Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең ауыл хужалығына иғтибар артты кеүек. Етди эшләгән, йылдан-йыл мул уңыш алыуға өлгәшкән хужалыҡтар барлыҡҡа килде. Дәүләт тә уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Шул уҡ ваҡытта тармаҡтағы мәсьәләләр ҙә хаттин ашҡан. Сәсеүлек һәм көтөүлек майҙандарының ҡырҡа кәмеүе, магазин кәштәләрендә сит илдән ингән аҙыҡ-түлектең артыуы – “айсберг“тың башы ғына. 2010 йылдың йәйе ҡоро килеү сәбәпле, быны ябай халыҡ та үҙ иңендә татыны: аҙыҡ-түлеккә хаҡ һиҙелерлек артты, ауыл хужалығы көрсөк алдына баҫты.
Шуға күрә Рәсәйҙә ауыл хужалығының киләсәге нисек булыр, илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе тармаҡҡа нисек тәьҫир итер – бөгөн күптәр ошо турала уйлана. Ул ҡабаттан аграр держава исемен яулай алырмы? Башҡортостандың ауыл хужалығы артабан нисек үҫер? Әллә беҙгә иҡтисадтың башҡа йүнәлештәренә күсеү һәм был тармаҡҡа “ҡул һелтәү” отошлораҡмы?
Был һорауҙарға эштең айышына төшөнгән, иҡтисадты, ауыл хужалығын “биш бармағы” кеүек белгәндәр генә төплө яуап бирә алалыр. Шуға ла илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың иҡтисади проблемаларына арналған “түңәрәк өҫтәл”дең тәүгеһендә Башҡорт дәүләт университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ҡадир Барый улы МӘҒӘФҮРОВ менән фекер алышыу ойошторолдо.
Рәсәйҙәге һәр үҫеш крәҫтиәндең әсе тире менән һуғарылған— Беҙҙең ауыл хужалығының киләсәге бармы – ошо турала фекер алышырға йыйылдыҡ. Был тармаҡтың үткәне нисек һәм бөгөнгөһө ниндәй? Уны үҫтереүгә һәм яңы кимәлгә сығарыуға өмөт бармы?
Илдар ҒӘБИТОВ: Илебеҙҙең ауыл хужалығына һәр осорҙа төрлө һынауҙар һәм ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килә. Быны тарих та раҫлай: батша Рәсәйендә көсләп капитализм урынлаштырып маташһалар, Сталиндың коллективлаштырыуы, Хрущевтың баҫыуҙарҙы кукуруз менән тултырыуы, ахыр килеп Ельциндың колхоздарҙы тарҡатыуы тармаҡҡа өҫтәмә йөк булып ятты.
Минеңсә, XX быуатта аҙыҡ-түлек программаһын ғына яҡшы яҡтан телгә алып була. Ауыл хужалығына инвестициялар байтаҡ һалынды, программа һәйбәт эшләне.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Минеңсә, ул программаның беҙгә, Башҡортостанға, файҙаһы әллә ни булманы. Шул уҡ Силәбе өлкәһе менән сағыштырып ҡарағанда ла, көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы колхоздарыбыҙ, Магнитогорскиҙың икенсел ҡара металл келәттәренән ватыҡ техниканы алып ҡайтып, ремонтлап ҡуллана торғайны. Ә Силәбенең һәр ауылында егермеләп өр-яңы “Нива” комбайны, йөк машинаһы торҙо. Айырма ер менән күк араһы ине. Башҡортостанға иғтибар элек булманы, әле лә шул. Аҙыҡ-түлек программаһын тормошҡа ашырыу һәм ҡара тупраҡһыҙ өлкәләрҙе күтәреү тигән булып, миллиардтарса һум аҡса бүленде. Мәктәбе, медпункты, асфальт урамы булған ауылдар төҙөлдө. Әммә улар ыңғай һөҙөмтә бирмәне, тармаҡ был инвестицияларҙан әллә ни алға китмәне...
Илдар ҒӘБИТОВ: Моғайын, шуға күрә лә ауыл хужалығын һаман да аҡса үҙләштереү өсөн уңайлы “ҡара тишек” тип атайҙарҙыр. Ни өсөн ошондай ҡараш йәшәй? Бәлки, Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү бөтөнләй мөмкин түгелдер?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Ауыл хужалығын үҫтереп була. Әммә ауыл кешеһенең бөгөнгө менталитеты, уларҙың берләшеп эшләй алмауы был тармаҡтың төп бәләһенә әйләнде. Нисек кенә булмаһын, беҙҙә илде тотоп тороусы төп тармаҡ һәр ваҡыт ауыл хужалығы булды. Рәсәйҙәге һәр үҫеш – Сталиндың индустриализацияһы булһынмы, башҡаһымы – бөтәһе лә крәҫтиәндең иңендә башҡарылды. Хәтеремдә, илленсе йылдарҙа халыҡ “таяҡҡа” эшләй ине. Кисен шул “таяҡ” менән һинең эш көнөңдө билдәләп ҡуялар. Эшең өсөн берәй нәмә буламы-юҡмы, билдәһеҙ әле. Булһа ла, бер “таяҡҡа” бер килограмм иген була. Ә аҡса юҡ, ауыл кешеһе пенсияның ни икәнен дә белмәне. Иҫ китмәле замандар ине, хәтерләй башлаһаң. Ирҙәре фронтта һәләк булған ғаиләләр нимә иҫәбенә йәшәгәндер, ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ хәҙер...
Илдар ҒӘБИТОВ: Аҙыҡ-түлек программаһының ярҙамы булманы тиһәгеҙ ҙә, үҙемдең фекеремде әйтәйем әле. Беҙҙең Әбйәлил районының Буранғол ауылында клуб, участка дауаханаһы һәм башҡаларын төҙөнөләр, техника һаны ла бермә-бер артты. Механизаторҙарҙың эш хаҡы ла күтәрелгәйне.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: 1965 – 1975 йылдарҙа булып алды үҫеш. Сәбәбен хәҙер аңлатам. Ысынбарлыҡта Рәсәйҙә крепостнойлыҡ хоҡуғы ни бары 1965 йылда ғына бөтөрөлдө. Тап ошо ваҡыттан ғына крәҫтиәнгә паспорт бирә һәм хеҙмәте өсөн аҡса түләй башланылар. Быға тиклем ул бушҡа эшләне һәм ауылына беркетеп ҡуйылғайны. Кемдер армияға, йә белем алырға сығып китте, башҡа мөмкинлектәр булманы тиерлек. Халҡыбыҙға йәнтөйәгенә тоғролоҡ та хас бит әле. Ҡайһы мәл ошо ла ҡамасаулай. Шунлыҡтан бөгөн дә милләттәштәребеҙҙең яртыһы ауыл ерендә көн итә. Шуға күрә ауыл хужалығын күтәреү, уны яҡлау тураһында фекер йөрөтәбеҙ икән, был башҡорт халҡының киләсәге тураһында һүҙ алып барыуға бәрәбәр.
Илдар ҒӘБИТОВ: Әммә ауылдың бөгөнгөһөнә күҙ ташлаһаҡ, ул һис ҡыуандырмай. Күп ир-ат Себергә “оҙон аҡса” артынан юл тота. Ауылда эшләрлек әҙәм дә ҡалманы тиерлек.
— Ауыл ерендә йәшәү һәм эшләү өсөн мөмкинлек тапмай йәштәр. Эйе, батша һарайылай мәҙәниәт һарайы ла ултыра, мәктәбе бар, әммә йәштәргә үҫергә, ғаиләһен тәьмин итергә лә кәрәк. Береһенең дә бөгөн башҡаларҙан кәм йәшәгеһе килмәй. Шуға күрә улар эш, аҡса артынан ҡалаға юлланырға мәжбүр...
Илдар ҒӘБИТОВ: Шунлыҡтан һорау тыуа: ауыл хужалығы бөгөн Рәсәйгә кәрәкме икән? Мәҫәлән, иҡтисадты үҫтереүҙең башҡа юлдары ла бар бит. Һуңғы осорҙа туризм да иғтибар үҙәгендә...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Рәсәй тигән төшөнсә аҫтында беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ? Әгәр халыҡ уныҡы икән, Рәсәйгә ауыл, һис шикһеҙ, кәрәк. Әгәр ҙә беҙ идара итеүсе даирәләр тураһында һөйләһәк, уларға ауылдың хәжәте юҡ, был тик аҡса юғалтыу юлы ғына.
Илдар ҒӘБИТОВ: Ауыл хужалығын бөтөрөү үҙеңдең тамырыңды ҡоротоуға тиң бит! Етәкселәр ошоно аңламаймы һуң?
— Ауыл хужалығына иғтибар арта, йылдан-йыл бихисап субсидия бүленә, тип һөйләйбеҙ ҙә баһа?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Бында минең фекер һеҙҙеке менән ҡапма-ҡаршы буласаҡ. Был ҡарашым студент йылдарынан уҡ килә. Сәфәрғәле Йәнтүрин, Рәмил Йәнбәк, Риф Ғәбитов, Әхтәм Абушахманов һәм тағы 15 — 20 егет йыйылып, йыш ҡына фекер алыша торғайныҡ: нисек итеп халҡыбыҙҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай алабыҙ? Шундай һығымтаға киләбеҙ: һәр беребеҙ ауылға ҡайтып, балаларға белем биреп, уларҙы өгөтләп Өфөгә ебәрергә тейешбеҙ: инә алғандарын – университетҡа, ҡалғандарын техникум-училищеларға, бөтөнләй уҡый алмағандары урам һепереп булһа ла баш ҡалала йөрөргә тейеш. Ауылда аспирантураға тиклем бер йыл ғына эшләп киттем, шунда Байым мәктәбендәге 26 уҡыусымдың бишәүһе юғары уҡыу йортона инде. Электән инанғаным – башҡорт халҡын ҡалаға ылыҡтырыу. Ниндәй генә эшкә булһа ла, кем нимәне булдыра ала.
— Ниндәй маҡсаттан?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Ул ваҡытта Өфөлә башҡорттар юҡ ине тиерлек. Мөхит булмағас, ни эшләйһең? Бына бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу-уҡытмау мәсьәләһе буйынса шау-шыу ҡуптарыла. Минеңсә, Өфө халҡының кәмендә 30 процентын башҡорт тәшкил итмәйенсә, был ҡала башҡорттоҡо булмаясаҡ.
— Тимәк, әлегә был процесс тамамланмаған?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Үкенескә ҡаршы, юҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул яҡынса 14,5 процент ҡына тәшкил итә.
Эшҡыуарлыҡ хасмы беҙгә?— Шундай һорау тыуа: бөтөн башҡорттар, бигерәк тә йәштәр, Өфөгә һәм башҡа ҙур ҡалаларға ынтыла башлаһа, ауыл ҡарауһыҙ ҡала. Ә урыҫтың “свято место пусто не бывает” тигән әйтеме бар...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Ауыл хужалығы – бөтә донъяла иң депрессив тармаҡ. Бөтөн үҫешкән илдәрҙә лә, ауыл хужалығы байығыу юлы түгел тип иҫәпләнә. Аралашсылар, эйе, һис шикһеҙ, байыға. Әммә етештереүселәр түгел. Ауыл хужалығын, нигеҙҙә, йәшәү рәүеше тип атап була. Шулай булғас, ни өсөн башҡорт бар халыҡты туйҙырып ятырға тейеш әле? Бөтәһенә лә билдәле: йәһүдтәр борон-борондан аҡса менән эш иткән, татарҙар алыпһатарлыҡ менән тамаҡ ялғаған, ә башҡорт ғүмер баҡый ауыл хужалығында етештереү менән шөғөлләнгән. Эйе, элекке заманда башҡорттар өсөн был бик дөрөҫ юл булған. Әммә хәҙер ул заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Беҙ һаман да шул элекке хужалыҡ итеү рәүешендә көн итһәк, башҡаларҙы туйындырып, үҙебеҙ фәҡирлектә йәшәргә тейеш булып сығабыҙ. Шуға ла халыҡты көсләп ауылда йәшәтергә тырышыу бөтөнләй дөрөҫ күренеш түгел.
— Нишләп фәҡирлектә? АҠШ фермерҙары, Бразилияның ер хужалары бар, улар фәҡир йәшәй тип әйтеп булмай. Крәҫтиән булыу ул кемгәлер ялланып иген сәсеп, иген урып ҡына йөрөүҙе аңлатмай бит. Бәлки, беҙгә ауыл хужалығына яңыса, айырым бизнес төрө итеп ҡарарға кәрәктер. Мәҫәлән, яңыраҡ Дыуан районында булырға тура килде. Унда Таһир Зарипов тигән башҡорт егете, әллә нисәмә колхозды аяҡҡа баҫтырып, бик уңышлы эшләп йөрөй. Фәҡирлектә көн итә тип бер ҙә әйтмәҫ инем, районға ла ярҙам итеү мөмкинлеген таба.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Бик шәп миҫал. Ә бына ул фермерҙа бөгөн нисә кеше эшләй, нисә гектар ере бар, ул нисә ауылды тәьмин итә – мәсьәләнең тәрәнлегенә төшөнөү өсөн ошоно элекке менән сағыштырып ҡарарға кәрәк.
— Элекке менән бөгөнгөнө сағыштырыу, минеңсә, урынһыҙ. Элек тармаҡҡа дәүләт аҡса һалды, хәҙер һәр кем “юрғанына ҡарап аяғын һуҙа”.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Тап ошонан сығып фекер йөрөтөргә кәрәктер. Бына минең миҫал: Шишмә районындағы бер фирма элекке ике колхоздың ерен алды, дүрт ауылды берләштерә. Элек унда меңләгән кеше эшләй ине, бөгөн иһә – ни бары тиҫтәләрсә кеше. Сәбәбе – бөтөн эш автоматлаштырылған, уны кеше түгел, ә нигеҙҙә техника башҡара. Элек ҡыш етеп ҡар яуған мәлдә лә ҡатындар сөгөлдөр таҙартып ултыра ине. Бөгөн бындай хәл юҡ, бөтәһен дә комбайн башҡара. Мең кеше эшләгән урында хәҙер иң күбе йөҙ кеше мәшғүл. Әйҙә, халыҡты ауылда ҡалдырайыҡ, ти. Улар эш тә, аҡса ла булмаған урында нимә эшләргә, нисек көн итергә тейеш?
— Уларға ҡалаға юл тоторға йәки тормош көтөү өсөн башҡа юлды эҙләргә ҡала...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Ә колхоздарҙы ҡабаттан тергеҙеп булмай, уның өсөн триллион доллар аҡса сарыф итергә кәрәк.
Башҡорттоң төп бәләһе шунда – ул алыпһатарлыҡты һанға һуҡмай. Был ҙур етешһеҙлек. Бөгөн ошо йүнәлеште үҫтерергә кәрәк. Борон милләттәштәребеҙгә был шөғөл кәрәкмәгәндер, бәлки. Байлыҡ – башҡорт өсөн көтөүҙәр, тибенлектәр, ата-бабалар ере. Ә аҡса – алтын булһынмы ул, көмөшмө, ни бары символ ғына. Ул уны ҡатынының күкрәксәһенә тегеп ҡуйған да онотҡан. Ҡайһы бер аҡыллы баштар, башҡорт шулай итеп үҙенең банкын булдырған, ти. Ниндәй банк булһын инде, бының сәбәбе асыҡ – башҡорт аҡсаны малға һанамаған.
Әйҙәгеҙ, бөгөн машинаға ултырайыҡ та Башҡортостандан ситкә сығайыҡ, Свердловск булһынмы йә Силәбеме, башҡа өлкәме... Сикте үткәс тә нимә күрәбеҙ? Юлда биш саҡрым һайын баҙарҙар урын алған. Унда нимә генә юҡ! Бына Әбйәлилгә юлландыҡ, ти. Туҡтап Архангелдә, Инйәрҙә һәм Ҡолмаста туҡланып алырға мөмкин. Шуның менән бөттө, бер кем дә бер нәмә лә һатмай. Һатһалар ҙа ул йә бал, йә емеш-еләк, һирәк осраҡта ит, йәғни халыҡ үҙ ҡулы менән етештерелгәнде генә сығара. Ә алыпһатарлыҡ менән бер кем дә шөғөлләнмәй.
Илдар ҒӘБИТОВ: Бының сәбәбе ниҙә?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Борон-борондан башҡорт йәйрәп йәшәгән һәм күпләп мал – ысын байлыҡ тотҡан. Уға тәңкәләр – символдар кәрәкмәгән, үҙенең төшкө ашы өсөн бил бөгөүҙе бөтөнләй хурлыҡ һанаған. Ошо хәл бөгөн башҡорт халҡының ғына түгел, бөтөн Башҡортостандың үҫешенә аяҡ сала.
Илдар ҒӘБИТОВ: Бәлки, был ергә аҫабалыҡ хоҡуғынан киләлер. Йәнәһе, минең ерем – нимә эшләтһәм дә эшләтәм. Мәҫәлән, пай ерҙәре. Уны күптәр рәсмиләштермәй, улар ҡулланылмай йылдар буйы ята, бер кемгә лә бер ниндәй табыш килмәй...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Ысынлап та, Рәсәйҙең бәләһе – уның байлығынан.
Илдар ҒӘБИТОВ: Ошо йәһәттән бер мәҫәл иҫкә төштө әле. Ике крәҫтиән ҡалаға бизнес эшләргә — шарап һатырға китеп бара икән. Туҡтап ял итергә булғандар. Тамаҡ ялғап алғас, берәүһе: “Эх, бер стакан шарап эсеп алырға ине”, – ти икән. Икенсеһе быға ҡаршы сыҡҡан: “Һин нимә, беҙ бизнес эшләргә китеп барабыҙ бит!” Теге кеҫәһен ҡапшаһа, биш тәңкә ята. Шуны һуҙған да: “Ҡой әле”, – тигән. Аҡса булғас ни, ҡойоп биргән, бушҡа түгел бит. Ары киткән былар. Бара торғас, икенсеһе лә сарсап киткән. Быныһы хәҙер баяғы биш тәңкәне биргән дә шарап һораған. Шулай итеп, ҡалаға барып еткәнсе бөтөн шарапты эсеп бөткән был икәү. Байыҡмағандар ҙа, кеҫәләрендә шул биш тәңкәнән башҡа аҡса булмаған. Ә шарап юҡ! Бөгөн дә йыш ҡына тап ошондай хәлдәрҙе күҙәтергә тура килә.
— Бына башҡорт эшҡыуарҙарының ҡайһыһы менән генә аралашма, бөтәһе лә беҙҙең милләткә эшҡыуарлыҡ хас, тиҙәр.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Эйе, башҡортта эшҡыуарлыҡ үҫешкән. Иҡтисадта “үҙ-үҙеңде ойоштороу” тип аталған термин бар. Беҙҙең милләттә был бик көслө, тап эшҡыуарлыҡҡа бәйле сифат ул. Башҡорт мал үҫтерә, был бит йылына бер тапҡыр мейес башынан төшөп арыш сәсеү һәм уны ваҡыты еткәс кире йыйып алыу түгел, йыл әйләнәһенә иғтибар талап итә. Был йәһәттән эшҡыуарлыҡ көслө беҙҙә. Әммә уны алыпһатарлыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Ул эшҡыуарлыҡтың бер өлөшө генә.
Илдар ҒӘБИТОВ: Алыпһатарлыҡ юҡ тиһәк тә, ауылдарҙа хәҙер аҙым һайын магазиндар барлыҡҡа килде.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Был тик ҡыуандырырға ғына тейеш. Тимәк, халҡыбыҙ алыпһатарлыҡҡа яйлап булһа ла өйрәнә башлаған. Әммә бында ла етешһеҙлектәр бихисап. Бөгөн сауҙа, нигеҙҙә, ситтән килгән селтәрҙәр ҡулында. Тимәк, беҙҙә ҡалырға тейешле һалымдар ҙа ситкә китә. Был республикабыҙҙың һиҙҙермәй генә “елеген һурыуҙың” бер күренеше. Иҡтисад ҡанундарына ярашлы, аҡса әйләнештә булған һайын артып бара. Әммә ул үҙебеҙҙә әйләнмәй икән, кире һөҙөмтә килеп сыға түгелме? Ни өсөн бөгөн Мәскәү халҡы етеш йәшәй? Сөнки Рәсәй аҡсаһының 80 проценты тап ошо ҡалала әйләнә.
Ауыл хужалығы аҡса эшләү урыны түгел— Ҡадир Барый улы, бөгөнгө иҡтисад күберәк символдарға ҡоролған, тип билдәләнек. Ә башҡорт нисек итеп заман иҡтисадында үҙ урынын табып, йәшәү кимәлен үҫтерә ала?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: “Башҡортостан” гәзитенең был рубриканы башлауы башҡорт халҡының менталитетын ошо йәһәттән бер аҙ үҙгәртергә булышлыҡ итергә тейештер. Бөгөнгә үҙгәреш юҡ кимәлендә. Ни өсөн бик һөҙөмтәһеҙ була тороп та, Рәсәйҙә колхоз-совхоз системаһы 70 йыл буйы эшләп килде? Сөнки ул шул уҡ элеккегә ҡоролғайны. Борон крәҫтиән ике урында эшләгән: ул ваҡытының күп өлөшөн барщинаға йә оброкка тир түгеүгә арнаһа, ҡалған ваҡытын — үҙенә. Ана шул үҙенә эшләгән аҙ ғына ваҡыт иҫәбенә ул ғаиләһен тәьмин иткән дә инде. Колхоз-совхоздар осоронда ла шулай булды: колхозсы ваҡытының күп өлөшөн помещикка эшләгән кеүек колхозда тир түкте, ә ғаиләһен тәьмин итеү өсөн шәхси хужалығын алып барҙы. 70 йылдан һуң ошо система үҙгәргәс кенә, халыҡ нигеҙҙә шәхси хужалығында эшләүгә күсте.
Илдар ҒӘБИТОВ: Был фекер тәү ҡарауға ғына дөрөҫ кеүек. Хәҙер ауыл ерендә лә бик күптәр шәхси хужалыҡ тотмай. Магазиндан һатып алыу арзаныраҡҡа төшә. Әгәр ошо күренеш дауам итһә, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгәндәр бик аҙ ҡаласаҡ.
— Сит илдәрҙән килгән көнгөрә итенә, “Буш боттарына” күсеп бөтмәҫбеҙ тимә...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Бөгөн ауылда йәшәгән халыҡтың хәле юҡ, ул ҡартайҙы. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда ауыл халҡының 15 проценты ғына шәхси хужалығын артабан киңәйтә ала. Ауылда эшсе көс кәмей, был да тәбиғи процесс. Ҡул менән эшләнгән эштәр ҙә яйлап техника ярҙамында башҡарыуға күсә. Хәҙер элекке замандағы кеүек йөҙәрләгән-меңәрләгән крәҫтиәнгә мохтажлыҡ юҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ: Ә бына һуңынан ауыл халҡы менән ни булыр, шул борсолдора.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Америкала хеҙмәт йәшендәгеләрҙең 5-6 проценты ғына ауыл хужалығында эшләй. Ошо тап-таман, сөнки заман техникаһын ҡулланғанда артығы кәрәк түгел. Әлегә беҙҙә был күрһәткес байтаҡҡа күберәк.
Эйе, ҡасандыр ауылдар гөрләп торҙо. Бөгөн тәбиғи процесс арҡаһында кире үҙгәреш һиҙелә. Ауылда халыҡ кәмей. Әммә ул бөтөнләй бөтә алмай. Ни өсөн? Әгәр ер – көтөүлектәр, сабынлыҡтар, һөрөнтө ерҙәр — бар икән, бында эшләргә теләүсе кешеләр ҙә табыласаҡ. Ҡабатлап әйтәм, ауыл хужалығы — байығыу юлы түгел, ә йәшәү рәүеше. Был тармаҡ менән шөғөлләнеп йәшәгән кеше үҙенә үҙе хужа. Кем ошондай тормошҡа ынтыла, ул үҙ хужалығын булдырып, эшкә тотона. Бындайҙар арабыҙҙа булған һәм киләсәктә лә буласаҡ. Шуға күрә “ауыл бөтә, бигерәк тә башҡорт ауылдары” тигән һүҙ төптө дөрөҫ түгел. Башҡорт электән йәйләүҙәрҙә иркен йәшәп өйрәнгән икән, уға ҡамасауларға, ерен тартып алырға ғына ярамай, башҡаһын үҙе лә йырып сығасаҡ.
— Илдар Миҙхәт улы, ә һеҙ ауыл хужалығы аҡса эшләү урыны түгел, ә йәшәү рәүеше тигән фекер менән килешәһегеҙме?
Илдар ҒӘБИТОВ: Аҡса эшләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйһаң, һис шикһеҙ ауыл хужалығы ҙур зыян күрәсәк. Ҡадир Барый улы юғарыла әйткәненсә, аҙыҡ-түлек ысын продукция, ә символ йә көсләп булдырылған “ҡыуыҡ” түгел. Бөгөн бөтөн донъяла был йәһәттән глобаль сәйәсәт алып барыла: кем “ысын” аҙыҡ-түлек етештерә, шул бар донъяға идара итә. Шуға ла илебеҙҙең баһаһын бөтөрөү маҡсатында, Рәсәйгә ауыл хужалығы бөтөнләй кәрәкмәй тигән фекер махсус рәүештә булдырылалыр, минеңсә.
Беҙ бөтә Европаны тәбиғи аҙыҡ менән тәьмин итә алабыҙ— Ә бына ошо миҫалдар дөйөм Рәсәйҙең ауыл хужалығына ҡағыламы? Бөгөн дәүләт аҡсаһы күпләп ауыл хужалығына йүнәлтелә, фермерҙарға бихисап ярҙам күрһәтелә. Тик һөҙөмтә юҡ кимәлдә. Магазинға инһәң, унда һаман да шул “Буш боттары”, көнгөрә ите, сит илдән ингән алма, ҡыяр, помидор, хатта картуфы ла шунан! Бәләкәй генә майҙанда урынлашҡан илдәр хәҙер тотош Рәсәйҙе туйындыра.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инде. Күптәр, был ауыл хужалығына ныҡ кире йоғонто яһаясаҡ, тип көтә. Йәнәһе лә, бының сәбәбе – ойошманың ауыл хужалығына дотацияны кәметеү тәңгәлендәге талабы. Әммә бөгөн дә дотация юҡ тиерлек, булмағанды нисек кәметәһең инде. Былай ҙа беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы сит илдәрҙән килгәне менән конкурентлыҡ һәләтенә эйә түгел. Ана бер мәл “Буш боттары”н бер аҙға тыйғайнылар, беҙҙең ҡошсолоҡ ҡырҡа үҫеп китте. Көнгөрә, хатта кит ите сит илдән күпләп индерелә, һәм беҙ шуларҙан етештерелгән “тәмле-тәмле” колбасалар ашайбыҙ.
Ғалимдар бер мәл тикшереү үткәргән. Колбасаның унлап төрөн студенттарға дегустацияға биргәндәр. Ҡайһыһы ниндәй төр икәнен уларҙың береһе лә белмәгән. Шулай ҙа бөтәһенең дә иң яҡшы, иң тәмле тип атағаны хаҡы 50 һумдан артмаған арзан колбаса булып сыҡҡан. Йәғни ите бөтөнләй булмағаны, уның составына ни бары 3-5 процент сусҡа тиреһе генә инә икән. Нишләп улай? Сөнки бөгөн бындай аҙыҡтарға бихисап тәмләткес ҡушып эшләнә, ул ни тиклем тәбиғи түгел, төрлө өҫтәмәләр шул тиклем күберәк ҡушыла ла инде!
Хәҙер миҫалға 450 һумлыҡ колбасаны алайыҡ. Унда ит күләме 50 проценттан артмай. Ниндәй ит ул? Иң яҡшы осраҡта, Бразилиянан, Аргентинанан Польша аша килгән һыйыр ите. Унда һыйырҙы төрлө стимулятор ярҙамында һимерткәндәр, ә Польшала ауырыраҡ булһын өсөн иткә төрлө ысул менән тағы ла һыу өҫтәгәндәр. Шундай хәйләләр ярҙамында 100 килограмм тартҡан түшкә 150 килограмм булды ла китте! Беҙгә килеп еткәнсе уның яртыһы ит булмай! Шуны Рәсәйҙә эшкәртеп колбаса яһайҙар. Ә яртыһы ғына ит булғандың да колбасаға ни бары яртыһы эләгә! Тимәк, был аҙыҡтың 25 проценты ғына “саф” иттән тора! Ә колбаса хаҡының 450 һум булыуын һәм уның 25 проценты ғына ит икәнлеген иҫәпкә алғанда, иттең килоһы 1800 һумға барып баҫа. Ә баҙарҙа һум ите 250-300 һум тора. Айырманы һиҙәһегеҙме? 1800 һумға колбаса составындағы итте алғансы, мин ул аҡсаға алты килограмм тап-таҙа йылҡы, һыйыр йә һарыҡ ите һатып алам.
Илдар ҒӘБИТОВ: Тимәк, беҙҙең ауыл хужалығына Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ла “аяҡ саласаҡ”. Был хәлдә ни эшләргә һуң?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Уны һаҡлап ҡалыуҙың бик һәйбәт юлдары бар. Бөгөн селтәрҙәрҙә һатылған бына шундай ит һәм һөт продукттарын мин индустриаль продукттар тип атайым. Улар тәбиғи продукт түгел. Сәләмәтлеккә зарары бихисап. Бына ошоно халыҡҡа еткерергә кәрәк. Милләтебеҙҙең хәүефһеҙлегенә ҡағыла был. Республика халҡы үҙ киләсәген уйлаһа, тик тәбиғи, “таҙа” ризыҡ менән генә туҡланырға тейеш. Беренсенән, был халыҡтың һаулығына ыңғай йоғонто яһаһа, икенсенән, иҡтисадҡа ла яҡшы тәьҫир итәсәк.
Иҡтисадты һорау һәм тәҡдим алға этәрә. Һорау булһа, тәҡдим дә буласаҡ. Әгәр халыҡ тәбиғи аҙыҡҡа күсһә, улар ошоноң менән ауыл хужалығының иҡтисадын да үҫтерәсәк.
Илдар ҒӘБИТОВ: Был утопия кеүек яңғырай. Күп кеше һыйыр һөтө эсмәй, май ашамай... Бөтәһе лә көндәлектә ана шул тәмләткестәр ҡушылған, эшкәртелгән аҙыҡ менән туҡланып йәшәй һәм шундай ризыҡҡа өйрәнеп тә бөткән.
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Проблеманың асылы тап ошонда ла инде. Ысынлап та, хатта ауылда йәшәгәндәр ҙә бөгөн “магазин ашын” ашай башланы. Был беҙҙә тәбиғи продуктты пропагандалауҙың түбән кимәлдә булыуына ишара.
Бөгөн бөтөн донъяла тәбиғи аҙыҡ-түлек менән туҡланыу һәр кешенең хыялына һәм маҡсатына әүерелә бара. Нигеҙҙә, Европа менән Америка халҡы бөгөн ошондай аҙыҡ-түлеккә күсә. Ә беҙҙә ауыл халҡы ғүмер буйы тәбиғи аҙыҡ менән туҡланған. Ҡаланы ла ошо йүнәлешкә йөҙ менән борһаҡ, Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫешенә был бермә-бер этәргес булыр ине. Һорау ғына булһын, тәҡдим һәр ваҡыт буласаҡ.
— Хәҙер йомғаҡ яһарға ваҡыт еткәндер. Илдар Миҙхәт улы, һеҙ үрҙә яңғыраған фекер менән килешәһегеҙме?
Илдар ҒӘБИТОВ: Килешмәүем шунда: бында пропаганда менән генә әллә ни ҡылыу мөмкин түгел. Тәбиғи аҙыҡҡа күсергә ике-өс кешене өгөтләп булыр, ә ҡалғаны магазиндан арзанға ана шул яһалма колбаса һорап барасаҡ. Бындай юл менән ауыл хужалығын бер нисек тә күтәреп булмаясаҡ. Беҙ глобаль иҡтисадта Башҡортостандың ауыл хужалығын ғына айырым үҫтереүгә бер ҡасан да өлгәшә алмаясаҡбыҙ.
— Күңелһеҙ һығымта. Ә һеҙ, Ҡадир Барый улы, ниндәй фекерҙәһегеҙ?
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Юғарыла әйтеп үттем: бөгөн сит илдәрҙә тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыу йәшәү рәүешенә әүерелә бара.
— Ысынлап та, унда тәбиғи продукттар ҡәҙимге, һеҙ әйтмешләй, индустриаль аҙыҡ-түлектең янында ятмай. Улар кәмендә өс-дүрт тапҡырға ҡиммәтерәк, шулай ҙа халыҡ ала...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Дөп-дөрөҫ. Германияла бәләкәй генә фермала етештерелгән аҙыҡ сауҙа нөктәһендә 300 процентҡа ҡиммәтерәккә һатыла. Халыҡ һатып ала. Ә беҙҙә тәбиғи аҙыҡ-түлек, киреһенсә, арзаныраҡ. Халыҡтан осһоҙға йыйып алып, шуны индустриаль аҙыҡҡа әйләндереп, магазин кәштәләренә ҡиммәткә ҡуялар. Сәбәбе – беҙҙең халыҡ сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлектең күплегенә һаман да өйрәнеп бөтә алмай. Үҙемдең быға ҡарата бер шаярыу ҡатыш әйткән һүҙем дә бар: Советтар осоронда магазинда колбаса бик аҙ була торғайны, ә бөгөн ул магазинда бөтөнләйгә юҡ! Эйе, исеме бар, тик есеме юҡ.
Бөгөн Көнбайышта фермер үҙ продуктын төрлө химикат ҡулланмайынса етештерһен өсөн дәүләттән уға бик “елле” дотация бүленә. Йәғни фермер интенсив түгел, ә экстенсив юл менән эшләһен өсөн. Ә беҙгә бындай дотация кәрәкме? Беҙҙә былай ҙа ауыл хужалығында бөтәһе лә экстенсив юл менән эш итә – тап шундай аҙыҡ-түлек етештерә. Яңыраҡ Испанияның бер ҙур ғына фермаһын күрһәттеләр: һәр һыйырға ике квадрат метр тирәһе урын бирелгән, улар шунда ғына тороп, машиналар таратҡан тиҙ һимертеүсе концентратлы аҙыҡ менән туҡланып ауырлыҡ йыя һәм, ваҡыты еткәс, һуғымға оҙатыла. Ошомо инде тәбиғи ит? Беҙҙә лә ҡайһы бер “аҡыллы баштар”, ауыл хужалығында интенсив юлға күсергә кәрәк, ти. Бөтөн донъяла тәбиғи аҙыҡ көндән-көн киңерәк ҡолас алғанда, интенсив хужалыҡ итеүгә күсеүебеҙ ахмаҡлыҡ ҡына буласаҡ. Ә меңәр-меңәр гектар сабынлыҡтарыбыҙ, көтөүлектәребеҙ буш ятһынмы? Әлеге көндә Рәсәйҙә 40 миллион гектар һөрөнтө ер былай ҙа буш ята, ә сабынлыҡтар менән көтөүлектәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
— Беҙҙең бөтөн Европаны тәбиғи аҙыҡ менән тәьмин итерлек мөмкинлегебеҙ бар, тимәк...
Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ: Һығымтаны яһап та ҡуйҙығыҙ. Бөгөн Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен, глобаль иҡтисадҡа аяҡ баҫыуыбыҙҙы беҙ тап ошо йәһәттән файҙалана алабыҙ ҙа инде. Шуға ла иң тәүҙә тәбиғи аҙыҡты үҙебеҙ ҡулланырға, ошо иге-сиге булмаған көтөүлектәребеҙҙә экстенсив юл менән ауыл хужалығы продукцияһы етештерергә һәм уны лайыҡлы хаҡҡа һатыуға сығарырға тейешбеҙ. Бөгөн башҡорт балы, ҡымыҙы бренды бар. Башҡортостан продукты – донъяла иң таҙа, тәбиғи, саф аҙыҡ-түлек – киң йәмәғәтселеккә ошо фекерҙе еткерергә тейешбеҙ. Шул саҡта ауыл хужалығыбыҙға бер ниндәй көрсөк янамаясаҡ, ә быны эшләргә мөмкинлектәребеҙ етерлек.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН яҙып алды.