Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эше лә булһын, ашы ла
Республикабыҙҙа ауыл яҙмышына, моғайын, бер кем дә битараф түгелдер. Сөнки илебеҙҙе ашатҡан да, төрлө тармаҡтар өсөн сеймал биреп торған да фәҡәт ул икәне һәр кемгә билдәле. Заманында айырым хужалыҡтарҙың тәүҙә артелдәргә, һуңынан, ҙур ауырлыҡтар кисереп булһа ла, колхоздарға ойошоуы һис тә юҡтан килеп сыҡмағандыр.
Колхоз-совхоздар бар саҡта ауыл ерендә йәшәгән бөтә кеше лә эшле булды. “Эше булды ла, ашы нисегерәк ине?” тип һорарһығыҙ, бәлки. Булды, заманына күрә ашы ла булды. Бала-сағаға тиклем каникулда мотлаҡ колхоз эшенә сыға инек – йырлап-көлөп бесән йыйҙыҡ, ырҙын табағында ашлыҡ таҙарттыҡ, баҫыуҙа сүп утаныҡ. Ҡулынан килгән һәр кем, хатта балалы хужабикәләргә тиклем баҫыуҙа һәм фермала мәшғүл ине.
Әлбиттә, колхоз тормошоноң тарихына күҙ һалһаҡ, уның ауыр һәм фажиғәле саҡтары ла булды. Бигерәк тә ойоштороу мәлендә. Ир-ат Бөйөк Ватан һуғышына китеп бөткәс, колхозда тик ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға ғына ҡалған ваҡыттарҙа ла ауыл халҡына бик көсөргәнешле тормош тура килде. Әммә барыбер, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдарында инде колхоздарҙың күбеһе иҡтисади киләсәге өмөтлө хужалыҡ­тарға әйләнгәйне.
Ауыл тормошоноң бөтә структу­раһын колхоз-совхоздар тәьмин итеп торҙо. Ул мәк­тәп­тәргә матди ярҙам тиһеңме, клуб һәм китапхана кеүек мәҙәниәт усаҡтарына, ғөмү­мән, матди яҡтан ауыр хәлгә тарыған айырым ғаиләләргә тиһеңме, береһе лә ярҙамһыҙ ҡалмай ине. Пенсионерҙар бесәнен дә, утынын да, игенен дә колхоз транспорты менән килтертте. Хәҙер ауыл кешеһенә, ни­мә эшләһә лә, үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала.
Фермерлыҡ, ауылдағы бәләкәй эшҡыуар­лыҡ тураһында дәүләтебеҙ ҡайғыртмай тип әйтеп булмай. Төрлө программалар, оҙайлы йылдарға ҙур пландар ҡабул ителә. Әммә проекттар ҡабул итеү бер, ә күп хужа­лыҡтарға, айырым кешеләргә ярҙам бөгөндән кәрәк. Шул турала ентеклерәк уйлап, бәлки, республиканы төбәктәргә бүлеп, белгестәр ебәреп тороу кәрәктер. Үҙенә беркетелгән төбәккә шул белгес үҙе яуаплы ла булһа… Ул кешенең ауыл халҡына нисек итеп бәләкәй эшҡы­уарлыҡты башлап ебәрергә ярҙам итерҙәй шәхес булыуы шарт. Тарихтан хәтерләйһегеҙҙер: колхоз ойошто­ро­лоуҙың ауыр саҡтарында ауылдарға “егерме биш меңселәр”ҙе ебәргәндәр бит.
Ауыл хужалығын артабан үҫтереү тура­һында уйлағанда ла ижади эҙлә­неүҙәр ҡама­сауламаҫ ине. Ул бит әле ниндәйҙер ябай ғына бер йүнәлеш түгел, ә йәшәйештең асылы лабаһа! Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә һуңғы дәүерҙә күпме ауыл юҡҡа сыҡты… Күбеһендә тормош һүнә бара, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар, мәктәптәр ябыла. Айырыуса эшһеҙлек йонсота. Ирҙәр Себергә китә, ҡатын-ҡыҙ бала ҡарап өйҙә ҡала һәм шул арала шәхси хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙ иңенә йөкмәргә мәжбүр.
Миңә ҡалһа, беҙҙә әлегә төрлө шау-шыулы уйындарға, теләһә ниндәй спорт командаларына ауыл хужалығын үҫтереү кеүек мөһим өлкәгә ҡарағанда артығыраҡ иғтибар бүленә төҫлө.


Автор: С. ҒӘЛИМОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә