Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе. Унда 2016 йылдың тәүге яртыһындағы инвестиция эшмәкәрлеге тикшерелеп, ошо йүнәлештәге төп мәсьәләләр билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы бөгөн инвестиция күләме буйынса Волга буйы федераль округында 2-се һәм Рәсәй Федерацияһында 11-се урындарҙы биләй. Республикала 662 миллиард һум күләмендәге 472 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың иң ҙур өлөшө Өфө ҡалаһына (нефть эшкәртеү, электр энергетикаһы һәм машиналар эшләү тармаҡтарындағы 191,8 миллиард һумлыҡ проекттар) һәм Салауат ҡалаһына (нефть эшкәртеү өлкәһендәге 136,8 миллиард һумлыҡ
проекттар) тура килә. Унан алдараҡ уҙғарылған Халыҡ-ара Петербург иҡтисади форумында (ПМЭФ-2016) Стратегик инициативалар агентлығы (АСИ) генераль директоры Андрей Никитин баһалауынса, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн байтаҡ эш башҡарылған һәм АСИ рейтингы буйынса төбәк иң көслө 20 субъект иҫәбенә ингән. Шул уҡ ваҡытта республика Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫеш рейтингында байтаҡҡа юғарыраҡ – 10-сы урынды биләп, тормош сифаты буйынса лидерҙарҙан ныҡ ҡалыша (РИА-Рейтинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы – 21-се урын), кеше потенциалы үҫеше индексы (ИРЧП) буйынса ла 18-се урында ғына ҡала (ПРООН – БМО үҫеш программаһы рейтингында). Йәғни республика етештереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инеп, ҡулланыу йәһәтенән шаҡтай ҡалышып килә. Был дисбалансты төҙәтеү өсөн иң тәүҙә халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелгән һөҙөмтәле саралар талап ителә. Республикала инновациялы яңы иҡтисад тармаҡтарын хәстәрләй башлау бөгөндән үк алғы планға сыға.
Инновациялы үҫеште тотҡарлаған факторҙарға килгәндә, уларҙың иң ауырҙары, әлбиттә, Рәсәйҙәге эске иҡтисади көрсөккә бәйле. Һуңғы осорҙа был факторҙарға Көнбайыш илдәре ҡулланған санкциялар өҫтәлде. Улар, бер яҡтан, Рәсәй өсөн алдынғы, юғары технологияларға юлды япһа, икенсе яҡтан, ҙур кредит линияларын туҡтатыуға килтерҙе. Заманында Башҡортостан, мәҫәлән, Германияның кредит линияларын ҡулланып, байтаҡ заманса ауыл хужалығы техникаһы алып өлгөрҙө. Бөгөн Рәсәйҙә хатта иң алдынғы тип иҫәпләнгән предприятиеларҙа ла төп фондтар ныҡ иҫкергән һәм конкурентлыҡҡа һәләтле яңы быуын продукцияһы етештереү өсөн яраҡһыҙ. Деградация хәленә етешкән фондтарҙы яңыртырға финанс сығанаҡтары етешмәй. Айырым предприятиелар, инициатива күрһәтеп, валюта кредиттарына заманса техника алып, сит ил аҡсаларының Рәсәй һумдарына ҡарата курсы ҡырҡа күтәрелгәс, банкрот хәлендә ҡалды. Хөкүмәт иһә уларға ярҙамдан ситләште, шул уҡ ваҡытта “импортты алмаштырыу” юлдарын эҙләүҙе тәҡдим итте. Ләкин инновациялы үҫеш өсөн яңы быуын техника (станоктар, ҡорамалдар) байтаҡ кәрәк, ә күпселек осраҡтарҙа алдынғы техника етештереүҙә донъя кимәлендә монополист һәм лидерҙар – Рәсәйгә ҡарата санкциялар ҡулланған Көнбайыш илдәре.
