Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Алдынғы һауынсы Ауырғазыла
Республика ауыл хужалыҡтарында ғинуар-февраль айҙарында алдынғы һауынсыларҙы билдәләгәндәр.

Күп һөт алыуға өлгәшкән хужалыҡтар араһында тәүге баҫҡыста Илештән “Урожай”, Ауырғазынан “Урожай”, “Салауат”, Тәтеш­ленән “Агро-Танып”, Саҡмағоштан “Герой” хужалыҡтары тора.
Машина менән һыйыр һауыу оҫталары араһында Ауырғазы районының “Салауат” хужалығынан Светлана Кириллова беренсе урында тора. Алдынғы һауынсы бер һыйыр­ҙан айына уртаса 2186 килограмм һөт алыуға ирешкән. Шулай уҡ Илеш районының “Урожай” хужалығынан Әлфиә Фазлыева – 2181 килограмм, Ауырғазы районының “Урожай” хужалығынан Рәйсә Хисаметдинова 2173 килограмм һөт алып, икенсе-өсөнсө баҫҡыс­тарҙы биләй.

Яңы һөт-тауар
комплексы


Яңыраҡ Инвесторҙар йортонда “TH GROUP” концернының төбәктә һөт-тауар фермаһын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Инвесторҙар республикала малсылыҡ комплексы һәм һөт заводы төҙөргә планлаш­тырыла. Әгәр ҙә был проект бойомға ашһа, Башҡортостан “TH GROUP” концерны һөт заводы төҙөү буйынса өсөнсө төбәк буласаҡ.
Вьетнам инвесторҙары Калуга һәм Мәскәү өлкәләрендә ошондай предприятиелар төҙөй башлаған. Уларҙың һәр береһе 20 мең тоҡомло малға иҫәпләнгән. Улар эшкәртеү ҡеүәтен дә үҙ эсенә ала.

“Фермер мәктәбе”
эш башлай


Республиканың йәш депутаттары ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы ойошторған “Фермер мәктәбе” проекты ғәмәлгә инде.

Уҡырға теләгәндәр 10 апрелгә тиклем заявка ебәрергә тейеш. Конкурс шарттары буйынса, Мәктәпкә бизнес-проекты йәки бизнес-идеяһы булғандар һәм әңгәмә үткәндәр һайлап алына.
“Фермер мәктәбе” проектын Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Үҫеш корпорацияһы хуплап ҡабул итте.
Уҡыу сиктәрендә лекциялар, тренингтар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ бизнес-планлаштырыу оҫталыҡтарын үҙләштерәсәктәр. Лекцияларҙы башҡарма власть органдары етәкселәре уҡыясаҡ. Тыңлаусылар үҙҙәренең идеяларын камиллаштырасаҡ. Аҙаҡ уларҙы практикаға ебәрәсәктәр.

Арпаға һорау артҡан

Рәсәй ауыл хужалығы министры Александр Ткачев быйыл илебеҙҙең сит илгә иген сығарыуҙы арттырыуы тураһында белдерҙе. Ул 52-53 миллион тоннаға етер тип көтөлә.

Александр Ткачев быйыл 21 мартҡа ҡарата 37,7 миллион тонна иген һатылыуы хаҡында хәбәр итә, йәғни былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән бойҙай экспорты 29,5 миллион тонна (43 процент) тәшкил иткән. Рәсәй арпаһына ла һорау артҡан. Быйыл уны ике тапҡырға күберәк һатҡандар – 4,3 миллион тонна.

Иген, балыҡ һәм үҫемлек майы

Былтыр Рәсәйҙән ситкә сығарылған ризыҡтар араһында иген, балыҡ һәм үҫемлек майы алдынғы рәттә булған. 2016 йыл менән сағыштырғанда 21,1 процентҡа күберәк сығарылған, йәғни 20,7 миллиард һумлыҡ табыш алынған.

Хаҡ нисбәтенән сығып баһалағанда, игенгә – 36,4, балыҡ һәм балыҡ ризыҡтарына 16,8 процент тура килә. Үҫемлек майы дөйөм экс­порт хаҡы күләменең 11,8 процентын тәшкил иткән, уның 8,6 проценты – көнбағыш майы.
Илдә ҡош итен етештереү арта. Былтыр ҡошсолоҡ хужалыҡтарының экспортҡа сығарған продукцияһы 42 процентҡа артҡан, йәғни 163,3 тоннаға тиклем еткән. Шулай уҡ сусҡа ите – 44,7 процентҡа (27,3 мең тоннаға тиклем), туңдырылған балыҡ – 9,4 процентҡа (1,4 миллион тоннаға тиклем), бойҙай – 30,4 процентҡа (33 миллион тоннаға тиклем), арпа – 1,6 тапҡырға (4,6 миллион тонна), соя ҡуҙаҡлылары – 23 процентҡа (519,7 тоннаға тиклем), рапс орлоғо – 3,4 тапҡырға (191,4 тоннаға), көнбағыш орлоғо – 1,7 тап­ҡырға (313,6 мең тоннаға тиклем), кипте­релгән ҡуҙаҡлы йәшелсәләр 30,4 процентҡа (1,3 миллион тоннаға тиклем) артҡан.
Сит илгә сығарылған ит күләме, киреһенсә, 2,2 процентҡа кәмегән, йәғни 358,7 мең тоннаға тиклем.

Кредит иҫәбенә сәсеү

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы яҙғы сәсеү кампанияһын кредитлауҙы
36,18 процентҡа арттырған.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Ауыл хужалығы ми­нистрлығы ауыл хужалығы комплексын кредитлау өлкәһендә әүҙем мониторинг алып ба­ра. Март уртаһына тиклем яҙғы сәсеү эш­тәренә бирелгән кредит 85,61 миллиард һум­ға тиклем үҫкән, был иһә былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 36,18 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән “Россельхозбанк” йәмғиәте – 77,78 миллиард һум (+36,68 процент), “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” йәмғиәте 7,84 миллиард һум (+31,48 процент) кредит биргән.
Ауыл хужалыҡтары былтыр яҙғы сәсеү өсөн 317,02 миллиард һум алған булған, шул иҫәптән “Россельхозбанк”тан – 270,87 миллиард һум, “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы”нан – 46,15 миллиард һум.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә