Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Юҡ бында шымарған юлдар, тик ташлы һуҡмаҡ ҡына...
Юҡ бында шымарған юлдар, тик ташлы һуҡмаҡ ҡына...Рәсәй иҡтисады оҙайлы бөлгөнлөктән сыға башланы, тиеүҙәре дөрөҫмө? Етештереү һәм хеҙмәтләндереү тармаҡтарының үҫешенә, әлбиттә, ихтыяждың артыуы сәбәпсе. Ә уның артыуы өсөн нимә нигеҙ булды? Ниндәй өлкәләрҙә уңыш һиҙелерлек, һәм уларҙың киләсәге нисек төҫмөрләнә?

Иҡтисад иң яҡшы мәлен кисерә

Тулайым эске продукт буйынса рәс­ми мәғлүмәт ошо йылдың үткән айҙа­рында һатыу күләменең 2,5 процентҡа артыуын дәлилләй. Рәсәй фирмала­ры­ның эшмәкәрлеге, уртаса алғанда, быйыл аҡрынлап алға барҙы, хужалыҡ итеү шарттары яҡшырҙы. Халыҡ-ара эксперттар раҫлауынса, Рәсәй иҡти­са­ды әле 2007 йылдан алып иң яҡшы мәлен кисерә. Ошо уҡ эксперттар үҫештең алтынсы квартал рәттән барыуын да дәлилләй, был 2013 йыл аҙағынан алып иң дауамлыһы тип иҫәпләнә.
Эшҡыуарҙарҙан бер ай элек һорау алыу һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, бизнес өсөн шарттар 14 ай рәттән яҡшыра бара. Быйылғы йыл уртаһында ул бер аҙ кәмей төшһә лә, көҙгө айҙарҙағы үҫеш был сигенеүҙе ҡапланы. Яңы экспорт заказдары индексы һуңғы дүрт йылда беренсе тапҡыр сит ил илдәр менән сауҙа күләменең дә артыуын раҫлай. Тимәк, иҡтисади санкциялар арҡаһында беҙҙең ил продукцияһына ихтыяжды яһалма кәметергә тырыш­һалар ҙа, һуңғы ваҡытта клиенттар һаны ҡырҡа артҡан.

Хаҡтар бәйҙән
ысҡына алмай


Күптән түгелге көрсөктән һуң эске ихтыяж элекке хәленә ҡайта башлаһа ла, ҡулланыу хаҡтары әлегә үҙгәрмәй, шуға күрә һатыу кимәленең артыуы ла инфляцияға ҙур йоғонто яһарлыҡ кимәлдә түгел. Рәсәйҙең Үҙәк банкы яңыраҡ процент ставкаларын быйыл дүртенсе тапҡыр инде кәметеүе тура­һында хәбәр итте. Ул әле 8,5 процент тәшкил итә һәм ошо күрһәткесте артабан да төшөрмәкселәр. Эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә һәм хеҙмәт күрһә­теү күләме артыуға ҡарамаҫтан, килем әллә ни күбәймәне, ә был иһә ҡулланыу сығымдарына үҫергә ирек бирмәне. “Консенсус-прогноз” үҫеш үҙәгенең күҙаллау белгестәре, 2018 йылда үтәсәк Президент һайлау кампанияһы һәм футбол буйынса донъя чемпионаты сығымдар үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип ышандыра.

“Ҡара алтын” заманы үтерме?

– Нефттең “үлеме” тураһындағы хәбәр – ғәмәлдә уйҙырма ғына, ул артабан да кәмендә 20-30 йыл донъя яғыулыҡ энергетикаһының нигеҙе булып ҡаласаҡ, – ти “Роснефть” компа­ния­һы етәксеһе Игорь Сечин, Веронала Х Евразия форумында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, энергетикала “ҡара алтын” миҡдарының кәмей барыуын газға ихтыяждың артыуы тулы­һынса ҡаплаясаҡ. Етмәһә, ошо ике сеймалды эшкәрткән нефть химияһы сылбырының оҙонайыуы ла иғтибар­ҙан ситтә ҡала алмай.
Әйткәндәй, күмергә ихтыяждың аҙайыуы дауам итәсәк, сәбәбе – экологик яҡтан таҙараҡ сығанаҡтарҙың көсәйеүе. Улар иҫәбенә газды генерациялау һәм атом энергетикаһы предприятиелары инә. Шул уҡ ваҡытта нефть хаҡының ҡырҡа артыуын да көтөү урынһыҙ, сөнки АҠШ-та сланец ҡаҙылма байлығын сығарыу, был ятҡылыҡтарҙа бырауланған һәм файҙаланыу мәлен көткән скважина­ларҙың күп булыуы хаҡты арттырырға ирек бирмәйәсәк.
Эксперттар аңлатҡанса, ОПЕК ағзаларының маҡсаты – нефть запасы кимәлен тотороҡландырыу – тормошҡа ашмаған әле. “Анализ күрһәтеүенсә, маҡсатҡа ынтылыу һүҙҙән ары китмәй, һынылышҡа иртәрәк”, – ти Игорь Сечин. Баҡһаң, нефть сығарыусылар ағымдағы табышын арттырырға ғына ынтыла, ә был иһә ошо баҙарҙы тотороҡландырырға ҡамасаулай.
Донъяның нефть баҙарын уңышлы көйләү өсөн запас күләмен иҫәпләүҙең берҙәм системаһын булдырырға кәрәк. Эксперттар раҫлауынса, ышаныслы һәм асыҡ мәғлүмәт етешмәй, аналитика ла юҡ дәрәжәһендә, тәҡдим менән ихтыяж нисбәте лә аныҡ ҡына билдәле түгел, шул арҡала нефть баҙарында ҡыҫҡа ваҡытлы файҙа алып ҡалыу маҡсатында мутлашыу өсөн шарттар тыуа.
“Роснефть” етәксеһе аңлатыуынса, донъя иҡтисадының 10 йыллыҡ үҫеш темпы шыйыҡ углеводород сығарыуҙа йыл һайын тәүлегенә 0,7-0,8 миллион баррелгә арттыра барыуҙы талап итәсәк. Үҫеш артабан да дауам итер тип көтөлә, был осраҡта энергия сыға­наҡтарына ихтыяж ошо тармаҡты ғына алға ебәреп ҡалмаясаҡ, уға бәйле йүнә­лештәрҙе ла күтәрәсәк. Ошо топ-менеджер билдәләгәнсә, нефткә алмаш­ҡа сланец етештергән компа­ния­ларҙың ыңғай аҡса ағымы (табышы) 2020 йылдан да иртәрәк барлыҡҡа килә алмаясаҡ. Уныһы ла бер барреле 70 долларҙан да кәм булмаған шартта ғына. “Инфраструктураны әҙерләүгә электән күп сығым сарыф итеү һәм быраулауҙы ҙур күләмдә алып барыу сланец ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә сығымдарҙы ҡәҙимге нефткә ҡарағанда өстән бер өлөшкә күбәйтте”, – ти ул.
“Роснефть” компанияһының Евро­палағы һәм Азиялағы партнерҙа­ры менән хеҙмәттәшлек күләме хәҙер 500 миллиард доллар самаһы тәшкил итә.

Нимә ул блокчейн?

Рәсәйҙең 15 төбәгендә блокчейн технологияларын ҡуллана башларға ниәтләнәләр. Рәсәй криптовалюта һәм блокчейн ассоциацияһы белдереүенсә, был пилот проектын иң тәүҙә Башҡорт­остан, Татарстан, Ҡырым, Карел, Мари Иле республикаларында, Краснодар крайында, Новосибирск, Омск, Новгород, Ростов, Һамар, Төмән һәм Тверь өлкәләрендә, шулай уҡ Санкт-Петербургта һынап ҡараясаҡтар.
Нимә ул блокчейн? Ябай ғына итеп әйткәндә, ул – аҡса күсереү буйынса барлыҡ мәғлүмәтте һаҡлаған блоктар селтәре. Уның тәғәйен үҙәге юҡ, шуға күрә һатыуҙа йәки һатып алыуҙа аралашсы ла булмай, тимәк, аҡсаны бер сығанаҡтан икенсеһенә күсереү ар­заныраҡҡа ла төшә, тиҙерәк тә була. Был эште дәүләт тә, башҡа ниндәйҙер ойошмалар ҙа контролдә тота алмай. Хәҙер түләүҙең ошо системаһы донъя­ла көндән-көн абруйлыраҡ була бара. Бер кәмселеге бар: тейешле паролде йәки кодты онотҡан хәлдә ул бер нисек тә кире ҡайтарылмай, сөнки ундай саҡта ярҙамға килә торған банк йәки башҡа финанс ойошмаһы аша үтмәгән. Белгестәр аңлатыуынса, иҫәп-хисап яһау әлегә генә шулай йәшен тиҙлеген­дә башҡарыла, ә селтәр тула бара уның тиҙлеге лә кәмергә мөмкин.

Тәүҙә – аңда, шунан эш урынында

– Иҡтисадтағы ыңғай үҙгәреш иң тәүҙә кеше аңында барлыҡҡа килә, бөгөнгө урта быуын эшкә һәм һәләт­легенә ҡарашын үҙгәртергә тейеш, шунан ғына йылдам үҫешкә өмөт итергә мөмкин, – тине яңыраҡ Рәсәйҙең иҡтисад министры Максим Орешкин. Ул аңлатҡанса, хәл яҡынса 2022 йылдан алып ҡына үҙгәрәсәк, шуға тиклем илебеҙ 30 – 50 йәшлектәрҙе яңы һөнәргә йәки оҫталығын заман талап иткән кимәлгә күтәреү менән мәшғүл буласаҡ.
Халыҡ хужалығы һәм дәүләт ида­раһы академияһы ҡарамағындағы Социаль анализ һәм күҙаллау институты күҙаллауынса, илдә эшсе көсө 2025 йылға саҡлы йыл һайын 0,8-0,9 миллион кешегә кәмей барасаҡ. “Был күрһәткесте яҡын йылдарҙа төҙәтеп булмаясаҡ, демографияны алдау мөмкин түгел”, – тине институт директоры Татьяна Малева. Был учреж­де­ние­ның тикшеренеүҙәре күрһәткәнсә, илдә эшсе көсө быйыл көҙ 76,3 миллион кеше тәшкил иткән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда бер миллион самаһына аҙыраҡ.

Ярамайға ҡарамай...

Рәсәйҙең Европа Советы илдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлеге 2014 йылдың июленән башлап кәмей барҙы һәм түбәнәйеү, Европа Советы парламенты сығанаҡтарына ҡарағанда, былтыр ҙа дауам иткән. 2014 йылда сауҙа әйләнеше 285 миллиард доллар булһа, былтыр ул 181 миллиард дол­ларға төштө. Ләкин “Eurostat”тың быйылғы тәүге туғыҙ ай йомғағы буйынса мәғлүмәттәре шуны күрһәтә: был күрһәткес кәмеүҙән туҡтаған һәм хатта йыл аҙағына уның 20 процентҡа артасағы ла көтөлә.
Сауҙа әйләнешенең кәмеүе тәү сиратта Германияға, Италияға, Австрияға һәм Литваға ҡағылды. Европа Советы составындағы илдәрҙән ошо санкциялар арҡаһында иң ҙур зыян күргән дәүләттәр араһында Австрия, Ирландия һәм Литваны атайҙар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ойошма ағза­ларынан фәҡәт Люксембург ҡына һуң­ғы өс йылда Рәсәй менән сауҙа әйлә­нешен арттыра барған.
Быйылғы ыңғай үҙгәрешкә, йәғни сауҙа әйләнешенең арта башлауына, тәүге сиратта Германия менән Нидер­ландтың өлөшө ҙур. Шулай уҡ Болгария, Ирландия һәм Латвия ла Рәсәй менән сауҙа бәйләнештәрен йәнлән­дер­ҙе. Йылдың тәүге туғыҙ айы мәғлү­мәттәренә нигеҙләнеп, белгестәр Рә­сәй­ҙең Европа Советы менән сауҙаһы былтырғы иң түбәнге кимәлдән күтәрелә барыуын билдәләй һәм һөҙөмтәлә 230 миллиард евроға етер тип күҙаллай. 2014 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес һаман да түбәнерәк ҡаласаҡ әле, әммә 2015-2016 йылдар кимәленән юғарыраҡ буласаҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 4

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 3

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә