Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Күрше ағайға” эшләмәйек
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел телевидениела тура эфир аша халыҡтың һорауҙарына яуап биргәндә Башҡортостан иҡтисадының бер үҙенсәлегенә – тауар баҙарына сығарыуға тулыһынса әҙер продукция нисбәте аҙ булыуға иғтибар итте. Бер яҡтан ҡарағанда, республикабыҙ – эре сәнәғәт предприятиелары, иң юғары технологиялар күпләп тупланған ҡеүәтле иҡтисад үҙәге. Иғтибарлыраҡ күҙ һалһаң, беҙҙә ҡулланыу баҙарына сығарылған әҙер продукция етештергән эре предприятиелар күп булмауын күрәһең.
Республика Башлығы быны ябай ғына әйбер – ҡулындағы япон авто­ручкаһы миҫалында аңлатты. Мәҫәлән, Башҡортостан заводтары төрлө пластик етештереү өсөн тәғәйенләнгән синтетик полимерҙарҙы, полиэтиленды, полипропиленды меңәр тонналап күп илдәргә оҙата, буяу етештереү өсөн кәрәкле химикаттар күпләп сығарыла. Иҫкә алынған ябай ручкалағы буяулы көпшә осона беркетелгән бәләкәй шарик вольфрам карбидынан етештерелә – ул иретмә күрше Свердловск өлкә­һендәге Кировоградта меңәрләгән тонна сығарыла һәм артиллерия снарядтары, металл киҫеү ҡорамалдары етештереүҙә ҡулланыла. Шарикты тотоп торған капилляр металл көпшә Екатеринбургта эшләнә, әммә был тауарҙарҙы күпләп сығарған Өфөлә һәм Екатеринбургта авторучкалар етештерелмәй.
Ябай ғына миҫалда күрһәтелгән, ғәмәлдә иһә бик ҡатмарлы был хәл эре сәнәғәт тармаҡтарына ла хас. Республикала элек Авиация һәм Автомобиль сәнәғәте министрлыҡтарына ҡараған предприятиелар күп. Совет заманында улар үҙ продукцияһы менән илдең барлыҡ тармаҡ заводтарын тәьмин итеп килде. Башҡортостанда авиация һәм автомобиль заводтары төҙөлмәне, әммә беҙҙәге предприятиелар тотороҡло эшләне, илдәге һәр тармаҡ бер бөтөн конвейер һымаҡ ине. СССР тарҡалып, ил ирекле баҙар шарттарына күскәс, был теүәл иҡтисад механизмы юҡҡа сыҡты. Әҙер продукция (республика Башлығы Р. Хәмитов йыш иҫкә алған “конечная продукция”) етештергән предприятиелар тауар баҙарында айырыуса мөһим булған ирекле маневр мөмкинлегенә эйә, ә беҙҙәге заводтарға күршеләрҙән заказ көтөп, уларға буйһонған хәлдә ҡалырға тура килә (быны инженер халҡы “күрше ағайға эшләү” тип бик теүәл атай). Заказдарҙың булмауы ла мөмкин, ул саҡта заводты ябырға ғына ҡала. Ҡиммәтле кадрҙар, технологиялар юғалтыла, ҡала һәм республика бюджеттарының килем өлөшө кәмей.
Күрһәтелгән мөһим факторҙы иҫәпкә алғанда, республика сәнәғәте структу­раһы етди яңыртыуға мохтаж. Бер үк ваҡытта электән, Совет заманынан эшләп килгән предприятиеларҙы һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим, әммә иҡтисади, технологик үҫеш, инновация мәсьә­ләләрен күҙ уңында тотҡанда, ошо проблеманы алғараҡ ҡуйып эшләргә өйрәнә башлау зарур. Башҡортостан шарттарында автопром һәм авиапром өлкәһендә тулы цикллы сәнәғәткә мохтажлыҡ, эре автомобиль һәм авиация заводтарының етешмәүе ныҡ һиҙелә. Ошо йәһәттән Рәсәй Федера­цияһы төбәктәренең фәнни-технологик үҫеш рейтингына күҙ һалһаҡ та, ирекле баҙар шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтле тауар етештереүгә, иҡтисад структураһын заманса талаптарға яраҡ­лаштырыуға, инновацияларға, яңыртып ҡороуға ҙур иғтибар биргән Татарстан Республикаһын, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләрен лидерҙар араһында күрәбеҙ. Беҙҙең Башҡортостан был рейтингта 15-се урында килә:

1. Мәскәү ҡалаһы
2. Санкт-Петербург ҡалаһы
3. Татарстан Республикаһы
4. Түбәнге Новгород өлкәһе
5. Һамар өлкәһе
6. Мәскәү өлкәһе
7. Пермь крайы
8. Свердловск өлкәһе
9. Томск өлкәһе
10. Ульяновск өлкәһе
11. Новосибирск өлкәһе
12. Тула өлкәһе
13. Ростов өлкәһе
14. Воронеж өлкәһе
15. Башҡортостан Республикаһы

Киләсәктә төбәктәр араһында кон­курентлыҡ, тауар баҙары, кадрҙар, ресурстар өсөн көрәш көсәйәсәк кенә. Иҡтисади үҫеш яғынан көслө төбәктәр менән уратып алынған Башҡор­тостан­дың был көрәштәге лайыҡлыраҡ урыны – лидерҙар араһында.


Автор: З.ЗИННӘТЛУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 6

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 5

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә