Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нефттең ысын хужаһы кем, тиһәк…
Нефттең ысын хужаһы кем, тиһәк…“Уолл-Стрит джорнел” гәзите сайттары уҙған йылдың мартында донъяға сығарған ғауғалы статьяларҙан һәм әлегәсә дауам иткән, хатта арта барған комментарийҙарҙан күренеүенсә, һуңғы осорҙа АҠШ тауар биржаларында нефткә хаҡтарҙың кәмеүе спекулятив маҡсаттарҙа махсус ойошторолоуы ихтимал.

Ғәҙәттә айырым хаҡтарҙағы үҙгәрештәр статистик хатаға бәйләп күрһәтелә. Халыҡ-ара энергетика агентлығының (МЭА) нефть баҙарындағы тауар тәҡдиме уға һорауҙан күпкә артыҡ булыуы тураһындағы мәғлүмә­те иһә күберәк хатаға түгел, ә фикцияға яҡын. Мәҫәлән, МЭА мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылдың һуңғы кварталында бөтә донъя нефть баҙарына көн һайын 1,9 миллион баррелдән артыҡ һорау менән тәьмин ителмәгән сеймал килә (сағыштырыу өсөн: Рәсәй Федерацияһында тәүлегенә 10,3 мил­лион баррель нефть сығарыла). Был 1,9 миллион баррелдең 770 мең барреле резерв һаҡлағыстарына һалына, 300 мең барреле нефть үткәргестәр аша һәм океан танкерҙарына тултырып оҙатыла. Ә ҡалған 830 мең барреле, “Уолл-стрит джорнел” эксперттары асыҡлауынса – фиктив күләм.
Оҡшаш хәл 1998 йылда ла күҙәтелә һәм АҠШ Конгресы Хисаплау палатаһына МЭА мәғлүмәттәрен тикшереүҙе йөкмәтә, әммә комиссия “документтарҙа статистик хата булыуы мөмкинлегенә” генә күрһәтә. “Уолл-стрит джорнел” мөрәжәғәт иткән экс­перт­тар раҫлауынса, был осраҡта өс вер­сияны ҡарарға кәрәк: статистик хатаны, фиктив күләмде һәм “виртуаль нефть” төшөнсәһенә бәйле хатаны. Эксперттар тикшерелгән 1,9 миллион баррелдең “виртуаль нефть” тип күрһәтелгән фиктив күләм булыуын асыҡлай.
“Виртуаль нефть” төшөнсәһе биржа технологияларында һуңғы йылдарҙа киң ҡулланыла. Нефткә донъя хаҡтары нигеҙҙә ике иң эре биржа үҙәгендә формалаша – Нью-Йорктағы NYMEX һәм Лондондағы ICE биржаларында. Лондон биржаһы – Америка Ҡушма Штаттарының Атланта ҡалаһындағы ICE биржаһы филиалы. Һөҙөмтәлә нефткә донъя хаҡтары бөгөнгө көндә тулыһынса АҠШ ҡарамағында формалаша. Бөтә донъя күләмендә нефттең 99 проценты АҠШ долларҙарына һатыла. Биржалар клиенттарҙың абсолют ышанысына таянып ҡына уңышлы эшләй ала, әммә уларҙың эшмәкәрлегендә нефть экспортерҙарын һағайтҡан моменттар күп.
Хаҡтарҙың үҙгәреп тороуы – тәбиғи хәл, ул процестың үҙ ҡанундары бар. Ләкин ул ҡанундар, әлбиттә, иң тәүҙә АҠШ капиталы мәнфәғәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған. Биржалар системаһын донъя валютаһы – доллар системаһы менән сағыштырырға мөмкин. Системаны аңлап ҡулланһаң – отаһың, аңлап еткермәһәң – отолоуың ихтимал. Беҙҙең осраҡта иһә самаһыҙ аҙған коррупцияны, финанс даирәләрендәге компетенциялар дефицитын да һәр саҡ иҫәпкә алырға кәрәк.
70-се йылдарға тиклем нефть биржа тауары булмай, һәм уны эре партиялар ме­нән, оҙайлы контракттар нигеҙендә, са­ғыштырмаса тотороҡло хаҡтарға һаталар. 70-се йылдарҙа АҠШ һәм Бөйөк Британия нефть компаниялары, ғәрәп илдәре – иң тәүҙә Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Кувейт менән килешеүгә килеп, нефть һәм газ сығарыу ҡеүәттәрен байтаҡҡа арттыралар. Артабан ғәрәп нефтен һәм газын Көнбайыш Евро­паға ике линия буйлап транспортлау күҙ уңында тотола: Сәғүд Ғәрәбстаны – Иордания – Сүриә –Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәб­станы – Кувейт – Ираҡ – Төркиә транзит линиялары аша. Газ һәм нефть Төркиәнән Болгария, Румыния һәм Венгрия аша Австрияға үтеп, Көнбайыш Европаның күп илдәренә таратылырға тейеш була. Әммә социалистик лагерь составындағы Болгария, Румыния һәм Венгрия, СССР был идеяға ҡаршы торғас, проектта ҡатнаша алмай. Австрия менән Төркиә 2002 йылдың февралендә, ниһайәт, был эшкә тотона, һәм Венала тейешле килешеүгә ҡул ҡуя­лар. Хөкүмәт делегациялары Вена опера театрында Джузеппе Вердиҙың “Набукко” операһын тыңлай һәм, тамашаны бик оҡшатып, проектҡа ла “Набукко” исеме бирә. Әммә проект тормошҡа ашмай һәм 2013 йылда ябыла. 2008 йылда Төркиә, Греция, Италия Трансадриатик газ үткәргесе идеяһын күтәрә, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Бельгия, Норвегия был проектҡа ҡушыла. Проект йылына 20 миллиард кубометр газ үткәреп, киләсәктә Рәсәй газынан баш тартыуҙы күҙ уңында тота. Перспективала газ үткәргес менән йәнәшә нефть үткәргес линияһы һалыу ҙа ҡарала. Тәүге этапта Каспий диңгеҙе төбәге илдәренән газ ғына оҙатыласаҡ. Перспективала Сәғүд Ғәрәбстанында һәм башҡа ғәрәп илдәрендә сығарылған газ менән нефтте Көнбайыш Европаға транспортлау һәм проектҡа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрен дә йәлеп итеү ҡарала. Ғәрәп нефтен Европаға әлегә танкерҙар менән ташыйҙар.
Советтар Союзы, үҙенең иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлап, ғәрәп нефтенең Европаға үтеүен тотҡарлау өсөн Ираҡ һәм Сүриә режимдарын файҙаланды. Ике ил өсөн дә был ҙур фажиғә менән тамамланды: 2003 йылда АҠШ етәкселегендәге халыҡ-ара коалиция Ираҡта Саддам Хөсәйен режимын ҡолатыуға өлгәште; ә Сүриәлә 1971–2000 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Хәфиз Әсәдкә алмашҡа уның улы Бәшәр Әсәд килде һәм илде граждандар һуғышы хәленә еткерҙе. Сүриә террито­рияһының бер өлөшөн АҠШ хәрби көстәре һәм Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Иордания, Бахрейн, Катар, Кувейт ҡораллы көстәре биләп тора. Уларҙың маҡсаты – Азат Сүриә армияһына һәм Сүриә революцион фронтына таянып, Бәшәр Әсәд режимын ҡолатыу. Перспек­тивалағы төп маҡсат – Ираҡ менән Сүриәлә нығынып, ғәрәп нефтенә һәм газына Европаға юл асыу һәм Америка Ҡушма Штаттарының Европалағы һәм Азиялағы позицияларын артабан нығытыу. Был глобаль стратегияла нефть сауҙаһына һәм уны көйләүсе төп структураға – биржалар институтына мөһим урын бирелә.
Нью-Йорк тауар биржаһы NYMEX (New York Mercantile Exchange) 1982 йылда ойошторола һәм нефть фьючерстары менән сауҙа итеүсе иң эре ойошмаға әйләнә. Оҙаҡламай уға ICE (Intercontinental Exchange) өҫтәлә. Биржалар тәүҙән үк АҠШ-тың Дж. П. Морган Чейз, Бэнк оф Америка, Ситигруп кеүек иң эре банктары менән хеҙмәттәшлек итә һәм нефть фьючерс баҙарҙары ойоштора. Донъя нефть баҙарында фьючерс системаһы ҙур яңылыҡ, алдынғы күренеш була. Фьючерс контракты (futures contract) – киләсәктә башҡарыласаҡ базис активтарын (мәҫәлән, нефть) һатыу-һатып алыу килешеүе. “Фьючерс нефте”, уға эйәреп “виртуаль нефть” төшөнсәһе әйләнешкә инеп, биржалар эшмәкәрлегендә һәм финанс донъяһында тиҙ арала нығынып өлгөрә. АҠШ биржалары был механизм аша бөтә донъялағы нефть сығарыу компанияларына йоғонто яһай ала. Биржа эшмәкәрлегендә иркене­рәк маневр өсөн “виртуаль нефть” күләме (фьючерс эмиссияһы) реаль һатылған нефть күләменән артығыраҡ туп­ланыуы ихтимал. Был система бөтә донъя­ла бик теүәл эшләп килә. Әммә уның айырым илдәрҙең финанс системаларына ҙур зыян килтереүе лә ихтимал. Нефть сауҙаһында яңы компьютер технологияларын, шул иҫәптән виртуаль базис активтары менән эш итеү алымдарын киң ҡул­ланыу, айырым ҡарағанда, ыңғай күренеш. Ләкин нефть биржалары эш­мәкәрлегенә глобаль сәйәсәт мәнфәғәт­тәренә бәйле процестар ҙа көслө йоғонто яһауы бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, 80-се йылдарҙа АҠШ администрацияһы Сәғүд Ғәрәбстаны етәкселеге менән берлектә, килешеүгә килеп, донъя хаҡтарына көслө демпинг ойошторҙо һәм СССР иҡтисадына ҙур зыян килтерҙе. Дөйөм алғанда, был авантюранан АҠШ ҡына отто. Ғәрәп илдәре нефть сеймалы һатыу менән генә мауығып, алдынғы технологияларға – электроника, машиналар эшләү сәнәғәттәренә финанс­тар йүнәлтмәйенсә, бихисап нефть доллар­ҙарын тура ҡулланыуға ғына һалып килә. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, иң бай ғәрәп иле Сәғүд Ғәрәбстаны уҙған йылды бик ҙур бюджет дефициты (тулайым эске продукт күләменән 22 процент) менән тамамланы. Ил иҡтисадын һауыҡтырыу буйынса ашы­ғыс саралар күрәһе урынға, король иң эре предприятие – “Сауди Арамко” компанияһы акцияларының 49 процентын һатыу тура­һында ҡарар сығарҙы. Риза­һыҙлыҡ бел­дергән 47 кеше үлем язаһына хөкөм ителде, 130-ға яҡын кеше ҡулға алынды. Илдә иң ауыр мәсьәлә – эсәр һыу дефициты, уның литры 2,3 АҠШ долларына еткән (бензин хаҡы – 0,24 АҠШ доллары). Был илдең фантастик байлығы сүлдәге мираж кеүек юҡҡа сығыуға бара.
Шул уҡ ваҡытта минераль ресурстары бөтөнләй тиерлек булмаған Малайзия, Таи­ланд, Сингапур кеүек илдәр, барлыҡ ты­рышлыҡтарын юғары технологияларҙы үҫтереүгә һалып, электроника тауарҙары етештереү өлкәһендә Япония, Көньяҡ Корея кеүек донъя лидерҙарына яҡынлашып килә.
Донъя баҙарына сығарылған нефть тулыһынса тиерлек АҠШ долларҙарына һатыла, шул сәбәпле Америка биржалары теләһә ниндәй шарттарҙа ла ота. Төп ҡорал – нефткә донъя хаҡтарын көйләү АҠШ ҡулында. Элек нефть хаҡтары менән глобаль кимәлдәге манипуляцияларға барғанда америкалылар ОПЕК (Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы) ағзалары йә, мәҫәлән, шул уҡ Сәғүд Ғәрәбстаны лидерҙары менән демпинг килешеүенә килһә, хәҙер улар яңы биржа технологияларына, “фьючерс нефте”, “виртуаль нефть” менән глобаль масштабтарҙағы фантастик манипуляцияларға өҫтөнлөк бирә. Нефткә хаҡтарҙы формалашты­рыуҙың элекке схемалары артабан эшлә­мәй. Хаҡтар хәҙер ирекле баҙар мөнәсәбәт­тәре аша түгел, ә Нью-Йорк һәм Лондон биржалары – ғәмәл­дә Америка банктары мәнфәғәтендә формалаша. Был шарттарҙа “нефткә донъя хаҡ­тары” төшөнсәһе үҙе лә фикцияға әйләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй финанс даирәләренең, айырыуса нефть экспорты­нан килгән долларҙар менән эш итеүсе структураларҙың был мөһим факторҙарҙы бөтөнләй иҫәпкә алмауы асыҡлана. Мәҫә­лән, апрель айында доллар курсы 55,8940 һумға тиклем төшкәс, йәғни һум бер аҙ нығынғас, “Внешэкономбанк” идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Клепач: “Рәсәй валютаһы курсының долларға ҡарата бер һумға көсәйеүе федераль бюджеттың йылына 160 миллиард доллар юғалтыуына килтерә”, – тип белдерергә ашыҡты. Нефть экспорты даирәләренә яҡын лобби Үҙәк банк идараһына баҫымын көсәйтеп, һумдарға кәмендә 10 процент кимәлендә яһалма девальвация үткәреү мәсьәләһен күтәрә башланы. Был инцидентты туҡтатыу өсөн Президент Путинға үҙ һүҙен әйтергә тура килде, сөнки байтаҡ абруйлы эксперттар “Внешэкономбанк”тың был нигеҙ­һеҙ тәҡдименә ҡаршы сыҡты. Андрей Клепач иҫәп тотҡан бер йыл түгел, бер ай ҙа үтмәне, һум курсы түбәнгә тәгәрәп, доллар хаҡы 60 һумға яҡынлашты, баррель хаҡы 45 долларға тиклем кәмене. Был эштәрҙә тәжрибәлерәк элекке финанс министры Алексей Кудрин нефть экспортына яҡын финанс даирәләренең асыҡтан-асыҡ демаршына ҡаршы сығып, 21 апрелдә Красноярск ҡалаһында үткән иҡтисади форумда: “Иҡтисадтағы дәүләт идаралығы – хаос хәлендә, һәм ул системаны кисектер­мәйенсә үҙгәртеү талап ителә. Бөгөнгө бер яҡлы иҡтисад структураһында минераль ресурстар экспортына бәйле тармаҡ­тар ғына үҫешә. Ил иҡтисадын дәү­ләт корпорациялары ҡыҫымынан ҡотҡарыу талап ителә. Бөгөн дәүләт корпорациялары хатта финанс өлкәһенә лә үтеп инә һәм унда ҙур өлөшкә эйә. Финанс өлкәһендә дәүләт корпорациялары бөтөнләй булырға тейеш түгел, уларҙың йоғонтоһо ныҡ кәметелергә тейеш...” – тип белдерҙе.
Нефткә донъя хаҡтарын беҙҙең финанс структуралары ла, дәүләт корпорациялары ла үҙгәртә алмай – был ресурс тулыһынса америкалылар ҡулында. Америка биржаларында маклерҙар көн һайын миллионлап баррель “виртуаль” нефтте “артыҡ”, “баҙар­ҙа һорау менән тәьмин ителмәгән” тип күрһәтеп, нефткә донъя хаҡтарын, үҙҙәренә кәрәгенсә, еңел генә кәметеп ҡуя. Рәсәй дәүләт финанс органдары етәкселеге, был фикцияға таянып (Америка экспертта­рының “Уолл-Стрит джорнел” аша был ғә­мәл­де фикция тип күрһәтеүенә йәнә иғти­бар итәйек), ил бюджетының килем статья­ларын формалаштыра. Мәҫәлән, 2016 йылдың 12 октябрендә Финанс министрлы­ғы 2017 – 2019 йылдарға иҫәп­ләнгән өс йыллыҡ бюджет проектын тәҡдим итте. Проект иң ауыр сценарий буйынса – нефть хаҡы баррелгә 40 долларға тиклем кәмеүе иҫәбенән сығып төҙөлә.
Әммә нефт­кә донъя хаҡтары, нигеҙҙә, АҠШ мәнфәғәт­тәрендә генә билдәләнгәндә, бөтә нефть долларҙарға ғына һатылғанда, Рәсәй Федерацияһы бюджетының килем статьяларына, милли валюта – һум курсына яңыса ҡарау талап ителә. Хәйер, бында ҙур яңылыҡ та юҡ. 2014 йылдың ноябрендә һумдарҙың ирекле курсын иғлан иткәндә Үҙәк банктың элекке рәйесе Виктор Геращенконың, башҡа абруйлы белгестәр­ҙең ҡәтғи киҫәтеүен иҫкә төшөрөргә мөмкин. Үҙәк банк иғлан иткән ирекле курс ғәмәлдә нефть хаҡтарына бәйле булып ҡалды. Рәсәй донъя хаҡтарына бер нисек тә йоғонто яһай алмай, ә ул хаҡтар һумдың позицияларын ныҡ ҡаҡшатыуын күрәбеҙ. Геращенко һәм башҡа абруйлы белгестәр тәҡдим иткәнсә, һумдың ирекле курсынан (ғәмәлдә иһә бер ниндәй ҙә ирекле түгел, ә нефть хаҡтарына бәйле) баш тартып, уны юғарыраҡ кимәлдә нығытып, күләмле эмиссия үткәреү, Үҙәк банк ставкаһын кәме­теү, ил иҡтисадының монетизация кимәлен күтәреү, һумдарҙың ҙур массивтарын етештереү тармаҡтарына оҙайлы инвес­тициялар рәүешендә йүнәлтеү өсөн иҡтисадта мотивацияларҙы, стимулдарҙы үҙгәртеү мөһим. Әлегә иҡтисадта өҫтөнлөк нефть һәм газ экспортлаусы дәүләт корпорацияларына һәм уларҙы хеҙмәт­ләнде­реүсе финанс структураларына бирелә. Әммә уларҙың мотивациялары, мәҫәлән, Рәсәй милли валютаһына яһалма девальвация үткәреүҙе талап иткән һәм нефть долларҙарын һумдарҙан өҫтөнөрәк ҡуйған финанс даирәләренең позицияларынан күренеүенсә, реаль етештереү тармаҡта­ры­ның мәнфәғәттәренә ҡаршы килә. Иҡтисади үҫеш инвестициялар етешмәүгә, коммерция банктарының юғары кредит ставкаларына барып терәлә, ә улары Үҙәк банктың эмиссияны сикләүенә, әйләнеш­тәге аҡса массаһын ҡыҫыуына, ставкалар­ҙы юғары кимәлдә тотоуына бәйле. Кредит ставкаларының предприя­тиеларҙың уртаса рентабеллегенән юғарыраҡ булыуы күп йылдар дауамында етештереү тармаҡта­рын юҡҡа сығарып килә. “Нефть энәһе”нә ныҡлап ултыртылған ауырыу Рәсәй иҡти­садын һауыҡтырыуҙың берҙән-бер юлы – реаль етештереү тармаҡтарын тергеҙә башлау. Ләкин был көслө резервты уңыш­лы ҡулланыу өсөн милли валютаны нығы­тыу, коррупциянан арыныу, ил иҡтисадын, айырыуса финанс системаһын нефть экспорты иҫәбенә йәшәгән структуралар баҫымынан ҡурсалау мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705