Тапалған юлдан тайпыла белергә кәрәк06.10.2017
Тапалған юлдан тайпыла белергә кәрәкӨфөләге Конгресс-холда ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса III форумы асылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Халыҡ-ара йыйын ниндәй мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм ҡарарҙар ҡабул итте, элек үткәрелгәндәренең йоғонтоһо бармы?

Ошо илдәрҙең бәләкәй эш­ҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡ­лашыу майҙансығы булдырыу тураһында Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов 2014 йылда БРИКС илдәренең Бра­зилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйында уҡ тәҡдим иткәй­не. 2015 йылдың июлендә Өфө­ләге ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитында был башланғысты Рәсәй Президенты Владимир Путин да хуплағайны. Бер нисә көн элек баш ҡалабыҙҙағы III форумда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Омск өлкәһе губернаторы Виктор Назаров, Рәсәй Президентының ШОС илдәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов, шулай уҡ Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән 1300 самаһы делегат ҡатнашты.
– Башҡортостандағы был йыйын торған һайын билдәлерәк һәм абруйлыраҡ була бара, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, финанс белгестәре, эксперттар, власть органдары етәкселәре өсөн файҙалы әңгәмә май­ҙан­сығына әүерелә, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, сараның пленар ултырышында сығыш яһап. – Беҙ БРИКС ойош­маһынан тыш быйыл ШОС ағ­заһы ла булып киткән Һиндостан ҡунаҡтарына шатбыҙ, ошо йыйында тәүләп ҡатнашҡан Алтай крайы, Тамбов, Ҡурған, Иркутск өлкәләре вәкилдәрен дә ихлас сәләмләйбеҙ. Һәм, әлбиттә, иң күп һанлы ҡунаҡтар – Омск өлкәһе менән Удмурт Респуб­ликаһы делегациялары.
Быйылғы йыйындың про­граммаһы ла бик бай булды. Ул, нигеҙҙә, эшҡыуарҙар тәҡдимдәре буйынса төҙөлгәйне һәм, тема­һына ҡарап, һигеҙ майҙансыҡта алып барылды. Киләсәге өмөтлө булған байтаҡ проекттарҙың исем туйы уҙғарылды.
Тапалған юлдан тайпыла белергә кәрәкОшо форумдарҙың йоғон­тоһона килгәндә, уны бер һан асыҡ күрһәтә: Башҡортостандың ШОС һәм БРИКС илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше былтыр бер миллиард долларҙан ашты, ә ошо илдәрҙең был әйләнештәге өлөшө 16 процент тәшкил итте. Сығыштарҙа әйтелгәнсә, был күләм киләсәктә арта барасаҡ. Ике яҡлы визиттар һөҙөмтәһендә сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник йүнәлештәге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Шулай ҙа агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләүҙә, еңел сәнәғәттә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә, металлургияла, һаулыҡ һаҡлауҙа, төҙөлөштә, туризм өлкәһендә, архитектурала хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр һаҡлана әле, ти форумда ҡатнашҡан белгестәр. Киләсәктә улар буйынса ла берлектәге эш башланасағына өмөт ҙур.
– Шулай уҡ шәхси эшҡы­уарҙарҙы берләштереү кеүек мөһим мәсьәләне лә тикшерергә тәҡдим итәм, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең республикала, мәҫәлән, халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй, ауыл хужалығы етештереүендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙур урын алып тора. Үҙаллы эшләй башлауҙың, баҙарға үтеп инеүҙең ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Ә бер­ләшһәк, уларҙың эшмәкәрлеге күпкә әүҙемерәк буласаҡ, етеш­тереү күләме лә артасаҡ, сифат та яҡшырасаҡ, ҙур бизнес-структураға ла әйләнә аласаҡтар. Был тәңгәлдә беҙ халыҡ-ара кооперацияға ла мохтажбыҙ. Агросәнәғәт етеш­тереүен алға ебәрәсәк халыҡ-ара йәки төбәк-ара кооперациялар ойоштороу мөмкинлеге хаҡында ла уйлашайыҡ.
Баҡһаң, бынан йөҙ йыл самаһы элек хәҙерге Омск өлкәһе биләмәһендә шундай хәрәкәт барлыҡҡа килгән: крәҫтиән кооперативтары һөт һәм майҙы хатта сит илдәргә лә һатыуға сығара башлағандар. Шуны иҫәпкә алып, Рөстәм Хәмитов ошо йыйында уҡ был төбәктең губернаторына берлектәге агросәнәғәт кооперативы төҙөргә тәҡдим итте.
Башҡортостан етәксеһенең тәҡдимдәре шунда уҡ эш менән раҫланды: пленар ултырыш тамамланғас та, беҙҙең республика менән Омск өлкәһе ара­һындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ике яҡ өсөн дә отошло был эшмәкәрлек 12 йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ, инвестициялар күләмен 200 миллиард һумға еткереү күҙаллана. “Яңы технологиялар Башҡортостанда ла, беҙҙең өлкәлә лә етерлек, әммә уларҙы үҙ көсөң менән генә алға ебәреү бик ҡыйынға тура килә, шуға күрә берләшергә булдыҡ”, – тине Виктор Назаров.
Әйткәндәй, Омск өлкәһендә халыҡтың 37 проценты бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Виктор Назаров үҙ сығы­шында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡамасаулаған төп сәбәптәр ара­һында бәләкәй предприяти­елар­ҙы төрлө органдарҙың кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә тикшерергә “яратыуын” атаны. Ул бер эшҡыуарҙы миҫалға килтерҙе: уның ойош­маһына бер йыл эсендә 138 тикшереү килгән икән. Ниндәйҙер үсле әҙәм бер туҡтауһыҙ ялыуҙар яҙа, ә тәфтиш органдарының тикшермәй сараһы юҡ. Ахырҙа етәксе һәр килгән комиссияны оҙатып йөрөү, уның өсөн тейешле документтар әҙерләү менән шө­ғөл­ләнгән айырым кеше тоторға мәжбүр. Ә был, тәбиғи, продук­ция­ның үҙҡим­мәтендә лә са­ғылмай ҡалмай.
Халыҡ-ара йыйында проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ла сығыштар күп булды.
– Рәсәйҙә 20 – 30 миллион самаһы эшҡыуар “күләгәлә” тип иҫәпләнелә. Был хәлдең үҙ сә­бәптәре бар, – тине Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Елена Дыбова. – Ул, барыһынан элек, бюро­кратияға ҡайтып ҡала. Былтыр, мәҫәлән, бәләкәй эшҡыуар­лыҡтан талап ителгән отчеттар күләме ике тап­ҡырға артты. Шулай уҡ һалымдың ҙур булыуы, туҡтауһыҙ тикше­реүселәр килеүе лә ҡама­саулай. Миңә ҡалһа, губерна­торҙың бәләкәй эшҡы­уарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырыу хәлде ҡотҡармаясаҡ, сөнки беҙҙең йүнселлек өсөн төп ауырлыҡ федераль кимәлдә тыуа. Шуға күрә Сауҙа-сәнәғәт палатаһының тәҡдиме ябай: бер урында йылына бер отчет һәм бер һалым. Бәләкәй һәм “микро” эшҡы­уарлыҡты туҡтауһыҙ ҡағыҙ эше менән булышыуҙан ҡотҡа­рығыҙ – улар ваҡытының 90 процентын дәүләт талап иткән отчет менән уҙғара, ә бит уның төп шөғөлө эшҡыуарлыҡты үҫтереү булырға тейеш.
Вице-президенттың фекерен­сә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа үҫергә ҡамасаулаған тағы бер проблема – йүнселдәрҙең етерлек мәғлү­мәткә эйә булмауы. Әле Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән институттар байтаҡ, ләкин күпселек ҡайҙалыр барып уҡыу мөмкин­легенән мәхрүм, сөнки предприя­тиеһын аҙға ғына ла ҡалдырып тора алмай. Шуға күрә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы “Уңыш навигаторы” тигән электрон мәғлүмәт платформаһын булдырған, ул эшҡыуарҙарға даими рәүештә һалым, маркетинг буйынса һәм башҡа күп төрлө яңылыҡтар ебәрә.
– Бөгөн Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың тулайым эске продукттағы өлөшө 20 процент тәшкил итә, был төр бизнес менән 19 миллион кеше, йәғни хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 25 проценты шөғөлләнә, – тип сығыш яһаны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министр­лығының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм конкурентлыҡ департаменты етәксеһе Максим Паршин. – Был осраҡта ошондай эшҡыуарлыҡҡа ҡараған предприятиеларҙың 95 проценты – микробизнес, йәғни унда эшләгәндәр һаны 15 кеше­нән артмай. Бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың сеймалға ҡарамаған экспорттағы өлөшө – алты процент. Улар илебеҙҙең төрлө ерендә төрлөсә тупланған – ошо субъекттарҙың 46 проценты 10 ғына төбәккә тура килә. Беҙгә күрһәткестәрҙе мотлаҡ ике-өс тапҡырға арттырырға кәрәк.
Бының өсөн, Максим Паршин фекеренсә, дүрт төп йүнәлештә эш алып барыу талап ителә: 1) ҡамасауламаҫҡа; 2) ярҙам итергә; 3) ылыҡтырырға; 4) мөмкинлектәр тыуҙырырға. Артабан департамент етәксеһе ошо йүнәлеш­тәрҙең һәр береһенә аңлатма бирҙе: ҡамасауламау – тимәк, административ кәртәләрҙе һәм баҫымды аҙайтырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн аңла­йышлы мөхит булдырыу; ярҙам итеү – Иҡтисади үҫеш министр­лығы, Бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡ корпорацияһы, Рәсәй эксперт үҙәге һәм башҡа институттар миҫалында ярҙам итеү программаларын үҫтереү; ылыҡтырыу – ғәмәлдә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе (уларҙың һанын төрлө сығанаҡтар төрлөсә атай, әммә 10 миллион кешенән дә кәм түгел) “күләгә”нән сығарыу.
Ни өсөн бәләкәй предприятиелар буйынса үҫеш бик аҡрын бара, ШОС һәм БРИКС илдә­ренең төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлек көткән әүҙемлеккә өлгәшә алмай? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында был һорауға асыҡ яуап бирҙе:
– Беҙ эште башлап ҡына торабыҙ, әле аныҡ йүнәлеште һайлауыбыҙға ике-өс йыллап. Ошо өлкәлә даими шөғөлләнгән эшсе төркөм кәрәктер, бәлки. Ҡануниәт буйынса ла хәл итәһе, асыҡлайһы урындар күп. Ҙур компанияларҙың үҙҙәренең юридик бүлектәре булһа, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа хоҡуҡи мәсьәлә­ләрҙе йырып сығыу бик ауырға төшә. Тағы бер ҙур проблема – беҙҙең йүнселлектең фекерләү ҡеүәһен үҙгәртеү зарур. Күпселек тапалған һуҡмаҡтан бара һәм ситкә тайпылырға ҡурҡа. Дәүләт­тең ярҙамынан тыш бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа алға барыу мөм­кин түгел. Беҙ дөрөҫ йүнәлеш­тәбеҙ, һөҙөмтә әлегә көткәнсә үк ҙур түгел, ләкин әйләнеш тиҙлек ала башланы.
Республикабыҙ етәксеһе әйте­үенсә, тап бөгөнгө кеүек форумдар уға тейеш йүнәлештә барыр­ға ярҙам итә лә инде, улар етәк­селәр йәки сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк. “Ошо рәүештәге йыйын эшҡыуар­ҙар араһында торған һайын аб­руйлыраҡ була бара, был сара тураһында йыл башында иғлан итеүебеҙ менән ҡатнашырға те­ләк белдергән үтенестәр күпләп килә лә башлай, сөнки унда эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьә­ләләрҙең эҙмә-эҙлекле хәл ителеүен барыһы ла күреп тора бит”, – тине Рөстәм Зәки улы.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Эдит БРИС, Көньяҡ Африка Республикаһының бәләкәй эшҡы­уарлыҡты үҫтереү депар­­та­ментының генераль директоры:
– Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн иң мөһиме – баҙарҙа үҙ уры­ныңды, йәғни башҡалар әлегә биләп өлгөрмәгән шөғөлдө табыу. Был анһат түгел, сөнки отошлораҡ урындарҙа күптән инде ҙур һәм уртаса компаниялар хакимлыҡ итә. Улар табышына хәүеф тыуҙырырға һәләт­ле теләһә ниндәй предприятиены ҡыҫырыҡлап сығара ала, бәләкәй эшҡыуарҙарҙы – тәү сиратта. Был донъяның бөтә илдәренә лә хас. Беҙҙә, мәҫә­лән, яҡшы сифатлы шарап етеш­тергән бәлә­кәй предприятиелар бар, әммә халыҡ юғары кимәлдә реклама­ланған “брендлы” эсемлекте һатып ала. Ундай осраҡтарҙа бәләкәй эшҡыуар­лыҡҡа дәүләт ярҙамға килергә бурыслы.

Навлани РАВИ, “Surya Group” компанияһының генераль директоры:
– Теләк булғанда, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңергә мөм­кин. Мин быны үҙ миҫалымда әйтә алам. Һиндостанда тыуып үҫтем һәм әле Дубайҙа эшҡы­уар­лыҡ менән шөғөлләнәм. Унда 2001 йылда үҙ предприятиемды ас­тым. Рәсәй менән иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡлы күренгәс, тиҙ арала урыҫ телен өйрәнеп алдым. Әле Өфөлә һеҙҙең ил кешеләре менән ярайһы уҡ иркен аралашам. Ни өсөн Дубайҙа? Мин Һиндостан­дағы атай-әсәйемә уңышлы эшҡыуар булыуымды иҫбатларға ҡарар иттем, шуның өсөн сит илгә киттем. Ҙур ком­панияларҙан ҡурҡырға ярамай, улар үҙҙәре бәләкәй эшҡыуар­лыҡтан шөрләй, сөнки былары яңы техно­логия­ларҙы бик тиҙ үҙ­ләштерергә, ғөмү­мән, һәр яңы­лыҡты йәһәт отоп алырға һә­ләтле, хатта эшмә­кәрлек йүнә­лештәрен дә заман талаптарына күҙ асып йомғансы яраҡ­лаштыра ала.


Вернуться назад