Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Шәкәр мул буласаҡ
Быйыл шәкәр сөгөлдөрө үҙенең мул уңышы менән ҡыуандырмаҡсы. Дөрөҫ, әлегә “татлы тамыр”ҙы йыйыу тамамланмаһа ла, был хаҡта бөгөн үк әйтергә мөмкин.

Илдең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, октябрь башына уҡ 570,3 мең майҙан гектарҙан 23,9 миллион тонна сөгөлдөр алынған. Был һан былтырғы ошо ваҡыттағы һөҙөмтәнән һиҙелерлек – 19,6 миллион тоннаға – күп. Ставрополь крайында эш көйлө бара. Унда был культураны яртыһынан күберәген алғандар – 915 мең тонна. Әйткәндәй, ҡайһы бер райондарҙа уңыш гектарынан 566,2 центнерға етә. Рәсәй буйынса уртаса 419, 8 центнер тәшкил итә.
“Татлы тамыр”ҙың дигестияһы, ябайыраҡ итеп әйткәндә, шәкәрлелек кимәле лә насар түгел. Ул химик анализ ярҙамында лабораторияла билдәләнә. Был күрһәткес юғары булған һайын, шәкәрҙе лә күберәк етештерергә мөмкин. Ставрополдә ул 16 процент тирәһе. Был – яҡшы һөҙөмтә. Ғәҙәттә, дигестия уның сортына һәм үҫтереү шарттарына ҡарап, 8 – 20 процент тирәһе була.

Шөңгәккүлдә –
көнбағыш майы


Тиҙҙән республикабыҙҙа үҫемлек майын һауыттарға тултырыу буйынса ҡеүәтле завод барлыҡҡа киләсәк. Яңы йыйылған уңышты ҡабул итеү, эшкәртеү һәм һаҡлауҙан алып тәүлегенә 400 мең литр майҙы һауыттарға тултырыу ҡеүәтенә эйә булған цех Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында төҙөләсәк.

Шишмә май һығыу заводын реконструкциялау менән Силәбенең “Сигма” агрохолдингы шөғөлләнәсәк. Ул проектҡа дүрт миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итә­сәк. Был объект файҙаланыуға тапшырылһа, 60 кешегә эш урыны буласаҡ.
Шөңгәккүл базаһы аша 120 – 150 мең тонна көнбағыш үтә, сеймал республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән дә килтерелә. Көн һайын завод 1000 тонна орлоҡ, көнбағыш майы, шрот һәм башҡа аҙыҡтар етештерә.
База биләмәһендә заманса элеватор төҙөлгән. Уға 800 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Элеватор комплексы тулыһынса автоматлаштырылған, шуға ла уны ни бары өс кеше хеҙмәтләндерә.
Бөгөн былтырғы емеште эшкәртеү тамамланыуға бара. Элеватор һәм иген киптергестәр яңы уңышты ҡабул итә. Әйткәндәй, тәбиғәт шарттарына бәйле быйыл көнбағыш һуң өлгөрә.
Ошо көндәрҙә Күмертауҙа ошондай уҡ завод тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Проектты тормошҡа ашырыуға моно-ҡалаларҙың үҫеш фонды ҙур ярҙам күрһәтте. Бында 310 миллион һумға торошло биш объект төҙөлгән. Шуның 250 миллион һумы Фонд аҡсаһы булһа, 60 миллионы – республика ҡаҙнаһынан. Предприятиела 520 эш урыны барлыҡҡа килгән.

Бәрәңге ялҡытмай

Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы, яҡшы булыу зарурлығы һәр кемгә билдәле. Тап шуға ла Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы илдә бәрәңгенең яңы сорттарын сығарыу кәрәк тип иҫәпләп, был йүнәлештә селекция эшмәкәрлеген нығытыу буйынса программа әҙерләне.

Бөгөн Рәсәйҙә башлыса сит ил селекционер­ҙарыныҡы үҫтерелә. Ситтән орлоҡ ташыуҙы туҡтатыу һәм үҙебеҙҙекенә күсеү 12,2 миллиард һумға төшәсәк, шулай ҙа был импортҡа бәйлелектән ҡотҡарасаҡ. Шуның 588,9 миллионы – быйыл, 1,4 миллиард һумы киләһе йыл тотоноласаҡ.
Әлбиттә, бәрәңге етештереү беренсе нәүбәттә үҙебеҙҙең баҙарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын был культура Рәсәйҙә дүрт-биш миллион тонна самаһы үҫтерелә, бер миллион тоннаһы орлоҡ өсөн, шундай уҡ күләмдәгеһе эшкәртеүгә китә. Сит илдән йыл һайын 500 мең тонна самаһы һатып алабыҙ. Экспорт 100 мең тоннанан артмай.
Белгестәр әйтеүенсә, былтыр Рәсәйҙә 12 яңы сорт сығарылған. Быйыл ғинуар-август айҙарында – туғыҙ. Һуңғы биш йылда был үҫемлектең 44 сорты әҙерләнгән. Әммә әлегә уларҙың барыһының да етештереүгә ҡабул ителеү-ителмәүе билдәһеҙ.

Үҙебеҙ төҙөйбөҙ

Советтар Союзы осоронда беҙҙең балыҡсылар өсөн эре суднолар башлыса сит илдәрҙә етештерелде. Ул саҡта бары Украинала ғына бындай предприятие бар ине, әммә хәҙер ул да – икенсе дәүләт. Шулай ҙа ҡырҡыу мәсьәлә әкренләп хәл ителә бара.

Күптән түгел Рәсәйҙә алдағы биш йылда 50 балыҡ промыслаһы судноһы төҙөләсәге мәғлүм булды. Был йыл һайын биш карапты файҙаланыуға тапшырыу тигән һүҙ. Боҙ урынынан ҡуҙғалған да инде. Ошо көндәрҙә “Пелла” Ленинград судно төҙөү заводында ике траулерға нигеҙ һалыу тантанаһы булды. Предприятие бер заказсы өсөн ошондай дүрт судно төҙөргә тейеш.
Әлбиттә, улар эшһеҙ ултырмаясаҡ. Белгестәр Рә­сәйҙә балыҡ хужалығын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлек барлығын билдәләй. Алдағы 15 йылда балыҡ продукцияһы етештереү йыл һайын ике-өс процентҡа үҫә барасаҡ.
Әйткәндәй, быйылғы күрһәткес үҫеште күрһәтһә лә, әлегә ул күҙаллағандан бер аҙ түбәнерәк. Йыл башынан Рәсәйҙә 3,5 мең тонна табыш алынған. Был былтыр­ғынан 39,6 мең тоннаға, йәғни 1,1 процентҡа күберәк. Иң алда Алыҫ Көнсығыш балыҡсылары бара – уларҙың уңышы 2,5 миллион тонна самаһы.

Һауанан – араҡы

Төрлө ил ғалимдары күптән атмосфера һауаһынан ғәҙәти араҡы етештереү ысулын табыу хаҡында уйлай. Бөгөн был йүнәлештә етди аҙымдар бар.

Былтыр АҠШ физиктары углекислый газды этанолға үҙгәртеү ҡеүәһенә эйә катализатор уйлап тапты. Әммә был шөғөл үтә сығымлы. Америка ысыулы менән етештереү юғары баҫым һәм ҙур миҡдарҙа энергия талап итә, сөнки шыйыҡса үтә юғары температурала ғына аға. Ғәмәлдә ата-бабаларҙан ҡалған юл менән спирт ҡыуыу отошлораҡ.
Ошо көндәрҙә Англия “көмөшкәселәре” лә был яңылыҡ менән ҡыҙыҡһына башланы. Кардифф ҡалаһындағы катализ институты ғалимдары спиртты һауанан ҡыуыу ысулын тәҡдим итте. Дөрөҫ, әлегә уларҙан ағыулы этанол ғына сыға. Шуға ла бөгөн был эсемлекте ҡулланырға ярамай. Эҙләнеү эштәре дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә