Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Береһе лә ҡурҡмай көрсөктән...
Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа беленә. Ләкин, бөйөк идеологтарҙың береһе Владимир Ленин әйтмешләй, һәр сағыштырыу “аҡһай”. Был иҡтисадҡа ла ҡағыла. Әйтәйек, Краснодар крайы менән Мурманск өлкәһен климат буйынса ғына түгел, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, хатта туризм буйынса ла сағыштырып ҡарау урынһыҙ. Шуға күрә был юлы Башҡортостандың быйылғы ғинуар – август айҙарындағы үҫешен беҙгә оҡшаш шарттарҙа көн иткән күрше төбәктәр менән сағыштырырға тәҡдим итәбеҙ.


Волга буйы федераль округының иҡтисади үҫеште кәметкән төбәк­тәрен иҡтисадсылар өс төркөмгә бүлеп ҡарай: 1) сәнәғәт етеште­реүе­нең кәмеүе 20 процент һәм унан да күберәк тәшкил иткән субъекттар. Әлеге осорҙа бындай күрһәткескә ду­сар ителгәндәр булманы; 2) етеш­тереү күләме 6 проценттан алып 19 процентҡа саҡлы кәмегәндәре. Улар иҫәбендә – Мордовия менән Ырымбур өлкәһе; 3) был күрһәткесте 6 проценттан да арттырмағандары: Мари Иле Республикаһы, Пермь крайы, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләре.
Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе күләме, быйылғы һигеҙ айҙа былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 101,8 процент тәшкил итте. Беҙҙең федераль округта ошо күрһәткес буйынса иң алда барғаны – Сыуаш Республикаһы: ғинуар – августа уның етештереү күләме 112,8 процент булды.
Электр энергияһы, газ һәм һыу менән тәьмин итеүҙе Башҡортостан, былтырғы тәүге һигеҙ ай менән сағыштырғанда, 1,9 процентҡа арттыра алды. Был күрһәткес буйынса Татарстан алда бара – үҫеш 7,2 процент булды.
Мал һәм ҡош ите етештереү (тере­ләй ауырлыҡта) буйынса федераль округтың туғыҙ төбәге үҫешкә өлгәшә алды. Был йәһәттән Түбәнге Новгород өлкәһе алдынғы – артым 20,4 процент булды. Һигеҙ төбәк һөт етеш­тереүҙе арттырҙы, бында беренсе урында – Киров өлкәһе. Йомортҡа етештереү буйынса ете төбәк ыңғай күрһәткестәр бирҙе һәм бында тәүге урынды беҙҙең республика биләй.
Хәҙерге иҡтисадтың иң мөһим күрһәткесе – төп капиталға инвестиция. Хәҙерге көрсөк заманында уның үҫеше менән әллә ни маҡтанып булмай. Рәсәй буйынса ул дүрт процент тиерлек, ә Волга буйы федераль округында 7,9 процентҡа төштө. Башҡортостан да быйылғы икенсе кварталда бөтә төр сығанаҡтар иҫәбенә инвестиция күләмен 2,5 процентҡа кәметте. Шулай ҙа округтың дүрт төбәге был күрһәт­кесте бер аҙға арттыра алды: Удмурт Республикаһы 5,9 процентҡа, Һарытау өлкәһе – 5,8, Татарстан – 1,6 һәм Ульяновск 0,3 процентҡа.
Иҡтисадтың кимәлен бөтә донъяла төҙөлөш билдәләй. Көрсөк баш­ланғанда иң тәүҙә ошо тармаҡ зыян күрә. Төҙөлөш объекттарының ҡалҡа башлауы – иҡтисади хәлдең дә йәнләнеүенә ишара. Был тармаҡ­тың быйылғы ғинуар-августағы эш һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 5-се урынға сыҡты. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда төҙөлөш күләме беҙҙә 2,8 процентҡа кәмене. Торлаҡ һалыу күләме федераль округтағы 14 төбәктең һигеҙендә аҙайҙы, Һамар өлкәһендә ул хатта 72,8 процентҡа түбән төштө.
Донъя иҡтисадындағы хәлдең ҡатмарлашыуы төрлө ҙурлыҡтағы предприятиеларҙың табышында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Рәсәйҙәге хужалыҡ тармаҡтары эшмәкәрле­генең сальдо яһалған финанс һөҙөм­тәһе (йәғни табыштың сығымдарҙы алып ташлағандан һуң ҡалған өлөшө) быйылғы ғинуар – июлдә алты триллион һумдан ашыу булды, табышлы эшләгән предприятиелар һәм ойошмаларҙың өлөшө 69,6 процент тәшкил итте.
Башҡортостан ҙур һәм уртаса предприятиеларҙың эшмәкәрлеге буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, ә табышлы булған­дарының нисбәте буйынса икенсе урынды тота. Беҙҙең республика ойошмаларының быйылғы ғинуар – июлдәге сальдо яһалған финанс һөҙөмтәһе 96 миллиард һумдан ашты.
Хаҡтарҙың үҫеүе – иҡтисади көрсөктөң тоғро юлдашы. Быйылғы августа ҡулланыу хаҡтарының индексы Рәсәй буйынса 103,9 процент тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: былтырғы августа ошо күрһәткес 109,8 процент ине. Шул уҡ айҙа Волга буйы федераль округында хаҡтарҙың иң юғары булыуы Пермь крайында күҙәтелде (104,2 процент), Башҡортостанда ул – 103,7 процент (федераль округта алтынсы урын).
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар быйылғы августа, уҙған йылғы декабрь менән сағыштырғанда, Һарытау өлкәһен­дәге 0,9 процент менән Мари Иле Республикаһындағы 3,6 процентҡа саҡлы тирбәлде. Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса округта һигеҙенсе урында тора.
Быйылғы ғинуар – июлдә илебеҙҙә халыҡтың реаль аҡсалата килеме 5,1 процентҡа түбәнәйҙе. Ошо ете ай эсендә федераль округта был килемде иң күп юғалтыусылар – Пермь крайы (алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 81,2 процент) менән Ульяновск өлкәһе (86,9 процент) халҡы. Йән башына иҫәпләгәндә, Башҡортостанда аҡса­лата килем быйыл июлдә 29 547-шәр һум булды. Был күрһәткес Мордовияла – 18 406, ә Татарстанда 33 644-әр һум тәшкил итте. Уртаса айлыҡ эш хаҡы буйынса ла округта Татарстан алда килә: был күрһәткес унда быйылғы ғинуар – июлдә 29 753 һум ине. Беҙҙең республика 14 төбәк араһында бишенсе урынды ала.
Эш хаҡы түләү буйынса кисекте­рел­гән бурыс һигеҙ төбәктә – Татарстан, Удмурт республикаларында, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә – кәмене; биш төбәктә – Башҡортостанда, Мари Иле һәм Сыуаш республикаларында, Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә – артты, Мордовияла ундай бурыс булманы.
Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны Баш­ҡортостанда быйылғы август аҙағына 24 мең кешегә етте. Эшһеҙлектең иң юғары кимәле Ырымбур өлкә­һендә (хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 1,5 проценты) һәм Пермь крайында (1,4 проценты) һаҡлана. “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы ысулы буйынса иҫәпләп ҡарау Башҡортос­танда эшһеҙҙәр һанының 110,2 мең булыуын күрһәтә, был иһә дөйөм һандағы 5,5 процент тигән һүҙ. Бындай иҫәпләү нигеҙендә алынған эшһеҙлектең иң юғары кимәле Пермь крайында – ул хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 5,8 процентын тәшкил итә.
Быйылғы тәүге ете айҙа Баш­ҡорт­останда халыҡ һаны 2 125 кешегә артты. Тәбиғи артымдың иң ҙур күрһәткесе округ буйынса Татарстанда (2,8 процент), Удмуртияла (1,1 процент) һәм Башҡортостанда (0,9 процент) күҙәтелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 17

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 36

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 37

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 50

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 53

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була 31.07.2025 // Иҡтисад

2 һәм 3 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була...

Тотош уҡырға 52

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған 31.07.2025 // Иҡтисад

Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған...

Тотош уҡырға 61

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды

Рәсәйҙә мәктәп өсөн минималь тауарҙарҙың хаҡы билдәле булды 30.07.2025 // Иҡтисад

Асыҡланыуынса, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса йәләммәй....

Тотош уҡырға 59

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла

2026 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы 27 093 һумға тиклем арттырыла 29.07.2025 // Иҡтисад

2026 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 20,7% артып, 27 093 һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 85