Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡсаңды һыуға һалмайым тиһәң...
Аҡсаңды һыуға һалмайым тиһәң... Төҙөлөп ятҡан йорттарҙан фатир алып, йылдар буйы уны көтөп ялҡҡан өлөшсөләр ғәҙеллек юллап пикеттар ойоштороуын дауам итә. Республикала күп фатирлы 90 йорттан торлаҡ алған граждандар намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән. Ә инде Рәсәйҙә алданыусылар һаны 45 меңдән ашып киткән.
Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты рәйесе Василий Пискарев алданған өлөшсөләр менән аңлатыу эше алып барырға саҡыра. Бының өсөн тәүҙә мәсьәләне ныҡлап өйрәнеп, юл картаһы булдырырға тәҡдим итә.



Депутат белдереүенсә, мәҫәлән, Мордовияла алданған өлөшсөләр проблемаһы юҡ. Шулай булһа ла, республикала был йүнәлештә көн дә эш алып барыла: төҙөлөп ятҡан бөтә объекттар тураһында мәғлүмәт системаһы булдырылған, төҙөүсе­ләр биргән отчеттар квартал һайын тикшерелә, төҙөлөш ойошмаларына маҡсатһыҙ кредит файҙаланыу тыйыла.
Өлөшсөләр проблемаһы 2004 йылда күп фатирлы йорт төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғы биргән закон ҡабул ителгәндән һуң башланған, тип иҫәпләй депутат. Ошо ваҡыт арауы­ғында күп фатирлы йорт төҙөүгә 4,5 триллион һум инвестиция йәлеп ителгән, дөйөм майҙаны 110 миллион квадрат метрлыҡ 12 мең йорт һалынған.
Төҙөлөш күләме ҙур, әммә бөгөн фатирлы бу­лырға теләгәндәрҙең яртыһы тигәндәй уны өлөш­ләтә ҡатнашлыҡ килешеүе нигеҙендә ала. 2015 йылда улар һаны 24 процент булһа, былтыр 35 процент тәшкил иткән. Был система бер яҡ­тан ыңғай баһаланһа ла, алданған­дарҙың күп булыуы борсоуға һала. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары уларҙың һаны 130 – 140 меңгә етә, тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең 73 төбәгендә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе киҫкен тора. Бигерәк тә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Мәскәү, Һамар, Омск, Новосибирск өлкәләрендә, Краснодар крайында улар күп. Депутат белдереүенсә, намыҫһыҙ тигән яманаты сыҡҡан ойошмаларға артабан да бер нисә тапҡыр йорт төҙөүгә рөхсәт биреү, торлаҡ өсөн тәғәйен­ләнмәгән урындарҙа эш алып барыу­ҙы рөхсәт итеү, йортто тапшырыу ваҡытын боҙоу, сифаттың булмауы ошондай хәл тыуыуына булышлыҡ ҡыла. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр, енәйәт юлына баҫып, өлөшсөләрҙән йыйылған аҡсаны маҡсатлы файҙаланмай.
Мутлашыусыларҙан күрелгән зыян 4,8 миллиард һум тәшкил итә. Әлеге 393 намыҫһыҙ төҙөүсегә ҡарата тикшереү эше бара.
Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары менән бер рәттән, Волга буйы федераль округында Ҡа­зан, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Пермдә хәл шәптән түгел. Шуға ла был урындарҙа пикетҡа сығыусылар күп. Улар намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, ил етәкселегенән битараф ҡалмауҙы талап итә.
Әле алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү буйын­са сара күрелмәй тип әйтеп булмай. Ошо йүнә­лештә Башҡортостан менән Карелияла алып ба­рылған эш уңышлы тип баһалана. Шуны ла әй­теп үтергә кәрәктер: фатирҙан да, аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡандарға бөгөн үк ярҙам итеү өсөн төбәктәрҙең аҡсаһы юҡ. Башҡа категорияға ҡараған граждандарға тәғәйенләнгән фатирҙарҙы ла биреп булмай бит инде. Ғөмүмән, мәсьәлә ком­плекслы хәл итеүҙе талап итә, һәм ул килә­сәктә хаталаныуҙарҙан аралар, тип ышанғы килә.
“Петербург сәйәсәте” фонды рейтингы буйынса Башҡортостан икенсе төркөмдән түбән төшмәй, йәғни төбәк социаль планда тотороҡло иҫәпләнә һәм алданған өлөшсөләр проблемаһы ла бар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әлеге мәсьәләне хәл итеүҙе тәү маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя. Бөгөн төбәктә 3,5 мең кеше намыҫһыҙ төҙөүселәр ҡорбаны булған. Уларҙың 3 меңенең хәле яйланыуы ихтимал, ә 500-600 кеше мутлашыусылар ҡорбанына әйләнгән. Төбәк Башлығы алданған өлөшсөләр проблемаһы 2018 йылда хәл ителеп бөтөрөлөргә тейеш, тигән бурыс ҡуя.
“Госстрой” йәмғиәтенән белдереүҙәренсә, әле республикала 154 төҙөлөш ойошмаһы эшләй, һәм улар күп фатирлы 523 йортҡа өлөшсөләрҙе йәлеп иткән, йәғни был төбәктә төҙөлгән торлаҡтың 80 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан Хөкүмәте өлөш­сөләр мәсьәләһенә иғтибарҙы кәметмәй. Етәкселек ҡушыуы буйынса яңыраҡ “Госстрой” йәмғиәте өлөшсөләрҙе йәлеп иткән төҙөлөш компанияларын тикшергән. Пландан тыш үткәрелгән 22 сара һөҙөм­тәһендә биш иҫкәрмә бирелгән һәм ун төҙөүсегә – “БашЛСТК”, “КилСтройИнвест”, “Строительная компания”, “Төҙөлөшвертикаль”, “Төҙө­лөшиндустрия”, “ТехТөҙөлөш­Сервис”, “Өфө-Квартал”, “Капитал Хаус” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәренә, “Үҙәк, “Башҡортостан сәскәләре” кооперативтарына ҡа­рата админис­тратив эш асылған.
– Өлөшсөләрҙең төҙөлөштә ҡатнашыуы тураһында закон ентекле яҙылған, әммә ул тормошта һөҙөмтәле эшләмәй. Объект тапшырыу ваҡыты үткән осраҡта киле­шеүҙе тарҡатыу менән шөғөллә­нәбеҙ. Законға ярашлы, өлөшсө үҙе фатирҙан баш тартып, аҡса талап итә ала. Ысынында иһә бер төҙөүсе лә аҡсаны үҙ теләге менән кире ҡайтармай. Судта еңгән осраҡта ла, күптәр аҡсаһын күрмәй, сөнки төҙөүсе үҙенең бөлгөнлөккә төшөүе тураһында иғлан итеп өлгөрә. Октябрҙең аҙағында өлөшсөләрҙең компенсация фондын булдырыу планлаштырыла. Бәлки, ул тармаҡтағы мәсьәләләрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итер, – тип белдерә өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау буйынса юрист Руслан Солтанов.
Алданған өлөшсөләрҙең артыуы граждан­дарҙың законды белмәүенә һәм иң түбән хаҡ менән торлаҡ алыуға аҡса һалыуына бәйле, тип иҫәпләй ҡайһы бер юристар. Улар алданыуҙы ике төркөмгә бүлә: алдан уйланған мутлыҡ, йәғни төҙөлөш компанияһы кешеләрҙең аҡсаһын яуыз ниәттә йыя; ихтыярһыҙ эшлән­гән, йәғни ауыр иҡтисади көрсөктә һәм төҙөлөш компанияһының хеҙмәтендә тотороҡлолоҡ булмауға бәйле банкротлыҡҡа сығыу.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөүсе­ләрҙең намыҫ­һыҙлығы, мәкерле мутлашыу һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр ҙә күп.
Өлөшсө булараҡ үҙеңде фатир­һыҙ ҡалыуҙан тулыһынса ҡурсалау мөмкин түгел, сөнки ҡайһы саҡта ышаныс тыуҙырған компанияларҙың да төрлө сәбәп менән банкрот булыуы ихтимал, тип белдерә юристар. Әммә түбәндәге кәңәштәр фатир алыусыларҙы күп хәүефтән ҡурсалар, тип иҫәпләй белгестәр.

Шулай итеп, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ:

=Фатир алырҙан алда компа­ния­ның төҙөлөшкә рөхсәте һәм төҙөү­сенең граждан­лыҡ яуаплы­лығы страховкаһы полисы булыуына инанығыҙ.

=Әгәр ҙә төҙөүсе өлөшләтә ҡат­нашыу киле­шеүе төҙөргә тәҡдим итһә, уның киң мәғлүмәт сараларында һәм (йәки) Интернет сел­тәрендә проект декларацияһын баҫтыр­ғанмы-юҡмы икәнен ҡара­ғыҙ.

=Төҙөүсе компанияла төҙөлөштөң законлы булыу-булмауын дәлил­ләгән документтар пакеты һәм һеҙ ҡул ҡуясаҡ килешеүҙе һорағыҙ. Уларҙы алғас, ошо өлкәлә эшләгән юрисҡа кәңәш һорап мөрәжәғәт итегеҙ.

=Һеҙ фатир аласаҡ йортто төҙөгән ойошма тураһында фекерҙәрҙе өйрәнегеҙ. Уның эшлеклелеген, тәжрибәһен һәм сифатлы хеҙмәт күрһә­те­үен иҫбатлар өсөн төбәктә төҙөлгән башҡаса объект­тары ла булырға тейеш.

=Бер ваҡытта ла үҙ күҙегеҙ менән күрмәйенсә фатир һатып алмағыҙ.

=Билдәле объекттың төҙөлөш тарихын өйрәне­геҙ. Бәлки, быға тиклем яҡшы булған репута­цияһын ниндәйҙер финанс көрсөгө боҙған­дыр, һеҙ фатир алырға теләгән йортто төҙөп бөтөрөргә аҡсаһы етмәгәндер. Бындай осраҡта компания һатыуҙы туҡтатырға тейеш. Проблемалы йортта өлөшсө­ләрҙең дә фатирҙарын һатырға маташыу ихтимал­лығы тураһында ла онот­мағыҙ.

Тормошта төрлө кеше булған кеүек, төҙөлөш компаниялары ара­һында ла ышаныслыһы ла, мутла­шыу­сыһы ла бар. Аҡсаһын һыуға һалырға теләмәгән һәр кеше ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә тейеш. Осһоҙ квадрат метрҙар һатып алам тип, һуңынан ике тапҡыр күберәк түләргә лә әҙер йөрөгәндәр әҙме ни арабыҙҙа?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Үҙәк банк төп ставканы бер юлы 2% пунктына түбәнәйтте
Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре ойошторола

Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре ойошторола 24.07.2025 // Иҡтисад

Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 10

1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин

1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин 23.07.2025 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Бизнес субъекты көрсөк хәлендә булмаһа ла, каникулдар...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан менән Алания мебель етештереүҙә хеҙмәттәшлек итергә йыйына

Башҡортостан менән Алания мебель етештереүҙә хеҙмәттәшлек итергә йыйына 22.07.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың Кластерҙар ассоциацияһы Төньяҡ Осетияның сәнәғәтте үҫтереү фонды менән килешеүгә...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда йәнә бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостанда йәнә бензинға хаҡ артҡан 21.07.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда йәнә бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә 30.06.2025 // Иҡтисад

Әле 39 ҡасаба-ара газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 72

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар 27.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Белоруссияның Сауҙа йортон асыу мөмкинлеген ҡарайҙар...

Тотош уҡырға 68

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте 23.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте...

Тотош уҡырға 82

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды 20.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите милли рейтингында 3-сө урынды һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 81

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр 20.06.2025 // Иҡтисад

Республикала йәшәүселәрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр...

Тотош уҡырға 65

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө 19.06.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург иҡтисад форумында БПЛА өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө...

Тотош уҡырға 65

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды 17.06.2025 // Иҡтисад

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды...

Тотош уҡырға 88