“Күрше ағайға” эшләмәйек09.05.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел телевидениела тура эфир аша халыҡтың һорауҙарына яуап биргәндә Башҡортостан иҡтисадының бер үҙенсәлегенә – тауар баҙарына сығарыуға тулыһынса әҙер продукция нисбәте аҙ булыуға иғтибар итте. Бер яҡтан ҡарағанда, республикабыҙ – эре сәнәғәт предприятиелары, иң юғары технологиялар күпләп тупланған ҡеүәтле иҡтисад үҙәге. Иғтибарлыраҡ күҙ һалһаң, беҙҙә ҡулланыу баҙарына сығарылған әҙер продукция етештергән эре предприятиелар күп булмауын күрәһең.
Республика Башлығы быны ябай ғына әйбер – ҡулындағы япон авторучкаһы миҫалында аңлатты. Мәҫәлән, Башҡортостан заводтары төрлө пластик етештереү өсөн тәғәйенләнгән синтетик полимерҙарҙы, полиэтиленды, полипропиленды меңәр тонналап күп илдәргә оҙата, буяу етештереү өсөн кәрәкле химикаттар күпләп сығарыла. Иҫкә алынған ябай ручкалағы буяулы көпшә осона беркетелгән бәләкәй шарик вольфрам карбидынан етештерелә – ул иретмә күрше Свердловск өлкәһендәге Кировоградта меңәрләгән тонна сығарыла һәм артиллерия снарядтары, металл киҫеү ҡорамалдары етештереүҙә ҡулланыла. Шарикты тотоп торған капилляр металл көпшә Екатеринбургта эшләнә, әммә был тауарҙарҙы күпләп сығарған Өфөлә һәм Екатеринбургта авторучкалар етештерелмәй.
Ябай ғына миҫалда күрһәтелгән, ғәмәлдә иһә бик ҡатмарлы был хәл эре сәнәғәт тармаҡтарына ла хас. Республикала элек Авиация һәм Автомобиль сәнәғәте министрлыҡтарына ҡараған предприятиелар күп. Совет заманында улар үҙ продукцияһы менән илдең барлыҡ тармаҡ заводтарын тәьмин итеп килде. Башҡортостанда авиация һәм автомобиль заводтары төҙөлмәне, әммә беҙҙәге предприятиелар тотороҡло эшләне, илдәге һәр тармаҡ бер бөтөн конвейер һымаҡ ине. СССР тарҡалып, ил ирекле баҙар шарттарына күскәс, был теүәл иҡтисад механизмы юҡҡа сыҡты. Әҙер продукция (республика Башлығы Р. Хәмитов йыш иҫкә алған “конечная продукция”) етештергән предприятиелар тауар баҙарында айырыуса мөһим булған ирекле маневр мөмкинлегенә эйә, ә беҙҙәге заводтарға күршеләрҙән заказ көтөп, уларға буйһонған хәлдә ҡалырға тура килә (быны инженер халҡы “күрше ағайға эшләү” тип бик теүәл атай). Заказдарҙың булмауы ла мөмкин, ул саҡта заводты ябырға ғына ҡала. Ҡиммәтле кадрҙар, технологиялар юғалтыла, ҡала һәм республика бюджеттарының килем өлөшө кәмей.
Күрһәтелгән мөһим факторҙы иҫәпкә алғанда, республика сәнәғәте структураһы етди яңыртыуға мохтаж. Бер үк ваҡытта электән, Совет заманынан эшләп килгән предприятиеларҙы һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим, әммә иҡтисади, технологик үҫеш, инновация мәсьәләләрен күҙ уңында тотҡанда, ошо проблеманы алғараҡ ҡуйып эшләргә өйрәнә башлау зарур. Башҡортостан шарттарында автопром һәм авиапром өлкәһендә тулы цикллы сәнәғәткә мохтажлыҡ, эре автомобиль һәм авиация заводтарының етешмәүе ныҡ һиҙелә. Ошо йәһәттән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең фәнни-технологик үҫеш рейтингына күҙ һалһаҡ та, ирекле баҙар шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтле тауар етештереүгә, иҡтисад структураһын заманса талаптарға яраҡлаштырыуға, инновацияларға, яңыртып ҡороуға ҙур иғтибар биргән Татарстан Республикаһын, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләрен лидерҙар араһында күрәбеҙ. Беҙҙең Башҡортостан был рейтингта 15-се урында килә:
1. Мәскәү ҡалаһы
2. Санкт-Петербург ҡалаһы
3. Татарстан Республикаһы
4. Түбәнге Новгород өлкәһе
5. Һамар өлкәһе
6. Мәскәү өлкәһе
7. Пермь крайы
8. Свердловск өлкәһе
9. Томск өлкәһе
10. Ульяновск өлкәһе
11. Новосибирск өлкәһе
12. Тула өлкәһе
13. Ростов өлкәһе
14. Воронеж өлкәһе
15. Башҡортостан Республикаһы
Киләсәктә төбәктәр араһында конкурентлыҡ, тауар баҙары, кадрҙар, ресурстар өсөн көрәш көсәйәсәк кенә. Иҡтисади үҫеш яғынан көслө төбәктәр менән уратып алынған Башҡортостандың был көрәштәге лайыҡлыраҡ урыны – лидерҙар араһында.