Төҙөлөп ятҡан йорттарҙан фатир алып, йылдар буйы уны көтөп ялҡҡан өлөшсөләр ғәҙеллек юллап пикеттар ойоштороуын дауам итә. Республикала күп фатирлы 90 йорттан торлаҡ алған граждандар намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән. Ә инде Рәсәйҙә алданыусылар һаны 45 меңдән ашып киткән.
Дәүләт Думаһының Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты рәйесе Василий Пискарев алданған өлөшсөләр менән аңлатыу эше алып барырға саҡыра. Бының өсөн тәүҙә мәсьәләне ныҡлап өйрәнеп, юл картаһы булдырырға тәҡдим итә.Депутат белдереүенсә, мәҫәлән, Мордовияла алданған өлөшсөләр проблемаһы юҡ. Шулай булһа ла, республикала был йүнәлештә көн дә эш алып барыла: төҙөлөп ятҡан бөтә объекттар тураһында мәғлүмәт системаһы булдырылған, төҙөүселәр биргән отчеттар квартал һайын тикшерелә, төҙөлөш ойошмаларына маҡсатһыҙ кредит файҙаланыу тыйыла.
Өлөшсөләр проблемаһы 2004 йылда күп фатирлы йорт төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғы биргән закон ҡабул ителгәндән һуң башланған, тип иҫәпләй депутат. Ошо ваҡыт арауығында күп фатирлы йорт төҙөүгә 4,5 триллион һум инвестиция йәлеп ителгән, дөйөм майҙаны 110 миллион квадрат метрлыҡ 12 мең йорт һалынған.
Төҙөлөш күләме ҙур, әммә бөгөн фатирлы булырға теләгәндәрҙең яртыһы тигәндәй уны өлөшләтә ҡатнашлыҡ килешеүе нигеҙендә ала. 2015 йылда улар һаны 24 процент булһа, былтыр 35 процент тәшкил иткән. Был система бер яҡтан ыңғай баһаланһа ла, алданғандарҙың күп булыуы борсоуға һала. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары уларҙың һаны 130 – 140 меңгә етә, тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең 73 төбәгендә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе киҫкен тора. Бигерәк тә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Мәскәү, Һамар, Омск, Новосибирск өлкәләрендә, Краснодар крайында улар күп. Депутат белдереүенсә, намыҫһыҙ тигән яманаты сыҡҡан ойошмаларға артабан да бер нисә тапҡыр йорт төҙөүгә рөхсәт биреү, торлаҡ өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа эш алып барыуҙы рөхсәт итеү, йортто тапшырыу ваҡытын боҙоу, сифаттың булмауы ошондай хәл тыуыуына булышлыҡ ҡыла. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр, енәйәт юлына баҫып, өлөшсөләрҙән йыйылған аҡсаны маҡсатлы файҙаланмай.
Мутлашыусыларҙан күрелгән зыян 4,8 миллиард һум тәшкил итә. Әлеге 393 намыҫһыҙ төҙөүсегә ҡарата тикшереү эше бара.
Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары менән бер рәттән, Волга буйы федераль округында Ҡазан, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Пермдә хәл шәптән түгел. Шуға ла был урындарҙа пикетҡа сығыусылар күп. Улар намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, ил етәкселегенән битараф ҡалмауҙы талап итә.
Әле алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү буйынса сара күрелмәй тип әйтеп булмай. Ошо йүнәлештә Башҡортостан менән Карелияла алып барылған эш уңышлы тип баһалана. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: фатирҙан да, аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡандарға бөгөн үк ярҙам итеү өсөн төбәктәрҙең аҡсаһы юҡ. Башҡа категорияға ҡараған граждандарға тәғәйенләнгән фатирҙарҙы ла биреп булмай бит инде. Ғөмүмән, мәсьәлә комплекслы хәл итеүҙе талап итә, һәм ул киләсәктә хаталаныуҙарҙан аралар, тип ышанғы килә.
“Петербург сәйәсәте” фонды рейтингы буйынса Башҡортостан икенсе төркөмдән түбән төшмәй, йәғни төбәк социаль планда тотороҡло иҫәпләнә һәм алданған өлөшсөләр проблемаһы ла бар.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әлеге мәсьәләне хәл итеүҙе тәү маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя. Бөгөн төбәктә 3,5 мең кеше намыҫһыҙ төҙөүселәр ҡорбаны булған. Уларҙың 3 меңенең хәле яйланыуы ихтимал, ә 500-600 кеше мутлашыусылар ҡорбанына әйләнгән. Төбәк Башлығы алданған өлөшсөләр проблемаһы 2018 йылда хәл ителеп бөтөрөлөргә тейеш, тигән бурыс ҡуя.
“Госстрой” йәмғиәтенән белдереүҙәренсә, әле республикала 154 төҙөлөш ойошмаһы эшләй, һәм улар күп фатирлы 523 йортҡа өлөшсөләрҙе йәлеп иткән, йәғни был төбәктә төҙөлгән торлаҡтың 80 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан Хөкүмәте өлөшсөләр мәсьәләһенә иғтибарҙы кәметмәй. Етәкселек ҡушыуы буйынса яңыраҡ “Госстрой” йәмғиәте өлөшсөләрҙе йәлеп иткән төҙөлөш компанияларын тикшергән. Пландан тыш үткәрелгән 22 сара һөҙөмтәһендә биш иҫкәрмә бирелгән һәм ун төҙөүсегә – “БашЛСТК”, “КилСтройИнвест”, “Строительная компания”, “Төҙөлөшвертикаль”, “Төҙөлөшиндустрия”, “ТехТөҙөлөшСервис”, “Өфө-Квартал”, “Капитал Хаус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә, “Үҙәк, “Башҡортостан сәскәләре” кооперативтарына ҡарата административ эш асылған.
– Өлөшсөләрҙең төҙөлөштә ҡатнашыуы тураһында закон ентекле яҙылған, әммә ул тормошта һөҙөмтәле эшләмәй. Объект тапшырыу ваҡыты үткән осраҡта килешеүҙе тарҡатыу менән шөғөлләнәбеҙ. Законға ярашлы, өлөшсө үҙе фатирҙан баш тартып, аҡса талап итә ала. Ысынында иһә бер төҙөүсе лә аҡсаны үҙ теләге менән кире ҡайтармай. Судта еңгән осраҡта ла, күптәр аҡсаһын күрмәй, сөнки төҙөүсе үҙенең бөлгөнлөккә төшөүе тураһында иғлан итеп өлгөрә. Октябрҙең аҙағында өлөшсөләрҙең компенсация фондын булдырыу планлаштырыла. Бәлки, ул тармаҡтағы мәсьәләләрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итер, – тип белдерә өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау буйынса юрист Руслан Солтанов.
Алданған өлөшсөләрҙең артыуы граждандарҙың законды белмәүенә һәм иң түбән хаҡ менән торлаҡ алыуға аҡса һалыуына бәйле, тип иҫәпләй ҡайһы бер юристар. Улар алданыуҙы ике төркөмгә бүлә: алдан уйланған мутлыҡ, йәғни төҙөлөш компанияһы кешеләрҙең аҡсаһын яуыз ниәттә йыя; ихтыярһыҙ эшләнгән, йәғни ауыр иҡтисади көрсөктә һәм төҙөлөш компанияһының хеҙмәтендә тотороҡлолоҡ булмауға бәйле банкротлыҡҡа сығыу.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөүселәрҙең намыҫһыҙлығы, мәкерле мутлашыу һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр ҙә күп.
Өлөшсө булараҡ үҙеңде фатирһыҙ ҡалыуҙан тулыһынса ҡурсалау мөмкин түгел, сөнки ҡайһы саҡта ышаныс тыуҙырған компанияларҙың да төрлө сәбәп менән банкрот булыуы ихтимал, тип белдерә юристар. Әммә түбәндәге кәңәштәр фатир алыусыларҙы күп хәүефтән ҡурсалар, тип иҫәпләй белгестәр.
Шулай итеп, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ:
=Фатир алырҙан алда компанияның төҙөлөшкә рөхсәте һәм төҙөүсенең гражданлыҡ яуаплылығы страховкаһы полисы булыуына инанығыҙ.
=Әгәр ҙә төҙөүсе өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе төҙөргә тәҡдим итһә, уның киң мәғлүмәт сараларында һәм (йәки) Интернет селтәрендә проект декларацияһын баҫтырғанмы-юҡмы икәнен ҡарағыҙ.
=Төҙөүсе компанияла төҙөлөштөң законлы булыу-булмауын дәлилләгән документтар пакеты һәм һеҙ ҡул ҡуясаҡ килешеүҙе һорағыҙ. Уларҙы алғас, ошо өлкәлә эшләгән юрисҡа кәңәш һорап мөрәжәғәт итегеҙ.
=Һеҙ фатир аласаҡ йортто төҙөгән ойошма тураһында фекерҙәрҙе өйрәнегеҙ. Уның эшлеклелеген, тәжрибәһен һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтеүен иҫбатлар өсөн төбәктә төҙөлгән башҡаса объекттары ла булырға тейеш.
=Бер ваҡытта ла үҙ күҙегеҙ менән күрмәйенсә фатир һатып алмағыҙ.
=Билдәле объекттың төҙөлөш тарихын өйрәнегеҙ. Бәлки, быға тиклем яҡшы булған репутацияһын ниндәйҙер финанс көрсөгө боҙғандыр, һеҙ фатир алырға теләгән йортто төҙөп бөтөрөргә аҡсаһы етмәгәндер. Бындай осраҡта компания һатыуҙы туҡтатырға тейеш. Проблемалы йортта өлөшсөләрҙең дә фатирҙарын һатырға маташыу ихтималлығы тураһында ла онотмағыҙ.
Тормошта төрлө кеше булған кеүек, төҙөлөш компаниялары араһында ла ышаныслыһы ла, мутлашыусыһы ла бар. Аҡсаһын һыуға һалырға теләмәгән һәр кеше ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә тейеш. Осһоҙ квадрат метрҙар һатып алам тип, һуңынан ике тапҡыр күберәк түләргә лә әҙер йөрөгәндәр әҙме ни арабыҙҙа?