы төр продукция етештереүгә һаман өлгәшә алмай, бәләкәй тоннажлы химия, йәғни ҡулланыусыға кәрәкле тауар эшләп сығарыу яйға һалынмаған тиерлек. Был предприятиелар, элекке йылдарҙағы кеүек, йәҙҙәрсә тонна яғыулыҡ һәм полимер етештереү артынан ҡыуа. Ә бит машина эшләүселәргә, ауыл хужалығы предприятиеларына, башҡа күп тармаҡтарға беҙҙең республикалағы иң ҡеүәтле ошо предприятиеларҙың инновациялы продукты бөгөн үк кәрәк.

Кадрҙар әҙерләү –
сәйәсәт ул

Яңы иҡтисади үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыуҙың төп ресурсы – кадрҙар сәйәсәте. Уның киләсәген йәштәр – йөҙҙәрсә мең һәләтле мәктәп уҡыусылары, студенттар, аспиранттар, юғары оҫталыҡҡа ынтылған йәш эшселәр, эшҡыуарҙар тәшкил итә икәнлеге бәхәсһеҙ. Башҡортостандағы халыҡ уртаса 38 йәштә, ә Волга буйы федераль округының күпселек төбәктәрендә был күрһәткес 42-44 йәште тәшкил итә. Әйтеүҙәренсә, был – беҙҙең өҫтөнлөк.
– Күптән түгел Бөтә Рәсәй “Рәсәй лидерҙары” конкурсы тамамланды, мин беҙҙә лә “Башҡортостан лидерҙары” тигән конкурс үткәрергә ҡуштым, әле документтар әҙерләнә, – ти Рөстәм Зәки улы. – Беҙ һәләтле һәм белдекле йәштәрҙе асыҡ­ларға, уларҙың идарасылар булып өлгөрөүенә ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Был конкурс быйыл уҡ үткәрелер тип уйлайым. Илебеҙ Президенты әйтеүенсә, әгәр ҙә беҙ заманса компаниялар һәм эш урындары булдырмайбыҙ, үҙенә ылыҡтырған киләсәк вәғәҙә итә алмайбыҙ икән, йәш белгестәребеҙ башҡа илдәргә китәсәк, һөҙөмтәлә йәмғиәтебеҙ үҫешкә көсөн юғалтасаҡ.
Республика Башлығы мәктәп тамам­лаусы­ларҙың күпләп баш ҡала уҡыу йорттарына китеүен иҫкә төшөрҙө. Мәскәү менән Санкт-Петербург йыл һайын иң һәләтле 15-17 мең үҫмеребеҙҙе “тартып ала”. Уларҙың күпселеге уҡыу йорттарын тамамлағас, республикаға кире ҡайтмай. Хатта Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа эре ҡалаларҙың хеҙмәт баҙарында бик отошло вазифа алмаһалар ҙа. “Тимәк, беҙ үҙебеҙ уларға заманса эш урындары тәҡдим итә алмайбыҙ, ә ситкә уҡырға һәм эшкә китеү ағымы көсәйә”, – тине Башҡортостан Башлығы һәм был хәлде республика өсөн бик ҙур проблема тип атаны.
Әлеге ҡатмарлы хәлдә республика Хөкүмәтенә һәм Мәғариф министрлығына ҡайһы бер эш алымдарын ҡайтанан ҡарап сығыу бурысы йөкмәтелә. “Тимәк, мотивация менән ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта шөғөлләнергә кәрәк”, – тип киҫәтте ултырышта ҡатнашыусыларҙы республика етәксеһе.

Был һеҙҙең эш, хеҙмәттәштәр!

Быйыл барлыҡ муниципалитеттар алдына концессия буйынса үҙ вәкәләтле органын булдырыу, уларҙың берлектәге һәм килешелгән эш итеүенә өлгәшеү бурысы ҡуйылған. Бындай структура һәр район һәм ҡала хакимиәте ҡарамағында булырға тейеш. “Был һеҙҙең эш, хеҙмәттәштәр! – тине Рөстәм Хәмитов, залда ултырған хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп. – Борондан эшләп килгән предприятие­ларға, компанияларға йәбешеп ятмағыҙ. Һеҙ уларҙы үҙ көсөгөҙ менән генә, бюджет аҡсаһына ғына тартып сығара алмаясаҡһығыҙ. Уларҙы шәхси ҡулдарға тапшырырға, һатырға кәрәк буласаҡ”.
Бер юлы ауыл ерендә инвесторҙар менән эште йәнләндереү талабы көн үҙәгенә сыға. Республикалағы кооперация хәрәкәтен киңәйтеү, был эшмәкәрлеккә барлыҡ ауылдарҙы ылыҡтырыу программаһы ла тормошҡа ашырылыуын дауам итәсәк. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, был эштә алға китеш бар.

Был мәсьәлә әле лә көнүҙәк

Донъя иҡтисадында хеҙмәт етештереү­сәнлеге күрһәткесенең көнүҙәк булыуҙан туҡтағаны юҡ. Хатта марксизм-ленинизм классиктары ла үҙ заманында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы со­циализм­дың еңеүе өсөн төп шарт тип атаған. Рәсәй Президенты Владимир Путин бер матбуғат конференцияһында шулай тип тә әйткәйне: “Рәсәй иҡтисадын Көнбайыштыҡы менән сағыштырыу урынһыҙ: улар тауарын нисек һатып бөтөргә белмәй, ә беҙ – нисек кибет кәштәләрен тултырырға...” Әлбиттә, был хеҙмәт етештереүсәнлеге менән туранан-тура бәйләнгән.
– Беҙҙә был эш маҡтанырлыҡ түгел әлегә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында урта тапҡырҙа килә. Хәйер, беҙ хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса бишенсе пилот проекты исемлегенә ингәнбеҙ...
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был программала ҡатнашырға ризалыҡ биргән предприятиелар быны тәүҙә шатланып ҡабул иткән. Ләкин артабан ризаһыҙлыҡ киткән, сөнки юғары талаптар ҡуялар, даими отчет биреп барырға кәрәк. “Ни өсөн һинең предприятиелағы етештереүсәнлек бер кешегә ҡарата йылына 1,5 миллион һум ғына тәшкил итә, ул бит бөгөнгө талаптар буйынса 3-5 миллион һумға, ә тырышҡанда 10 миллион һумға ла етергә тейеш?” Директор иңбашын һикертә: “Беҙҙә әлегә шулай”. “Ә ни өсөн ҡыш буйы йылытылып та буш торған 70 процент майҙаныңды һатмайһың да, ҡуртымға ла бирмәйһең?” Ғәмәлдә бындай һорауҙар бик күп. Улар етәксенең ең һыҙғанып эшләргә теләге булмауын ғына раҫлай.
Рәсәй Президенты хеҙмәт етештереү­сәнлеген йыл һайын биш процентҡа күтәрә барыу бурысын ҡуйҙы. Эксперттар аңлатыуынса, был – өлгәшеп булырлыҡ күрһәткес, сөнки сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла үҫеш өсөн резерв етерлек.

Бер ҡалаға – бер завод...

Илдең һәм айырым төбәктең барлыҡ биләмәһе бер тигеҙ үҫешмәүе һәр кемгә мәғлүм һәм бер тигеҙ итеү мөмкин дә түгел, ләкин артта ҡалған район һәм ҡалаларҙағы, бигерәк тә төпкөл ауылдарҙағы халыҡ үҙенең эш урындары, хеҙмәт хаҡының күләме, дауаланыу, белем алыу һәм башҡа хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алмай. Шуға күрә территориаль үҫеш мәсьәләһен хәл итеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Был мәсьәлә бер предприятиеға ғына ҡарап торған ҡалаларға (йәғни “моноҡала”) ла хас. Ошо предприятие бөлгөнлөккә дусар булһа, халыҡҡа бүтән эш урындары юҡ. Республика етәксеһе аңлатыуынса, федераль үҙәк моноҡалалар буйынса билдәләгән күрһәткестәрҙең барыһы ла үтәлә, яңы эш урындары асыла, урамдар төҙөкләндерелә, инвестиция йәлеп ителә. Был йүнәлештә республикаға “Внешэкономбанк”, Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды ярҙам итә. Улар булышлығында тейешле республика программаһы булдырылған һәм урындағы бюджеттар өсөн бүленгән аҡсаның 10 проценты ошондай ҡалаларҙы тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бер ай самаһы элек беҙҙең төбәктәге моноҡалалар исемлегенә федераль үлсәм буйынса ошо төргә тура килмәгән Ағиҙел, Сибай, Межгорье ҡалалары ла өҫтәлде.
Тәбиғи, һәр төбәк кеүек үк, Башҡорт­остан да тигеҙ үҫешмәй. Шуға күрә хеҙмәт һәм аҡыл ресурстарын, нигеҙҙә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Учалы, Сибай ҡалалары үҙенә тарта.
– Былтыр республиканың инвестициялар буйынса электән үк булдырылған ҡануниәте заман талаптарына ярашлы артабан камиллаштырылды һәм был эштә предприятиеларҙың тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынды, – тине коллегиялағы сығышында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. – Шул иҫәптән биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтергә тейешле резиденттар өсөн ташламалар билдәләнде, дәүләттең хосуси ойошмалар менән хеҙмәттәшлеге нигеҙендәге проекттар өсөн айырым шарттар ҡаралды, дәүләт ярҙамын күрһәтеү тәртибе ябайлаштырылды.
“Внешэкономбанк” рәйесе урынбаҫары, “Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү” программаһы етәксеһе Ирина Макиева республика етәксеһенең Биләмәләр үҫтереү үҙәген булдырыу тураһындағы тәҡдимен яҡлап сыҡты. Моноҡалалар һәм уларға тиңләштерелгән ҡала йәки ҡасабаларҙың үҫеше өсөн байтаҡ ресурс­тар алыу мөмкинлеге тыуа.

Яҡшы тауар донъя баҙарына сыға

Сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспортты арттырыуға һуңғы йылдарҙа федераль кимәлдә йүнәлеш алынды. Былтырғы йомғаҡтар буйынса республикала ошо күрһәткес ике миллиард доллар самаһы тәшкил итте. Ә Башҡортостандың барлыҡ экспорты – 10 миллиард долларға яҡын. Бер нисә йыл элек ул 16-17 миллиард долларға ла еткән, әммә санкциялар арҡаһында күрһәткес кәмегән.
Бөгөн Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ярҙамы менән Рәсәй экспорт үҙәгенең республикалағы бүлексәһе йоғонтоло эшләй. “Был йоҡо батшалығын аҡрынлап булһа ла уята башланыҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Экспорт менән шөғөлләнергә һис тә теләктәре юҡ. “Ниңә кәрәк ул? Беҙ үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ, ә экспорт – үтә мәшәҡәтле йүнәлеш”, — тиҙәр. Ләкин хәҙер экспортты заманса үҫтереүҙә ярҙам иткән институттар ҙа байтаҡ бит”.
Экспорт эшмәкәрлеге ҙур сәнәғәт предприятиеларына хас, әммә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ла ошо йүнәлешкә йәлеп итеү бурысы ҡуйыла һәм боҙ яйлап булһа ла урынынан ҡуҙғала.
– Хәл итәһе мәсьәләләр күп, ләкин илебеҙ Президенты ҡуйған төп бурысты – иҡтисади, технологик һәм инновациялы ынтылышты тиҙләтеүҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ, – тине республика етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487