Шәкәр мул буласаҡ17.10.2017
Быйыл шәкәр сөгөлдөрө үҙенең мул уңышы менән ҡыуандырмаҡсы. Дөрөҫ, әлегә “татлы тамыр”ҙы йыйыу тамамланмаһа ла, был хаҡта бөгөн үк әйтергә мөмкин.
Илдең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, октябрь башына уҡ 570,3 мең майҙан гектарҙан 23,9 миллион тонна сөгөлдөр алынған. Был һан былтырғы ошо ваҡыттағы һөҙөмтәнән һиҙелерлек – 19,6 миллион тоннаға – күп. Ставрополь крайында эш көйлө бара. Унда был культураны яртыһынан күберәген алғандар – 915 мең тонна. Әйткәндәй, ҡайһы бер райондарҙа уңыш гектарынан 566,2 центнерға етә. Рәсәй буйынса уртаса 419, 8 центнер тәшкил итә.
“Татлы тамыр”ҙың дигестияһы, ябайыраҡ итеп әйткәндә, шәкәрлелек кимәле лә насар түгел. Ул химик анализ ярҙамында лабораторияла билдәләнә. Был күрһәткес юғары булған һайын, шәкәрҙе лә күберәк етештерергә мөмкин. Ставрополдә ул 16 процент тирәһе. Был – яҡшы һөҙөмтә. Ғәҙәттә, дигестия уның сортына һәм үҫтереү шарттарына ҡарап, 8 – 20 процент тирәһе була.
Шөңгәккүлдә –
көнбағыш майы
Тиҙҙән республикабыҙҙа үҫемлек майын һауыттарға тултырыу буйынса ҡеүәтле завод барлыҡҡа киләсәк. Яңы йыйылған уңышты ҡабул итеү, эшкәртеү һәм һаҡлауҙан алып тәүлегенә 400 мең литр майҙы һауыттарға тултырыу ҡеүәтенә эйә булған цех Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында төҙөләсәк.
Шишмә май һығыу заводын реконструкциялау менән Силәбенең “Сигма” агрохолдингы шөғөлләнәсәк. Ул проектҡа дүрт миллиард һум самаһы аҡса йәлеп итәсәк. Был объект файҙаланыуға тапшырылһа, 60 кешегә эш урыны буласаҡ.
Шөңгәккүл базаһы аша 120 – 150 мең тонна көнбағыш үтә, сеймал республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән дә килтерелә. Көн һайын завод 1000 тонна орлоҡ, көнбағыш майы, шрот һәм башҡа аҙыҡтар етештерә.
База биләмәһендә заманса элеватор төҙөлгән. Уға 800 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Элеватор комплексы тулыһынса автоматлаштырылған, шуға ла уны ни бары өс кеше хеҙмәтләндерә.
Бөгөн былтырғы емеште эшкәртеү тамамланыуға бара. Элеватор һәм иген киптергестәр яңы уңышты ҡабул итә. Әйткәндәй, тәбиғәт шарттарына бәйле быйыл көнбағыш һуң өлгөрә.
Ошо көндәрҙә Күмертауҙа ошондай уҡ завод тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Проектты тормошҡа ашырыуға моно-ҡалаларҙың үҫеш фонды ҙур ярҙам күрһәтте. Бында 310 миллион һумға торошло биш объект төҙөлгән. Шуның 250 миллион һумы Фонд аҡсаһы булһа, 60 миллионы – республика ҡаҙнаһынан. Предприятиела 520 эш урыны барлыҡҡа килгән.
Бәрәңге ялҡытмай
Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы, яҡшы булыу зарурлығы һәр кемгә билдәле. Тап шуға ла Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы илдә бәрәңгенең яңы сорттарын сығарыу кәрәк тип иҫәпләп, был йүнәлештә селекция эшмәкәрлеген нығытыу буйынса программа әҙерләне.
Бөгөн Рәсәйҙә башлыса сит ил селекционерҙарыныҡы үҫтерелә. Ситтән орлоҡ ташыуҙы туҡтатыу һәм үҙебеҙҙекенә күсеү 12,2 миллиард һумға төшәсәк, шулай ҙа был импортҡа бәйлелектән ҡотҡарасаҡ. Шуның 588,9 миллионы – быйыл, 1,4 миллиард һумы киләһе йыл тотоноласаҡ.
Әлбиттә, бәрәңге етештереү беренсе нәүбәттә үҙебеҙҙең баҙарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын был культура Рәсәйҙә дүрт-биш миллион тонна самаһы үҫтерелә, бер миллион тоннаһы орлоҡ өсөн, шундай уҡ күләмдәгеһе эшкәртеүгә китә. Сит илдән йыл һайын 500 мең тонна самаһы һатып алабыҙ. Экспорт 100 мең тоннанан артмай.
Белгестәр әйтеүенсә, былтыр Рәсәйҙә 12 яңы сорт сығарылған. Быйыл ғинуар-август айҙарында – туғыҙ. Һуңғы биш йылда был үҫемлектең 44 сорты әҙерләнгән. Әммә әлегә уларҙың барыһының да етештереүгә ҡабул ителеү-ителмәүе билдәһеҙ.
Үҙебеҙ төҙөйбөҙ
Советтар Союзы осоронда беҙҙең балыҡсылар өсөн эре суднолар башлыса сит илдәрҙә етештерелде. Ул саҡта бары Украинала ғына бындай предприятие бар ине, әммә хәҙер ул да – икенсе дәүләт. Шулай ҙа ҡырҡыу мәсьәлә әкренләп хәл ителә бара.
Күптән түгел Рәсәйҙә алдағы биш йылда 50 балыҡ промыслаһы судноһы төҙөләсәге мәғлүм булды. Был йыл һайын биш карапты файҙаланыуға тапшырыу тигән һүҙ. Боҙ урынынан ҡуҙғалған да инде. Ошо көндәрҙә “Пелла” Ленинград судно төҙөү заводында ике траулерға нигеҙ һалыу тантанаһы булды. Предприятие бер заказсы өсөн ошондай дүрт судно төҙөргә тейеш.
Әлбиттә, улар эшһеҙ ултырмаясаҡ. Белгестәр Рәсәйҙә балыҡ хужалығын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлек барлығын билдәләй. Алдағы 15 йылда балыҡ продукцияһы етештереү йыл һайын ике-өс процентҡа үҫә барасаҡ.
Әйткәндәй, быйылғы күрһәткес үҫеште күрһәтһә лә, әлегә ул күҙаллағандан бер аҙ түбәнерәк. Йыл башынан Рәсәйҙә 3,5 мең тонна табыш алынған. Был былтырғынан 39,6 мең тоннаға, йәғни 1,1 процентҡа күберәк. Иң алда Алыҫ Көнсығыш балыҡсылары бара – уларҙың уңышы 2,5 миллион тонна самаһы.
Һауанан – араҡы
Төрлө ил ғалимдары күптән атмосфера һауаһынан ғәҙәти араҡы етештереү ысулын табыу хаҡында уйлай. Бөгөн был йүнәлештә етди аҙымдар бар.
Былтыр АҠШ физиктары углекислый газды этанолға үҙгәртеү ҡеүәһенә эйә катализатор уйлап тапты. Әммә был шөғөл үтә сығымлы. Америка ысыулы менән етештереү юғары баҫым һәм ҙур миҡдарҙа энергия талап итә, сөнки шыйыҡса үтә юғары температурала ғына аға. Ғәмәлдә ата-бабаларҙан ҡалған юл менән спирт ҡыуыу отошлораҡ.
Ошо көндәрҙә Англия “көмөшкәселәре” лә был яңылыҡ менән ҡыҙыҡһына башланы. Кардифф ҡалаһындағы катализ институты ғалимдары спиртты һауанан ҡыуыу ысулын тәҡдим итте. Дөрөҫ, әлегә уларҙан ағыулы этанол ғына сыға. Шуға ла бөгөн был эсемлекте ҡулланырға ярамай. Эҙләнеү эштәре дауам итә.