Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыш бауыры ҡыҫҡара
Ҡыш бауыры ҡыҫҡараҠыш бауыры оҙон, тип ололарҙың әйткәнен йыш ишетә инек бала саҡта. Йылдар үтһә лә, тәбиғәткә ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр мәғәнәһен юғалтмай. Башҡортостанда ла бит ҡыш иртә башланып, һуң ғына тамамлана. Әле март аҙағына яҡынлашһа ла, ҡыш менән хушлашырға иртә. Шуға хужалыҡтарға йәшел үлән ҡалҡҡансы малды ҡураларҙа аҫрарға тура киләсәк.


Әммә ҡыштың оҙонлоғо Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприя­тиеһын бер ҙә ҡурҡытмай, сөнки мал ҡышлатыу ойошҡан бара. Һыйырҙың һөтө – телендә, шуға ла малды һәйбәт туҡландырыу сифатлы һөт, ҙур артым алыуға килтерә.
– Мал ҡышлатыу план буйынса бара. Быға мал аҙығы базаһының ныҡлы булыуы ла, үҙ эшен яратып башҡарған малсылар ҙа булышлыҡ итә. Беҙ сифатлы мал аҙығы әҙерләүгә айырыуса иғтибар бирәбеҙ, етерлек күләмдә бесән, сенаж, силос, һаламы булһа, ҡышлау имен үтә. Мал аҙығы әҙерләү техноло­гияһы йылдан-йыл камиллаша. Мәҫәлән, 2014 йылдан мал аҙығы рационына консерваланған йәнселгән игенде индерәбеҙ, ул туҡлыҡлылығы буйынса киптерелгәндән бер ҙә ҡалышмай, киреһенсә, күпкә өҫтөн тора. Уны файҙаланыу һауымды, һөт сифатын, мал ауырлығын арттырыуға булышлыҡ итә. Бындай аҙыҡ яҡшы һаҡлана, алдан бешереү һәм башҡаса эшкәртеү талап ителмәй. Былтыр махсус “еңсәләргә” 3600 тонна кукуруз һәм 1300 тонна башҡа иген культуралары һалынды, – ти предприятие директоры Александр Коваленко.
Әйткәндәй, былтыр хужалыҡ иген һәм һалам етештереү буйынса яңы кимәлгә сыҡҡан. Ошо маҡсатта “Класс” фирма­һының “Роллант” маркалы дүрт пресс-йыйғысы һатып алғандар. Был техника, башҡа пресс-йыйғыстарҙан айырмалы, ротор алымлы турағыслы ҡорамал менән йыһазландырылған. Төргәктәр һаҡлау һәм таратыу өсөн бик уңайлы.
Йәмғиәттең төп маҡсаты – яҡшы то­ҡом бирерлек сәләмәт һәм физик яҡтан үҫешкән башмаҡ-таналар үрсетеү. Шуға уларҙы туҡландырыуға айырыуса иғти­бар бирелә, һәр малдың физик торошона ҡарап, аҙыҡ рационы тәғәйенләнә.
Хужалыҡта заманса һәм уңайлы корпустар – һыйыр-быҙауҙар өсөн уңайлы һарай, кәртәләр төҙөлгән. Биналар яңыртылған һәм заманса ҡорамалдар, хатта роботтар менән йыһазланды­рылған.
Хужалыҡтың 7 000 башҡа яҡын һыйы­ры бар, шуларҙың 1880-е – һауын һыйыры, 640 баш йылҡы ла аҫрайҙар. Һөт етештереүҙе арттырыу маҡсатында тағы ла ҡара-сыбар тоҡомло 500 баш тананы Свердловск, өлкәһенән һатып алғандар. Бынан тыш, заманса “Елочка” һауын залын булдырыуҙы ла хәстәр­ләгәндәр.
Хужалыҡ етештереү күрһәткестәре буйынса районда алдынғылар рәтендә. Былтыр бер һыйырҙан алынған йыллыҡ һауым уртаса 6700 килограмм тәшкил иткән, йәш малдың тәүлек артымы буйынса ла һөҙөмтәләр яҡшы.
Малдарҙы яратып тәрбиәләгәндә генә мал була. Һәр килограмм һөт, һәр грамм артым артында малсыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте тора.
– Бигерәк тә һыйырҙарҙың күпләп быҙаулаған сағы – тынғыһыҙ һәм яуаплы осор. Быҙауларға торған малды ваҡытында күреп, табыу бүлегенә оҙатырға кәрәк. Аҙаҡ иһә тәүге тапҡыр быҙаулаған таналарҙы һауын аппараттарына ѳөйрәтеү мөһим, – ти Көньяҡ ауылындағы һөт-тауар фермаһы һауынсыһы Анна Степанова.
– Был осраҡта һауынсыларға барлыҡ оҫталыҡтарын файҙаланып, таналарға наҙлы ла, хәлдәренә лә инеүсән булырға тура килә. Әгәр ҙә ҡатылыҡ күрһәтһәң, тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаясаҡ, – тип уның һүҙенә ҡушылды коллегаһы Людмила Храповецкая.
– Беҙҙә эшкә һәләтле, татыу коллектив тупланған. Һауынсылар ҙа, малсылар ҙа планды үтәргә тырыша. Уларҙың күпселеге малсылыҡта 20-30 йыл эшләгән, тәжрибәләре бар. Корпустарҙың барыһы ла һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған, шуға ла һауынсылар бер юлы күп һыйырҙы һауып, юғары сифатлы һөт алыуға өлгәшә, – ти хужалыҡ рәйесе.
Етәкселек малсылар Зөлфирә Салауатова, Лилиә Ситдиҡова, Ирина Юлдашеваның бурыстарына яуаплы ҡарауын билдәләй. Наталья Тимофеева, Әлиә Иҫдәүләтова, Вера Бурнаева ла уларҙан ҡалышмай. Лаборант Татьяна Умайлова, иҫәпсе Мария Стельмах, һауын ҡорамалдарын һәм тиҙәкте сығарыу транспортерҙарын хеҙмәтлән­дереүсе слесарҙар Андрей Першин, Сергей Ситдиҡов, Николай Летунов – үҙ эшенең оҫталары.
Хужалыҡтың Октябрь ауылындағы тауар-һөт фермаһында 300-ҙән ашыу һауын һыйыры иҫәпләнә. Һарайҙар таҙа, ҡоро һәм яҡты. Был иһә тәжрибәле малсыларҙың, белгестәрҙең фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Тәжрибәле һауын­сыларҙан Вера Ломоносова, Анна Карпова, Зауреш Ялғасова, Светлана Павлова һәр һыйырҙың холҡон өйрәнеп бөткән. Малсыларҙан Игорь Павлов, Ғабдулхаҡ Дәүләтов, Балғабай Саржаков, Михаил Карпов, Алексей Селин да һәр малҡайҙың хәлен ҡарашынан уҡ аңлап тора.
Предприятиеның Николаевка ауы­лындағы һөт-тауар фермаһы иң ҙур­ҙар­ҙан һәм яуаплыларҙан иҫәпләнә. Унда өс һыйыр һарайы, дүрт быҙау ҡураһы бар, меңдән ашыу һыйыр аҫрала. Һауын­ды көнөнә өс тапҡыр үткәрәләр. Һәр опе­ратор сменаһында 140 һыйырҙы һауа, етмәһә, уларҙың 30-лап башы – яңы быҙаулаған таналар.
Был эштәрҙе маҡтап ҡына телгә алырлыҡ итеп башҡарған малсылар ҙа бар. Һауынсылар Рәхимә Вәлитова, Елена Гуз, Нина Бокина, Зөһрә Рәшитова, Оксана Рәхимҡолова, Әлфиә Хәйбул­лина, Надежда Кириллова, Любовь Баукова, Рима Кононова, Венера Шәри­повалар үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар исемлегендә. Әйткәндәй, хужалыҡ тәүлегенә 30 тонна һөт етеште­рә һәм уны “Вимм-Билль-Данн” йәмғиә­тенә тапшыра.
Малдарҙың көрлөгө, таҙалығы өсөн Алексей Тянутов, Рөстәм Рәсүлев, Асланбәк Имеджанов, Ришат Атнағолов, Сергей Егоров яуап бирә. Улар ҙа эшен һүҙ әйткеһеҙ итеп башҡара. Мал ҡарау операторы Андрей Григорьев, быҙау ҡараусы Наталья Грибовская яҡшы артым алыуға өлгәшә.
Төньяҡ һөт-тауар фермаһынан малсы Юрий Карпов, быҙау ҡараусы Гөлшат Ағайҙарова һынатмаһа, Көньяҡ бүлексә­һенән – Татьяна Умайлова, Веселый бүлексәһенән – Светлана Першина, Октябрь бүлексәһенән быҙау ҡараусы Светлана Павлова алдынғы хеҙмәткәрҙәр рәтен тулыландыра.
Малсылар белдереүенсә, хужалыҡта эш йылдан-йыл еңеләйә, хеҙмәт шарттары яҡшыра. Улар бик теләп, күтәренке кәйеф менән эшкә йөрөй. Шуға ла фер­маларҙа уңайлы мөхит тыуҙырған предприятие етәкселәренең эшселәре алдында йөҙҙәре яҡты, эштәре лә уң бара.
Яңы эшкә килгәндәргә бында уңайлы шарттары булған торлаҡ бирелә. Йәш белгестәргә яңы эш урынына барыу өсөн аҡсаһы түләнә. Йәштәрҙе күпләп йәлеп итеү маҡсатында хужалыҡ буш торған йорттарҙы һатып алып, ремонтлап биреү юлдарын да ҡуллана.
Иртә сәсһәң – уңырһың, һуң сәсһәң – туңырһың, ти халыҡ мәҡәле. Калининсылар был хаҡта бер ваҡытта ла онотмай, шуға ла яҙғы сәсеүҙе ваҡытында атҡарып сығыу өсөн ҡыштан уҡ әҙерлек эштәре башлағандар.
53 мең гектар һөрөнтө ере булған хужалыҡ өсөн, әлбиттә, яҙғы баҫыу эштәре ҙур һынау осоро булып тора. Әммә быға тиклем дә предприятиеның һынатҡаны булмаған, быйылғы баҫыу эштәренә лә улар ихлас әҙерләнә.
Фуражды һаҡлау өсөн заманса йыһазландырылған силос соҡорҙары бар. Өс иген киптергес ике сменала 50 тонна орлоҡ эшкәртеүгә һәләтле, иген һаҡлау өсөн дүрт келәт төҙөлгән. Техниканы яңыртыуға ла иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр 200 миллион һумлыҡ техника һатып алғандар. Быйылға ла пландары ҙур хужалыҡтың, көнө генә булһын...

Стәрлетамаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 519

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 537

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 436

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 489

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 453

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 513

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 528

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 487

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 475

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 447

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 715