Илдәге көрсөк оҙайлы, системалы төҫ алып, 2009 йыл башында уның яңы көслө тулҡыны төҫмөрләнә башлағас, ошо сәбәпле ҙур борсолоу белдергән Рәсәй Фәндәр академияһының Ижтимағи фәндәр бүлеге эргәһендәге Проблемалы анализ һәм дәүләт-идаралыҡ проектлау үҙәге “Көрсөккә ҡаршы һәм стратегик программа” төҙөгәйне. Ләкин Хөкүмәт уны ла, Фәндәр академияһының башҡа ғилми үҙәктәре тәҡдим иткән проекттарҙы ла ҡабул итмәне. Сәбәбе иһә, программа авторҙары аңлатыуынса, шунда: ул осорҙа дәүләт етәкселәре лексиконында “донъя финанс көрсөгө эҙемтәләренә ҡаршы көрәш сәйәсәте” терминологияһы рәсми төҫ алып, уға ярашлы, сәбәптәрҙе ситтә – океан аръяғында эҙләнеләр һәм бәлә сығанағын донъя валютаһы булған долларҙа күрҙеләр. Ғәмәлдә был бөгөнгө донъя иҡтисадының нигеҙҙәрен инҡар итеүгә тиң булды. Әммә ысынбарлыҡ яйлап бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы: оҙаҡламай рәсми ҡараш бер аҙ үҙгәрә төштө һәм сәбәпте, ниһайәт, үҙебеҙҙәге һәләкәтле хаталарҙа – 90-сы йылдарҙа ҡабул ителгән иҡтисад моделендә күрә башланылар. Модель нигеҙендә – энергетик сеймал ресурстарына хужа булып алған олигархик лобби мәнфәғәттәре. Президент Владимир Путиндың ныҡлы позицияһы һәм ҡыйыу аҙымдары һөҙөмтәһендә олигархтарҙың позициялары ҡаҡшатылды былай. Әммә сеймал ресурстарына нигеҙләнгән иҡтисад моделенән ҡапыл ғына, инновацияларға нигеҙләнгән иҡтисад ҡоролошо булдырмайынса, баш тартыу ҙа мөмкин түгел.
Бөгөнгө ауыр иҡтисади хәлдең бихисап аспекттарын һанап үтергә мөмкин, шуға күрә иғтибарҙы “иҡтисадтың көҙгөһө” тип иҫәпләнгән финанс системаһына йүнәлтәйек. Рәсәй Фәндәр академияһы инициативаһы буйынса төҙөлгән “Көрсөккә ҡаршы һәм стратегик программа” иң тәүҙә әйләнештәге аҡса массаһын көйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн илдә әйләнештәге аҡса массаһында бик ҙур – ике триллион доллар самаһы яһалма дефицит булдырылған. Бының өсөн Үҙәк банктың эмиссия функцияһы тотҡарланып, ил иҡтисадының монетизация коэффициенты (тулайым эске продуктҡа ҡарата әйләнештәге аҡса массаһы) оҙайлы ваҡытҡа самаһыҙ аҙ күләмгә – 15 процентҡа тиклем кәметелде. Һөҙөмтәлә иҡтисад тамам хәлһеҙләндерелде. Һуңғы осорҙа күрһәткес 33 процент самаһы тәшкил итә, әммә был да бик аҙ. (Сағыштырыу өсөн: Япония – 236 процент, Ҡытай – 150 процент, Еврозона дөйөм алғанда – 168 процент. АҠШ Федераль резерв системаһы күрһәткесте рәсми рәүештә 83 процент тип билдәләй, әммә иҡтисади үҫеш темптары уның ғәмәлдә юғарыраҡ булыуын иҫбатлай. Ә долларҙың донъя валютаһы статусынан файҙаланып, Америка бөтә донъялағы капиталдың 40 процентын үҙ ҡулында тота. Шуға күрә АҠШ-тағы аҡса әйләнешен баһалауы бик ҡатмарлы).
Иҡтисади үҫеш кисергәндә, яңы эш урындары асҡанда, эш хаҡын һәм социаль түләүҙәрҙе арттырғанда әйләнештәге аҡса массаһын күбәйтеү тәүшарт булып тора. Шул уҡ ваҡытта инфляцияға ҡаршы саралар ҙа күҙ уңында тотолорға тейеш. Көрсөк осоронда инфляцияны кәметеү маҡсатында эмиссияны тотҡарлау иһә бик ауыр эҙемтәләргә килтереүсән. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа үткәрелгән ҡулайлаштырыу сәйәсәте ғәмәлдә финанслауҙы ҡыҫҡартыу менән сикләнеп, социаль өлкәне, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа структураларҙы бик ауыр хәлгә ҡуйҙы. Хәҙер был процесс етештереү тармаҡтарына, хатта газ һәм нефть сәнәғәтенә ҡағыла башланы.
Көрсөккә ҡаршы программаларҙың нигеҙен, алдынғы донъя практикаһы күрһәтеүенсә, инвестиция фондтары ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеген юғары килемле, перспективалы етештереү тармаҡтарына йүнәлтеү тәшкил итә. Әлбиттә, сауҙаға, сеймал тармаҡтарына һалынған капитал йәһәтерәк әйләнеп, килемде лә тиҙерәк бирәсәк. Алдынғы технологияларға һалынған капиталдың иһә әйләнеш тиҙлеге түбәнерәк, килемде тиҙ генә алыуға иҫәп тотоп булмай. Әммә дәүләт мәнфәғәте кимәленән сығып ҡарағанда, күпләп яңы эш урындары булдырыу, конкурентлыҡҡа һәләтле продукция сығара башлау талап ителә.
“Көрсөккә ҡаршы һәм стратегик программа” авторҙары, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәсәт фәндәре докторы Владимир Иванович Якунин етәкселегендәге коллектив, норматив-хоҡуҡи документ – Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади доктринаһы – дәүләт иҡтисади сәйәсәтенең төп хоҡуҡи сығанағы проектын тәҡдим итә. Якунин эшкә 100-ҙән ашыу эксперт йәлеп итеп, уларға 550 иҡтисади мәсьәлә ҡуя. Яуап итеп, ҙур коллектив 160-тан ашыу норматив-хоҡуҡи акт һәм ойоштороу-идаралыҡ тәҡдиме, махсус методологиялар һәм, иң мөһиме – Иҡтисади доктрина проекты әҙерләй. Ул документ иҡтисади идаралыҡты, олигархтарҙы ситләштереп, дәүләткә ҡайтарыуҙы нигеҙ итеп ала. Шулай уҡ иҡтисадты монетизациялауҙы тергеҙеү, төбәктәрҙе һәм сәнәғәт тармаҡтарын адреслы, урындағы компетенцияларға һәм структураларға ҡарап инвестициялау тәҡдим ителә. Ғалимдар раҫлауынса, төп маҡсат итеп “сеймал иҡтисадынан” ҡотолоу һәм “аҡыллы иҡтисадҡа” күсеү ҡуйыла.
Авторҙар бөгөнгө емерткес хаҡтар сәйәсәтенән баш тартыуҙы ла төп маҡсаттарҙың береһе тип иҫәпләй. Беҙҙәге законһыҙлыҡ шарттарында сауҙа өҫтәмәләренә норматив сикләү ҡуйылмай һәм “бөтәһен дә ирекле баҙар көйләй” тип иҫәпләнә. Әммә “ҡырағай баҙар” иҡтисадты тарҡатыуға, хаҡтар артыуына ғына алып бара. Цивилизациялы баҙар шарттары өҫтөнлөк иткән илдәрҙә көрсөк осоронда хаҡтар төшөп, етештереүселәр һәм сауҙа өлкәһе тауарҙы тиҙерәк һатырға, яңы тауарға юл асырға тырышһа, беҙҙә иһә әлегә кире күренеш күҙәтелә: хаҡтар стихиялы рәүештә формалашып, өҙлөкһөҙ күтәрелә; сауҙа өлкәһе барлыҡ сығымдарын ҡулланыусы иңенә һала, сөнки илдә сауҙа өҫтәмәләренә норматив сикләү ҡуйған закон юҡ (миҫал өсөн: АҠШ-та сауҙа өҫтәмәләрен һәр айырым штат үҙ закондары аша көйләй, илдә улар уртаса 11 процент тәшкил итә, Аляска кеүек алыҫ урынлашҡан шарттарҙа юғарыраҡ булыуы ихтимал, әммә 17 проценттан артырға тейеш түгел). Хаҡтар иҡтисадта көйләүсе ролен үтәргә тейеш, ә беҙҙәге сикләнмәгән хаҡтар, программа авторҙары раҫлауынса, емерткес факторға әйләнә. Оппоненттар иһә, норматив сикләүҙәр сауҙа системаһын тарҡатып, тауар дефицитына һәм хаҡтарҙың артабан артыуына килтерәсәк, тип раҫлай. Әммә хаҡтарҙы көйләүсе норматив-хоҡуҡи база булдырылырға һәм ашығыс рәүештә эшләй башларға, иҡтисадты көйләүсе төп регуляторҙарҙың береһенә әйләнергә тейешлеге бәхәсһеҙ.
Республикала инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн күп эш башҡарыла. Был йүнәлештә һәр төбәктең мөмкинлектәре инновация потенциалы аша баһалана һәм инвесторҙарҙы иң тәүҙә ошондай урындар ҡыҙыҡһындыра. Иҫәпләү методикалары төрлөсә булһа ла, һәр төбәктең дөйөм инновация потенциалы күрһәткесе, ғәҙәттә, түбәндәге айырым күрһәткестәр аша билдәләнә:
– етештереү ҡеүәте;
– технологик ҡеүәт;
– фәнни ҡеүәт;
– махсус белем биреү ҡеүәте;
– коммуникациялар ҡеүәте;
– информация ҡеүәте;
– маркетинг ҡеүәте;
– интеллект ҡеүәте;
– инновация күләме ҡеүәте.
Күрһәтелгән һәр айырым потенциал буйынса төбәктәрҙе үҙ-ара сағыштырып ҡарап, ҡайҙа ниндәй тармаҡҡа һәм ниндәй күләмдә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген билдәләп була. Республиканың айырым сәнәғәт тармаҡтарындағы мөмкинлектәрҙе барлап, нәҡ алда күрһәтелгән һәм төбәктең киләсәктәге иҡтисади һәм социаль үҫешен ышаныслы тәьмин итә алырлыҡ юғары перспективалы нефть эшкәртеү, автомобилдәр эшләү һәм авиация сәнәғәттәре өлкәһендәге компетенцияларҙы һәм структураларҙы һаҡлау, артабан үҫтереү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.