Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тотороҡландырыу фонды “эпопеяһы” дауам итә
Финанс министры Антон Силуанов 30 июндә Резерв фондын Милли етешлек фонды менән берләштереү тураһында белдерҙе. Аналитиктар был хәлде Резерв фондының бөтөүенә, Милли етешлек фондын әүҙем ҡуллана башлауға тиңләне. Министр А. Силуанов аңлатыуынса, был берләшеү фондтарҙы йылдам рәүештә бюджет дефицитын ҡаплауға йүнәлтеүҙе күпкә еңеләйтә.


Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың 1 июленә Резерв фонды күләме 987,27 миллиард һум, Милли етешлек фонды 4 триллион 385,49 миллиард һум тәшкил иткән. Был фондтар 2008 йылдың 1 ғинуарында Тотороҡландырыу фондын ике өлөшкә бүлеп ойошторола. Резерв фондына нефть һәм газ экспортынан килгән валюта һалына, Милли етешлек фондына Рәсәй Пенсия фонды (ПФР) резервтары күсерелә һәм улар тейелгеһеҙ тип иғлан ителә.
2016 йылдың авгусында Үҙәк банк Резерв фондын Рәсәй милли валютаһы – һумдарҙың курсы тотороҡлолоғон һаҡлауға йүнәлтә башлап, йыл аҙағына фондтың 75 процентын тотоноп бөтә. Унан алда, 2016 йылдың 1 авгусында, Резерв фондында 2 триллион 560 миллиард, Милли етешлек фондында 4 триллион 842 миллиард һум тупланған була. Үҙәк банктың һум курсы тотороҡлоғон тәьмин итеү буйынса ҡулланған саралары тейешле һөҙөмтә бирмәй, сөнки 2014 йылдың ноябрендә Рәсәй валютаһының ирекле курсын иғлан итеү һумдарҙы нефть хаҡтарына бәйләп ҡуя. Һум курсын һаҡлауға гигант сумма – 2 триллион һумға яҡын валюта интервенциялары йүнәлтеү хәлде төҙәтә алмай. Һумдарҙың ирекле курсы ғәмәлдә АҠШ биржалары билдәләгән нефткә донъя хаҡтарына бәйле булып ҡала.
Артабан милли валюта тирәһендәге хәлдәр бөтөнләй сәйер төҫ ала: ирекле курс шарттарында һумдарҙы нығытыуға бихисап валюта әрәм иткәндән һуң Үҙәк банк, нефть экспорты даирәләренә яҡын лобби баҫымына бирешеп, һум курсын артабан нығытаһы урынға, “Внешэкономбанк” идараһы рекомендациялары буйынса һумдарға кәмендә 10 процент кимәлендә яһалма девальвация үткәреү идеяһын яҡлай башлағас, был инцидентҡа Президент Путинға ҡыҫылырға тура килә. Нефть экспортерҙары демаршы ошо рәүешле туҡтатыла. Айырым етәкселәр һум курсын юғарыраҡ кимәлдә нығытыуҙы йәки валюта коридоры ҡулланыуҙы талап итһә лә, Үҙәк банк һумдарҙың ирекле курсын һаҡлай.
Резерв фондының ҙур өлөшөн – 2 триллион һумды милли валюта курсын һаҡлауға йүнәлтеп тотоноп бөткәндән һуң, нефть экспортерҙары мәнфәғәтендә яһалма девальвация үткәреүгә Тотороҡландырыу фонды проекты авторы, элекке финанс министры Алексей Кудрин ҡәтғи ҡаршы сығып, Красноярск иҡтисади форумында: “…Ил иҡтисадын дәүләт корпорациялары ҡыҫымынан ҡотҡарыу талап ителә. Финанс өлкәһендә дәүләт корпорациялары бөтөнләй булмаҫҡа, уларҙың йоғонтоһо ныҡ кәметелергә тейеш…” – тип белдерҙе. Икенсе яҡтан, ил бюджетының ҙур өлөшөн тәьмин иткән нефть һәм газ экспортерҙарының федераль бюджетҡа йүнәлтелгән валютаның Рәсәй һумы курсы тотороҡһоҙлоғо арҡаһында күпләп юғалтылыуын нисек булһа ла туҡтатырға тырышыуын аңларға мөмкин. Әммә быны иң тәүҙә Үҙәк банк хәстәрләргә тейеш. Нәҡ Үҙәк банк үткәргән эҙмә-эҙлекһеҙ финанс сәйәсәте Резерв фондының ҙур өлөшөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юҡҡа сығарыуға килтерҙе тиергә мөмкин – бында экс-министрҙар Кудрин һәм Геращенко биргән баһа менән ризалашмай булмай.
Совет һәм Рәсәй финанстары патриархы, ике тапҡыр СССР Дәүләт банкы, ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы етәксеһе булған Виктор Владимирович Геращенконы иҫкә алғанда был һоҡланғыс белгестең Резерв фонды тураһында күп йылдар алдан әйткән фараздарының раҫланыуы, бер яҡтан, хайран ҡалдырһа, икенсе яҡтан, үкенесле лә. Виктор Владимировичтың әйткәндәренә иғтибарлыраҡ булып, Рәсәй Финанс министрлығы етәкселеге эҙмә-эҙлекле рәүештә милли валютаны һәм реаль етештереү тармағын нығытыуға бөтә көсөн һалһа, һуңғы йылдарҙағы хаталарға урын да ҡалмаҫ ине. Кем белә, бәлки, Резерв фонды “эпопеяһының” кульминацияһы булған бөгөнгө хәлдәрҙән финанс етәкселеге, Виктор Владимирович көткәнсә, фәһем алыр ҙа, хаталарын төҙәтә башлар тип ышанырға ғына ҡала…
Резерв фонды ваҡиғаларын иҫкә төшөрөп үтеү урынлы булыр. 2004 йылдың 1 ғинуарында ойошторолған Тотороҡландырыу фонды проекты авторҙары – ул саҡтағы финанс министры А. Кудрин менән иҡтисади үҫеш министры Г. Греф нефть һәм газ экспортынан килгән валютаны реаль етештереү тармаҡтарына йүнәлтеүҙе сикләп, АҠШ һәм ЕС илдәренең ҡиммәтле ҡағыҙҙарына һала, ә ул ҡиммәтле ҡағыҙҙар исемлеген штаб-фатиры Вашингтонда урынлашҡан Халыҡ-ара валюта фонды әҙерләп бирә. Экс-министр В. Геращенко был авантюраға ҡаршы сыға һәм үҙ тәҡдимдәре менән сығыш яһай. Геращенко Кудрин менән Грефты, үҙенең эш хаҡын аҡсаға мохтажлыҡ кисергән ғаиләһенә алып ҡайтмайынса, күрше ҡатынға һаҡларға тапшырған булдыҡһыҙ кешегә тиңләп, Тотороҡландырыу фондының яҡын киләсәктә юҡҡа сығасағын фаразлай. Уның фекеренсә, нефть долларҙарын ашығыс рәүештә реаль етештереү тармағына йүнәлтеү талап ителә.
2008 йылдың 1 ғинуарында Тотороҡландырыу фонды ике өлөшкә бүленә: Резерв фондына нефть һәм газ экспортынан килгән валюта, ә Милли етешлек фондына ПФР резервтары күсерелә (нәҡ шул осорҙа ПФР-ҙағы коррупцияға ҡаршы шау-шыулы махсус кампания ойошторола). ПФР резервтары тейелгеһеҙ тип иғлан ителә, ә Милли етешлек фондында улар үҫәсәк тип күрһәтелә. Әммә шул уҡ 2008 йылда ПФР резервтарындағы 800 миллиард һум БАМ трассаһын тергеҙеүгә йүнәлтелеп юҡҡа сыға, 280 миллиард һум Газпромбанк, ВТБ һәм башҡа банктарға ярҙамға йүнәлтелә. Пенсияларҙы арттырыуға, уларға индексация үткәреүгә аҡса ҡалмай.
Финанс министрлығы вәғәҙә итеүенсә, яҡын киләсәктә берләштерелгән Резерв фондында һәм Милли етешлек фондында хәлдәр көйләнәсәк. Улар түбәндәге яҡынса схема буйынса эшләй башлай: 2017 йыл аҙағына тиклем элекке Резерв фондында ҡалған аҡса бюджет дефицитын ҡаплауға йүнәлтеләсәк. Дефицитты ҡаплауға 1 триллион һум кәрәк, шул сәбәпле элекке Милли етешлек фонды (ПФР резервтары) ла ҡулланыла башлаясаҡ. Бөгөнгө көндә ул фондтың 36 проценты депозиттарға, коммерция банктары акцияларына һалынған һәм тейелгеһеҙ тип иҫәпләнә, ә ҡалған 64 проценты берләштерелгән яңы фондҡа күсерелеп, бюджет дефицитын ҡаплауға йүнәлтелеүе ихтимал. Шулай итеп, 2004 йылда башланған Тотороҡландырыу фонды “эпопеяһы” үҙенең кульминацияһына етеп, хәҙер инде яңыртылған – өсөнсө редакцияла дауам итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә