Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙғы бер көн йылды туйҙыра
Яҙғы бер көн йылды туйҙыраУчалыла Урал аръяғы райондарында яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек мәсьәләһенә арналған агроконференция үтте. Мөһим сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, республиканың һәм Силәбе өлкәһе агрокомпаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Конференцияның ғәмәли өлөшөндә аграрийҙар, “Байрамғол” агрофирмаһы Уральск мал комплексының һауыу һәм быҙаулатыу цехтары эше менән танышып, предприятие техникаһының яҙғы сәсеүгә әҙерлеген ҡараны. “Байрамғол” — район­дың иң эре ауыл хужалығы предприятие­ларының береһе, уның ойоштороусыһы — Тау-байыҡтырыу комбинаты. 2008-2009 йылдарҙа бында Чехия технологияһы нигеҙендә ике заманса һөт-тауар комплексы төҙөлә.
Бөгөн хужалыҡта 2650 баш мал иҫәп­ләнә, шуның 1027-һе – һауын һыйырҙар. 2017 йылда хужалыҡта малдың продукт­лылығы 8427 кг тәшкил итә. Агрофирма күрһәткестәре һөҙөмтәһендә былтыр Учалы төбәктә иң күп һөт етештергән район булып танылды, бер һыйырҙан уртаса 8174 кг һөт һауылды, был, унан алдағы йыл менән сағыштыр­ғанда, 1612 килограмға күберәк.
Хужалыҡ яҙғы сәсеү эштәренә 90 процентҡа әҙер. 5800 гектарҙан ашыу сәсеү майҙанының 3200 гектарын иген культуралары биләйәсәк, тип күҙаллана. Агрофирма ерҙәрен үҙҙәренә мал аҙығы культуралары үҫтереү өсөн генә файҙалана. Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сенажға, кукурузды силосҡа әҙерләйҙәр. Йыл һайын норманан күберәк итеп мал аҙығы туплайҙар.
Орлоҡ мәсьәләһенә лә етди ҡарай хужалыҡ етәкселеге. Башлыса беренсе һәм икенсе репродукциялы бойҙайға өҫтөнлөк бирелә. Былтыр яңы “Тобольск” бойҙайын ҡулланғандар. Быйыл иһә кукуруз, элиталы бойҙай менән арпа һатып алыуҙы планлаштыралар.
— Яҙғы баҫыу эштәренә утыҙ берәмек техника йәлеп ителәсәк. Бесәнде рулонға йыйыу һәм уларҙы ташыу өсөн ҡорамал­дар һатып алдыҡ. Запас частарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, заявкалар бирелгән, тиҙҙән килеп етәсәк. Яҙғы сәсеү эштәрен йылдағыса тулыһынса үҙ көсөбөҙ менән атҡарып сығырға ниәтләнәбеҙ, — тине предприятие директоры Салауат Баһауетдинов.
Конференцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, дәүләт һәм шәхси аграр предприятиелар, кредит компаниялары тарафынан ойошторолған күргәҙмә менән танышып, кәрәкле мәғлүмәт алды.
Сараның пленар өлөшөн асып, Илшат Фазрахманов төбәк агросәнәғәт комплексы үҫешенең төп стратегик йүнәлештәрен билдәләне. Быйыл республика буйынса сәсеү майҙаны — 2065 мең, ә ужым баҫыуҙары 457 мең гектар тәшкил итәсәк. Һәр район аграрийҙары алдында иген, ҡуҙаҡлы, мал аҙығы культуралары майҙандарын былтырғы кимәлдә һаҡлап алып ҡалыу, уларҙың продуктлылығын күтәреү, яңы технологияларҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу бурысы тора.
Былтыр игенгә хаҡтарҙың төшөүен иҫәпкә алып, быйыл тары, яҫмыҡ, борсаҡ кеүек юғары килем алырлыҡ культура­ларға өҫтөнлөк биреү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ министр йыйылыусыларҙың иғтибарын май бирә торған культураларҙы күберәк сәсеү кәрәклегенә йүнәлтте – рапс, шипкән, сурепица ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүселәрҙә ҙур ихтыяж менән файҙалана, уларға хаҡтар ҙа юғары.
Бәләкәй төр хужалыҡ алып барыу­сыларға ярҙам итеү, крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтарҙың кооперативтарға берләшеүе һәм уларға эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн субсидиялар бүлеү — иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләне Илшат Фазрахманов. Ошо маҡсатта киләһе өс йылда республика бюджетынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Ауыл хужалығы кооперативтары эшкәртеү ҡорамалдары һатып алыу өсөн 3 миллион һумға тиклем аҡсаға дәғүә итә аласаҡ.
Республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов сығышында, быйылғы сәсеү кампанияһын уңышлы уҙғарыу маҡсатында дәүләт ярҙамының бар төрҙәре һаҡланасаҡ, тип белдерҙе. Яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар, минераль ашламалар өсөн алынған ҡыҫҡа сроклы кредиттарҙың процент ставкалары ла ҡапланасаҡ. Сығыш яһаусы дәүләт ярҙамына һалым һәм штрафтар буйынса бурыстары булмаған предприятиеларҙың ғына дәғүә итә аласағын билдәләне. Субсидиялауҙың яңы йүнәлеше – тоҡомло малсылыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү, уға, һыйыр малынан тыш, тоҡомло йылҡы, һарыҡ, сусҡа һатып алыусылар өмөт итә ала. Яңы эш башлаған фермерҙар, ғаилә фермалары ла дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ, был төр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү­селәргә, беренселәренә — 57, икенселә­ренә 250 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәргә лә дәүләт ярҙамы күрһәтелә: конкурс нигеҙендә юғары белемле белгес – 500, техникум тамамлаусы 300 мең һумға дәғүә итә ала. Улар килешеү төҙөлгән хужалыҡта өс йыл эшләргә тейеш була.
Учалы аграрийҙарының яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлеге тураһында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев сығыш яһаны. Быйыл сәсеү майҙандары 27 мең гектар тәшкил итәсәк, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 500 гектарға күберәк, яҙғы сәсеү 16 мең гектар ерҙә башҡарыласаҡ. Мөһим кампанияға 148 берәмек техника йәлеп итеү күҙаллана, бөгөнгө көнгә уларҙың әҙерлек кимәле 91 процент тәшкил итә.
Ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтлән­дерерлек 2633 тонна орлоҡ әҙерләнгән, 296 тонна минераль ашламалар һатып алыу планлаштырыла. Яңы сәсеү миҙгелендә иген баҫыуҙарына структур үҙгәреш индереләсәк. Былтыр тәжрибә маҡсатында сәселгән ярауай шипкәндең мул уңыш биреүен күҙ уңында тотоп, был культура 146 гектар майҙанды биләйәсәк. Ужым шипкәненең бөгөнгө торошо яҡшы хәлдә. Районда шулай уҡ май бирә торған культуралар майҙанын киңәйтеү, ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеү күҙаллана. Беренсеһе “Учалы элеваторы” проекты тормошҡа ашырыла башлауға бәйле.
Предприятиеның ойоштороусыһы, Силәбе өлкәһе инвесторы Антон Жигалов яңы производство тураһында һөйләне. Завод­та рапс һәм башҡа техник культу­раларҙан май һәм төпрә алыу эше башҡарыласаҡ. Сеймалды ойоштороу­сылар республика һәм урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренән аласаҡ. Тәүге этапта етештереү күләме йылына 15 мең тонна тәшкил итәсәк, тип күҙал­лана. Инвестпроектҡа ярашлы, май бирә торған культураларҙы эшкәртеү һәм иген киптереү ҡоролмалары һатып алыу, 1300 метр оҙонлоҡтағы тимер юл тармағын капиталь ремонтлау, автомобиль һәм тимер юл үлсәүҙәре урынлаштырыу һәм башҡа эштәр планлаштырылған.
— Яңы предприятиеға орлоҡ, техника һатып алыу өсөн субсидия юллау, инвесткредитлау мәсьәләләрен хәл итеү, республика ауыл хужалығы тауары етештереүселәре менән сеймал һатып алыу буйынса килешеүҙәр төҙөүҙә министрлыҡ тарафынан һәр төрлө ярҙам күрһәтеләсәк, — тип белдерҙе Илшат Фазрахманов.
— Был проект Учалы өсөн генә түгел, бөтә Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн дә бик мөһим, киләсәктә элеватор базаһында күрше райондарҙың да хужалыҡтарын берләштереп, кооператив төҙөү мәсьәләһен күҙ уңында тотабыҙ, — тине Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.
Конференцияла шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре осоронда инженер-техник тәьмин ителеш, машина-трактор парктарын техник йәһәттән тикшереү, минераль ашламалар ҡулланыу, яҙғы баҫыу эштәре кампа­нияһын финанслау һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Кәңәшмә бик эшлекле шарттарҙа үтте. Урал аръяғы райондары аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы һәм ваҡытында атҡарып сығыу өсөн файҙалы мәғлүмәт, кәңәштәр алды, тәжрибә тупланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704