Эше лә булһын, ашы ла01.02.2017
Республикабыҙҙа ауыл яҙмышына, моғайын, бер кем дә битараф түгелдер. Сөнки илебеҙҙе ашатҡан да, төрлө тармаҡтар өсөн сеймал биреп торған да фәҡәт ул икәне һәр кемгә билдәле. Заманында айырым хужалыҡтарҙың тәүҙә артелдәргә, һуңынан, ҙур ауырлыҡтар кисереп булһа ла, колхоздарға ойошоуы һис тә юҡтан килеп сыҡмағандыр.
Колхоз-совхоздар бар саҡта ауыл ерендә йәшәгән бөтә кеше лә эшле булды. “Эше булды ла, ашы нисегерәк ине?” тип һорарһығыҙ, бәлки. Булды, заманына күрә ашы ла булды. Бала-сағаға тиклем каникулда мотлаҡ колхоз эшенә сыға инек – йырлап-көлөп бесән йыйҙыҡ, ырҙын табағында ашлыҡ таҙарттыҡ, баҫыуҙа сүп утаныҡ. Ҡулынан килгән һәр кем, хатта балалы хужабикәләргә тиклем баҫыуҙа һәм фермала мәшғүл ине.
Әлбиттә, колхоз тормошоноң тарихына күҙ һалһаҡ, уның ауыр һәм фажиғәле саҡтары ла булды. Бигерәк тә ойоштороу мәлендә. Ир-ат Бөйөк Ватан һуғышына китеп бөткәс, колхозда тик ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға ғына ҡалған ваҡыттарҙа ла ауыл халҡына бик көсөргәнешле тормош тура килде. Әммә барыбер, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдарында инде колхоздарҙың күбеһе иҡтисади киләсәге өмөтлө хужалыҡтарға әйләнгәйне.
Ауыл тормошоноң бөтә структураһын колхоз-совхоздар тәьмин итеп торҙо. Ул мәктәптәргә матди ярҙам тиһеңме, клуб һәм китапхана кеүек мәҙәниәт усаҡтарына, ғөмүмән, матди яҡтан ауыр хәлгә тарыған айырым ғаиләләргә тиһеңме, береһе лә ярҙамһыҙ ҡалмай ине. Пенсионерҙар бесәнен дә, утынын да, игенен дә колхоз транспорты менән килтертте. Хәҙер ауыл кешеһенә, нимә эшләһә лә, үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала.
Фермерлыҡ, ауылдағы бәләкәй эшҡыуарлыҡ тураһында дәүләтебеҙ ҡайғыртмай тип әйтеп булмай. Төрлө программалар, оҙайлы йылдарға ҙур пландар ҡабул ителә. Әммә проекттар ҡабул итеү бер, ә күп хужалыҡтарға, айырым кешеләргә ярҙам бөгөндән кәрәк. Шул турала ентеклерәк уйлап, бәлки, республиканы төбәктәргә бүлеп, белгестәр ебәреп тороу кәрәктер. Үҙенә беркетелгән төбәккә шул белгес үҙе яуаплы ла булһа… Ул кешенең ауыл халҡына нисек итеп бәләкәй эшҡыуарлыҡты башлап ебәрергә ярҙам итерҙәй шәхес булыуы шарт. Тарихтан хәтерләйһегеҙҙер: колхоз ойошторолоуҙың ауыр саҡтарында ауылдарға “егерме биш меңселәр”ҙе ебәргәндәр бит.
Ауыл хужалығын артабан үҫтереү тураһында уйлағанда ла ижади эҙләнеүҙәр ҡамасауламаҫ ине. Ул бит әле ниндәйҙер ябай ғына бер йүнәлеш түгел, ә йәшәйештең асылы лабаһа! Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә һуңғы дәүерҙә күпме ауыл юҡҡа сыҡты… Күбеһендә тормош һүнә бара, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар, мәктәптәр ябыла. Айырыуса эшһеҙлек йонсота. Ирҙәр Себергә китә, ҡатын-ҡыҙ бала ҡарап өйҙә ҡала һәм шул арала шәхси хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙ иңенә йөкмәргә мәжбүр.
Миңә ҡалһа, беҙҙә әлегә төрлө шау-шыулы уйындарға, теләһә ниндәй спорт командаларына ауыл хужалығын үҫтереү кеүек мөһим өлкәгә ҡарағанда артығыраҡ иғтибар бүленә төҫлө.