Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауыл кооперативын булдырыу — ҡулдан килерлек
Ауыл кооперативын булдырыу — ҡулдан килерлек2011—2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы, районда республика кимәлендәге күп кенә саралар уҙа. Үткән аҙнала ҡулланыусылар кооперацияһының ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы үҫтереү һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын ойоштороу мәсьәләһенә арналған республика семинар-кәңәшмәһе булды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы. Сарала шулай уҡ уның урынбаҫары Александр Гагин, республика ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Мансур Абдуллин ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ауыл ерлегендә етештерелгән продукцияны һатыуҙы заманға һәм бөгөнгө мөмкинлектәргә ярашлы ойоштороу, ауыл хужалығы продукцияһын, шулай уҡ икенсел сеймалды йыйыу, һатыу, эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу һәм уларға муниципалитеттарҙың ғына түгел, дәүләт ярҙамын да ойоштороу хаҡында һүҙ барҙы. Бындай етди һөйләшеүҙә республика Ауыл хужалығы министрлығы, “Россельхозбанк” вәкилдәре ҡатнашып, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары етәкселәренә һәм белгестәренә ошо өлкәлә алып барылған сәйәсәтте, хәл-торошто аңлатып биреүе бик урынлы булды, сөнки залда ултырыусыларҙың әлеге мәсьәләләр буйынса һорауҙары, киләсәккә уй-ниәттәре бик күп ине.
Республика кимәлендәге сараның нәҡ Ейәнсура районында уҙғарылыуының сәбәбен дә билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ: бер нисә тиҫтә йыл Рауил Дәминев етәкселек иткән район ҡулланыусылар йәмғиәте кооперацияһының халыҡтан ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыу, һатыу, эшкәртеү тәңгәлендә күптән юлға һалынған эш тәжрибәһе, ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ. Хәйер ҡулланыусылар кооперацияһы системаһына 66 сауҙа, һигеҙ йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе, икмәкхана, колбаса изделиеларын етештереү, ыҫлау, балыҡ тоҙлау һәм ыҫлау, тегеү цехтары, ауыл хужалығы продукцияһын һәм икенсел сеймал һатып алған 68 пункт инә. Былтыр был тармаҡтарҙың барыһы ла йылды рентабелле тамамлаған.
Берлектәге хужалыҡ эшмәкәрлегенең күләме 313 миллион һумға барып еткән, йәғни 2010 йыл кимәленә ҡарата үҫеш 113 проценттан ашыу. Һәр ауылда ла райпо магазиндары эшләй, ә йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренең уңышлы эшләүен туй, юбилейҙар үткәргән һәр кеше яҡшы белә. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең иң төпкөл 14 ауылда үҙ магазиндарын япмауы һәм айҙан-айға пенсионерҙарға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә бер айға тиклем көтәсәккә 3 миллион һумдан ашыу тауар биреүе үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Ошоға бәйле семинар-кәңәшмәлә Рауил Ғәлим улы бына ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығына:
— Төпкөл ауылдарҙа зыян күреп эшләүсе магазиндарҙы артабан тотоу, шулай уҡ ҡулланыусылар йәмғиәте системаһын һәм 270 кешенең эш урынын һаҡлап ҡалыу өсөн урындағы муниципаль власть яғынан ошондай ярҙам кәрәк: райондың бюджет ойошмаларын икмәк, ит, башҡа аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар менән тәьмин итеүҙе райпоға беркетеүҙе һорайым. Был тәңгәлдә беҙҙең йәмғиәт тарафынан бөтә кимәлдәге һалымдарҙың 19 миллион 500 мең һумы, шул иҫәптән урындағы ҡаҙнаға 6 миллион 900 мең һум түләнеүе иҫәпкә алынырға тейеш. Шулай уҡ һарыҡ йөнө, икенсел сеймалды һатып алыу-һатыу буйынса транспорт сығымдарын кире ҡайтарыу буйынса ла ярҙамға мохтажбыҙ.
Ете меңдән ашыу пайсыны берләштергән райпо халыҡтан макулатура, дарыу үләндәре, йәшелсә, ит һатып алыуға ҙур иғтибар бүлә. Был эшкә, әҙерләүҙәр контораһы хеҙмәткәрҙәренән тыш, ауыл магазиндары һатыусылары ла йәлеп ителгән. Әммә ит, тире һатып алыу күләме мөмкинлегебеҙҙән түбән. “Бының өсөн халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу, йәғни итте әҙерләүселәр, магазиндар аша ла һатып алыуҙы, малды тереләй һатып алып һуйыуҙы ойоштороу мөһим, — тине тәжрибәле етәксе. — Беҙҙең бурыс — үҙ мөмкинлектәребеҙгә таянып, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә, һатып алыуҙа, эшкәртеүҙә һәм һатыуҙа ҡатнашлығыбыҙҙы арттырыу”.
Райпо тарафынан халыҡты дарыу үләндәре әҙерләп һатыу менән ҡыҙыҡһындырыуға иғтибар айырым бүленә. Былтыр, мәҫәлән, ауыл халҡы 1 миллион 145 мең һумлыҡ 20 тонна дарыу үләне, шул иҫәптән 978 һумға 15 тонна муйыл, 104 мең һумға 3 тонна еләк йыйып тапшырған һәм улар менән шунда уҡ аҡсалата иҫәпләшелгән. Бындай эш алымы маҡтауға лайыҡ түгелме ни? Республиканың ҡулланыусылар йәмғиәттәре берләшмәһе райпоның эшен Диплом менән билдәләһә, әҙерләүселәрҙең тырышлығы ла райпо кимәлендә иғтибарһыҙ ҡалмаған — улар аҡсалата премия, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнгән. Киләһе миҙгелдә үҙ ихатаһында етештерелгән артыҡ продукцияны нәҡ ҡулланыусылар йәмғиәтенә тапшырһындар өсөн халыҡҡа алдан аванс түләү, өй һайын йөрөп, кешеләр араһында аңлатыу алып барып, килешеүҙәр төҙөргә йыйыныуҙары ла эштең уңышлы бер төрө булып тора.
Район ҡулланыусылар йәмғиәтенең киләсәк пландарына килгәндә, ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу, эшкәртеү һәм һатыу инфраструктураһын үҫтереү, Иҫәнғолда “Хәләл”, “Ит кибете” магазиндарын асыу, икмәкханала һәм кулинария цехтарында етештерелгән продукцияны матур этикеткалы, штрих-кодлы һәм кооперативтың бренды һүрәтләнгән ҡаптарға төрөү өсөн махсус ҡорамал һатып алыу, етештереү цехтарын ремонтлау һәм башҡа саралар ҡаралған.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә