Өфөләге Конгресс-холда ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса III форумы асылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Халыҡ-ара йыйын ниндәй мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм ҡарарҙар ҡабул итте, элек үткәрелгәндәренең йоғонтоһо бармы?Ошо илдәрҙең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу тураһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2014 йылда БРИКС илдәренең Бразилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйында уҡ тәҡдим иткәйне. 2015 йылдың июлендә Өфөләге ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитында был башланғысты Рәсәй Президенты Владимир Путин да хуплағайны. Бер нисә көн элек баш ҡалабыҙҙағы III форумда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров, Рәсәй Президентының ШОС илдәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов, шулай уҡ Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән 1300 самаһы делегат ҡатнашты.
– Башҡортостандағы был йыйын торған һайын билдәлерәк һәм абруйлыраҡ була бара, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, финанс белгестәре, эксперттар, власть органдары етәкселәре өсөн файҙалы әңгәмә майҙансығына әүерелә, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, сараның пленар ултырышында сығыш яһап. – Беҙ БРИКС ойошмаһынан тыш быйыл ШОС ағзаһы ла булып киткән Һиндостан ҡунаҡтарына шатбыҙ, ошо йыйында тәүләп ҡатнашҡан Алтай крайы, Тамбов, Ҡурған, Иркутск өлкәләре вәкилдәрен дә ихлас сәләмләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, иң күп һанлы ҡунаҡтар – Омск өлкәһе менән Удмурт Республикаһы делегациялары.
Быйылғы йыйындың программаһы ла бик бай булды. Ул, нигеҙҙә, эшҡыуарҙар тәҡдимдәре буйынса төҙөлгәйне һәм, темаһына ҡарап, һигеҙ майҙансыҡта алып барылды. Киләсәге өмөтлө булған байтаҡ проекттарҙың исем туйы уҙғарылды.
Ошо форумдарҙың йоғонтоһона килгәндә, уны бер һан асыҡ күрһәтә: Башҡортостандың ШОС һәм БРИКС илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше былтыр бер миллиард долларҙан ашты, ә ошо илдәрҙең был әйләнештәге өлөшө 16 процент тәшкил итте. Сығыштарҙа әйтелгәнсә, был күләм киләсәктә арта барасаҡ. Ике яҡлы визиттар һөҙөмтәһендә сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник йүнәлештәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Шулай ҙа агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләүҙә, еңел сәнәғәттә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә, металлургияла, һаулыҡ һаҡлауҙа, төҙөлөштә, туризм өлкәһендә, архитектурала хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр һаҡлана әле, ти форумда ҡатнашҡан белгестәр. Киләсәктә улар буйынса ла берлектәге эш башланасағына өмөт ҙур.
– Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙы берләштереү кеүек мөһим мәсьәләне лә тикшерергә тәҡдим итәм, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең республикала, мәҫәлән, халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй, ауыл хужалығы етештереүендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙур урын алып тора. Үҙаллы эшләй башлауҙың, баҙарға үтеп инеүҙең ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Ә берләшһәк, уларҙың эшмәкәрлеге күпкә әүҙемерәк буласаҡ, етештереү күләме лә артасаҡ, сифат та яҡшырасаҡ, ҙур бизнес-структураға ла әйләнә аласаҡтар. Был тәңгәлдә беҙ халыҡ-ара кооперацияға ла мохтажбыҙ. Агросәнәғәт етештереүен алға ебәрәсәк халыҡ-ара йәки төбәк-ара кооперациялар ойоштороу мөмкинлеге хаҡында ла уйлашайыҡ.
Баҡһаң, бынан йөҙ йыл самаһы элек хәҙерге Омск өлкәһе биләмәһендә шундай хәрәкәт барлыҡҡа килгән: крәҫтиән кооперативтары һөт һәм майҙы хатта сит илдәргә лә һатыуға сығара башлағандар. Шуны иҫәпкә алып, Рөстәм Хәмитов ошо йыйында уҡ был төбәктең губернаторына берлектәге агросәнәғәт кооперативы төҙөргә тәҡдим итте.
Башҡортостан етәксеһенең тәҡдимдәре шунда уҡ эш менән раҫланды: пленар ултырыш тамамланғас та, беҙҙең республика менән Омск өлкәһе араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ике яҡ өсөн дә отошло был эшмәкәрлек 12 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ, инвестициялар күләмен 200 миллиард һумға еткереү күҙаллана. “Яңы технологиялар Башҡортостанда ла, беҙҙең өлкәлә лә етерлек, әммә уларҙы үҙ көсөң менән генә алға ебәреү бик ҡыйынға тура килә, шуға күрә берләшергә булдыҡ”, – тине Виктор Назаров.
Әйткәндәй, Омск өлкәһендә халыҡтың 37 проценты бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Виктор Назаров үҙ сығышында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡамасаулаған төп сәбәптәр араһында бәләкәй предприятиеларҙы төрлө органдарҙың кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә тикшерергә “яратыуын” атаны. Ул бер эшҡыуарҙы миҫалға килтерҙе: уның ойошмаһына бер йыл эсендә 138 тикшереү килгән икән. Ниндәйҙер үсле әҙәм бер туҡтауһыҙ ялыуҙар яҙа, ә тәфтиш органдарының тикшермәй сараһы юҡ. Ахырҙа етәксе һәр килгән комиссияны оҙатып йөрөү, уның өсөн тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнгән айырым кеше тоторға мәжбүр. Ә был, тәбиғи, продукцияның үҙҡиммәтендә лә сағылмай ҡалмай.
Халыҡ-ара йыйында проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ла сығыштар күп булды.
– Рәсәйҙә 20 – 30 миллион самаһы эшҡыуар “күләгәлә” тип иҫәпләнелә. Был хәлдең үҙ сәбәптәре бар, – тине Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Елена Дыбова. – Ул, барыһынан элек, бюрократияға ҡайтып ҡала. Былтыр, мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуарлыҡтан талап ителгән отчеттар күләме ике тапҡырға артты. Шулай уҡ һалымдың ҙур булыуы, туҡтауһыҙ тикшереүселәр килеүе лә ҡамасаулай. Миңә ҡалһа, губернаторҙың бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырыу хәлде ҡотҡармаясаҡ, сөнки беҙҙең йүнселлек өсөн төп ауырлыҡ федераль кимәлдә тыуа. Шуға күрә Сауҙа-сәнәғәт палатаһының тәҡдиме ябай: бер урында йылына бер отчет һәм бер һалым. Бәләкәй һәм “микро” эшҡыуарлыҡты туҡтауһыҙ ҡағыҙ эше менән булышыуҙан ҡотҡарығыҙ – улар ваҡытының 90 процентын дәүләт талап иткән отчет менән уҙғара, ә бит уның төп шөғөлө эшҡыуарлыҡты үҫтереү булырға тейеш.
Вице-президенттың фекеренсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа үҫергә ҡамасаулаған тағы бер проблема – йүнселдәрҙең етерлек мәғлүмәткә эйә булмауы. Әле Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән институттар байтаҡ, ләкин күпселек ҡайҙалыр барып уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм, сөнки предприятиеһын аҙға ғына ла ҡалдырып тора алмай. Шуға күрә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы “Уңыш навигаторы” тигән электрон мәғлүмәт платформаһын булдырған, ул эшҡыуарҙарға даими рәүештә һалым, маркетинг буйынса һәм башҡа күп төрлө яңылыҡтар ебәрә.
– Бөгөн Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың тулайым эске продукттағы өлөшө 20 процент тәшкил итә, был төр бизнес менән 19 миллион кеше, йәғни хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 25 проценты шөғөлләнә, – тип сығыш яһаны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм конкурентлыҡ департаменты етәксеһе Максим Паршин. – Был осраҡта ошондай эшҡыуарлыҡҡа ҡараған предприятиеларҙың 95 проценты – микробизнес, йәғни унда эшләгәндәр һаны 15 кешенән артмай. Бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың сеймалға ҡарамаған экспорттағы өлөшө – алты процент. Улар илебеҙҙең төрлө ерендә төрлөсә тупланған – ошо субъекттарҙың 46 проценты 10 ғына төбәккә тура килә. Беҙгә күрһәткестәрҙе мотлаҡ ике-өс тапҡырға арттырырға кәрәк.
Бының өсөн, Максим Паршин фекеренсә, дүрт төп йүнәлештә эш алып барыу талап ителә: 1) ҡамасауламаҫҡа; 2) ярҙам итергә; 3) ылыҡтырырға; 4) мөмкинлектәр тыуҙырырға. Артабан департамент етәксеһе ошо йүнәлештәрҙең һәр береһенә аңлатма бирҙе: ҡамасауламау – тимәк, административ кәртәләрҙе һәм баҫымды аҙайтырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн аңлайышлы мөхит булдырыу; ярҙам итеү – Иҡтисади үҫеш министрлығы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, Рәсәй эксперт үҙәге һәм башҡа институттар миҫалында ярҙам итеү программаларын үҫтереү; ылыҡтырыу – ғәмәлдә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе (уларҙың һанын төрлө сығанаҡтар төрлөсә атай, әммә 10 миллион кешенән дә кәм түгел) “күләгә”нән сығарыу.
Ни өсөн бәләкәй предприятиелар буйынса үҫеш бик аҡрын бара, ШОС һәм БРИКС илдәренең төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлек көткән әүҙемлеккә өлгәшә алмай? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында был һорауға асыҡ яуап бирҙе:
– Беҙ эште башлап ҡына торабыҙ, әле аныҡ йүнәлеште һайлауыбыҙға ике-өс йыллап. Ошо өлкәлә даими шөғөлләнгән эшсе төркөм кәрәктер, бәлки. Ҡануниәт буйынса ла хәл итәһе, асыҡлайһы урындар күп. Ҙур компанияларҙың үҙҙәренең юридик бүлектәре булһа, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа хоҡуҡи мәсьәләләрҙе йырып сығыу бик ауырға төшә. Тағы бер ҙур проблема – беҙҙең йүнселлектең фекерләү ҡеүәһен үҙгәртеү зарур. Күпселек тапалған һуҡмаҡтан бара һәм ситкә тайпылырға ҡурҡа. Дәүләттең ярҙамынан тыш бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа алға барыу мөмкин түгел. Беҙ дөрөҫ йүнәлештәбеҙ, һөҙөмтә әлегә көткәнсә үк ҙур түгел, ләкин әйләнеш тиҙлек ала башланы.
Республикабыҙ етәксеһе әйтеүенсә, тап бөгөнгө кеүек форумдар уға тейеш йүнәлештә барырға ярҙам итә лә инде, улар етәкселәр йәки сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк. “Ошо рәүештәге йыйын эшҡыуарҙар араһында торған һайын абруйлыраҡ була бара, был сара тураһында йыл башында иғлан итеүебеҙ менән ҡатнашырға теләк белдергән үтенестәр күпләп килә лә башлай, сөнки унда эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьәләләрҙең эҙмә-эҙлекле хәл ителеүен барыһы ла күреп тора бит”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.Эдит БРИС, Көньяҡ Африка Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаментының генераль директоры:– Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн иң мөһиме – баҙарҙа үҙ урыныңды, йәғни башҡалар әлегә биләп өлгөрмәгән шөғөлдө табыу. Был анһат түгел, сөнки отошлораҡ урындарҙа күптән инде ҙур һәм уртаса компаниялар хакимлыҡ итә. Улар табышына хәүеф тыуҙырырға һәләтле теләһә ниндәй предприятиены ҡыҫырыҡлап сығара ала, бәләкәй эшҡыуарҙарҙы – тәү сиратта. Был донъяның бөтә илдәренә лә хас. Беҙҙә, мәҫәлән, яҡшы сифатлы шарап етештергән бәләкәй предприятиелар бар, әммә халыҡ юғары кимәлдә рекламаланған “брендлы” эсемлекте һатып ала. Ундай осраҡтарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамға килергә бурыслы.
Навлани РАВИ, “Surya Group” компанияһының генераль директоры:– Теләк булғанда, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңергә мөмкин. Мин быны үҙ миҫалымда әйтә алам. Һиндостанда тыуып үҫтем һәм әле Дубайҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм. Унда 2001 йылда үҙ предприятиемды астым. Рәсәй менән иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡлы күренгәс, тиҙ арала урыҫ телен өйрәнеп алдым. Әле Өфөлә һеҙҙең ил кешеләре менән ярайһы уҡ иркен аралашам. Ни өсөн Дубайҙа? Мин Һиндостандағы атай-әсәйемә уңышлы эшҡыуар булыуымды иҫбатларға ҡарар иттем, шуның өсөн сит илгә киттем. Ҙур компанияларҙан ҡурҡырға ярамай, улар үҙҙәре бәләкәй эшҡыуарлыҡтан шөрләй, сөнки былары яңы технологияларҙы бик тиҙ үҙләштерергә, ғөмүмән, һәр яңылыҡты йәһәт отоп алырға һәләтле, хатта эшмәкәрлек йүнәлештәрен дә заман талаптарына күҙ асып йомғансы яраҡлаштыра ала.