Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Баҫыу эштәре һуңлай
Баҫыу эштәре һуңлайБашҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы Мәләүез районының “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативында Урал алды төбәге райондары өсөн яҙғы сәсеүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, 16 райондың хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы бүлеге һәм төрлө предприятие етәкселәре ҡатнашты.


Конференцияла Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсет­динов, ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәх­мәтов, министр урынбаҫарҙары Ирек Сураков һәм Павел Иофинов, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре сығыш яһаны.
Сараның ғәмәли өлөшөндә ҡунаҡтар “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы етештереү кооперативының машина-трактор паркы һәм иген һаҡлағысы менән танышты. Был хужалыҡ заманға йәнәш атлай, техника менән дә яҡшы тәьмин ителгән.
Бөгөн ауыл хужалығында ҙур реформалар бармаһа ла, заман талаптарына ярашлы, ауыл эшсәндәренә баҙар шарттарына яраҡлашыуҙы тиҙләтеү талап ителә. Элеккесә форматта эшләгән хужа­лыҡтарға алға китеү еңелдән булмаясаҡ. Бөгөнгө шарттар улар алдында тулы циклдағы етештереү булдырыу талабын ҡуя. Фараздар буйынса, алдағы ике-өс йылда ауыл хужалығы продукттарына элекке кеүек яҡшы хаҡтар тәҡдим итмәүҙәре ихтимал. Шуға ла сеймалды тулы эшкәртеүҙе ойошторорға кәрәк.
Баҫыу эштәре һуңлай– Ауыл хужалығы үҫешенә ике фактор тәьҫир итә: һауа торошо һәм баҙарҙағы хаҡтар. Шуға ла уларға яраҡлашасаҡбыҙ. Быйыл яҙғы баҫыу эштәре ике аҙнаға һуңлап башланасаҡ. Ауыл хужалығы министрлығы йыл башынан “1000 агроном” программаһы буйынса бушлай уҡыу курстары ойоштора, әле 600-ҙән ашыу белгес әҙерлек үтте. Даими ойошторолған уҡыуҙар агрономдарҙы яңы технологиялар, культуралар менән таныштырыу маҡсатында үткәрелә. Бынан тыш тағы ла дүрт районда яҙғы сәсеүгә әҙерлек буйынса конференциялар ойоштороласаҡ. Күпселек хужалыҡтар баҫыу эштәрен башларға әҙер. Беҙ хужалыҡтарға сәсеү буйынса аныҡ план бирмәйбеҙ, үҙҙәре теләгән культураны сәсеү мөмкинлеге бар, – ти Илшат Илдус улы.
Әле республикала ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы ике йүнәлеште күҙ уңында тота: бөтә ҙур инвесторҙарҙы йәлеп итеү һәм ваҡ хужалыҡтарҙы берләштереп, ауыл кооперацияһына туп­лау. Элекке кеүек һәр хужалыҡҡа субсидия бүленмәйәсәк. Үҫешкән һәм продукция етештергәндәр генә дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Мәҫәлән, әле һөткә хаҡ төштө. Быға сит илдән индерелгән ҡоро һөт тә булышлыҡ итте. Ошондай көтөлмәгән хәлдәрҙән һәм монополистарҙан азат булыу өсөн ауыл хужалыҡтарына үҙҙәренә бәләкәй һөт заводтары асыу – көн талабы. Хәҙерге ваҡытта ҙур заводтар төҙөү кәрәкмәй, ә модулле цехтар ҡуйып, сифатлы органик аҙыҡ етештереү күпкә отошло, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов. Он, макарон, ярымфабрикаттар, пакеттарға төрөлгән һөт, сыр, колбаса кеүек әҙер ризыҡ етештереүгә күсеүҙе тиҙерәк хәл итергә кәңәш бирҙе ул, сөнки башҡа төбәктәр беҙҙең баҙарҙы яулай бара.
Шуны ла оноторға ярамай: республика ауыл хужалығы ризығын етеш­тергәндәр өсөн махсус программалар эшләй, субсидиялар бүленә. Мәҫәлән, ғинуар–февраль айҙарында һөт етештереүҙе кәметмәгән хужалыҡтарға һөттөң бер килограмы өсөн – дүрт, етештереүҙе арттырғандарға – 4 һум 40 тин, кәзә һөтө өсөн алты һум күләмендә субсидия түләнгән. Элиталы орлоҡ сәскән, минераль ашламалар алған өсөн дә ярҙам ҡаралған. Шулай тоҡомло мал үрсеткәндәргә лә субсидия бирелә. Әммә элекке кеүек был ярҙамға һәр кем иҫәп тота алмай. Хәҙер ҡайҙа үҫеш бар, кем мал һанын арттыра, һөт етештереүҙе үҫтерә, шулар ғына ярҙамға өмөт итә ала. Республика “һаҡсыл Хөкүмәт” принцибы менән эш итә, шуға ла хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн аҡса бүлгәндә “бер һумды ун һум итеп ҡайтар” тигән ҡағиҙәгә таянып эшләй.
Дәүләт ҡуҙаҡлы культуралар, клевер, люцерна һәм картуфтың элиталы орлоҡтарын һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентын ҡайтарырға әҙер. Мәҫәлән, элиталы ҡуҙаҡлы орлоҡ бер гектарға 11 364 һум иҫәбенән сығып субсидияланһа, элиталы башаҡлы культураның бер гектарына ике мең һумдан ашыу ҡаралған.
Баҫыу эштәре һуңлайБашҡортостан илдә ауыл хужалығы үҫешкән төбәктәр рәтендә. Быйыл 2 миллион 81 мең гектарҙа яҙғы баҫыу эштәре ойошторолорға тейеш, шул иҫәптән 1368 мең гектарҙа иген сәселәсәк. Ҡуҙаҡлы иген культураларын былтыр 67 308 гектар майҙанда үҫтерһәләр, быйыл уны 86 381 гектарға еткерергә йыйыналар. Был йәһәттән Урал алды райондары араһында бишбүләктәр ҙур пландар ҡора. Улар былтыр ҡуҙаҡлы культураларҙы 671 гектарға сәсһә, быйыл 4100 гектарға еткерергә ниәтләнә.
Был тарафтарҙағы климат шарттары шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү өсөн уңайлы. Былтыр Урал алды төбәгендәге хужалыҡтар 39 293 гектарға татлы тамыр ултыртҡан, әммә быйыл бындағы райондар был культураны бөтәһе 35 680 гектар ҡалдырырға ниәтләнә. Бары Благовар (6783 гектар) һәм Мәләүез (3035 гектар) райондары ғына татлы тамыр майҙанын арттырыу планын ҡуйған. Был йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре ауыл эшсәндәрен ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫкә саҡырҙы. Сөгөлдөр баҫыуҙарын бер юғалтһалар, уны кире тергеҙеү бик ауырға төшәсәк.
Былтырғы сәсеү һөҙөмтәләренән сығып, быйыл техник культуралар майҙанын арттырыу планлаштырыла. Йәғни рапс, гәрсис, шипкән, етен кеүек үҫентеләрҙе 349 мең гектарға сәсергә йыйыналар, былтырғы кимәлдән 31,6 мең гектарға күберәк. Ужым культуралары сәсеүҙе 700 мең гектарға тиклем еткереү планлаштырыла.
Урал алды төбәгендәге хужалыҡтар майлы культуралар майҙанын да арттырырға ниәтләнә. Мәҫәлән, былтыр уны 12 546 гектарға сәсһәләр, быйыл 27 414 гектарға тиклем еткерергә тигән план ҡуйғандар, йәғни был төбәккә ҡараған бөтә райондар ҙа майлы культураларҙы арттырыу яғында.
Быйыл элиталы орлоҡто субсидиялауға аҡса күберәк бүленәсәк. Былтыр ошо маҡсатҡа 49 миллион һум йүнәлтелгән булһа, быйыл 114 миллион һум ҡаралған.
Әле Башҡортостанда бер мең гектарға 4,5 трактор тура килә, ә уңыш йыйған комбайнға – 460 гектар майҙан. Дөйөм алғанда, республика хужалыҡтарында 15 мең трактор, 3 620 иген урыу комбайны, 9 мең самаһы сәсеү агрегаты иҫәпләнә. Урал алды райондарында иһә 1 353 трактор, 733 иген урыу комбайны, 895 сәсеү агрегаты бар. Ғөмүмән, республикабыҙҙың был зонаһында ҡеүәтле һәм көслө матди базаға эйә булған хужалыҡтар тупланған. Шуға ла уларҙың яҙғы сәсеүҙе уңышлы атҡарып сығасағына шик юҡ, тик көндәре генә торһон.
Мәләүез районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә