Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғалтыуҙар юлындағы табыштар
Юғалтыуҙар юлындағы табыштар Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе. Унда 2016 йылдың тәүге яртыһындағы инвестиция эшмәкәрлеге тикшерелеп, ошо йүнәлештәге төп мәсьәләләр билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы бөгөн инвестиция күләме буйынса Волга буйы федераль округында 2-се һәм Рәсәй Федерацияһында 11-се урындарҙы биләй. Республикала 662 миллиард һум күләмендәге 472 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың иң ҙур өлөшө Өфө ҡалаһына (нефть эшкәртеү, электр энергетикаһы һәм машиналар эшләү тармаҡтарындағы 191,8 миллиард һумлыҡ проекттар) һәм Салауат ҡалаһына (нефть эшкәртеү өлкәһендәге 136,8 миллиард һумлыҡ
проекттар) тура килә.

Унан алдараҡ уҙғарыл­ған Халыҡ-ара Петербург иҡтисади форумында (ПМЭФ-2016) Стратегик инициативалар агентлығы (АСИ) генераль директоры Андрей Никитин баһа­лауынса, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн байтаҡ эш башҡа­рылған һәм АСИ рейтингы буйынса төбәк иң көслө 20 субъект иҫәбенә ингән. Шул уҡ ваҡытта республика Рәсәй төбәктәренең иҡти­сади үҫеш рейтингында байтаҡҡа юғарыраҡ – 10-сы урынды биләп, тормош сифаты буйынса лидер­ҙарҙан ныҡ ҡалыша (РИА-Рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы – 21-се урын), ке­ше потенциалы үҫеше индексы (ИРЧП) буйынса ла 18-се урында ғына ҡала (ПРООН – БМО үҫеш про­граммаһы рейтингында). Йәғни республика етеш­тереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инеп, ҡул­ланыу йәһәтенән шаҡтай ҡалы­шып килә. Был дисбаланс­ты төҙәтеү өсөн иң тәүҙә халыҡ­тың килемен арт­тырыуға йүнәлтелгән һө­ҙөм­тәле саралар талап ителә. Республикала инновациялы яңы иҡтисад тар­маҡтарын хәстәрләй башлау бөгөндән үк алғы план­ға сыға.
Инновациялы үҫеште тотҡар­лаған факторҙарға килгәндә, уларҙың иң ауыр­ҙары, әлбиттә, Рәсәйҙәге эске иҡтисади көрсөккә бәйле. Һуңғы осорҙа был фак­торҙарға Көнбайыш илдәре ҡулланған санкциялар өҫтәлде. Улар, бер яҡтан, Рәсәй өсөн алдынғы, юғары технологияларға юлды япһа, икенсе яҡтан, ҙур кредит линияларын туҡтатыуға килтерҙе. Заманында Башҡортос­тан, мәҫәлән, Германияның кредит линияларын ҡулланып, байтаҡ заманса ауыл хужалығы техникаһы алып өлгөрҙө. Бөгөн Рәсәйҙә хатта иң алдынғы тип иҫәп­ләнгән предприятиеларҙа ла төп фондтар ныҡ иҫкер­гән һәм конку­рентлыҡҡа һәләтле яңы быуын про­дукцияһы етештереү өсөн яраҡһыҙ. Деградация хәле­нә етешкән фондтарҙы яңыртырға финанс сыға­наҡтары етешмәй. Айырым предприятиелар, инициатива күрһәтеп, валюта кредиттарына заманса техника алып, сит ил аҡса­ларының Рәсәй һумдарына ҡарата курсы ҡырҡа күтә­релгәс, банкрот хәлендә ҡалды. Хөкүмәт иһә уларға яр­ҙамдан ситләште, шул уҡ ваҡытта “импортты алмаштырыу” юлдарын эҙләүҙе тәҡдим итте. Ләкин инновациялы үҫеш өсөн яңы быуын техника (станоктар, ҡорамал­дар) байтаҡ кәрәк, ә күп­селек осраҡтарҙа алдынғы техника етеш­тереүҙә донъя кимәлендә монополист һәм лидерҙар – Рә­сәй­гә ҡарата санкциялар ҡул­ланған Көнбайыш ил­дәре.
Илдәге көрсөк оҙайлы, системалы төҫ алып, 2009 йыл башында уның яңы көслө тулҡыны төҫмөрләнә башлағас, ошо сәбәп­ле ҙур борсолоу белдергән Рәсәй Фәндәр академияһының Ижти­мағи фәндәр бүлеге эргәһендәге Проблемалы анализ һәм дәүләт-идара­лыҡ проектлау үҙәге “Көр­сөккә ҡаршы һәм стратегик программа” төҙөгәйне. Ләкин Хөкүмәт уны ла, Фәндәр академияһының башҡа ғилми үҙәктәре тәҡдим иткән проекттарҙы ла ҡабул итмәне. Сәбәбе иһә, программа авторҙары аңлатыуынса, шунда: ул осорҙа дәүләт етәкселәре лексиконында “донъя финанс көр­сөгө эҙемтәләренә ҡаршы көрәш сәйәсәте” терминологияһы рәсми төҫ алып, уға ярашлы, сәбәп­тәрҙе ситтә – океан аръ­яғында эҙлә­неләр һәм бәлә сығанағын донъя валютаһы булған долларҙа күрҙеләр. Ғә­мәлдә был бөгөнгө донъя иҡтисадының нигеҙҙәрен инҡар итеүгә тиң булды. Әммә ысын­барлыҡ яйлап бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы: оҙаҡламай рәсми ҡараш бер аҙ үҙгәрә төштө һәм сәбәпте, ниһайәт, үҙе­беҙҙәге һә­ләкәтле хата­ларҙа – 90-сы йыл­дарҙа ҡабул ителгән иҡтисад моделендә күрә башланылар. Модель нигеҙендә – энергетик сеймал ресурс­тарына хужа булып алған олигархик лобби мәнфәғәт­тәре. Президент Владимир Пу­тиндың ныҡлы позиция­һы һәм ҡыйыу аҙым­дары һөҙөмтәһендә оли­гарх­тар­ҙың позициялары ҡаҡша­тылды былай. Әммә сеймал ре­сурс­тарына ни­геҙләнгән иҡтисад моде­ленән ҡапыл ғына, инно­вацияларға нигеҙләнгән иҡтисад ҡоролошо булдырмайынса, баш тартыу ҙа мөмкин түгел.
Бөгөнгө ауыр иҡтисади хәлдең бихисап аспекттарын һанап үтергә мөмкин, шуға күрә иғти­барҙы “иҡ­тисадтың көҙгөһө” тип иҫәп­ләнгән финанс сис­тема­һына йүнәлтәйек. Рәсәй Фәндәр ака­демияһы ини­циа­тиваһы буйынса тө­ҙөлгән “Көрсөккә ҡаршы һәм стратегик программа” иң тәүҙә әйләнештәге аҡса массаһын көйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн илдә әй­ләнештәге аҡса масса­һында бик ҙур – ике триллион доллар самаһы яһал­ма дефицит булдырылған. Бының өсөн Үҙәк банктың эмиссия функцияһы тот­ҡар­ланып, ил иҡтисадының монетизация коэффициенты (тулайым эске про­дуктҡа ҡарата әйләнештәге аҡса массаһы) оҙайлы ваҡытҡа самаһыҙ аҙ кү­ләмгә – 15 процентҡа тиклем кәметелде. Һөҙөмтәлә иҡтисад тамам хәлһеҙ­ләндерелде. Һуңғы осорҙа күрһәткес 33 процент самаһы тәшкил итә, әммә был да бик аҙ. (Сағыш­тырыу өсөн: Япония – 236 процент, Ҡытай – 150 процент, Еврозона дөйөм алғанда – 168 процент. АҠШ Федераль резерв системаһы күрһәткесте рәсми рәүештә 83 процент тип билдәләй, әммә иҡти­сади үҫеш темптары уның ғәмәлдә юға­рыраҡ булыуын иҫбатлай. Ә долларҙың донъя валютаһы статусынан файҙа­ланып, Америка бөтә донъялағы капитал­дың 40 процентын үҙ ҡу­лында тота. Шуға күрә АҠШ-тағы аҡса әйләнешен баһалауы бик ҡатмарлы).
Иҡтисади үҫеш кисер­гәндә, яңы эш урындары асҡанда, эш хаҡын һәм социаль түләүҙәрҙе арттыр­ғанда әйләнештәге аҡса массаһын күбәйтеү тәү­шарт булып тора. Шул уҡ ваҡытта инфляцияға ҡар­шы саралар ҙа күҙ уңында тотолорға тейеш. Көрсөк осоронда инфляцияны кәметеү маҡсатында эмиссияны тотҡарлау иһә бик ауыр эҙем­тәләргә килте­реүсән. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа үткәрелгән ҡу­лай­лаштырыу сәйәсәте ғәмәлдә финанслауҙы ҡыҫҡартыу менән сикләнеп, социаль өлкәне, мәға­риф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа структу­раларҙы бик ауыр хәлгә ҡуйҙы. Хәҙер был процесс етеш­тереү тармаҡ­тарына, хатта газ һәм нефть сәнәғәтенә ҡағыла башланы.
Көрсөккә ҡаршы про­грам­маларҙың нигеҙен, алдынғы донъя практикаһы күрһәтеүенсә, инвестиция фондтары ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеген юға­ры килемле, перспективалы етештереү тармаҡ­тарына йү­нәлтеү тәшкил итә. Әлбиттә, сауҙаға, сеймал тармаҡтарына һалын­ған капитал йәһәтерәк әйләнеп, килемде лә тиҙе­рәк бирәсәк. Алдынғы техно­логия­ларға һалынған капиталдың иһә әйләнеш тиҙлеге түбәнерәк, килемде тиҙ генә алыуға иҫәп тотоп булмай. Әммә дәүләт мән­фәғәте кимәленән сығып ҡарағанда, күп­ләп яңы эш урындары булдырыу, конкурентлыҡҡа һәләтле продукция сығара башлау талап ителә.
“Көрсөккә ҡаршы һәм стратегик программа” ав­тор­ҙары, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәсәт фәндәре докторы Владимир Иванович Якунин етәкселеген­дәге коллектив, норматив-хоҡуҡи документ – Рәсәй Федерацияһының Иҡтиса­ди доктринаһы – дәүләт иҡтисади сәйәсәтенең төп хоҡуҡи сығанағы проектын тәҡдим итә. Якунин эшкә 100-ҙән ашыу эксперт йәлеп итеп, уларға 550 иҡтисади мәсьәлә ҡуя. Яуап итеп, ҙур коллектив 160-тан ашыу норматив-хоҡуҡи акт һәм ойоштороу-идаралыҡ тәҡдиме, махсус методологиялар һәм, иң мөһиме – Иҡтисади доктрина проекты әҙерләй. Ул документ иҡтисади идара­лыҡты, олигархтарҙы сит­ләштереп, дәүләткә ҡайта­рыуҙы нигеҙ итеп ала. Шулай уҡ иҡтисадты моне­тизациялауҙы тергеҙеү, төбәктәрҙе һәм сәнәғәт тармаҡтарын адреслы, урындағы компетен­циялар­ға һәм структу­раларға ҡарап инвестициялау тәҡдим ителә. Ғалимдар раҫлауынса, төп маҡсат итеп “сеймал иҡтисадынан” ҡотолоу һәм “аҡыллы иҡтисадҡа” күсеү ҡуйыла.
Авторҙар бөгөнгө емерткес хаҡтар сәйәсәтенән баш тартыуҙы ла төп маҡсаттарҙың береһе тип иҫәпләй. Беҙҙәге закон­һыҙлыҡ шарттарында сауҙа өҫтәмәләренә норматив сикләү ҡуйылмай һәм “бө­тәһен дә ирекле баҙар көйләй” тип иҫәпләнә. Әммә “ҡырағай баҙар” иҡтисадты тарҡатыуға, хаҡтар артыуына ғына алып бара. Цивилизациялы баҙар шарттары өҫтөнлөк иткән илдәр­ҙә көрсөк осоронда хаҡтар төшөп, етештереүселәр һәм сауҙа өлкәһе тауарҙы тиҙерәк һатырға, яңы та­уарға юл асырға тырышһа, беҙҙә иһә әлегә кире күренеш күҙәтелә: хаҡтар стихиялы рәүештә формалашып, өҙлөкһөҙ күтәрелә; сауҙа өлкәһе барлыҡ сығымдарын ҡулланыусы иңенә һала, сөнки илдә сауҙа өҫтәмәләренә норматив сикләү ҡуйған закон юҡ (миҫал өсөн: АҠШ-та сауҙа өҫтәмәләрен һәр айырым штат үҙ закондары аша көйләй, илдә улар уртаса 11 процент тәшкил итә, Аляска кеүек алыҫ урынлашҡан шарттарҙа юғарыраҡ булыуы ихтимал, әммә 17 проценттан ар­тырға тейеш түгел). Хаҡтар иҡтисадта көй­ләүсе ролен үтәргә тейеш, ә беҙҙәге сик­ләнмәгән хаҡтар, программа авторҙары раҫла­уынса, емерткес факторға әйләнә. Оппоненттар иһә, норматив сикләүҙәр сауҙа система­һын тарҡатып, тауар дефи­цитына һәм хаҡ­тарҙың артабан артыуына килте­рә­сәк, тип раҫлай. Әммә хаҡ­тарҙы көйләүсе норматив-хоҡуҡи база бул­дырылырға һәм ашығыс рә­үештә эш­ләй баш­ларға, иҡ­тисадты көйләүсе төп регу­лятор­ҙарҙың береһенә әй­лә­­нергә тейешлеге бәхәсһеҙ.
Республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн күп эш башҡарыла. Был йүнәлештә һәр төбәк­тең мөмкинлектәре инновация потенциалы аша баһалана һәм инвестор­ҙарҙы иң тәүҙә ошондай урындар ҡыҙыҡ­һындыра. Иҫәпләү методикалары төр­лөсә булһа ла, һәр тө­бәктең дөйөм инновация потенциалы күрһәткесе, ғәҙәттә, түбәндәге айырым күрһәткестәр аша билдә­ләнә:
– етештереү ҡеүәте;
– технологик ҡеүәт;
– фәнни ҡеүәт;
– махсус белем биреү ҡеүәте;
– коммуникациялар ҡе­үәте;
– информация ҡеүәте;
– маркетинг ҡеүәте;
– интеллект ҡеүәте;
– инновация күләме ҡеүәте.
Күрһәтелгән һәр айырым потенциал буйынса төбәк­тәрҙе үҙ-ара сағыштырып ҡарап, ҡайҙа ниндәй тар­маҡҡа һәм ниндәй күләмдә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген билдәләп бу­ла. Республиканың айырым сәнәғәт тармаҡ­та­рын­дағы мөмкинлектәрҙе барлап, нәҡ алда күр­һәтелгән һәм төбәктең киләсәктәге иҡтисади һәм социаль үҫе­шен ышаныслы тәьмин итә алырлыҡ юға­ры перспективалы нефть эш­кәртеү, автомобилдәр эш­ләү һәм авиация сәнә­ғәттәре өлкә­һен­дәге ком­петенцияларҙы һәм струк­тураларҙы һаҡ­лау, артабан үҫтереү көнү­ҙәк мәсьәлә булып ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705