Башҡортостанда төбәк иҡтисадының үҙәген бөгөнгө көндә нефть тармағы тәшкил итеүе, уға әлегә етди альтернатива булмауы бәхәсһеҙ, әммә совет осоронда ҡеүәтле оборона сәнәғәте комплексы (ОПК) предприятиелары ла республика үҫешенә ифрат ҙур өлөш индереүе билдәле.
Совет заманында бөгөнгө Рәсәй Федерацияһы территорияһында 4 миллион самаһы кеше ОПК предприятиеларында эшләп, унда ресурстарҙың өстән бер өлөшө йүнәлтелеп торҙо. Комплекста барлыҡ конструктор һәм технолог кадрҙарының 80 проценттан артығы эшләне. Илдә етештерелгән авиа-йыһан техникаһының 100 процентын, электрониканың 90 процентын ОПК предприятиелары сығарҙы. Башҡа төр мөһим продукцияның да ҙур өлөшө шулай уҡ ябыҡ заводтарҙа эшләнде. Хәрби предприятиеларҙағы бер эш урынын тәьмин итеү өсөн башҡа тармаҡтарҙа уртаса 15 яңы эш урыны кәрәк булды. Өфө, шулай уҡ күршеләге Куйбышев, Ҡазан, Силәбе, Свердловск, Пермь кеүек эре ҡалалар ОПК заказдары иҫәбенә йәшәне. Ошондай бер яҡлы ғына үҫеш алған совет иҡтисады донъя кимәлендә конкурентлыҡҡа бөтөнләй һәләтһеҙ булды, был айырыуса халыҡ ҡулланыуы тауарҙарында ныҡ күҙгә ташланды. Хәрби предприятиеларҙа халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (ТНП, халыҡ телендә – “ширпотреб”) цехтары асыу ғына хәлде төҙәтерлек түгел ине – ул тауарҙар Көнбайыш илдәрендә етештерелгән аналогтарына конкуренция тәшкил итә алманы. Был фактор – конкуренцияға һәләтһеҙлек – совет иҡтисадын тарҡалыуға килтергән сәбәптәрҙең иң мөһиме булды. Совет предприятиелары халыҡты хатта түбән сифатлы тауарҙары менән дә тейешле күләмдә тәьмин итә алманы. Тоталь дефицит, магазиндарҙағы буш кәштәләр ил иҡтисадын артабан ҡаҡшатты. 90-сы йылдарҙа предприятиелар кадрҙарын күпләп ҡыҫҡарта башланы, инженер-техник состав айырыуса ҙур юғалтыуҙар кисерҙе.
Әлеге көндә ОПК тармаҡтарында 2 миллиондан кәмерәк кеше эшләй. Тармаҡтарҙа инженер кадрҙары етешмәй, заводтарға килгән йәш белгестәрҙең әҙерлек кимәле йылдан-йыл түбәнәйә бара. Авиа-йыһан тармағы, атом энергетикаһы, электроника өлкәһендә кадрҙар дефициты үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙерә.
РФ Оборона министрлығы менән Тышҡы оборона сәйәсәте советы (СВОП) вәкилдәре ОПК предприятиеларын технологик үҫеш өсөн нигеҙ сифатында ҡулланыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләй башланы. Тәҡдимдәр ОПК предприятиеларын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса әҙерләнгән Президент программаһына тәҡдим ителәсәк. Был турала һуңғы осорҙа оборона министры кәңәшсеһе Андрей Ильницкий менән СВОП президиумы ағзаһы Александр Лосев йыш сығыш яһай.
СВОП даими рәүештә Ассамблеялар йыйып, теманы эҙмә-эҙлекле яҡтыртып килә, һәм советтың был өлкәлә ныҡлы позицияһы бар. Был позиция ОПК предприятиеларының төп заказсыһы – Оборона министрлығыныҡына яҡын һәм оборона сәнәғәте предприятиеларын илдең дөйөм технологик үҫешенә этәргес көс бирерлек берҙән-бер реаль структура тип иҫәпләүгә ҡоролған. Ләкин был структураны тейешенсә эшләтә башлау өсөн илдә инженер кадрҙары әҙерләү системаһын тергеҙеү талап ителә. Эште институттарҙан ғына түгел, хатта мәктәп тәрбиәһенән башлау кәрәк буласаҡ.
Оборона министрлығы менән Тышҡы оборона сәйәсәте советы вәкилдәре фекеренсә, мәктәптә Берҙәм дәүләт имтиханы системаһынан баш тартып, теүәл фәндәрҙе уҡытыуҙы элекке алдынғы совет мәктәптәре һәм уларҙың нигеҙендә ятҡан классик гимназия системаларына нигеҙләнеп тергеҙеү маҡсатҡа ярашлы, сөнки был мәсьәләне – урта мәктәптә теүәл фәндәрҙе уҡытыу торошон – хатта “дәүләт именлегенә янаған хәүеф” категорияһында тикшерә башларға мөмкин.
Стандарт шаблон буйынса уҡытыу йәштәрҙе уҡыу процесында нығынырға тейешле ижади мөхиттән, эҙләнергә өйрәнеүҙән ситләштерә. Һөҙөмтәлә абитуриенттар, үҙҙәренең формаль Берҙәм дәүләт имтиханы күрһәткестәренә тулыһынса ышанып, техник вуздарға әҙерлекһеҙ килә. Техник вуздар араһында лидер иҫәпләнгән МИФИ, МФТИ, МАИ кеүек уҡыу йорттарына элегерәк иң көслө йәштәр килһә, хәҙер улар иҡтисадсы, юрист һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Етмәһә, бөгөн инженерҙарға түләнгән эш хаҡы йәш белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ түгел.
Баҙар иҡтисады шарттарында тармаҡты финанслау, инвестициялар йәлеп итеү өсөн иң тәүҙә кадрҙар мәсьәләһен, тарҡалған предприятиеларҙы кемдәр тергеҙә алырын уйлау талап ителә. Үҙебеҙҙең Өфө миҫалында ғына ҡараһаҡ та, байтаҡ оборона предприятиеларының ябылыуын йә көс-хәл менән генә йәшәп килеүен күрәбеҙ. Һүҙ бында илдең техник элитаһын күпләп юғалтыу, тотош иҡтисад деградацияһы, дәүләт именлеге тураһында бара. Был шарттарҙа, бер яҡтан, әҙер кадрҙар резервын һаҡлау һәм тулыраҡ файҙаланыуҙы хәстәрләү талап ителһә, икенсе яҡтан, нисек техник уҡыу йорттарына көслөрәк йәштәрҙе йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәк.
Совет йылдарында көслө йәштәрҙе күп этаплы олимпиадалар, конкурстар аша элиталы уҡыу йорттарына йәлеп итеү системаһы бик һөҙөмтәле эшләне. Яйлап илдәге иң абруйлы техник вуздар эргәһендә махсус мәктәптәр, аҙаҡ лицейҙар ойошторола башланы. МФТИ, Мәскәү дәүләт университеты эргәһендәге мәктәптәр иң өлгөлөләре булды, аҙаҡ ундай уҡыу йорттары башҡа ҡалаларҙа ла барлыҡҡа килде. Башҡортостанда ундай өлгөлө уҡыу йорттары исемлегенә Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендәге 153-сө лицейҙы индерергә мөмкин.
Киләсәктә бындай мәктәптәр селтәре үҫешеп, элитар белем биреү системаһының нигеҙен тәшкил итә аласаҡ. Идеаль осраҡта был схема талантлы йәштәрҙең, мәктәп математика һәм физика олимпиадаларында уҡ үҙҙәрен күрһәткән егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың артабанғы уҡыуын күҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, вуздарҙа йыл һайын 250 меңгә яҡын инженер әҙерләнә, әммә уларҙың 50 меңгә яҡыны ғына предприятиеларға эшкә бара. Мәскәүҙәге МИФИ, МФТИ, МАИ кеүек вуздарҙы һуңғы биш йылда тамамлаған белгестәрҙең ике проценты ғына предприятиеларҙа эшләй, 14 проценты дәүләт хеҙмәтендә, 31 проценты – сит илдәрҙә һәм Рәсәй Федерацияһындағы сит ил компанияларында урынлашҡан, күптәре бизнес структураларына күскән, йәғни алған белеме буйынса эшләмәй. Төп сәбәбе – предприятиеларҙағы түбән эш хаҡы. Йәштәр тарҡалыу сигенә еткерелгән ОПК предприятиеларының тергеҙелеүенә ышанмай, һәм был шарттарҙа йәштәр инициативаһы тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә урынһыҙ.
Йәш белгестәрҙең күпләп сит илдәргә китеүе бер хәл, һуңғы йылдарҙа АҠШ һәм Европа компаниялары Рәсәй ҡалаларында ла үҙ филиалдарын аса башланы. Мәҫәлән, “Боинг” компанияһы Мәскәүҙә конструктор үҙәге (КЦ “Боинг”), “Сколково”ла фәнни-техник үҙәк (НТЦ “Боинг”) һәм Халыҡ-ара авиация академияһы асты. “Боинг” үҙәгендә Мәскәү белгестәре яңы “Боинг-787” самолеты конструкцияһының 30 процентын әҙерләгән. Яңы машинаның планеры – фюзеляж, ҡанаттар, ҡойроҡ өлөшө конструкцияһы тулыһынса Мәскәүҙә әҙерләнгән. Унда хәҙер 1200 беҙҙең инженер эшләй, күпселеге – “МИГ”, “ИЛ”, “ТУ” компанияларында эшләгән һәм кадрҙарҙы ҡыҫҡартыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған конструкторҙар.
Мәскәүҙә шулай уҡ “Эйрбас” компанияһының “Икар” инженер үҙәге (ИЦ “Икар”) эшләй, унда беҙҙең 200 белгес яңы тип самолет планеры менән шөғөлләнә. Белгестәр – шул уҡ кисәге “МИГ”, “ТУ”, “ИЛ” кадрҙары. “Эйрбас” өсөн ҡиммәтле титан деталдәр хәҙер тулыһынса Уралдағы Үрге Салда ҡалаһында етештерелә, “Боинг” фирмаһы ла унда эре заказдар урынлаштыра башланы. Салдалағы 95-се завод – донъяла иң эре титан етештереүсе предприятие бөгөн, нигеҙҙә, “Боинг”, “Эйрбас”, “Роллс-Ройс”, “Пратт энд Уитни” компаниялары заказдары иҫәбенә йәшәй.
“Боинг” һәм “Эйрбас” етештереү ҡеүәттәрен күпкә арттырып, 2015 йылда 762 һәм 670 яңы лайнер эшләп сығарҙы. Беҙҙең иң ҡеүәтле “Туполев” фирмаһы шул уҡ 2015 йылда ни бары ике машина йыя алды, “Ильюшин” фирмаһы өс самолет менән сикләнде.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй предприятиелары ҡиммәтле авиация белгестәрен күпләп юғалта, был турала Хөкүмәт һәм парламент кимәлендә етди уйланыусылар әлегә юҡ. Мәскәүҙең үҙендә лә хәҙер конструкторҙарға эш юҡ, ә башҡа ҡалалар тураһында әйтәһе лә түгел. Авиапромды күтәреү буйынса төрлө кимәлдә, хатта Президент программаһы кимәлендә төрлө документтар әҙерләүселәр быға тиклем дә күп булды, әле лә бихисап. Уларҙың тәҡдимдәренең асылы ғәмәлдә бер үк – инженерҙарҙа элекке энтузиазмды, ижади энергияны тергеҙеү, һәм улар, совет авиапромына нигеҙ һалған эскерһеҙ энтузиастар Туполев менән Ильюшин кеүек, яңы конструкторлыҡ бюролары ойошторһон, яңы заводтар асһын, ә кемдер ул арала элекке авиапромдың заводтарын ябып, ерҙәрен супермаркеттар төҙөү өсөн һата, элекке 95-се титан заводына хужа булып алды… Ләкин бөгөн әүәлгесә энтузиазмға иҫәп тотоу бөтөнләй эшләмәй. Данлыҡлы “Туполев”, “Ильюшин” фирмаларын тергеҙеү өсөн хәҙер инде Мәскәүҙе лә үҙләштерә башлаған “Боинг” һәм “Эйрбас” үҙәктәренә киткән конструкторҙарҙы кире ҡайтарыу талап ителә. Һәм аҡсаһыҙ “шарага”ға түгел, ә кәмендә шул уҡ “Боинг” һәм “Эйрбас” фирмалары түләгән эш хаҡына. Ә аҡсаны ҡайҙан алырға кәрәклеген “Боинг”та эшләгән элекке “Туполев” конструкторҙары әйтә ала: сит илдәргә ҡиммәтле авиация материалы – титан һатып сикһеҙ байыған, Үрге Салдалағы элекке 95-се заводты ҡулдарына төшөргән структураларҙа. Илдә аҡса күп, әммә ул илде күтәрерҙәй етештереү тармаҡтарына килеп етмәй.